БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 962
مشترکین
-224 ساعت
-67 روز
-2030 روز
آرشیو پست ها
1 962
Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе
Өҫтөнлөклө инвестиция проекты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе. Республика ярҙамы менән цех заманса тегеү машиналары менән йыһазландырылған, сифатлы туҡымалар һатып алынған, ергә ҡуртым өсөн ташламалар ҡаралған. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Ҡушйылға ауылында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән танышты. Бынан тыш төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән аралашты.
1 962
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 100 мең тауыш йыйып өсөнсө урынға төшөп ҡалды
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-гә алынған мәғлүмәткә ярашлы, башҡорт халҡының милли геройын Ҡазандың «Игенселәр һарайы» уҙып китте. Беренсе баҫҡысты тәүге көндән алып Һамарҙың тиҙ йөрөшлө «Метеор» теплоходы биләй. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, һәр ҡатнашыусы бер генә объектты һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған символ мең һумлыҡ купюраның композицияһын эшләгәндә ҡулланыласаҡ. Банкнотаның йомғаҡлау дизайнын Рәсәй банкының Директорҙар советы раҫлай. Тауыш биреү иртәгә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.
1 962
Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаларын хәҙер яңы тәртиптә алырға мөмкин
Үҙгәрештәр хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡағыла. Документты тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фондында Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.
1 962
12 декабрҙә Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
12 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республика парламентарийҙарының һәм идара итеү командаһының алдағы йылдарға үҫеш юлдарын билдәләй. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» телеканалдары эфирында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтында һәм республика башлығы хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми битендә ҡарарға мөмкин.
1 962
VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы студияһында ҡунаҡта - Көйөргәҙе районы башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов.
https://vk.com/video-85076499_456255398
1 962
Ауыл китапханаларына меңдән ашыу китап тапшырыла
Акцияны Республика йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Теләгән һәр кеше китаптар алып килде. Акцияла шулай уҡ Журналистар союзы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Китап" нәшриәте ҡатнашты. - Китаптар төрөлгән, улар китап фондын яңыртыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән муниципаль берәмектәр китапханаларына оҙатыла, - тип хәбәр итәләр палатанан.
1 962
Башҡортостанда уҡыусылар өсөн ҡышҡы каникул ваҡыты иғлан ителде
Республика мәғариф һәм фән министрлығы ялды 30 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем билдәләргә тәҡдим итә. Мәктәптәр каникул ваҡытын үҙ аллы билдәләй ала. Был турала мәғлүмәт уҡыу йорттарының рәсми сайттарында урынлаштырыла.
1 962
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Иртәгә, 12 декабрҙә, республика етәксеһе Башҡортостандың алдағы йылдарға үҫеш юлдарын билдәләй.
Тура трансляцияны БСТ, «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдарында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың рәсми сайтында, шулай уҡ Республика Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.
Тура трансляцияны 12 декабрь кесаҙна иртәнге сәғәт 10-да ҡарағыҙ.
1 962
Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Башҡортостанда медицина учреждениелары артҡандан-арта. Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылындағы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты районда асылған һигеҙенсе медицина учреждениеһы. Ул «Сәләмәтлек»милли проектының беренсел звеноны модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
1 962
Башҡорт дәүләт аграр университеты махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам оҙатты
Ылауға оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, дарыу, маскировка селтәрҙәре, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Әйберҙәрең күбеһен студенттар үҙҙәре етештергән.
1 962
Башҡортостан автономияһының инешендә торған шәхес: Хәлим Әмиров хаҡында китап донъя күрҙе
Башҡортостан Республикаһының махсус вәкиле. Был шәхестең рәсми вазифаһы шулай тип аталған. Башҡортостан автономияһының һынылыш осоронда уның инешендә торған сәйәси комиссар, уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмиров хаҡында китап донъя күрҙе. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, Яңауыл башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән тарихсы Азат Ярмуллин авторлығында нәшер ителде.
1 962
«Башҡорт аты» китабының исем туйы: тарих һәм сәнғәт бәйләнеше
Башҡорт атына мәҙхиә. Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының визит үҙәгендә Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Мәхмүт Сәлимовтың «Башҡорт аты» китабының исем туйы үтте. Осрашыу урыны итеп Шишмә районы осраҡлы һайланмаған. Сарала шулай уҡ китапҡа ингән рәссамдарҙың эштәренән торған күргәҙмәгә лә ойошторолдо.
1 962
Һуңғы айҙарҙағы иң ҙур гуманитар ярҙам колоннаһы тәғәйен урынға барып етте
Республиканан үҙәкләштереп оҙатлыған 139-сы ылау егермегә яҡын йөк машинаһында алып барылды. Был юлы махсус хәрби операциялағы яугирҙар техника һәм шәхси посылкалар алды.
1 962
Ай һайын республиканан алғы һыҙыҡҡа ярты мең пилотһыҙ осоусы аппарат оҙатыла
Улар «Башҡортостан» полкы һәм исемле башҡорт батальондары өсөн тәғәйенләнгән. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала ойошторолған тура линия барышында билдәләне.
1 962
Республикала йәштәр өсөн биш үҙәк асылды
Улар Өфө, Ағиҙел, Күмертау ҡалаларында, Краснокама һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Йәштәр үҙәктәренә старт Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен һәм ирекмәнлекте тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында бирелде. Сара Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтте. Ултырышта Радий Хәбиров һәм «Беренселәр хәрәкәте» рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов ҡатнашты.
1 962
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәт менән сығыш яһаясаҡ
Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» барышында ҡабул ителгән һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр ике ай эсендә хәл ителергә тейеш. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһында хат ебәреүе тураһында хәбәр итте. Башҡортостанда 19 декабргә тиклем министрҙар кабинетын формалаштырыу эше тамамланырға тейеш.
1 962
Башҡортостан хөкүмәте составы 19 декабргә тиклем раҫланырға тейеш
Бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға премьер-министр буйынса тәҡдим ебәргән. Был вазифаға Андрей Назаров күрһәтелгән. Шулай уҡ вице-премьерҙар хупланыуы көтөлә. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарҙары итеп Рөстәм Моратов һәм Урал Килсенбаев тәғәйенләнергә тейеш. Азамат Абдрахманов, Рөстәм Ғәзизов, Ирек Сәғитов, Наталья Полянская, Александр Шельдяев һәм Илшат Фәзрахманов вице-премьерҙар итеп күрһәтелгән.. - Хөкүмәт ойошторолғандан һуң бөтә министрҙар тәғәйенләнә. Был эште 19 декабргә тиклем тамамларға кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров парламент рәйесе Константин Толкачевҡа.
1 962
Балаларға газ һатыусылар штраф түләйәсәк
Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Балалар еҫкәп ағыуланыу хәүефе булған газ тултырылған һауыттарҙы бәлиғ булмағандарға һатырға ярамай. Бының өсөн 60 мең һумдан 600 меңгә тиклем штраф ҡаралған. 2016 йылдан алыу Рәсәйҙә газ еҫкәп 800-ҙән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән.
1 962
Билдәле журналист Фирҙәүес Әхмәтйәнова арабыҙҙан китте
Учалы районында журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова мәрхүмә булған.
Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында баҫма матбуғат бүлеге мөдире булып эшләне.
2021 йылда Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалының Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде.
Мәрхүмә менән хушлашыу бөгөн, 10 декабрҙә, Учалы районының Иманғол ауылында үтә.
1 962
Башҡортостанда төрөк көнбағышын үҫтерәләр
Әбйәлил районында Төркиәнән бер нисә яңы сорт сәселде. Уларҙың береһе рекорд уңыш биргән. Был орлоҡ артабан ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Республика ауыл хужалығы министрлығынан. Өфөлә Бизнес аҙналығында орлоҡсолоҡҡа айырыуса иғтибар булды. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, майлы культураларҙан уңыш күләмен миллион тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Быйыл 750 мең тонна үҫтерелгән. Уның 500 меңе көнбағышҡа тура килә.
