fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 970
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә Аксаков паркындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара Өфөләге балалар уйын майҙансығында ауыр йәрәхәттәр алған 8 йәшлек ҡыҙ буйынса хоҡуҡ һағындағылар тикшереү алып бара. Бәүелсәктең бәүелгән саҡта бер яҡ сынйыры өҙөлә һәм тимер нығытма баланың битенә төшә. Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегенә эләккән кескәй пациенттың хәлен беҙҙең ижади төркөм дә белеште

Иглин ауылында махсус хәрби операция яугиры менән осрашыу үтте Ялда булған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары тыл хеҙмәтсәндәре, республика ирекмәндәр штабы ағзалары менән осраша. Иглин ауылының «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабына «ЛЕГО» ҡушаматлы яугир саҡырылды. 428-се мотоуҡсылар полкында снайпер булып хеҙмәт иткән замандашыбыҙ яу юлы, реабилитация һәм әлеге ваҡытта Росгвардияның 902-се полкы миномет батареяһы 116-сы бригадаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда патриотик тәрбиә тураһындағы закон үтәлеше тикшерелде Өфөлә «Башҡортостан республикаһында патриотик тәрбиә тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Ҡануниәт 2023 йылда үҙ көсөнә ингәйне. Документҡа ярашлы тәрбиә биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә, уның яңы йүнәлешетәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары даирәһе киңәйә.

Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара. Өфө-Ырымбур трассаһының М-12 юлына тоташҡан ерендә урынлашҡан ҡоролманы ремонтлау быйыл мартта башланғайны. Төҙөүселәр эштең яртыһын теүәлләгән дә инде.

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө үтте Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тәүге тапҡыр ул 1997 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Таврический һарайында үтә. Ошо ваҡыттан күләмле сараға әүерелә. Бөгөн ул Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.

⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуан
⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуандар менән осрашыу – киҫкен хәлдә нимә эшләргә? Тейешле ведомство белгестәре һеҙгә: - янғын мәлендә йәки һыуҙа нисек үҙеңде тоторға һәм башҡаларға ярҙам итергә; - балаларығыҙҙы өйҙә һәм урамда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡлар; - талпандан, эттән нисек һаҡланырға һәм тешләгәндә нимә эшләргә; - йылан йә башҡа ҡырағай йәнлек осраһа, нимә эшләргә; Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарап белергә мөмкин. ⚡️ Тура эфирҙы ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-27097047_456291220

Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер
Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер арба этеп барған тиҫтерен бәрҙерә. Коляскала ике айлыҡ сабый ятҡан була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бөтә балалар ҙа имгәнә. “Үҫмер водителдәр ҡатнашлығында юл ҡазалары артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр бәлиғ булмаған балаларға руль артына ултырыуҙы тыйырға тейеш. Юл уйнай торған урын түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарға ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән акция иғлан ителде. Шулай уҡ “Иғтибар, балалар” тигәне лә дауам итә. Өфөлә “Автобус” операцияһы барышында пассажир транспорты торошо һәм водителдәр тикшерелә.

Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы э
Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында ҡатнашты. Ул 1 алтын, 3 көмөш һәм 1 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа 26 илдән 282 спортсы сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.

Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған. Әҙилә Мирғаязова йәйге каникул ваҡытында ял итеп кенә ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙ Октябрь районының Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй.

Өфөлә «Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертты уҙҙы Өфөлә «Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертты уҙҙы. Сараға махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың ғаилә ағзалары, фронтҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр саҡырылды. Концерт алдынан хәрбиҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмалары тапшырылды. Тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Ҡунаҡтар алдында билдәле артистар сығыш яһаны. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Башҡортостан ирекмәндәре яугирҙар өсөн Рәсәй флагын үрә Халыҡ фронты «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәре хәрәкәте менән берлектә Рәсәй флагын үреп, уны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй. Дүрт квадрат метр ярым ҙурлыҡтағы триколорҙы эшләү өсөн оҫталарға ни бары бер сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителде. Сөнки бында маскировка селтәрҙәрен үреүгә оҡшаш техника ҡулланыла.

Махсус хәрби операция биләмәһенә Ҡалтасы районынан гуманитар ылау килеп етте Хәрбиҙәргә тәгәрмәсле мунса. Махсус хәрби операция биләмәһенә Ҡалтасы районынан гуманитар ылау килеп етте. Был юлы урындағы халыҡ яҡташ яугирҙарына 4 техника оҙатҡан. Шуларҙың береһе үҙгәртеп ҡоролған «ПАЗ» автобусы. Уны оҫталар мобиль мунса итеп эшләгән. Эске яғында мейес, йыуыныу бүлмәһе, эләүкә һәм кейем элгестәр бар. Был мунса яугирҙарға фронт шарттарында таҙалыҡты һаҡларға, ял итергә ярҙам итәсәк.

Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр һаны артҡан Республика урмандарында айыу, ҡоралай һәм мышылар күбәйгән. Ҡырағай хайуандарҙы
Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр һаны артҡан Республика урмандарында айыу, ҡоралай һәм мышылар күбәйгән. Ҡырағай хайуандарҙы аулаған һунарсыларға дәртләндереү сараһы булдырырға ниәтләйҙәр. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Бындай башланғыс йәнлектәр араһында ҡотороу осраҡтарын кәметеү маҡсатында булдырыла.

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө эш башланы Күләмле сара донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында үтә. Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй төбәктәре менән бергә, Башҡортостан стенды иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштыра. Көн дауамында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Форум барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтә.

Башҡортостан сит илдәрҙә Discover Russia тигән бренд менән танытыла Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы бренд координаторы - Ст
Башҡортостан сит илдәрҙә Discover Russia тигән бренд менән танытыла Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы бренд координаторы - Стратегик башланғыстар фонды менән килешеү төҙөлдө. Республика ведомствоһы башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, милли туристик бренд системаһына ҡушылыу Башҡортостан туристик индустрияһы үҫешендә ҙур аҙым булып тора. Беҙҙең республиканан тыш Discover Russiаға 24 төбәк ҡушылған.

Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә Бында республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар документ туплай, банк иҫәбе аса, медицина тикшереүе үтә һәм кәрәкле анализдар тапшыра. Контракт буйынса килешеүҙе 18 йәштән алып 65 тиклем ир-егеттәр төҙөй ала. Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә түләүҙәр һәм шулай уҡ ғаиләләренә төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Радий Хәбиров «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә педагогтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар ярҙамында мәктәп уҡыусылары тирә-яҡтағы мөхитте өйрәнә. Шулай уҡ был фән «Ватан» төшөнсәһе менән дә айырылғыһыҙ.

Пилотһыҙ авиация үҫешендә Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим ителгән төбәктәрҙе «дронофикациялау» пилот рейтингында өсөнсө урын яуланы. Рейтингты төҙөүселәр илдең 47 төбәгенең пилотһыҙ осоу тармағын үҫтереүгә йәлеп ителеүен баһалаған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.

Башҡортостан Петербург форумында: иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли брендтар Илдең төньяҡ баш ҡалаһында Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башланы. Дүрт көн дауамында барасаҡ күләмле сара Рәсәй төбәктәренән тыш, донъяның 92 сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында үтә. Форумдың тәүге көнөндә төбәк ресторандары менән бергә, дүрт автор гастрономия проекттары асылды. Улар араһында беҙҙең милли аш-һыуҙарҙы тәҡдим иткән «Башҡортостан» рестораны ла бар. Быйылғы форумда республика традицион мәҙәниәт аша фәнни-технологик йүнәлештәге килешеүҙәр төҙөү маҡсатында эш алып барасаҡ.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә – дәүләт һәм ведомство наградалары Фиҙаҡәрлеккә - абруйлы награда. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ла һөнәри байрам уңайынан 200-ән ашыу медицина хеҙмәткәренең хеҙмәте һәм шәхси ҡаҙаныштары дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнде. Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп, тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларға Лука Крымский миҙалы, «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, Почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды.