fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 973
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-67 روز
-1830 روز
آرشیو پست ها
Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте. Имәндәш ауылының Уҡлыҡая эргәһендәге майҙанда ойошторолған бәйгелә Башҡортостан төбәктәре, Татарстандың Алабуға ҡалаһы спортсылары ҡатнашты.

Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте Рок йырсыһының тыуыуына 55 йыл. Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте. Үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған музыкантты тамашасылар онотмай, уның йырҙары күптәрҙең йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Тулырак мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының өс йыллығы уңайынан Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте. Комплекс биләмәһендә иртәнән кискә тиклем мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Бигерәк тә, келәм батырҙары көрәше, «Ауҙарыш» уйыны сәмле барҙы.

Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт вуздарҙың сайтында бирелә. Контроль ҡабул итеү һандары буйынса конкурс исемлеге июль аҙағында билдәле була. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә лә мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетында бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 5600-ҙән ашыу бюджет урыны бүленгән.

Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социа
Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотлаған. Республика яман шеш үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов “Иң яҡшы онколог” тип табылды. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтәйәнова “Иң яҡшы участка терапевы”. Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина “Иң яҡшы участка педиатры” исемен алды. “Рәсәйҙең иң яҡшы теш табибы” Республика стоматология поликлиникаһында эшләй. Ул Эльвира Ғәлимуллина. Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Алита Борискова “Иң яҡшы акушер” тип билдәләнгән. “Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Шәхсән үҙем быға бер ҡасан да шикләнмәнем”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә ғәҙәттәгесә беренсе урынды биләй. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Башҡортостан – «Росагролизинг» аша махсус техника һатып алыуҙа илдә беренсе урындарҙа Башҡортостан-«Росагролизинг»тан ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсуслаштырылған техника һатып алыу буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде. Төбәк операторҙары 15 берәмек техника менән тәьмин итеүгә заявка биргән, 13-ө һатып алынған да инде. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йәшел зонаға инә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 204 контейнер майҙансығын төҙөкләндереүгә һәм 2 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға ихтыяж бар.

М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам итә. Был автомобиль хужаларына уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итә.

Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Аҡ халатлыларҙы оло ҡаҙаныштары менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.

Республикала ике айҙа 50 кеше һыуға батҡан Уларҙың күбеһе хәмер эскән килеш һыу ингән йәки рөхсәт ителмәгән урында йөҙгән. Ҡо
Республикала ике айҙа 50 кеше һыуға батҡан Уларҙың күбеһе хәмер эскән килеш һыу ингән йәки рөхсәт ителмәгән урында йөҙгән. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейд уҙғара. Ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптары аңлатыла. Белгестәр рәсми ҡомлоҡтарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә. Пляждар исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.

«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды «Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды. Ике айлыҡ тәнәфестән һуң Омари Тетрадзе командаһы «СКА-Хабаровк» менән осрашты.

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.

Өфөлә йәшәүсе Таисия Павлова 7-се тапҡыр әсәй булған Өфөлә 7-се тапҡыр әсәй булған Таисия Павлова бала табыу йортонан өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсә менән сабыйҙы ғаилә башлығы Сергей Сергеевич ҡаршыланы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 20 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Йыл һайын баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә 4 мең бала донъяға килә. Был һәр дүртенсе сабый тап ошонда тыуа тигән һүҙ. Перинаталь үҙәктә шулай уҡ республиканың 14 районынан йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтләндерелә.

Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған.

«Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды Яңы быуын идарасылары. Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡҡан 70 кеше лекция-семинарҙарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк-тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Курс тыңлаусылары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. 60-тан ашыу яҡташыбыҙ үҙ хәрби позицияларына ҡайта. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне.

Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә. Был ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тәҡдиме буйынса «Белемгә юл» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Өҫтәмә рәүештә проект сиктәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу һәм элеккеләрен яңыртыу, биләмәләрҙе яҡтыртыу эштәре планлаштырылған

Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш. Илдә белем усаҡтарын уҡыу йылы башланғансы тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Башҡортостан етәкселеге мәғариф учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын ярты айға алға күсерергә ҡарар иткән. Балалар 1 сентябргә тулыһынса әҙер мәктәптәргә килергә тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров капитал ремонт һүлпән алып барылған объекттарҙа эште йәнләндерергә һәм тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫҡа ҡушты.

Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана. Әле бер нисә тиҫтә ҡоролмала эш алып барыла. Уларҙың дүртәүһе федераль магистралдәрҙә төҙөлә. Тағы ла М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 трассаларындағы 14 күперҙә планлы ремонт бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер һалына.

«Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте Башҡортостанға авиация һөйөүселәре йыйылды. «Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте. Сарала самолеттар күргәҙмәһе, авиашоу, парашютсылар сығышы ойошторолдо.