БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 015
مشترکین
-124 ساعت
-47 روز
-1230 روز
آرشیو پست ها
2 015
Росгвардия сержанты Салауат Дасаев Башҡортостан яугирҙарына арналған йыр яҙған
Уның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәрҙә киң таралған. Республикала йәшәүселәр Салауатҡа рәхмәт белдергән. Йырсы махсус хәрби операция башланғандан алып ижадын Башҡортостан һәм Татарстан хәрбиҙәренә бағышлай. Йәш башҡарыусы госпиталдәрҙә сығыш яһай. Яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн хәйриә концерттары ҡуя. Салауаттың атаһы Һамар өлкәһенең Ҡунаҡбай ауылынан. “Ир-егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн туған телебеҙҙә йырланым. Башҡорттар – ҡыйыу яугирҙар. Милләтем менән ғорурланам. Салауат тигән бөйөк исемде атайым ҡушҡан, мин уға рәхмәтлемен”, - тип белдергән Салауат “Башинформ”агентлығына биргән интервьюһында.
2 015
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе ойошторолдо
Әсәләрҙең йөрәк ауазы. Ошо исем аҫтында Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе тәүгә ойошторолдо. Мәҙәни сараға район һәүәҫкәрҙәренән тыш, Баймаҡ районы йырсылары ла саҡырылғайны. Әсәләргә мәҙхиә йырлаған конкурс хаҡында киләһе яҙмала.
2 015
Туймазы ҡалаһында Альбина Имаеваның ижади кисәһе үтте
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Имаева юбилейын ижади кисә менән билдәләне. «Йырҙарымда - тормошом» тип исемләнгән концерт композиторҙың тыуған төйәге Туймазы ҡалаһында үтте. Байрамда ижадсының дуҫтары, билдәле йырсылар, уҡыусылары ҡатнашты.
2 015
Өфөлә «Дәрүиш рухы» тип исемләнгән концерт үтте
Өфө башҡорт рок музыкаһына сорналды. Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә «Көрәш һарайы»нда «Дәрүиш рухы» тип исемләнгән концерт үтте. Рок-музыка һөйөүселәрҙе йыйған мәҙәни ваҡиға төрлө быуын вәкилдәре өсөн ҙур байрамға әүерелде. Концерттан Башҡортостан башлығы ла ситтә ҡалманы.
2 015
Республикала йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса 4-се Евразия конгресы старт алды
Өфөнөң 450 йыллығына арналған сара «Торатау» конгресс-холында ике көн дауам итәсәк. Форумда Рәсәй, Беларусия, Ҡытай, Үзбәкстан, Бразилия һәм башҡа илдәрҙең кардиология белгестәре, мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.
2 015
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалалары ҡуйы томан ҡамауында ҡалды
Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта һауала, шул иҫәптән Башгидрометүҙәк постарында бысратыусы матдәләр буйынса рөхсәт ителгән концентрацияның артыуы асыҡланған. Белгестәр раҫлауынса, саң болоттарының барлыҡҡа килеүенә насар метеорологик шарттар булышлыҡ иткән. Ел булмау сәбәпле, атмосфераның ер өҫтө ҡатламында автомобилдәрҙән һәм сәнәғәт предприятиеларынан сыҡҡан бысратыусы матдәләр тупланған.
2 015
Радий Хәбиров Краснокама районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Николо-Березовка ауылында Радий Хәбиров Краснокама районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
2 015
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Краснокама районында булды
Төбәк етәксеһе Ҡуян ауылында төҙөкләндерелгән һөт заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән предприятиела тәүлегенә 20 тоннаға тиклем һөт продукцияһы етештерелә. Көн тәртибендә Радий Хәбиров яңыртылған Йәштәр һарайын ҡараны, Изге Елизавета Романова иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты .
2 015
Оҫталар ҡаласығы
Студиябыҙҙа — кейеҙ баҫыу оҫтаһы Майя ЛОҠМАНОВА.
https://vk.com/video-27097047_456285669?access_key=02f42a1825aae29043
2 015
Өфөлә башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Өфөлә «Дәрүиш рухы» рок-концертында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Хәйбулла районының «Рух» халыҡ вокал-инструменталь рок-төркөмөн ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеров, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы, үҙешмәкәр композитор, бик күп йырҙар авторы Ирек Атанов һәм йәшләй ғүмере өҙөлгән «Дәрүиш Хан» төркөмөнөң элекке солисы Дим Мәннәнгә Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде
2 015
Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға. Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә.
Белем усағының ирекмәндәр ойошмаһына әле хаҡлы ялда булған уҡытыусы Земфира Мусина нигеҙ һалған. Уның эшен дауам итеүселәр махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә.
2 015
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инәсәк
Милли проекттар ғәмәлдә. Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инәсәк. Шулай уҡ көндөҙгө стационар менән модулле участка дауаханаһы ла тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ.
2 015
Алексей Касьянов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды
Республикала Волга буйы федераль округында иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлөшө тамамлана. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Сәфәр Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса үтте.
2 015
3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола
Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
2 015
Өфөлә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа түләүле парковкалар өсөн тариф раҫланды
Ҡала хакимиәте сайтында ошо турала документ менән танышырға мөмкин. Уға ярашлы, парковкала бер сәғәт өсөн 40 һум түләргә кәрәк. Мобиль ҡушымта, смс-хәбәр, банк терминалы, QR-код аша аҡса күсерергә мөмкин. Өфөлә үҙәк урамдарҙа зәңгәр һыҙаттар менән билдәләнгән урындар бар. Түләүле парковкаларҙың эшләй башлау ваҡыты әле аныҡланмаған.
2 015
Салауат Юлаев һәйкәле мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнеүе ихтимал
Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округында 25 объектты һайлап алған. Исемлектә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы, Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы бинаһы тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш. Еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша асыҡлана.
2 015
Дим Мәннән һәм Ғәзинур Биктимеровҡа үлгәндән һуң халыҡ артисы исеме бирелде
Радий Хәбиров "Дәрүишхан" һәм "Рух" төркөмдәре лидерҙарын бүләкләү тураһындаға указға ҡул ҡуйҙы. Музыканттарҙың ғаиләләренә награда Өфөлә "Дәрүиш Рухы" тигән рок-фестиваль барышында тапшырылды. - Бер сәхнәлә хәҙерге төркөмдәр һәм башҡорт рок легендалары. Фестиваль Көрәш һарайында уҙғарылды. Был спорт майҙансығы ғына түгел, мәҙәни һәм эшлекле саралар өсөн комплекс, - ти Радий Хәбиров.
2 015
Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты булдырыла
Ул Затон һәм Алексеевка шосселары янында урынлаша, тип хәбәр итә "Башинформ". Әле ҡалала ике ҡар иретеү пункты бар. Был комплекстар Трамвай һәм Сәғит Агиш урамдарында урынлашҡан. Улар ҡышҡы миҙгелгә әҙер. Киләсәктә Өфөнөң 7 районында ла ҡар иретеү пункттарын асыу планлаштырыла.
2 015
Шаран районында урындағы башланғыстар программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла
Унда Дүртөйлө ауыл биләмәһенә ҡараған Бурһыҡ ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортонда 2025 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына инеү буйынса дөйөм йыйылыш уҙҙы. Унда бер тауыштан ауыл эсендәге юлды ремонтлау, мәҙәниәт усағын тәртипкә килтереү, фап төҙөү мәсьәләләре күтәрелде.
2 015
Салауат ҡалаһының рус йәштәр театры «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған юбилей саралары дауам итә. Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры ла әҙиптең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Ул башҡортсанан руссаға яңынан тәржемә ителгән вариантта.
