БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 028
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-1130 روز
آرشیو پست ها
2 028
Башҡортостанда аттракциондар тикшерелә
Был тема хөкүмәттә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, ҡоролмалар үтә хәүефле объект тип һанала. Улар кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереүе ихтимал. Шуға хәүефһеҙлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Аттракциондарҙа даими тикшереү уҙғарырға, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреп торорға кәрәк, тине Андрей Назаров. Быйыл май айында Стәрлетамаҡта аттракционда 12 йәшлек малай ауыр йәрәхәтләнде. Ул республика дауаханаһына оҙатылған.
2 028
Өфө районы Нөрлө ауылында сәнәғәт объектында янғын сыҡты
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, бында күсмә лаборатория эшләй, һауа сифаты тикшерелә. "Белгестәр химик матдәләр таралыу мөмкинлеген тикшерә. Хәл контролгә алынған", -тине ул. Аварияла өс кеше йәрәхәттәр алған, улар дауаханаға һалынған.
2 028
Яңауыл районында мутлашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың тол ҡатынын алдаған
Ул 16 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Ҡатынға йәнәһе лә пенсия фондынан шылтыратҡандар, иренең миҙалын алыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорағандар. Унан һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинетына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр, енәйәт эше менән янап иҫәптә булған бар сумманы ҡулаҡса менән сығарып алырға күндергәндәр. Ҡатын Яңауылда 9 миллион һәм Нефтекамала 7 миллион аҡсаһын курьерҙарға тапшырған.
2 028
Башҡортостанда балаларға бензин һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәләр
Был турала Республика парламентының комитет ултырышында белдерелде. -Тыйыуҙы хәмер һәм тәмәке һатыуға булған сикләү һымаҡ билдәләргә кәрәк. Яғыулыҡ станцияһы хеҙмәткәре һатып алыусының йәшендә шикләнһә, ул шәхес йә водитель танытмаһын талап итергә тейеш, тигән фекерҙә тәҡдим авторҙары. Проект республика юлдарында балалар ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән.
2 028
Өфө Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләргә әҙерләнә
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп тантаналар 9 майҙа үтә. Ватанды һаҡлаусыларҙы һәйкәлдәренә сәскә һалына. Ҡала советы янындағы майҙанда парад буласаҡ. Унан һуң байрам концерты ҡаралған. "Үлемһеҙ полк" акцияһы быйыл онлайн форматта уҙғарыла. 9 майҙа байрам салюты булмай. Еңеү көнө алдынан шулай уҡ төрлө акциялар, иҫкә алыу саралары ойошторола.
2 028
"Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" миҙалы булдырылды
Уның менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек алып барыусылар бүләкләнә. Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Был миҙал дәрәжәһе буйынса Башҡортостан дәүләт наградалары системаһында генерал Шайморатов миҙалы һәм "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы араһында тора. Миҙал түңәрәк диск рәүешендә эшләнгән. Уртаһында "Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" тигән яҙыу бар.
2 028
Башҡортостан хужалыҡтары орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән
-Техниканың әҙерлек кимәле яҡшы. Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Баҫыуҙарҙа 12 мең трактор эшләй. Яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыла,- тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров ил хөкүмәтенә финанс ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы 17 миллиард һумға льготалы кредит хуплаған.
2 028
Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана
Иртәгәнән йорттарға йылы биреү туҡтатыла. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Документ һуңғы көндәрҙә уртаса һауа температураһы 8 градустан юғары булыуға бәйле ҡабул ителгән. Ҡарар үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына тоташтырылған йорттарға ҡағыла.
2 028
Башҡортостан йылғаларында экстремаль туризм миҙгеле башланды
Ҡотҡарыусылар Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһында Айғыр тупһаһында ваҡытлыса пост булдырған, дежур ойошторолған. Был көндәрҙә ошо урындан кәмә менән 20-нән ашыу кеше үткән. Ҡотҡарыусылар уларҙы хәүефле урындар тураһында иҫкәрткән. - Сәфәр алдынан туристик төркөмдәрҙе һәм маршруттарҙы теркәргә кәрәк, - тип белдерәләр ведомствонан.
2 028
Өфөлә биләмәләр талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә
Республика дезинфекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре 13 апрелдән ошо эште башлай. Халыҡ күпләп йөрөгән йөҙҙән ашыу биләмә билдәләнгән. Был исемлектә йорт яны майҙандары һәм предприятие ихаталары күрһәтелмәгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, препараттар халыҡ өсөн хәүефһеҙ. Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы тип танылған. Эштәр төнгө сәғәттәрҙә алып барыла.
2 028
Башҡорт милли кейеме - Рәсәйҙәге яңы бренд
Роспатент “Башҡорт милли кейемдәре” географик күрһәтмәһен теркәгән. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ошо турала хәбәр итте. Хәҙер республикала 11 теркәлгән бренд иҫәпләнә. Башҡорт балы, Бөрйән солоҡ балы, “Ҡорғаҙаҡ”, Ассы” “Йоматау” минераль һыуҙары, Ҡурай, Башҡорт аты, Мансур граниты, Башҡорт мамыҡ шәле, балаҫы һәм башҡорт милли кейемдәре ошо исемлеккә инә. “Брендарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Бөгөнгә илдең төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу үҙенсәлекле тауар теркәлде. Улар визит карточкаһы булыуҙан тыш, Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә лә ҙур өлөш индерә”, - тине Лилиә Ғүмәрова. Башҡортостанда 2020 йылдан алып Милли кейем көнө үткәрелә. Ул апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
2 028
☘️ Тышта ЯҘ хакимлыҡ итә, ҡоштар һайрай, ҡояш йылмая!
Ҡышҡы йоҡоһонан уянған тәбиғәт үҙенә саҡыра!
Дуҫтар, «Бәхет иле» ҡаланан ситтә ғаилә менән ял итеү мөмкинлеген бүләк итә! Бының өсөн:
✅ Ғаиләгеҙ тураһында бер минутлыҡ видео төшөрөргә;
✅ #ҙурһәмтатыуғаиләбиләмәһе хештегы менән үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә пост итеп һалырға
✅ Һәм конкурстың һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала.
Конкурстың һөҙөмтәләрен 15 апрель көнө иғлан итербеҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт-беҙҙең төркөмдә: https://vk.com/club229609275
2 028
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ошо аҙнала тамамланыуы ихтимал
Уртаса температура 8 градус йылынан юғары булһа тейешле ҡарар ҡабул ителеүе мөмкин. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы ҡарарҙы хакимиәттәр ҡабул итә. Төрлө төбәктәрҙә һауа торошо төрлөсә булыуы мөмкин. Уҙған йылда Өфөлә йылы биреү 21 апрелдә туҡтатылды, республика буйынса йылытыу миҙгеле 5-6 майҙа тамамланды.
2 028
Башҡортостан йылғаларында боҙ тығылыуға ҡаршы эш алып барыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, 6 районда хәүефле урындарҙа боҙ шартлатылған. Республикала яҙғы ташҡын башлана, һыу баҫыу эҙемтәләрен кәметеү өсөн алдан саралар күрелә, - тине ул.
2 028
Башҡортостанда ҡырағай хайуандар арта
Был турала Республика хөкүмәтендә белдерелде. 2 мең 700 айыу, 700-гә яҡын бүре, 8 мең ярым төлкө, 1 мең 300 һеләүһен барлығы билдәле. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡырағай хайуандар һанын көйләү буйынса эш алып барыла. Йыл һайын 2 меңдән ашыу төлкө, 200 бүре һәм 150 айыу аулау планлаштырыла. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса һунарсыларға аҡса түләү тураһында ла проект әҙерләнгән.
2 028
Өфөлә һыу баҫыу хәүефе булған биләмәләр аталды
Нижегородка, Дим һәм Калинин райондарындағы баҡсалар зыян күреүе ихтимал. Калинин район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Миронов белдереүенсә, Федоровка, Йылҡыбай, Самохвалов ауылдарына ла иғтибар арта. Юлдар янында дамбалар ҡороу өсөн әҙерлек алып барыла. Өфөлә 5 мең 200-ҙән ашыу кешене ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Һыу баҫыу хәүефе булған биләмәләрҙән 16 мең кубик метр ҡар сығарылған.
2 028
🌙 Башҡортостан мосолмандары иң мөһим һәм яҡты байрамдарҙың береһен — Ураҙа байрамын билдәләне.
Республика диндарҙарының был мөбәрәк байрамды нисек ҡаршы алыуы һәм үҙҙәрен ҙур өммәттең бер өлөшө итеп тойоуы тураһында Валитов ТV сығарылышында: https://vkvideo.ru/video-229671171_456239042
2 028
«Осам», «Һине генә», «Уйҙарым» һәм башҡа хиттары менән үҙен танытҡан МС Баш - Заһит Ҡунафин беҙҙә ҡунаҡта!
⚡ 20 март 23:00 БСТ каналында «Дуҫтар» проектында осрашырбыҙ!
2 028
Башҡортостанда "аҡыллы" спорт майҙансыҡтары булдырыла
"Бизнес-спринт" тигән федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Республикала бының өсөн 36 миллион һум тотоноу ҡаралған. Проект буйынса заманса спорт майҙансыҡтары Сибайҙа, Бәләбәйҙә һәм Өфө районында урынлаша. Бында воркаут менән шөғөлләнеү, баскетбол, хоккей, гандбол уйнау мөмкинлеге була. Шулай уҡ ҡоролмаларға QR-кодтар беркетелә. Улар ярҙамында тренажерҙы дөрөҫ файҙаланыу тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. "Бизнес-спринт" программаһы буйынса Башҡортостанға барлығы 4 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән, тип яҙа "РБК-Өфө" агентлығы.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
