cookie

ما از کوکی‌ها برای بهبود تجربه مرور شما استفاده می‌کنیم. با کلیک کردن بر روی «پذیرش همه»، شما با استفاده از کوکی‌ها موافقت می‌کنید.

avatar

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

نمایش بیشتر
پست‌های تبلیغاتی
218
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
+27 روز
+330 روز

در حال بارگیری داده...

معدل نمو المشتركين

در حال بارگیری داده...

Photo unavailableShow in Telegram
💳 Банк картаһы күптән инде тауар һатып алғанда ҡулланылған ғәҙәти түләү инструментына әүерелде. Уны хәүефһеҙ ҡулланыу хаҡында һөйләйбеҙ. 1️⃣ Картаны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙ булмағанда, мәҫәлән, официанттарға, картағыҙҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ. Түләү өсөн терминал килтереүҙәрен һорағыҙ. 2️⃣ Онлайн-һатып алыуҙар өсөн айырым карта тотоғоҙ. Уны кәрәкле суммаға ғына тулыландырығыҙ. 3️⃣ Банк картаһын машинала һаҡламағыҙ. 4️⃣ Банк карталарын сайттарға һәм сервистарға бәйләмәгеҙ. Сайтты ватып асҡанда йәки мәғлүмәттәр сит ҡулға эләккән осраҡта мутлашыусылар картағыҙҙың реквизиттарын үҙләштерә ала. 5️⃣ ПИН-кодты картаның үҙенә яҙмағыҙ. Сит кеше һеҙҙең яҙмағыҙҙы таба алмаясағына инанығыҙ. Код өсөн ҡатмарлы комбинациялар ҡулланығыҙ, 1234 йәки 0000 һандарын йыйыуы еңел. Бер нисә картағыҙ булһа, төрлө ПИН-кодтар ҡулланығыҙ. 6️⃣ Банк карталарының һәм документтарының фотоларын интернет-әңгәмә аша ебәрмәгеҙ. Мутлашыусылар һеҙҙең йәки әңгәмәсегеҙҙең аккаунтын ватып асыуы һәм мәғлүмәт алыуы ихтимал. 7️⃣ СМС- һәм пуш-хәбәрҙәр тоташтырығыҙ. Шул саҡта һеҙ оператив рәүештә картағыҙҙан аҡса сисеүҙәре хаҡында белә һәм картаны тиҙ арала яба алаһығыҙ. 8️⃣ Смартфондың экраны ябыҡ саҡта белдереүҙәрҙе күрһәтеү операцияһын һүндерегеҙ. Әгәр телефонығыҙҙы юғалтһағыҙ, мутлашыусылар банктан килгән иҫкәртеүҙәрҙе күрә алмаясаҡ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Башҡортостанда йәшәүселәр оҙайлы ваҡытҡа аҡса туплау программаһынан файҙалана ала. Ентеклерәк — карточкаларҙа. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлау тураһында ғаризаны нисек бирергә? «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата. 2024 йылдың 1 апреленән белдереүҙе Дәүләт хеҙмәттәре аша ғына ебәрергә мөмкин. Уны һылтанма буйынса эшләргә мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/611827/1/form Электрон форматты тултырығыҙ. Уны тикшергәндән һәм теркәгәндән һуң шәхси кабинетта белдереүҙәр Реестрында теркәлеү тураһында белдереү алаһығыҙ. Реестр һылтанма буйынса: vk.cc/cxp8ZE . 2024 йылдың 31 майынан «Роспотребнадзор»ға түбәндәге эшмәкәрлек төрҙәрен тормошҡа ашырыу тураһында хәбәр итергә кәрәкмәй: 🔸 халыҡтың шәхси заказы буйынса аяҡ кейеме тегеү буйынса хеҙмәттәр; 🔸 аяҡ кейемен ремонтлау, һуҙыу һәм буяу буйынса хеҙмәттәр; 🔸 халыҡтың шәхси заказы буйынса башҡа төркөмдәргә индерелмәгән башҡа трикотаж һәм бәйләнгән изделиелар етештереү буйынса хеҙмәттәр; 🔸 кейем һәм көнкүреш туҡыма изделиеларын ремонтлау һәм яраҡлаштырыу/күсереү буйынса хеҙмәттәр; 🔸 көнкүреш радиоэлектрон аппаратураны, машиналарҙы һәм приборҙарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү, металл изделиеларҙы ремонтлау һәм етештереү буйынса хеҙмәттәр; 🔸 фотография өлкәһендәге хеҙмәттәр; 🔸 ағас ҡырҡыу һәм эшкәртеү; 🔸 ағас һауыт етештереү; 🔸 иҫәпләү техникаһын һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу менән бәйле эшмәкәрлек; 🔸 туристик агенттар һәм туроператорҙар, экскурсоводтар ( гидтар) һәм гид-тәржемәселәр эшмәкәрлеге. Ғариза биреү тәртибе буйынса һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: ✔️ «Роспотребнадзор»ҙың берҙәм консультация үҙәгенә 8-800-555-49-43 номеры буйынса (тәүлек әйләнәһенә); ✔️ «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына: 8-800-77-50-170 (дүшәмбе-кесаҙна сәғәт 10:00-дан 17:00 сәғәткә тиклем, йома Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 10:00-дан 15:45 сәғәткә тиклем, тәнәфес сәғәт 12:00-нән 12:45 сәғәткә тиклем). #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
Ҡорбан байрамы — ислам динендә төп байрамдарҙың береһе. Бөтә донъя мосолмандары уны изге Рамаҙан айы тамамланғандан һуң 70 көн үткәс билдәләй. — Диндарҙар байрамға алдан әҙерләнә һәм 10 көн дауамында ураҙа тота. — Байрам өс-дүрт көн дауам итә һәм туғандарға, дуҫтарға барыу, буләктәр таратыу өсөн яҡшы ваҡыт тип һанала. — Ҡорбан байрамына тиклем ай ярым дауамында Мәккәләге изге урындарға хаж ҡылыу йолаһы бар. — Рәсәйҙә Ҡорбан байрамы - Адыгея, Башҡортостан, Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан һәм Чечен Республикаһында рәсми байрам көнө. «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» командаһы барлыҡ мосолмандарҙы байрам менән ҡотлай! Саф уй-ниәттәр һәм изге эштәр теләйбеҙ. Яҡын кешеләрегеҙ бәхетле һәм сәләмәт булһын, ә ғаиләлә һәр ваҡыт һөйөү хөкөм итһен. Тыныслыҡ, изгелек һәм яҡты өмөттәр, тормошоғоҙҙа именлек теләйбеҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
Беренсе класҡа барыу өсөн ҡасанға тиклем ғариза бирергә мөмкин? Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре яуап бирә. Ғаризаны 2024 йылдың 30 июненә тиклем теркәлгән урын йәки ташлама буйынса (мәҫәлән, өлкән балалар шунда уҡыһа) бирергә мөмкин. 6 июлдән 5 сентябргә тиклем теләгән бер мәктәпкә мөрәжәғәт итергә була. Буш урындар булған осраҡта балағыҙҙы ҡабул итәләр. Әгәр юҡ икән, мәғариф идаралығы һеҙгә башҡа варианттар тәҡдим итәсәк. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин. Ташламаларҙың тулы исемлеген дә һылтанма буйынса ҡарау мөмкинлеге бар. Ҡабул итеү һөҙөмтәләре ғаризалар ҡабул ителгәндән һуң өс көн үткәс билдәле буласаҡ. Шәхси кабинетығыҙға хат киләсәк. Шулай уҡ документтарҙы һәм ғаризаны тапшырыу тураһында белдереү менән почта аша һәм шәхсән мәктәпкә барып тапшырырға мөмкин. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
Юғары уҡыу йортонан сығарылғандан һуң нисек тергеҙелергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре яуап бирә. Уҡыуҙан сығарыу сәбәптәре закон менән билдәләнмәгән - һәр юғары уҡыу йорто уларҙы үҙенең уставында айырым билдәләй. Сәбәптәре түбәндәгеләр булыуы ихтимал: 🔸 студенттың теләге, мәҫәлән, ғаилә хәле буйынса 🔸юғары уҡыу йортоноң инициативаһы, мәҫәлән, уҡыу өсөн түләмәү йәки уҡыуҙа өлгәшмәү 🔸башҡа шарттар, мәҫәлән, юғары уҡыу йорто ябылыу. ❓Бюджетҡа кире тергеҙелергә мөмкинме? Әгәр үҙ инициативағыҙ менән уҡыуҙан китһәгеҙ, ә курста буш бюджет урындары булһа - эйе. Әгәр һеҙҙе юғары уҡыу йорто инициативаһы менән уҡыуҙан ҡыуһалар - юҡ. Элек бюджетта белем алған булһағыҙ ҙа, был осраҡта түләүле нигеҙҙә генә тергеҙелә алаһығыҙ. ❓Күпме ваҡыттан һуң юғары уҡыу йортона ҡабат уҡырға инергә мөмкин? Уҡыуҙан сығарылғандан һуң биш йыл эсендә, әммә һеҙ институтта иҫәптән сығарылған уҡыу йылы тамамланғансы кире инергә ярамай. Уҡырға кире нисек инергә? Документтар әҙерләгеҙ, исемлекте деканатта асыҡлағыҙ. Ғәҙәттә: 🔸 паспорт һәм уның күсермәһе; 🔸 уҡыған дисциплиналар һәм улар өсөн баһалар күрһәтелгән уҡыу тураһында белешмә; 🔸аттестат кәрәк була. * Уҡыуҙа тергеҙеүгә ғариза яҙығыҙ, паспорттығыҙҙың күсермәһен һәм уҡыу тураһында белешмәгеҙҙе беркетегеҙ * Деканатта ғаризаға ҡул ҡуйҙыртығыҙ һәм уны ректоратҡа тапшырығыҙ * Комиссия ҡарарын көтөгөҙ ❓Әгәр һеҙҙе уҡыуҙан юғары уҡыу йорто инициативаһы менән ҡыуһалар, кире нисек тергеҙелергә? — Декан менән осрашып, тергеҙелеү мөмкинлеге, шулай уҡ бының өсөн кәрәкле шарттарҙы һәм талаптарҙы һөйләшеп килешегеҙ. — Ғариза яҙығыҙ. Унда ни өсөн уҡыуҙан ҡыуылыуығыҙҙы һәм быға нимә сәбәп булыуын аңлатығыҙ. Шулай уҡ тергеҙелергә уйлауығыҙҙы раҫлағыҙ ❓Әгәр һеҙҙе юғары уҡыу йорто башланғысы менән уҡыуҙан сығарһалар, тағы нимә белергә кәрәк? — Өлгәшмәгән өсөн уҡыуҙан ҡыуылғандан һуң имтихан бирмәгән дисциплиналарҙы ҡабаттан тапшырырға кәрәк — Предметтар буйынса академик айырманы тапшырып, йәнәш һөнәргә уҡырға тергеҙелергә мөмкин ❓Әгәр һеҙҙең теләкте кире ҡаҡһалар, нимә эшләргә? — Һеҙҙе уҡыуҙан сығарған шул уҡ юғары уҡыу йортона ҡабаттан уҡырға инегеҙ — башҡа юғары уҡыу йортона дөйөм конкурс нигеҙендә шундай уҡ һөнәргә беренсе курсҡа уҡырға инегеҙ Академик отпускыны нисек юлларға — ошонда уҡығыҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
Бөгөн — Халыҡ-ара донор көнө. Даими ҡан тапшырғанда ниндәй ташламалар алырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләйбеҙ. ✅ Календарь йыл дауамында донорлыҡ мәленән алып 2 ял көнөнә хоҡуҡ: vk.cc/cvANSc. ✅ Республика ҡан биреү станцияһы һәм уның филиалдары туҡланыуға йәшәү минимумының 5 проценты күләмендә компенсация түләй. ✅ Әгәр донор рөхсәт ителгән ике максималь доза күләмендә бушлай ҡан тапшырһа, эш йәки уҡыу урыны буйынса шифаханаға тәү сиратта ташламалы путевка алыу. Уны табип медицина тикшереүе ваҡытында билдәләй. ✅ Ҡан һәм (йәки) уның компоненттарын 40 һәм унан да күберәк тапҡыр тапшырған кешеләр Рәсәйҙең почетлы доноры була. Шулай уҡ был исемде 60 һәм унан да күберәк тапҡыр плазма тапшырған осраҡта ла алырға була. Түләү алыу маҡсатында тапшырған ҡан иҫәпкә алынмай. Почетлы донорҙар өсөн түбәндәге ташламалар бар: ✔️ ️ йыл һайын донор өсөн уңайлы ваҡытта түләүле ял; ✔️ дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа сираттан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү; ✔️ эш йәки уҡыу урыны буйынса тәү сиратта шифахана-курорт дауалауына ташламалы путевкалар алыу; ✔️ йыл һайын аҡсалата түләү. Ул йыл да индексациялана. 2024 йылда уның күләме — 17 324,11 һум; Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ: ▫️ ️ Башҡортостанда нисек донор булырға? (https://vk.com/obyasnyaem102?w=wall-210976283_5474) ▫️ ️ Ҡан тапшырыу нисек үтә? (https://vk.com/wall-210976283_5476?w=wall-210976283_5476) #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
📃 Хәрби хәрәкәттәр ветеранының электрон таныҡлығы нимә ул һәм уны нисек алырға? Ул - «Мир» пластик картаһы. Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы, социаль һәм банк картаһы функцияларын берләштерә. 🗂 Картаға киләһе мәғлүмәт яҙыла: — хужаһының исем-шәрифе; — хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығының серияһы һәм номеры; — ҡан төркөмө; — яралары тураһында мәғлүмәт; — фото. ✅ Бындай таныҡлыҡ: — федераль һәм төбәк түләүҙәре (аҡсалата тәьминәт, өҫтәмә түләүҙәр, командировка аҡсаһы һәм компенсациялар) алырға; — төбәк ташламалары (йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, һалым ҡайтармаһы, дарыуҙар өсөн түләү, торлаҡ өсөн ташламалар) алырға һәм файҙаланырға; — тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн банк картаһы кеүек түләргә мөмкинлек бирә. Электрон таныҡлыктың срогы юҡ һәм ул бөтә ил биләмәһеңдә ғәмәлдә. Пластик карта хәрби хәрәкәттәр ветеранының ҡағыҙ бланктағы таныҡлығын юҡҡа сығармай, ә уны тулыландыра. ✏️ Электрон таныҡлыҡ алыу өсөн: 1️⃣ Түбәндәге документтар менән банкҡа мөрәжәғәт итергә: — Рәсәй гражданы паспорты; — хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының ҡағыҙ таныҡлығы. 2️⃣ Анкета һәм ғариза тултырырға. Электрон таныҡлыҡ биреү ваҡыты — 7 көнгә тиклем. Таныҡлыҡ-картаны алғандан һуң уны эшләтеп ебәрергә, йәғни банкоматҡа ҡуйып, банктан йәки СМС аша алынған ПИН-кодты индерергә кәрәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...
Photo unavailableShow in Telegram
«Аңлатабыҙ. Башҡортостан» командаһы республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлай! Байрам тураһында бер нисә факт: 🇷🇺 Ул — төп дәүләт байрамы. 🇷🇺 1994 йылдың 2 июнендә РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө булараҡ булдырыла. 🇷🇺 Тәүге тапҡыр 1995 йылдың 12 июнендә билдәләнә. Ошо көндә Кремлдә тантаналы рәүештә фән һәм технологиялар, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премиялары тапшырыла. Бөгөн Башҡортостанда шулай уҡ Өфө ҡалаһы көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу билдәләнә. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
نمایش همه...