fa
Feedback
БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

رفتن به کانال در Telegram

Тик башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар! Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла.

نمایش بیشتر
1 505
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
-Кем ул ИР? -Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР: Бер ҡараһаң – мосафИР, Бер ҡараһаң – баһадИР, Бер ҡараһаң, ул - шағИР, Һәр яҡтан да бик
-Кем ул ИР? -Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР: Бер ҡараһаң – мосафИР, Бер ҡараһаң – баһадИР, Бер ҡараһаң, ул - шағИР, Һәр яҡтан да бик маһИР. Ана шул инде ул ИР, Ана шул була ул ИР. Ике ҡулына эш бир, Маңлайында булыр тир, Арыу белмәҫ, белмәҫ сир! Йәнә лә ИР ул – яугИР, Менгән аты булыр кир, Әйтерһең дә, король ЛИР: -Һәр ерҙә мин еңәм ти(е)р. Уға ҡарап торор мир, Ана шул инде ул ИР, Ана шул ул ысын ИР! -ИР кем ул? -ИРене елгә ярылған, ИРетеп эскән ҡар һыуын, ИРмен тигән ИРҙер ул. ИРешмәктән ниәтенә ИРтәнсәк иртүк тороуы ИРәмәлдән урап ҡайтҡан ИРәүәндәй күренер. ИРмәк яғы ла булыр, ИРкәләнеп тә алыр. ИРәндек бөркөтө һымаҡ, ИРкенлекте һөйөр ул, ИРек даулап йөрөр ул, ИРмен тигән ИРҙер ул, ИРмен тигән ИРҙер ул! Авторы ла ир кеше😁 Мөнир Фәйзуллин!

ЙӘШӘҮҘӘРҘӘН БУЛМАҪ ТУЙЫП Аҡ ҡайындар төрөнгәндәр Аҡ томанға. Йылынырға теләгәндәй Көҙгө таңда. Йылы йәйҙән көҙгә күсеү Еңел түгел... Үләндәр ҙә илай кеүек, Йәшен түгеп. Алда, тиеп, күпме һалҡын Көндәр булыр... Япраҡтар ҙа ҡойолорҙар, Йәндәр туңыр... Иламағыҙ, үләндәрем! Ҡайындарым! Яҙҙар килер, ҡыуып ҡыштың Һалҡындарын! Кинәнербеҙ йылы яҙҙың Рәхәтенә! Эй, хоҙайым, йәшәү өсөн Рәхмәт һиңә! ... Ҡайсағында илашһаҡ та Йәштәр ҡойоп, Был донъяла йәшәүҙәрҙән Булмаҫ туйып! Сәкинә Тотманова

*Хөрмәтле төркөмдәштәр!* *Бөгөн байрам, БЕРҘӘМЛЕК көнө булараҡ, барығыҙҙы ла был байрамда "Б" хәрефенә генә булған һүҙҙәр менән ҡотлап үтергә булдым*.🤷‍♀️ Барығыҙҙы ла *Берҙәмлек байрамы* булараҡ, байрамлайым! Башҡортостанда булған барыһына ла: бабайҙарға, балаларға, балаларҙың балаларына, буйҙаҡтарға, балдыҙҙарға, бажаларға, бисәләргә, батырҙарға, баҙнатһыҙҙарға, бәһлеүәндәргә, буйға бәләкәйҙәргә, булдыҡлыларға, буйтым байҙарға был байрамды байрамса байрамларға булһын! *Баймаҡтарҙай* баҡырға бай булып, Башҡорт байталдарына байрам бағышлап; *Баҡалыларҙай* бәпкәләр баҫтырып; *Балтастарҙай* башмаҡтарға бай булып; *Бәләбәйҙәрҙәй* башмаҡтарҙың быуын(һөтөн) бороп, бешереп; *Балаҡатайҙарҙай* билмән бөрөп; *Беләриттәрҙәй* бүрәнә бысып; *Бишбүләктәрҙәй* булдыҡлы булып, бүләкләнеп; *Бөрөләрҙәй* балаларға бүләктәр булдырып; *Благоварҙарҙай* барыһын бәпкәгә байытып; *Благовещендәрҙәй* башҡортса белем бирергә булышып; *Бүздәктәрҙәй* бары баҡса байлығын банкаларға бороп; *Борайҙарҙай* бороп-бороп бау баулап; *Бөрйәндәрҙәй* бура бурап; бергә-бергә *Башҡортостанды байытайыҡ!* *Бирешмәйек, берҙәм булайыҡ!* *Барған Бола бөтһөн!* Беҙҙең батырҙар бөтә боҙоҡлоҡто бөтөрөп, башһыҙ болғаҡтарҙы бәреп, баҫҡындарҙың билдәрен бөгөп, беҙҙе бойондороҡһоҙландырып, Буранайҙа байраҡ болғап, берҙәмлектә Башҡортостанға боролһондар. Бөтә барлыҡты баҡтырып, башҡорттарыбыҙҙың батырлыҡтары баһаланып, барыһы бүләкләнеп, балаларына, бисәләренә барып берләшһендәр. *Башҡа бола булмаһын, бөтһөн боҙоҡлоҡ!* Байрам булғас, байрам булһын, башмаҡ боғаҙлап бишбармаҡ, былау бешереп, бәлештәр быҡтырып, балан бөйрөгө бешереп, баллап, бәренйәләп байрамлағыҙ! Байыраҡтар барынан бүлешһендәр, белгестәр бушлай белем бирһендәр, балаларығыҙ, балаларығыҙҙың балалары, бүлә-бүләсәләрегеҙ белемле, бай булһындар! Барын - барлап, булмағанын - булдырып бәхетле булайыҡтар! *ДАЛА ҠЫҘЫ* *Баскриптум:* Башҡаларҙы башҡаса, башҡа байрамда байрамлармын. Бөгөнгә бөттө!

Аңғармаҫтан,йәки белә тороп, Һин баламды минең хурлама. Башым ҡағып,ризалашып ҡына, Ултырыр ул,тиеп уйлама. Балам өсөн,булам инә бүре, Балам өсөн батам ҡара ҡанға! Балам өсөн ғорурлығым еңеп, Башым эйеп барам хатта Ханға. Һуңғы күлдәгемде сисеп бирәм, Йөрәк йыртып тапҡан балам өсөн! Йәлләмәйем һуңғы һулышымды, Уның өсөн түгәм аҡтыҡ көсөм. Аңғармаҫтан,йәки белә тороп, Һин баламды минең хурлама. Һөйөү менән тулы усағымдан, Йәшеренеп осҡон урлама. Һин баламды минең хурлама! Гөлиә Мөкминова

Әле самолеттар Өфөнө ошолайтып урап үтә. Быпылыа хәүефе тип аэропорт уларҙы ҡабул итмәй. Мобиль интернет та һүндерелгән.
Әле самолеттар Өфөнө ошолайтып урап үтә. Быпылыа хәүефе тип аэропорт уларҙы ҡабул итмәй. Мобиль интернет та һүндерелгән.