БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
رفتن به کانال در Telegram
Тик башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар! Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла.
نمایش بیشتر1 505
مشترکین
-224 ساعت
-27 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
1 505
📌Балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөткән өсөн штрафтар артты. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған указ кисәге көндән ғәмәлдә.
Хәҙер бындай тәртип боҙоу өсөн водителдәргә - 5 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә - 25 меңдән 50 мең һумғаса, юридик шәхестәргә 100 меңдән 200 мең һумғаса штраф янай.
Үҙмәшғүл таксистар ҙа вазифалылар менән бер рәткә ҡуйыла һәм уларға ла баланы креслоһыҙ йөрөткән осраҡта, 50 мең һумға тиклем штраф янай.
1 505
💥2026 йылда Рамаҙан айының 1- се көнө 18 февралгә тура килә.
🤲Тимәк,17 февралдә ғөсөл ҡойоноп, ураҙа тоторға ниәт итәбеҙ.
🌺Быйыл Ураҙа байрамы 20 март көнөнә тура килә.
🌻Ҡорбан байрамы 27 майҙа билдәләнәсәк.
1 505
Светлана Насырованан тәмлекәс рецебы
ӨЙҘӘ ҠАЛАЙЫҠ!
* * *
Ҡыҙҙар! Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-французски) рецебының иң отошлоһон таптым бит әле! Бығаса йә картуфы һыулыраҡ, йә сыры, йә фаршы ҡорораҡ була ине. Ә бына быныһы самммай уңышлы бешкәне:
500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп = болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.
Табаны майлап, иң тәүҙә 5-6 эре картуф турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин) + сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ + 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ + ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ + 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин) + иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.
170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.
1 505
ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш мул уңыш бирер. Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер. Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.
Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер.
Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.
Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға. Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыуға. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға. Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ла, әсе һыуыҡҡа.
1 505
💥 ИКӘҮ БЕРГӘ ҠАРТАЯҺЫ КИЛӘ.
(Йыр)
🔸Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Ойоҡбаштар кейеп аҡ йөндән.
Өрөп кенә, ашыҡмайса эсеп,
Ҡайнар сәйҙе шишмә һыуынан.
Ҡушымта:
🌺Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Төндәрендә юрған бүлешеп.
Байрам һайын дуҫ- туғандар менән бергә,
Бер осрашып, хәлдәр белешеп.
🔸Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Көҙҙәргә лә бергә керәһе.
Йылы ҡарашыңды тойоп - һиҙеп,
Бар ғүмерҙең ҡәҙерен беләһе.
🔸Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Бер- береңә булып терәкле.
Ҡартаяһы килә икәү бергә,
Һинең өсөн тойоп кәрәкте.
1 505
Как называют лошадей в Башкортостане? 🐎
Ҡолон — жеребёнок до 6 месяцев.
Ябаға — жеребёнок 6–7 месяцев, упитанный, «толстенький». Готовый пережить свою первую зиму.
Тай — жеребёнок старше одного года.
Ҡонан — молодой самец 2–2,5 лет, которого начинают приучать к седлу.
Ҡонажын — молодая кобылица 2–2,5 лет.
Дүнән — молодой самец 3–4 лет, впервые идущий на случку (конь-девственник).
Байтал — кобыла-девственница.
Биште — лошадь в возрасте 4–5 лет.
🐴Пол и репродуктивный статус
Ат — мерин.
Һаяҡ — мерин, участвующий в скачках.
Ҡыһыраҡ — яловая кобылица (не принесшая приплод).
Биләү бейә — бесплодная кобыла.
🐴 Назначение и тип
Сәйгелек — скакун для скачек.
Юрға — иноходец (лошадь с особым типом хода).
Толпар — легендарный мегаскакун, боевой конь батыра.
Поделись с тем, кто точно должен это знать! 😉
1 505
🐎 Ат ҡәҙерен атлы белмәҫ, аш ҡәҙерен ашлы белмәҫ.
🐎 Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
🐎 Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
🐎 Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ.
🐎 Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
🐎 Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән.
🐎 Менгән атың аҡбуҙ булһын, һѳйгән йәрең йәш ҡыҙ булһын.
🐎 Абынмаҫ ат булмаҫ.
🐎 Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр.
🐎 Азамат ирҙең билдәһе — аҙ һѳйләр ҙә күп тыңлар,
арғымаҡ аттың билдәһе — аҙ уртлар ҙа күп юшар.
🐎 Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
🐎 Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама.
🐎 Айыу алыр егетте атынан танырҙар,
бүре алыр егетте бүркенән танырҙар.
🐎 Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат, теҙгенеңде белеп тарт.
🐎 Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
🐎 Аҡыллының аты ла арымаҫ, туны ла туҙмаҫ.
🐎 Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
🐎 Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай.
🐎 Андыҙ барҙа — ат үлмәҫ.
🐎 Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай,
яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
🐎 Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ,
йәйәү йѳрѳмәгән ат ҡәҙерен белмәҫ.
🐎 Асыуыңды ат итһәң, аҡылыңды теҙген ит.
🐎 Ат алһаң — һынап ал, аҡса алһаң — һанап ал.
🐎 Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ.
🐎 Ат тауҙа, егет яуҙа һынала.
🐎 Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була.
🐎 Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.
1 505
Ҡотло булһын Йылҡы йылы 🐎!
❄️ Аҡ бурандар араһынан
⚡️ Аттар килә көрт ярып.
🐍 Йыландарҙы ҡыуа-ҡыуа,
💨 Эх, саба улар ярһып!
🛣 Күпме йылдар, юлдар үтеп,
🌅 Киләләр улар арып.
🌊 Берәй йылға был аттарҙы
💧 Ҡуяйыҡсы туғарып?
🎁 Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
✨ Таратһын бүләктәрен.
🐍 Йылан уларға ҡалдырҙы
🌾 Мул һоло келәттәрен.
🎉 Яңы йыл да яҡынлашты,
🚪 Аттар ишек ҡағалар,
🐴 Ҡотло булһын йылҡы йылы,
🛡 Еңел булһын дағалар
1 505
Байтал байрамына бәрәкәт!👍💯 🐴🐎🌲🍾🍇🍊🍍
Байрамда барығыҙ берләшеп, биҙәнеп, билегеҙҙе быуып, бабайығыҙҙың бишмәтен, бөрләнтин блузкағыҙҙы барлап, буҙа, беленькая бәреп, билмән, бәлеш бөгөп, баллап, баранкалап, бауырһаҡлап байховыйҙы бүккәнсе булдырығыҙ, байрамдар булһын, бар булығыҙ, бай, боллы, бәхетле булығыҙ, болалар бөтһөн, бәләләр булмаһын, балалар балаларын бергә баҡһын!
1 505
❄❄❄❄❄
☃☃☃☃☃
Байрам
тыуғас, ваҡыт булмаҫ,
Бөгөн ҡотлайым әле...
Барыбыҙ ҙа һау- сәләмәт,
Бәхетле булайыҡ, йәме!
Иҫке йылды оҙатабыҙ...
Ҡайғы-шатлығы булды.
Кемдәрҙер Ерҙе ташланы,
Кемдәрҙер Ергә тыуҙы.
Үткәне үткәндә инде,
Күңелдәрҙә һаҡланыр...
Бары яҡшылыҡ теләйек:
Үтер юлдар сафланыр!
Барығыҙға бәхет булһын,
Дуҫтарым, туғандарым.
Аҡыл, тәүфиҡ, муллыҡ булһын,
Ейәндәр, балаларым!
Бәлә-ҡазалар ҡаҡмаһын
Бер кемдең дә ишеген.
Тик яҡшы хәбәрҙәр генә
Һәр көндө ишетәйек!
Йылмайыу ҡунһын иренгә,
Шатлыҡ ҡына теләйек!
Барыбыҙ ҙа Яңы йылға
Һөйөнөп барып керәйек!
Яңы йыл менән дуҫтарым,
Яңы бәхеттәр менән!
Теләгем ихлас бит минең,
Ҡабул буласаҡ, беләм.
🎄❄🎄❄🎄❄🎄❄🎄
1 505
🐓Тауыҡ йылы тары сәс,
🐅Барыҫ йылы барын сәс.
🐓Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ,
🐂Ҡуй йылы – ҡытлыҡ,
🐇Ҡуян йылы – йотлоҡ,
🐍Йылан йылы – баллыҡ,
🐖Ҡабан йылы – байлыҡ,
🐉Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ.
🐀Сысҡан йылы – игенле,
Шуға сысҡан да күбәйә.
🐅Барыҫ йылды барын сәс,
Һис булмаһа, тары сәс.
Барыҫ йылы — байлыҡ,
🐄Һыйыр йылы — туҡлыҡ,
🐏Ҡуй йылы — ҡытлыҡ,
🐇Ҡуян йылы — йотлоҡ.
🐕Эт йылы буран була.
🦮Эт йылында мал үрсер,
🐆Барыҫ йылды бары үҫер.
🐎Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.
🐎Йылҡы йылы – ҡаты йыл,
Уның башынан һағай.
1 505
❗Икенсел торлаҡ (вторичка) һатып алғанда ниндәй хәүефтәр янай?❗
Быйылғы йылдың 1 сентябренән Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры (ЕГРН) яҙмаларында яңы төр мәғлүмәттәр барлыҡҡа килде. Шуға күрә фатир һатып алыусылар айырыуса иғтибарлы булырға тейеш.
Был мәғлүмәттәргә иғтибар итмәү насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, һеҙ һатып алған фатирҙа даими йәшәгән һәм уларҙы теркәүҙән төшөрөп булмаған кешеләр килеп сығыуы бар.
Хәҙер закондар ғүмеренең ахырына тиклем (хатта һатҡандан һуң да) ошо фатир менән ҡулланырға хоҡуҡлы кешеләр тураһында мәғлүмәтте ЕГРН-ға индереү мөмкинлеген билдәләй.
✅ Хосусилаштырылған (приватизацияланған) фатир хужаһының ғаилә ағзалары. Хосусилаштырыу мәлендә фатирға уның хужаһы кеүек үк хоҡуғы булған, әммә фатир хужағы файҙаһына милексе булыуҙан баш тартҡан кешеләр (хатта элекке ғаилә ағзалары ла). Законға ярашлы, улар был фатирҙа сикләнмәгән ваҡытҡа (срокһыҙ) йәшәү хоҡуғын һаҡлай.
✅ Кооператив фатир хужаһының ғаилә ағзалары. Фатир алыуға ордерҙа йәки торлаҡ кооперативының дөйөм йыйылышының фатир биреү тураһындағы ҡарарында күрһәтелгән кешеләр. Улар (элекке ғаилә ағзалары ла) шулай уҡ ғүмеренең ахырынаса был фатир менән файҙаланыуға хоҡуҡлы.
❗Һатып алыусы өсөн ТӨП ҠУРҠЫНЫС!
Иң етди хәүеф шунда: был кешеләрҙең фатир менән ғүмер ахырынаса ҡулланыу хоҡуғы уны икенсе кешегә һатҡандан һуң да юғалмай.
Ябай итеп әйткәндә, һеҙ суд аша ла сығарып булмаған йәшәүселәре булған фатир һатып алыуығыҙ ихтимал. ЕГРН-дағы билдә – ул фатирға тағы кемдеңдер хоҡуғы булыуын аңғартыусы сигнал.
Был мәғлүмәттәр ЕГРН-ға нисек эләгә?
Улар тураһында мәғлүмәт ике төрлө юл менән килеп инеүе бар:
1) Фатир хужаһының ғаризаһына ярашлы
2) Суд ҡарары нигеҙендә
Судҡа ғаилә ағзаһы үҙе биреп, фатир менән ғүмер ахырынаса ҡулланыуға хоҡуғын рәсми рәүештә ЕГРН-ға индертеүе ихтимал.
ЕГРН-да бындай милекселәр тураһында билдәнең булмауы ла уларҙың ысынбарлыҡта юҡлығын 100 процентҡа гарантияламай. Улар үҙ хоҡуҡтарын фатирҙы яңы хужа һатып алғандан һуң да белдерә ала.
Һатып алыусыға нимә эшләргә?
Һәр ваҡыт ЕГРН-дың яңы күсермәһен һорап алығыҙ. Фатирҙы һатып алыр алдынан обременениелар һәм башҡа (өсөнсө) кешеләрҙең хоҡуҡтары булыу-булмауын ныҡлы өйрәнегеҙ.
ЕГРН күсермәһенә генә ышанмағыҙ. Фатирҙың юридик яҡтан таҙа булыуын тикшертегеҙ. Әлеге фатирҙа йәшәп киткән, теркәлгән кешеләрҙең тарихын ентекле өйрәнегеҙ.
1 505
Оло йәштәгеләр зары 🙄🙉🤩
Ғүмер үтә,
Йәшлек китә,
Алда беҙҙе
Ҡартлыҡ көтә.
Йөрәк кенә
Арыу белмәй,
Дәртле тибә,
Көн-төн тимәй.
Сәс саллана -
Тик буяла,
Теш ҡойола -
Тик ҡуйыла.
Давление
Тигән нәмә
Берсә төшә ,
Берсә менә.
Төшһә, шундуҡ
Мендерәбеҙ,
Шашып китһә -
Дүндерәбеҙ.
Ҡул-аяҡтар
Тартышалар,
Буйһонмаҫҡа
Тырышалар.
Уларға ла
Бар ул сара:
Укол-майҙар
Ярап ҡала.
Баштар шаулай,
Гүйә урман,
Әйтерһең дә
Көслө буран.
Ә ҡолаҡта бер сиңерткә
Арыу белмәй,талыу белмәй,
Сыңлап- сыңлай,
Сыңлап- сыңлай.
Беҙ барыбер
Бирешмәйбеҙ,
Зарланырға
Керешмәйбеҙ.
За то беҙҙең багаж тулы,
Аҡылыбыҙ түгел таҡыр,
Ниндәй һорау һәм мәсьәлә,
Яуабыбыҙ булыр тапҡыр.
Балаларыбыҙ
Иҫән булһын,
Яҡшы хәбәр
Килеп торһон.
Ейән- ейәнсәр
Тыуып торһон,
Матур итеп
Оя ҡорһон.
Бына шулай
Йәшәп ятыш,
Әкрен генә
Йөрөп ятыш.
Кемдер бик шәп,
Кемдер ҡайтыш...
Пенсиябыҙ килеп торһон ,
Айҙан айға етеп торһон ,
Интернеттан,
телефондан
Һеҙ дуҫтарҙан,туғандарҙан
Смс -тар яуып торһон.
• Х.Маһинур
1 505
Бәхетле булырға тейеш ине бит...
Өс класташ ҡыҙ - Нурсилә, Гөлйемеш һәм мин бәләкәйҙән "тағылып" бергә йөрөнөк, йыуашыраҡ уҡытыусыларҙың дәресендә өсәүләп бер парта артына тығылып ултыра торғайныҡ, ҡайҙа барһаҡ та айырылманыҡ тигәндәй.
Гөлйемеш әхирәтебеҙҙе белә-белгәндән тыныс, аҡыллы, төплө ҡыҙ тип иҫләйем. Әле лә шулай сәбәләнмәй генә донъяһын көтә ул. Ә Нурсилә үҙ баһаһын белгән, һауалы, бәләкәйҙән эре ҡыҙ булды. Маҡтанырлығы ла бар үҙенең: зифа буй-һыны, ап-аҡ нәфис йөҙө, асығыраҡ төҫтәге күпереп торған сәсе, кейеме лә, ғөмүмән, үҙен тотошо ауыл ҡыҙҙарыныҡынан ныҡ айырылып тора ине шул. Өҫтәүенә бар яҡлап та һәләтле: яҡшы уҡый, бейей, матур итеп йырлай, шиғырҙарҙы уның кеүек ысын күңелдән һөйләй алған бүтән кешене тапмаҫһың. Ошо өҫтөнлөктәре тураһында белеп, ул беҙ өсәү араһында үҙен башлыҡ итеп тойғандыр, моғайын, һәр хәлдә, нимә булһа ла, ҡалған икәүебеҙ уның менән һәр саҡ ризалаша ла ҡуя инек. Өлкән кластарҙа уҡығанда ғына шәхсән үҙем фекеремде белдерә башланым, уның һәр әйткәненә "тайт" тиеүҙән туҡталдым. Бына шул замандан инде арала нимәлер сатнаны, мөнәсәбәтебеҙ яңыса төҫ алды. Ә бүтән ҡыҙҙар менән ул бөтөнләй иҫәпләшеп тормай ине, улар класта ғөмүмән юҡ кеүек ҡыланды.
Туғыҙынсыға күскәндә Нурсиләнең артынан беҙҙән бер класс юғары уҡыған ике егет - ике дуҫ йөрөй башланы. Улар ауылда иң күҙгә күренеп торған, бар яҡтан да килгән, тәртипле, уҡытыусыларҙың яратҡан уҡыусылары була торғайны. Нурсиләбеҙ икеһенә лә илтифатһыҙ ҡалды, уларҙы яҡын да ебәрмәне, ситкә лә типмәне, ә шул уҡ ваҡытта биргән бүләктәренән бер ҙә баш тартмай ине үҙе. Егеттәр, ҡайһыбыҙҙы һайлар, тип өмөтләнеп, һаман йә икәүләп, йә айырым-айырым әхирәтебеҙҙең артынан саба бирҙе. Инсаф менән Ришатты оҡшатмаған ҡыҙҙар ҡалмағандыр ул заманда, белдермәһәләр ҙә, йәшертен генә янып-көйөүселәр ҙә булғандыр.
Мәктәптән һуң юғары хыялдар менән янған Нурсилә баш ҡалаға сәнғәт институтына уҡырға йыйынды, мин - педагогия институтына, ә Гөлйемеш - бухгалтерҙар курсына. Армиянан ҡайтҡан ғашиҡ ике егет тә Нурсиләгә яҡыныраҡ булыр өсөн ошо ҡалаға килеп эшкә урынлашты. Тик бер ҡаршылыҡһыҙ сәнғәт институтына ингән ҡыҙ, мин-минлеге тағы көсәйеп, бер мәл ауыл егеттәренең үҙенә тиң түгеллеген һиҙҙерҙе ахыры, бәлки, егеттәр үҙҙәре лә ялынып ялҡҡандыр - был өсмөйөштөң бер ваҡыт тарҡалыуы тураһында ишеттек. Нимәләр кисергәндер Инсаф менән Ришат - уныһы билдәһеҙ, әммә бер ҙә ҡайғынан юғалып ҡалғанға оҡшаманылар, ситтән тороп береһе ауыл хужалығы институтын, икенсеһе мин белем алған уҡыу йортон тамамланы, ауылға эшкә ҡайттылар.
Яҙмыш тиген инде, Гөлйемеш - Ришатҡа, ә мин Инсафҡа кейәүгә сыҡтыҡ та һәүетемсә йәшәп алдыҡ та киттек (йәшерене юҡ: беҙгә лә оҡшай ине улар). Нурсилә лә уҡып бөттө, тик сәхнәләрҙә уңыштарға өлгәшерлек сығыштарын күрергә насип булманы беребеҙгә лә, тауышы асылмаған, балаларҙыҡы кеүек ҡалған, тинеләр. Йәл, әлбиттә, һәләтле, уҡытыусылар әйтмешләй, өмөтлө ҡыҙ ине бит, шуға юғары үрҙәр яуларына шикләнмәй ҙә инек. Ныҡ һайланып йөрөп, әле һаман кейәүгә лә сыҡмаған, байтаҡ ғүмер үтте, ә ул һаман яңғыҙы.
Яңыраҡ ауылға ҡайтҡанында осраштыҡ беҙ өс әхирәт. Баҫылған, тыйнаҡланған Нурсиләбеҙ, үҙенә һоҡланыуы кәмей төшкән, күҙҙәре лә элеккесә балҡымай. Күберәк үткәндәрҙе һағынып һөйләүе, үкенгәнен тойоу бер ҙә генә күңелгә рәхәтлек бирмәне, киреһенсә, түңәрәк бәхетле тормошом өсөн мин (Гөлйемеш тураһында әйтә алмайым) уның алдында уңайһыҙлыҡ кисерҙем...
Һаман үҙен таба алмай ҡаңғырған элекке дуҫым бик ҡыҙғаныс булып китте, һөйләшеп ултыра торғас. Бәхетле булырға бөтә мөмкинлеге лә, хаҡы ла бар ине бит уның. Тик, ни эшләйһең, күп нәмәне ҡулдан ысҡындырған, ваҡыт кире ҡайтмаҫҡа үткән. Шулай тиһәм дә, кем белә, бәлки, уның әле бөтәһе лә алдалыр... Ошондай өмөт бер аҙ күңелде йыуата-йыуатыуын. Иң мөһиме - күңеле һүрелмәһен дә йәшәүҙән төңөлмәһен, ҡасан булһа ла бәхетен, үҙен тапһын ине бала саҡ дуҫыбыҙ.
Авторы билдәһеҙ.
1 505
Әсәйҙәргә һөйөү менән 💕
Дуҫтар, ғәзиз кешеләрегеҙҙе ошондай үҙенсәлекле видеяҙма менән ҡотлай, уларҙы үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрегеҙҙә урынлаштыра алаһығыҙ.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
