⚡Ейәнсура Башкортостан|ХИКӘЙӘЛӘР⚡
رفتن به کانال در Telegram
#события #новости #лайфхаки #рецепты #анекдоты #россия #башкортостан #зианчуринский_район #хикәйә
نمایش بیشتر946
مشترکین
-124 ساعت
-27 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
Repost from Аңлатабыҙ. Башҡортостан
+1
Ашығыс хәбәр һәм оператив мәғлүмәтте ҡайҙан һәм нисек алырға? Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.
👉 Мобиль ҡушымталар – телефонығыҙға ҡуйығыҙ һәм белдереүҙәрҙе тоҡандырығыҙ:
❶ "112 – Экстренная помощь". Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының рәсми ҡушымтаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр, шул иҫәптән БПЛА һөжүме һәм ракета хәүефе тураһында ла хәбәр итә. RuStore ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store.
❷ "МЧС России". Унда яңылыҡтар, ашығыс белдереүҙәр һәм хәүеф янағанда үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында кәңәштәр бар. Шулай уҡ ракета һәм БПЛА һөжүме янауы тураһында хәбәр итә. RuStore ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store.
👉 МАКС мессенджеры – ышаныслы
каналдарға ҡушылығыҙ:
🔗 Госкомитет Республики Башкортостан по чрезвычайным ситуациям
🔗 Председатель Госкомитета по ЧС Республики Башкортостан Кирилл Первов
🔗 РСЧС Республики Башкортостан
Иғтибар итегеҙ, МАКС-тағы рәсми аккаунттар интернетҡа инеү сикләнгән осраҡта ла эшләй.
👉 Пилотһыҙ һәм ракета хәүефе тураһында СМС-хәбәр автоматик рәүештә килә. Тик телефонығыҙҙа система белдереүҙәрен тоҡандырырға онотмағыҙ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
📌 БПЛА һөжүме ваҡытында нимә һәм ни өсөн эшләргә ярамай
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
– Ай аллам! Теймә! Ебәр! Ғайса, ҡотҡар! Ғайса-а!!! Ярҙам ит... ярҙам итегеҙ! – ауыҙы томаланып, тыны быуылғанға тиклем ошоларҙы ғына ҡысҡырып өлгөрҙө Гүзәл, артабан тонсоғоп, йән асыуына тартҡылаша башланы. Айыуҙай оло кәүҙәнән, көслө ҡулдарҙан, сит парфюм еҫенән үҙенә ташланыусының Зәки икәнлеген аңғарҙы. Иренең оло улы. – Ғайса! Ғайса-а-а-а! – ауыҙын ҡаплаған ҡулды тешләргә маташҡас, тос йоҙроҡ Гүзәлдең уң сикәһенә килеп тейҙе, күҙҙәренән ут сәсрәне.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-15/g-y-s-y-4719520
– Ә ниңә уны яҡын юлатмаҫҡа тырыштың? Бөтөнләй оҡшаманымы ни? Нимәһе оҡшаманы? Холҡо алама инеме әллә кеше ҡарағыһыҙ йәмһеҙ булдымы?
– Юҡ, төҫкә-башҡа арыу ғына ине, холҡо ла яҡшыға оҡшағайны. Ни бары... Ярай, минең типаж түгел, тип әйтәйем дә ҡуяйым. Мин, кем булһа ла – иң мөһиме, булһын, тип кем менәндер йөрөп, ҡыҙҙарҙы ымһындырып, бушҡа өмөтләндермәйем. Гөлсара, арабыҙҙа дистанция һаҡларға тырышыуымды белһә лә, барыбер мине үҙенә ҡаратырға ынтылды. Гел дә үҙенә саҡырҙы, һирәк-һаяҡ йомоштарын ҡушҡан булды. Ул һәйбәт ҡыҙ булғас, ҡаты бәрелә лә алманым, шулай ҙа бер-ике тапҡыр осрашҡас, эш күплегенә һылтанып, араларҙы яйлап һыуыттым.
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-08-03/e-yaratma-an-ine-y-in-yarat-an-ine-yaratmay-2897318
-- Һеҙ ҙә шулай тейегеҙ. Ул тере, ишетәһегеҙме? Тере! Тик ул бында ҡайтмай, ҡайтмайым, тигән, икенсегә өйләнгән, ә һеҙ сабыр ит тиһегеҙ. Нисек сабыр итергә, нисек? Өйрәтегеҙ! Минең йөрәгем күптән теткеләнеп бөткән. Мин бит уның өсөн, һөйгәнем өсөн йәшәнем. Шул һөйөү менән сабыр булдым, шул хисем мине аҡыллы итте. Мин хәҙер нимәгә таянырға тейеш. Минең таянысым ҡалманы, ошо хат минең өмөтөмдө үлтерҙе. Кеше үлмәйсә, өмөт һүнмәй, ти торғайны әсәйем. Өмөтөм һүнде, мин тере үлекмен бит, нимәгә йәшәргә, кем өсөн?...
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-06-28/m-gelek-a-ysh-bul-an-h-l-3828001
- Иреңде хөрмәт итеүең шулмы?
Иренең тос йоҙроғо Хәлиҙәнең баш осонда уйнаны. Шул арала көслө ҡулдар Хәлиҙәнең күкрәген ялмап алды, карауаттан күтәреп алып, әллә ҡайҙарға осорҙо. Башы өҫтәл тояғына бәрелеүҙән күҙҙәренә уттар күренде.
- Хисаметдин, туҡта… мин хәҙер, - тип үтенде. Ләкин сығарынан-сыҡҡан иренең күҙҙәре томаланған ине. Бына ул ҡулына эләккән ултырғысты алып, өҫтәл яғына киҙәнде. “Үлтерә, биллаһи үлтерә, - тигән уй башын ярып үтте Хәлиҙәнең, бар көсөн йыйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Ултырғыс гөрһөлдәп өҫтәл өҫтөнә төштө, бер нисә һауыт-һаба шылтырап иҙәнгә ҡойолдо.
- Кәнтәй, һин ҡайҙа? Үлтерәм!,- тип ажғырып бүлмәнән бүлмәгә югергеләне Хисаметдин. Тик Хәлиҙә тауыш бирмәне, тағы ла нығыраҡ йомарланды. Бына ире аш бүлмәһенә инде, шешәме, стаканмы сыңлағаны ишетелде. Моғайын, шешә төбөндә ҡалған араҡыны эсәлер. Ана алғы бүлмәгә сыҡты, диван шиғырҙаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан өйҙә тынлыҡ урынлашты. “ Йоҡланы шикелле”,- тип бер аҙ тынысланды Хәлиҙә. Ипләп кенә өҫтәл аҫтынан башын сығарып ҡараны, иренең йоҡлап китеүенә тамам инанғас, еңел тын алды,тик кире урынына барып ятманы, аяҡ остарына ғына баҫып, ишек яғына атланы.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-02-06/s-yer-atyn-4567784
— Эх, Әсҡәт, Әсҡәт, минең хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, иҫән дә булыр инең әле, бәлки, — тип ҡуйҙы ул эстән генә. — Белә инең бит минең яратҡанды, тик ҡайҙа инде беҙҙең һымаҡ ауыл быҙауына ҡарау, һиңә ҡала ҡыҙы кәрәк булды. Хәҙер, ана, икегеҙгә лә икешәр метр ер етте...
Әсҡәтте Мәфтуха бәләкәйҙән яратты. Ә унынсы синыфтарҙа уҡығанда уның йөрәгендә ысын мөхәббәт усағы дөрләй ине. Тик егет кенә уға ҡарата һалҡын булды. Күршеләренә ҡаланан ҡайтып йөрөгән, төҫкә-башҡа бик сибәр, үҙенә күрә аҡыллы ғына ҡыҙға күҙе төштө. Тегенеһе лә егеткә мөхәббәте менән яуапланы. Шулай ике арала оло хистәр хасил булып, дөрләне лә китте. Оҙаҡламай әсәһе буласаҡ киленен мендәргә баҫтырҙы, ауыҙына бал-май ҡаптырҙы. Өгөт-нәсихәтен бирҙе, йәштәргә бәхет, именлек теләне. Эшкә уңған егет күршелә генә буш торған урынға йорт күтәрҙе. Әсәһен дә үҙҙәренә күсерергә теләгән ине, уныһы: "Йәш саҡта, теләгәнсә йәшәп ҡалығыҙ. Миңә бында ла яҡшы. Ныҡлап ҡартайғас, Аллаһы бойорһа, алып ҡарарһығыҙ", — тине. Хәҙер үкенә лә бит Әсмә инәй, һуң инде
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-02-02/t-n-hik-y-3128355
Резеда әскелтем эсемлекте ирененә тейҙереп ултыртты.
Бер тамсы ла буяҡ күрмәгән балҡып янған йөҙ, дымлы ҡарағаттай күҙҙәр, хуш еҫ бөрккән дымлы сәстәре менән сафлыҡтың, ғиффәтлектең үҙе ине Резеда. Теләһә, күккә ашырыр, теләһә, йәнеңде йәһәннәмгә олаҡтырыр дәрәжәләге ҡыҙ икәнен егет аңлай. Йөрәге тулап тибә, тын алышы өҙөк-өҙөк.
– Мин һеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдым…
Һауалы ҡала егетенән бер нәмә ҡалмаған. Ул тәҡәтһеҙ булып, үҙен тыя алмаҫ дәрәжәгә етте. Ибәтәйһеҙ генә ҡыҙға тотондо, этәреп диванға йыҡты. Халат иҙеүе йырылып, пар алмаларҙағы нәфис төймәләр шаштырып ебәрҙе. Шуларға йомолдо.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-14/ush-y-ke-4686427
ҺАБАҠ Булған хәл
Әлфиәнең әле шундай тылсымлы, шундай бәхетле һәм сибәр мәле - бәпәй көтә. Йөҙөн тут алһа ла, зифанан да зифа буйы ҡалынайһа ла, сибәрем тип кенә тора бит ире лә.Йөрәк аҫтында тулап хәбәр биргән бәбекәйен тынысландырып һыйпап ала, оҙағыраҡ туламай торһа, ниңә тынып ҡалдың әле, тип бер аҙ хафаланып та ала. Уныһы әсәһенең шулай тип әйткәнен көтөп кенә торғандай йәнә иркә генә тибенеп ҡуя.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-11/aba-bul-an-h-l-4680672х
Ана шундай төндәрҙең береһендә ыңғырашыу, сыйылдау, һыҙланыу тауыштары ишетеп уянып китә дуҫым. Хәл өҫтөндә ятҡан кеше ыңғырашыуына оҡшаған була ул тауыштар. Кем булыр икән был? Бындай төпкөлдә төнөн берәйһе бәләгә тарығанмы әллә? Ул шулай һөйләнеп, тынлыҡҡа ипләберәк ҡолаҡ һала.
https://ejansura.ru/articles/ataisal/2026-05-07/ila-a-astar-4677460
– Һин, ҡыҙым, мине, инәй үҙең генә ултырғанда, гел илайһың, тиһең. Илайым шул. Һинең кеүек саф ҡыҙ саҡтарымды, йәшлегемде, тәүге мөхәббәтем Исмәғилемде һағынып илайым. – Инәй, ә Исмәғилеңде башҡа күрмәнеңме, ауылыңа башҡа барманыңмы? – тием.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-03/ashly-ar-yshy-4673211
Ә был ваҡытта ауылдың икенсе осонда үҙ ишек алдындағы ҡарҙа Мәймүнә үлем менән айҡаша. Берҙән-бер матур күлдәген, яңы һатып алған итеген кейеп, туйға йыйынып сығып барғанда уны көтә бәлә: буяулы һикәлтәнән тайып төшөп аяғын һындыра ла тора алмай.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-03/uryny-ishek-t-b-nd-ine-4673143
Аҫыл йәрем инең... Сәфинәнең дә ағаларына повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Кис еткәс, юлға йыйынғандарында, Сынтимер ҙә улар менән бер көндә һуғышҡа китә икәнен ишетеп ҡалған Сәфинә таң атҡансы илап сыҡты. Ағалары өсөн бер ҡайғырһа, һөйгән кешеһе өсөн йөрәге уғата әрнене. Исмаһам, Сәфинә үҙен өҙөлөп ярата икәнен дә белмәйенсә китәсәк бит!
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-07-06/a-yl-y-rem-ine-3329937
😥Байрам төнөндә шәхси йортта сыҡҡан янғында ике кеше һәләк булды...
Ут менән һаҡ булығыҙ!
https://ejansura.ru/news/proish/2026-05-03/a-buly-y-yan-ynda-ike-keshe-l-k-buldy-4673027
Repost from Аңлатабыҙ. Башҡортостан
+1
✍️ Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бара. Рус йәки башҡорт телендә хикәйә, эссе йәки очерк яҙырға кәрәк.
Темаһы – ишле ғаилә тормошо, ғаилә ҡиммәттәре һәм махсус операцияла ҡатнашҡан яҡын туғанына ярҙам.
Ижади эштең күләме – буш урындарын да иҫәпкә алып 10 000 баҫма билдәгә тиклем.
Тарихҡа ғаилә архивынан кәм тигәндә өс фотоһүрәт ҡушып һалырға кәрәк. Форматы – JPEG, үлсәме 300 dpi-нан кәм булмаһын.
Ғариза биреү ысулдары:
• электрон почта аша ye02@yandex.ru һәм r.ahmetvanova@fzo.gov.ru (тема бүлегендә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының хикәйәләр конкурсына» тип күрһәтергә кәрәк);
• шәхсән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат адресы буйынса.
Эштәр 2026 йылдың 26 июненә тиклем ҡабул ителә.
Ойоштороусылар: Рәсәй халыҡтар ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, «Йәшлек» гәзите редакцияһы.
Конкурс тураһында мәғлүмәтте – Башҡортостандан МХО геройҙары һәм уларға ярҙам итеүселәр хаҡындағы «Земля батыров» берләшмәһендә ҡарарға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Хәниәне танырлыҡ та түгел. Күп илауҙан шешенгән ҡыҙ әсәһенән башҡа бер кемде лә янына индермәҫкә тырыша. Йылмаяҡ Йәнифә еңгәһе генә, әмәлен табып, бикәсе тирәһендә ураңғылай:
– Өс тәүлек өс сәғәт түгел. Ошо ҡәҙәре ваҡытта машинала түгел, йәйәү килеп етерлек... Кеше артисҡа ышанамы? Бәғеркәйем, әрәм генә булдың...
– Вәғәҙәһендә тора бит ул! Әйттеме үтәй. Егетен нахаҡ һүҙҙәрҙән һаман араларға тырышыуы Хәниәнең.
– Тимәк, дүнгән... дүндергәндәр... И-и-и, матур ғына бикәсемде... Был тиклем дә кәмһетеүҙәргә нисек сыҙарһың... – Туҡтауһыҙ сөңкөлдәгән Йәнифә сыҡмаған күҙ йәшен алъяпҡысына һөрттө.
Былай ҙа саҡ түҙеп, кеше күҙенә күренергә оялған ҡыҙға еңгәһенең һүҙҙәре утҡа кәрәсин өҫтәүгә тиңләште. Хәниә ялт итеп сәғәткә күҙ ташланы, минут эсендә кейенде. Матур сумаҙанды алып, ихатаға атылды. ЗАГС-ҡа алып барырға ал-ҡыҙыл таҫмалар, төрлө ҡыуыҡтар менән биҙәп әҙерләнгән еңел машинаға нисек инеп ултырғанын иҫләмәй. Йәнтәслимгә сигнал төймәһенә баҫҡаны, аптырауҙан йүгереп килеп еткән шоферға әллә ниндәй ят тауыш менән әмер биргәне хәтерендә:
– Поезд китергә илле минут ваҡыт бар. Ярты сәғәттә станцияға алып барып еткер!
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-02/statya-bez-zagolovka-4672879-4672879
Repost from Радий Хабиров
Сегодня в Башкортостане – День поминовения и почитания. Каждый год, обычно в майские выходные, мы создаем дополнительные условия для того, чтобы наши жители могли приходить на кладбища. Организуем дополнительный транспорт, вывоз мусора, проводим субботники.
Я тоже решил побывать на могилах своих близких. Едем с супругой в Ишимбайский район. Заодно посмотрим, как преобразился город. В последнее время здесь появился целый ряд новых интересных объектов.
Всем хороших выходных!
Танышыуҙарының өсөнсө көнөндә ҡыҙ егеттең күҙҙәренә тура ҡарап:
- Һөйәһеңме? – тине наҙлы ла, иркә лә тауыш менән. Бер күреүҙә үк үлеп ғашиҡ булған егет башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ уның муйынына һырылып, үҙенә тартты. Ирен менән ирен ҡушылды. Тән менән тән дә ҡауышты ул кисте. Ә бер айҙан никах уҡытып, егет ҡыҙҙы өйөнә алып та ҡайтты.
Өҙөлөп ярата ине Самат Гөлдәрҙе. Мөхәббәтенә тилереп, ен урынына колхозда эшләп йөрөгән еренән кәләше уны ҡалаға тартты. Үҙе ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһына эшкә урынлашты, ә Самат курстарҙа уҡып сығып, нефтсе булып китте. Бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы уларҙың.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-01-18/m-h-bb-tem-uyynda-y-yylan-4539787
🎉✨Башҡортостанда һабантуйҙар ҡасан үтәсәге билдәле булды. 54 районда ла билдәләнәсәк халыҡ байрамдары 30 майҙа башлана һәм 18 июлдә тамамланасаҡ. Ейәнсурала һабантуй 6 июндә үтәсәк.
Тулы график менән сайтта таныша алаһығыҙ. 👇🏻👇🏻👇🏻 https://ejansura.ru/news/m-ni-t/2026-05-01/kogda-v-rayonah-bashkirii-proydut-sabantui-v-2026-godu-polnyy-grafik-4672091
Гөлөбөҙҙән беҙҙе осоусы капитан айырҙы. Был сибәр азербайжан егете, күктән төшкәндәй, ҡапыл ғына килеп инде лә, диплом яҡларға өс-дүрт ай самаһы ғына ҡалыуына ҡарамаҫтан , Зәйтүнгөлдө үҙе менән алып та китте. Ҡасан танышып, ҡасан һөйләшеп өлгөргәндәрен дә һиҙмәй ҡалдыҡ.
Беҙҙең тормошобоҙ юлында яҡты йондоҙҙай балҡып, ҡапыл юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы миңә лә, бергә уҡыған башҡа иптәштәремә лә оҙаҡ йылдар билдәһеҙ булып ҡала килде.
Һәм бына ҡапыл ғына булып уҙған осрашыу…
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-06-16/ng-n-g-l-3302929
Улай ҙа була икән...
Был сәйер хәл тураһында яҙма интернет киңлектәрендә килеп сыҡты. "Был хәлгә егерме йылдарҙан ашыу ваҡыт үтте. Шулай кисләтеп, район үҙәге Иҫәнғолға ҡайтып киләбеҙ, халыҡ телендә көтөү ҡайтҡан саҡ. Таҙлар тигән ауылдың күперенә етәрәк бер боролмаға машина үрләй башланы һәм иптәшем ҡапыл ғына рулде һул яҡҡа тартып бара башланы. Мин, нимә тип һул яҡҡа бораһың, ул яҡтан бармайҙарҙаһа, тип әйтеп тә өлгөрмәнем...
https://ejansura.ru/articles/tormosh-aba-y/2022-10-13/ulay-a-bula-ik-n-2988128
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
