fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
+17 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
Хәйерле иртә, дуҫтар! Халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыйып йәшәйек! 💕 Видеола: Әбйәлил йәштәре.

Лаҡлы мәмерйәһе, Салауат районы, Башҡортостан Республикаһы 📌 Мәмерйә карбон дәүеренең һуңғы ултырмаларында барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр уның тураһында билдәле сәйәхәтсе Петер Симон Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышев мәмерйәне ентекле тасуирлап яҙа, ә 1914 йылда уны археолог С.И. Руденко өйрәнә. Лаҡлы мәмерйәһе горизонталь залдар һәм 321 метр оҙонлоҡтағы, уртаса 19,5 метр киңлектәге, 5 метр бейеклектәге галереяларҙан тора. Мәмерйәгә инеү урыны Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 метрға өҫтәрәк урынлашҡан. Мәмерйәлә ярғанаттар күпләп йәшәй. 📍 Координаттары - 55.192988, 58.523594 Видео: "Красивые места Урала" төркөмөнән.

🏃‍♂️🏃‍♀️🏋 Көрәш һарайында халыҡ-ара кимәлдәге тәүге ярыш уҙғарыла! Бөгөн Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһының беренсе президенты Р. Ф. Ғайнанов иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара ярыш башланды. Ә 24 декабрҙә Көрәш һарайы келәмдәренә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя кубогында ҡатнашыусылар команда ярыштарына сығасаҡ. Билбау көрәше буйынса бөтәһе 14 илдән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.🌍 🎟Бөтә ярыштарға ла инеү бушлай.

ТУҠТА МӘЛ! Тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡты күрә белергә генә кәрәк. Еләкташ тауы. Белорет районы. Фото: Алексей Клековкин.
+6
ТУҠТА МӘЛ! Тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡты күрә белергә генә кәрәк. Еләкташ тауы. Белорет районы. Фото: Алексей Клековкин.

🍃Ғүмер аҙағында ғына күптәр уның ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала. 🍂Ғүмер ҡыҫҡарға
🍃Ғүмер аҙағында ғына күптәр уның ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала. 🍂Ғүмер ҡыҫҡарған һайын, эшләнмәгән эштәрең арта, пландар күбәйә. 🍃Әҙәмсә йәшәй башлағайным, саҡ йәшәү мәғәнәһен һәм йәмен тапҡайным, ғүмер аҙағы ла килеп еткән, имеш, тигән ти бер дәрүиш. 🍂Гел иртәгә тип йәшәп, иртәгәнән мәхрүм ҡалма. Иртәгәһен өмөт итеп, бөгөнгөһөнән буш ҡалма. 🍃Үткәндән һабаҡ алмай, хәҙергенең ҡәҙерен, киләсәктең маҡсатын белеп булмай. "Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.

БЕҘҘЕКЕЛӘРГӘ ЕТЕҮСЕ БУЛМАҒАН! Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факульт
БЕҘҘЕКЕЛӘРГӘ ЕТЕҮСЕ БУЛМАҒАН! Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Бейеүсе баш ҡала" Бөт Рәсәй Яңы йыл конкурсында еңеү яулаған. Коллектив Санкт-Петербург ҡалаһында үткән конкурстың "Милли традицияларҙы һаҡлау" номинацияһында Гран-при алған.
"Афарин, йәштәр, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ! Факультеттың "Йәшлек" бейеү ансамбленә (етәкселәре - Илнар Байбулов, Наҙгөл Исхаҡова) артабан да уңыштар юлдаш булһын!"
- тип яҙған факультеттың деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина. ҠОТЛАЙБЫҘ!🌹

Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында Чайковский. Әйткәндәй, алғараҡ баҫып, ҡурайҙа моңло уйнаған йәш кеше - Морат Йәноҙаҡов БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

⭐⭐МУСА ГӘРӘЕВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ⭐⭐ Бөгөн Илеш районында легендар осоусы-штурмалаусы, республикабыҙҙа берҙән-бер ике тапҡыр Совет
+3
⭐⭐МУСА ГӘРӘЕВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ⭐⭐ Бөгөн Илеш районында легендар осоусы-штурмалаусы, республикабыҙҙа берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды. ⭐Һәйкәл М12 “Көнсығыш” федераль трассаһының Иләкшиҙе ауылы эргәһенән үткән яңы участкаһы буйында ҡуйылды. Геройҙың улы Евгений Гәрәев Башҡортостан Башлығына, автомобиль юлы эшсәндәренә һәм скульпторға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, был һәйкәл уның атаһына ғына түгел, барлыҡ батыр летчиктар иҫтәлегенә булыуын билдәләп үтте. ⭐Һәйкәл авторы – Рәсәй скульпторы Андрей Молчановский. Уның билдәле эштәре араһында Балтийск ҡалаһында батшабикә Елизавета Петровна, Мәскәүҙә маршал Сухоруков, Ҡырым Республикаһында МХО геройҙарына арналғандары бар. ⭐4 метрлыҡ фигураны һындандырыу өсөн скульптор бронзаны ҡулланған, ә 11 метрлыҡ стеланың йөҙлөгө тутыҡмай торған тимерҙән, уның осонда баҡырҙан ИЛ-2 самолетының күсермәһе - ҡанаттары 3,6 метрлыҡ. “Муса Ғайса улы 23 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була. Ул һуғыштан һуң да республикабыҙға, патриотик тәрбиә биреүгә күп көс һалды. Халҡыбыҙ уны бик ярата һәм хөрмәт итә. Уның турала хәтирәләрҙе лә һаҡлайҙыр. Ә һәйкәл бик матур килеп сыҡҡан һәм урыны ла яҡшы һайланған. Был бит, асылда, Башҡортостанға ингән урын. Барыһы ла Башҡортостан – геройҙарҙың тыуған ере икәнен аңлаясаҡ. Бик ҡәнәғәтмен. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ 65 километрлыҡ яңы урау юлды асабыҙ. Бөгөн буранлап торһа ла, кәйеф күтәренке”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантана барышында сығыш яһап. ⭐Әйткәндәй, яңы юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә. Фото: Башинформ.

24 декабрь сәғәт 20:30-ҙа БСТ телеканалында "БЕТЕY" фильмы күрһәтелә.

😍Бындай ҡупшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡайҙа көтә тиһегеҙме? 😍 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында! Театр
+5
😍Бындай ҡупшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡайҙа көтә тиһегеҙме? 😍 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында! Театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, 21 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Яңы йылға арналған спектаклдәр осоро башланған. Бында В. Коростылев әҫәре буйынса балалар өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡуйылған "Әкиәт илендә мажаралар" спектакле көнөнә 2-3 тапҡыр уйнала.
"Быйыл Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға яңы кейемдәр тектерҙек. Кейемдәр айырыуса зауыҡлы килеп сыҡты - башҡорт милли колориты менән. Барығыҙҙы ла театрға саҡырабыҙ!"
- тип яҙған шәхси сәхифәһендә Иршат Фәйзуллин.

Офоҡтарҙа ни күренә? Видео: Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова

Шәһит Хамматов менән «Тел биҫтәһе» проекты дауам итә Беренсе сығарылыш «Аҡса» темаһына арналған. Рәхим итеп ҡарағыҙ! Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грантына тормошҡа ашырыла.

МХО яугиры Салауат Юлдыбаев юғары исемгә лайыҡ булды Йырсы, фольклорсы, республика һәм Рәсәй конкурстары лауреаты Салауат Юлдыбаев «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы менән бүләкләнде. Награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Салауат Ейәнсура районының Ағурҙа ауылынан. Видео: "Йыры булһын бүләгем" төркөмөнән.

МХО яугиры Салауат Юлдыбаев юғары исемгә лайыҡ булды Йырсы, фольклорсы, республика һәм Рәсәй конкурстары лауреаты Салауат Юлдыбаев «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы менән бүләкләнде. Награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Салауат Ейәнсура районының Ағурҙа ауылынан. Видео: "Йыры булһын бүләгем" төркөмөнән.

Видео:Рәмзилә Арғынбаева-Ишбулатова

Башҡорт Аты йәнһүрәттәренең 3-сө серияһы ат көсөнә бағышланған. Бәләкәстәргә күрһәтегеҙ 😉

Ииий, инде шул малҡайҙарҙы! ❤️❤️❤️ Йәтештәр ивет? Баймаҡ районында башҡорт аты йәрминкәһе гөрләй. Был саранан күренештәр менә
+6
Ииий, инде шул малҡайҙарҙы! ❤️❤️❤️ Йәтештәр ивет? Баймаҡ районында башҡорт аты йәрминкәһе гөрләй. Был саранан күренештәр менән "Һаҡмар" район гәзите бүлешә.

📌1812 йылғы Ватан һуғышы осорона арналған күргәҙмә – Өфөлә! 🎨БР Милли музейында Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Михаил Воро
+5
📌1812 йылғы Ватан һуғышы осорона арналған күргәҙмә – Өфөлә! 🎨БР Милли музейында Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Михаил Воронов-Кушаковскийҙың “Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй” тип аталған күргәҙмәһе асылды. 🎨Рәссам 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылғы сит илдәргә походтарҙа ҡатнашҡан Көньяҡ Урал халыҡтарының, бигерәк тә башҡорттарҙың, ҡаһарманлығын һүрәтләй. 🖼Күргәҙмә 2025 йылдың 19 ғинуарына тиклем эшләй. 📌Әйткәндәй, рәссам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белгегеҙ килһә, уның менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне "Киске Өфө" гәзитендә уҡый алаһығыҙ.

Башҡорт донъяһы - آمار و تحلیل کانال تلگرام @bashkortom