fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
617
مشترکین
-224 ساعت
-27 روز
-430 روز
آرشیو پست ها
🔥 Бөгөн Сәғиҙулла Байегеттең тыуған көнө икән.
Ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ!
Ә һеҙҙең иғтибарға уның яңы клибын тәҡдим итәбеҙ.

📌 Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы осоронда Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Беренсе” полио
+2
📌 Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы осоронда Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Беренсе” полиолимпиадаһы үткән. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡыусылар башҡорт теле, рус теле, математиканан белемдәрен һынаған һәм гимназия тормошо менән яҡындан танышҡан. Ә инде йомғаҡлау сараһында өс предметтан да юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңгән уҡыусыларға диплом, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Һәләтле балалар тиҫтерҙәрен матур йыр-бейеү менән ҡыуандырған. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌Йәрминкәгә барығыҙ! 3-5 апрелдә Башҡортостандың 29 районы һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола. Уларҙа үҙебеҙҙ
📌Йәрминкәгә барығыҙ! 3-5 апрелдә Башҡортостандың 29 районы һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола. Уларҙа үҙебеҙҙә етештерелгән яҡшы сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Йәрминкә адрестары БР Сауҙа министрлығы төҙөгән исемлектә килтерелгән. 📍Өфөлә йәрминкәләр 4 һәм 5 апрель көнө үтә. Беҙ МАХ-та

📌 AY YOLA төркөмө Төркиәнең TRT AVAZ халыҡ-ара каналында сығыш яһаған. Төркөм Науруз байрамы һәм телеканалдың 17 йыллығына а
+1
📌 AY YOLA төркөмө Төркиәнең TRT AVAZ халыҡ-ара каналында сығыш яһаған. Төркөм Науруз байрамы һәм телеканалдың 17 йыллығына арналған махсус концертта ҡатнашҡан.
"Анкаранан тура эфирҙың 30-ҙан ашыу ил тамашасыһы ҡараны. Беҙҙең музыка халыҡ-ара сәхнәлә яңғыраны һәм тамашасыны башҡорт мәҙәниәте, "Урал батыр" эпосы менән таныштырҙы. Концерттан һуң Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән һөйләшеү мөмкинлеге булды. Ул беҙҙең ижадты юғары баһаланы. Осрашыу йылы, ҡурай моңона сорналып үтте",
- тип хәбәр итә AY YOLA. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр ваҡыт яңы белемгә ынтылып йәшәгеҙ. Көнөгөҙ файҙалы үтһен ☀️
Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ,
ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр ваҡыт яңы белемгә ынтылып йәшәгеҙ. Көнөгөҙ файҙалы үтһен ☀️ 📍 Өфө фән һәм технологиялар университеты (элек Башҡорт дәүләт университеты) бинаһы. Юғары уҡыу йортоноң төп бинаһы 1953 йылда төҙөлә башлай һәм 1958 йылда төҙөлөш тамамлана. Уны билдәле башҡорт архитекторҙары, ағалы-ҡустылы Барый һәм Сәмиғулла Кәлимуллиндар проекты буйынса эшләйҙәр. Фото: Степанов Слава.

📌 Шәп яңылыҡ! Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә шәп яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, дуҫтар. 🔥 5 апрелгә тиклем "Китап" магазинынд
📌 Шәп яңылыҡ! Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә шәп яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, дуҫтар. 🔥 5 апрелгә тиклем "Китап" магазинында нәшриәттең балалар өсөн баҫмаларына 15 процент ташлама. Был акция Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы сиктәрендә ойошторолған. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Агния Бартоның тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала. 📍 "Китап" нәшриәтенең магазины Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.

📌 Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар исемлеге билдәле булған. Быйыл Башҡортостан 23-27 июндә илдең 80 төбәге
📌 Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар исемлеге билдәле булған. Быйыл Башҡортостан 23-27 июндә илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу кешене бергә туплаған сараны ҡабул итә.
Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 86 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 78 ижади коллектив һәм 8 яңғыҙ башҡарыусы килә.
Сарала 10-18 йәшлек балалар ҡатнаша һәм улар үҙҙәре йәшәгән төбәктең халыҡ ижадын "Халыҡ йыры", "Халыҡ бейеүе", "Халыҡ уйын ҡоралдары", "Традицион мәҙәниәт" номинацияларында күрһәтәсәк. Байрам программаһы бик бай буласаҡ. Сығыштарҙан тыш, балаларға төрлө экскурсиялар, урындағы коллективтар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Киске уйынға һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына барасаҡтар. 🔥 Башҡортостан намыҫын Баҡалы районынан Азамат Ханнанов, Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылынан Әнүәр Вәхитов, Өфө ҡалаһының ҡурайсылар өлгөлө ансамбле, Шамонино ауылынан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Күмертау ҡалаһынан "Зоренька" өлгөлө урыҫ йыр ансамбле яҡлаясаҡ. Беҙ МАХ-та

📌 Былтыр Ҡытай халыҡ республикаһында үткән Яҙ фестивалендә ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен танытып ҡайтҡан "Аманат" бейеү ансамбле бер йылдан һуң шул минуттарҙы яңынан хәтергә төшөрә. Улар менән беҙ ҙә тағы бер ҡат йәштәребеҙгә һоҡланайыҡ, тәьҫораттарын тыңлайыҡ әле 😉 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Ҡаҙ ҡаҡлап ҡарағанығыҙ бармы? Ә бына бик уңған "Ауыл хужабикәһе" Альбина Байгилдина эшләй һәм бик оҫта - тормош иптәше лә ихлас ярҙам итә.

📌 17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа. Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) БЮТ каналында тура эфирҙа башла
📌 17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа. Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар. Диктантты онлайн 17 апрель сәғәт 23:59-ға (Өфө ваҡыты) тиклем яҙырға була. bashdictant.ru сайтында бының өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ. 💎 Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын «МАКС»ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтында шәхси сәхифә аша ебәрегеҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

☀️ Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә хәйерле иртәне файҙалы шиғырҙарҙан башлайыҡ әле, төркөмдәштәр. Эйе, бөгөн - 2 апрелдә - б
☀️ Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә хәйерле иртәне файҙалы шиғырҙарҙан башлайыҡ әле, төркөмдәштәр. Эйе, бөгөн - 2 апрелдә - билдәле Дания балалар яҙыусыһы Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөндә бына шундай әһәмиәтле байрам билдәләнә. Уны ойоштороусылар яҡшы китаптар уҡырға кәрәк, был йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, тип иҫәпләй. ❓ Ә һеҙ балаларығыҙға китаптар уҡыйһығыҙмы һәм уларҙы китап уҡырға ылыҡтыра алдығыҙмы? БАЛ ҠОРТО Көнө буйы тынғы белмәй, Бигерәк уңған бал ҡорто. Шулай уңған булған өсөн Бал менән тулы йорто. ҮРМӘКСЕ Әсәйҙең күҙлеген кейеп, Булам әле күрмәксе: Нисек үрә икән ауын Мөйөштәге үрмәксе? СИҢЕРТКӘ ЙӘШЕНМӘК УЙНАЙ Йә, кемегеҙ сиңерткәне Ябай бөжәк тип уйлай? Тәпәйе менән тыңлай ул, Ҡанаты менән йырлай. Йәшел үләнгә боҫа ла, Оҙон көн буйы йырлай: Әллә дуҫтарын саҡыра, Әллә йәшенмәк уйнай. ҠЫРҒАЯҠ Ҡырғаяҡты «ҡырғаяҡ» тип Атағандар бит юҡҡа: Күпме һанап ҡараһам да, Тәпәйе тулмай ҡырҡҡа. ЭНӘҒАРАҠ Эленеп кенә торғандай Күл өҫтөндә энәғараҡ, Вертолеттай осоуына Fәжәпләнеп торам ҡарап. АНТЕННАҺЫ БАР «Сәңгелдәк»кә өлгөрәм, тип Тиҙ-тиҙ шыуыша ҡусҡар. Телевизор ҡарар өсөн Уның антеннаһы бар! Рәмзәнә ӘБҮТАЛИПОВА "Беҙ-Беҙ-ҙ-ҙ бөжәктәр" китабынан.

Йырҙы бер шиғри юлына ҡарап белә алдығыҙмы? "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале быйылғы ҡатнашыусыларын көтә. Ҡатнашығыҙ 🔥 Беҙ МАХ-та

📌 Волга буйы федераль округында Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән килгән. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән төбәктең үҫеш темптары буйынса фекер алышҡан. Шулай уҡ округта яңыраҡ асылған иң ҙур белем усағы - 164-се Белем биреү үҙәген, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалын һәм предприятиеларҙы барып ҡарағандар.
💯 "Беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадыбыҙҙың торошо, төп күрһәткестәр дөрөҫ юҫыҡта барабыҙ һәм артабан да һынауҙарға әҙербеҙ, тиергә мөмкинлек бирә. Социаль инфраструктура ла йылдам үҫешә - халыҡҡа кәрәкле объекттарҙы төҙөкләндереүҙе һәм төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Игорь Анатольевичҡа эшебеҙҙе юғары баһалауы, республикаға ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәт",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Беҙ МАХ-та

📌Полилингваль гимназияла башҡорт тирмәһе асылған. "СМАРТ" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында "Тамырҙар"
+4
📌Полилингваль гимназияла башҡорт тирмәһе асылған. "СМАРТ" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында "Тамырҙар" проекты сиктәрендә ысын башҡорт тирмәһе ишектәрен асҡан. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырыла.
💯 "Этнокабинет булдырыу - ул телде өйрәнеүҙең заманса форматына күсеү. Беҙ классик кабинет системаһынан мәҙәни мөхиткә сумып уҡытыуға күсәбеҙ, был белем биреүҙе күпкә һөҙөмтәлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә. Этнокабинетта һәр нәмәгә ентекле иғтибар бүленде, айырыуса күргәҙмәгә - милли кейемдәр, ҡулдан һуғылған келәмдәр, милли һауыт-һабаға. Уҡыусылар хәҙер тарихты өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уны тотоп ҡарай ала",
- ти ойоштороусылар. Тирмәне асыу тантанаһында БР Башлығы Гранттары фонды генераль директоры урынбаҫары Лилиә Ишмәкова, Алтай һәм Бүрәт республикаларынан" Ағиҙел" олимпиадаһына килгән вәкилдәр ҡатнашҡан. Проект етәкселәре - "СМАРТ" коммерция булмаған ойошма директоры Анастасия Вилданова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Сафиуллина. Беҙ МАХ-та

Мәшәҡәтле, әммә көтөп алған яҙҙың иң йәмле мәлдәре етте.
Бына ҡайһы бер өлгөр хужабикәләрҙең үрсентеләре лә әҙер. ❓ Ә һеҙ нимә сәсәһегеҙ, ҡасаныраҡ ултыртаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, баҡса эштәре тураһында һөйләшеп алайыҡ! Видео: Лилиә Ханова. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 "Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!" - Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса яңы фильм донъя күрҙе. 30 мартта Өфөләге "Ватан" кинотеатрында
+5
📌 "Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!" - Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса яңы фильм донъя күрҙе. 30 мартта Өфөләге "Ватан" кинотеатрында уны тәүге тамашасылары ҡараны. Был тулы метрлы фильм Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" кинотеатрында төшөрөлгән. Режиссеры - Вилюрә Иҫәндәүләтова. Сараға ике залды тултырып мәҙәниәт, кино, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр һәм, әлбиттә, балалар йыйылған.
💯 "Мин был фильмды балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем менән ҡарар көн тураһында хыялланам, ул ваҡытҡа йәш актерҙар танылыу яулар һәм үҙҙәре лә атай-әсәй булыр",
- ти Айгиз Баймөхәмәтов. 📍 70 минутлыҡ драма Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәренә Мәғәфүр Тимербулатов сценарий яҙған. Быға тиклем документаль фильмдары менән Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған Вилюрә Иҫәндәүләтова өсөн был проект - уйын киноһы донъяһына тәүге ышаныслы аҙым. Беҙ МАХ-та

📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау нисек бара? Батырыбыҙҙың һәйкәле бик насар торошта булған. Сөнки ул ҡойолған суйындың сифаты түбән. Әлеге көндә белгестәр бик һаҡ ҡына эшләй. Һәйкәлде 2027 йылдың көҙөнә урынына кире ҡуясаҡтар. Әлегә Өфөләге реставрация эштәре башҡарылған цехта хәлдәр нисек, һәйкәлде нимә эшләтәләр тулыраҡ - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышын ҡарағыҙ. Беҙ МАХ-та

Көлкө көнө менән! 😸 Хужа Насретдин баҙарҙан ҡайтышлай бер янсыҡ аҡса тапҡан. Уны өҫкә күтәреп: - Кем аҡса юғалтты? - тип ҡыс
Көлкө көнө менән! 😸 Хужа Насретдин баҙарҙан ҡайтышлай бер янсыҡ аҡса тапҡан. Уны өҫкә күтәреп: - Кем аҡса юғалтты? - тип ҡысҡырған. Халыҡ араһынан бер ярлы сығып: "Был аҡса минеке", - тигән. Ә икенсе бер бай алға сығып: "Юҡ, был янсыҡ минеке", - тигән. Хужа байға ҡарап: - Дөрөҫөн әйт, был янсыҡ ысынлап та һинекеме? - тип һораған. Бай был һорауға бик шатланып: - Дөрөҫөн әйтәм, Хужа, янсыҡ минеке, - тигән. - Улайһа мә, бай, ал! Янсыҡ һинеке, аҡса ярлыныҡы, - тигән, ти. Беҙ МАХ-та

Илдәге иң яҡшы кампустарҙың береһе - Башҡортостанда буласаҡ 🔥 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Вуз-ара студенттар кампусында барған төҙөлөш эштәрен даими контролдә тота. Бөгөн дә ул кампусҡа инеп сыҡҡан һәм вәғәҙә иткәнсә, быйылғы йыл аҙағына төҙөлөштө тамамларбыҙ, моғайын, ти. Кампуста 4150 кеше урынлаша аласаҡ. Бында ябай ятаҡ түгел, ә студенттар өсөн ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле мөхит булдырыла.
💯 "Бында үҫеш, һәләтеңде тормошҡа ашырыу өсөн ҙур майҙансыҡ буласаҡ. Спорт, ял итеү, ғаиләле студенттар өсөн балалар баҡсаһы кеүек урындарҙы алдан хәстәрләйәсәкбеҙ. Бәлки, был бик тыйнаҡ түгелдер. Әммә мин ысынлап та беҙ илдәге иң яҡшы кампустарҙың береһен төҙөйбөҙ, тип иҫәпләйем. Республикабыҙҙан һәм башҡа төбәктәрҙән абитуриенттарҙы Башҡортостан вуздарына саҡырам!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. Беҙ ҙә килешәбеҙ, ғәләмәт шәп проект бойомға ашырыла. Уның уңышлы эшмәкәрлеген тиҙерәк күрергә насип итһен 🔥 Беҙ МАХ-та

📌 "Дуҫтар" тапшырыуында ҡунаҡта - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Урал Таһир улы бала сағында кем булырға хыялланған, Аҡ йортта төшкө аш күпмегә төшә һәм ни өсөн яһалма зиһенгә башҡорт телен өйрәтергә кәрәк? Был һәм башҡа бик ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмәне рәхим итеп ҡарағыҙ👍 Тулыһынса һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-233002662_456239100?list=f4801e0b50b9c44bcf Беҙ МАХ-та