617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
📌 Мырҙалар ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйыла,тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы төркөмө.
Йыйын 6 февралдә Салауат районы Арҡауыл ауылы мәҙәниәт йортонда үтә.Унда ғалимдар, этнографтар ҡатнашлығында ырыу тарихы, мәҙәниәтен барлауға, киләсәккә аныҡ мәсьәләләр ҡуйыуға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторола. 📍 Мырҙалар ырыуы башҡорттары Салауат районының Ташауыл, Арҡауыл, 1-се Иҙелбай, 2-се Иҙелбай, Күҫәләр, Мәхмүт, Бишәүҙәр, Яубүләк, Көҫәпәй, Мәсетле, Ахун, Илтәй, Мөсәт, Янғантау һәм Комсомол ауылдарында йәшәй. 💯Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та мырҙалар ырыуы башҡорто.
+2
📌 Бөгөн Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Нинель Юлтыеваның тыуыуына - 100 йыл.
Ул 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған.Нинель Юлтыева балет артисы, педагог, балетмейстер. Ул ҙур ҡаршылыҡтар менән Ленинград хореография училищеһын, Ленинград консерваторияһын тамамлай - атаһы, күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист Дауыт Юлтый репрессияға эләгә, әсәһе Фатима 10 йылға төрмәгә ебәрелә. Бына шундай ауыр яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һөнәри юлын 1941 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булараҡ башлай. Артабан оҙаҡ йылдар Ҡаҙанда, Ленинградта, Ҡаһирәлә, Каракаста эшләй. 💥Нинель Юлтыеваның исеме пролетариат юлбашсыһы Ленин фамилияһынан алынған. Дауыт Юлтый 1921 йылда башҡорт делегацияһы составында 9-сы Бөтөн Рәсәй Советтар съезына барғанда Владимир Ильи менән осраша һәм ҡанатланып ҡайтып, ҡыҙына шундай үҙенсәлекле исем ҡуша. Нинель Юлтыева 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
+1
❓Был малайҙар нимәлә йөрөй, кем белә? Һеҙ йөрөнөгөҙмө?
Был бик ҡыҙыҡ фотоны Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында 2009 йылда фоторәссам Иштимер Йосопов төшөрөп алған, тип яҙа райондың "Осҡон" гәзите.
Хәйерле иртә! ☀️
+1
❓Мамонттың һуҡҡы тештәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргегеҙ киләме?
✅"Шүлгәнташ" музейына барығыҙ!
Был табылдыҡтар музейға һаҡлауға һәм күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн алып киленгән. Уларҙы яҡут мәңге туңлығынан тапҡандар.🔥Һуҡҡы тештәр 3,87 м. һәм 3,69 м. оҙонлоҡта, ауырлыҡтары 160 кг-нан ашыу. Мамонттар Ер йөҙөндә 40 мең йыл элек йәшәгән. Беләһегеҙҙер, Шүлгәнташ мәмерйәһендә уларҙың һүрәттәре бар.
"Ышаныс күрһәткәне өсөн коллегабыҙ һәм яҡташыбыҙ Руслан Ишмөхәмәтовҡа айырыуса рәхмәтемде белдерәм. Табылдыҡты күрһәтеү өсөн "Шүлгәнташ"ты һайлау - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Музейҙың ижади бүлеге махсус күргәҙмә әҙерләгән арала Мәскәү дәүләт университеты ғалимдары мамонттың ДНК-һын өйрәнә. Яҙғыһын уның тураһында күберәк мәғлүмәт беләсәкбеҙ",- тигән Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. 📍 Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары был шәп ҡомартҡыны яҡын арала барып күрә аласаҡ. "Шүлгәнташ" музейы Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан.
+1
Беҙҙең егеттәр - донъя чемпиондары 🔥
Фехтование буйынса Туниста үткән донъя Кубогында Өфө егеттәре Әмир Фәхретдинов һәм Ростислав Хамдамов команда беренселегендә еңеү яулаған.
💥Улар Мысыр, Ҡытай һәм Бөйөк Британия командаларын ышаныслы еңгән.
Әйткәндәй, Әмир һәм Ростислав айырым сығыштарҙа ла һынатмаған - алтын өсөн үҙ-ара ярышып, береһе алтын, икенсеһе көмөш миҙал яулаған. Башҡортостан спортсылары на тиңләшеүсе табылмаған, тигән һүҙ был 👏
Егеттәрҙең тренеры - Тимур Арыҫланов, улар Өфөлә 2024 йылда асылған Фехтование үҙәге базаһында шөғөлләнә.
"Беҙ булдырған инфраструктура ярҙамында донъя спортында яңы йондоҙҙар ҡабыныуы мөһим. Был әле башы ғына, тип ышанам",- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Рапирасы егеттәребеҙгә лайыҡлы наградалар тапшырғанда Рәсәй Гимны яңғыраған. Афариндар, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ! 🫶
Өфөлә лә байрам булды! 🔥
"Толоп" фестивале ойошторолдо.Саранан күренештәр һәм тулыраҡ мәғлүмәт - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында.
+9
📌 Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында "Самауырым - еҙ аяҡ, тирә-яғы сынаяҡ" исемле самауыр байрамы үтте, тип хәбәр итә "Таң" гәзите.
"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала төрлө ауылдарҙан 12 команда ҡатнашҡан.Һабантуйҙа кеүек гөрләп торған был көндә ауыл урамы - самауырҙарҙың ниндәйе генә юҡ, өҫтәлдәр милли аш-һыуҙан һығылып тора, йыр һәм таҡмаҡ әйтеүселәр ҙә табылған. Еңеүселәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмай - бөтәһе лә лайыҡлы. 🏆Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәтенең "Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары" командаһы - Гран-при. 🥇Ғәҙелгәрәй ағинәйҙәренең "Сәйхурҙар" командаһы; 🥈 Исламбайҙан "Исламбай һылыуҙары", Кейекбайҙан "Йырлы самауыр" командалары; 🥉"Байназар самауырҙары", "Ҡәйнәләр самауыры"(Мәндәғол), "Самауырлы тимербикәләр" (Тимер) командалары.
ТАҢ АТА
Таң ата, таң ата,
Ниндәй шәп тамаша.
Уйнаған нурҙарҙан
Күҙҙәрем ҡамаша.
Таң ата, таң ата
Күк тауҙар яғынан:
Ал таңдар атҡанда
Мин һине һағынам.
Әле лә иҫемдә
Томанлы бер иртә.
Хәтерҙән ебәрмәй,
Үткәнгә гел илтә.
Йәшендең томанда —
Шул яҡта күҙҙәрем.
Өмөттәр ҡалдырып,
Юғалды эҙҙәрең.
Томандар таралды
Күк тауҙар һыртына.
Мин барам һаман да
Эҙҙәрең артынан.
Рәмил ҠОЛДӘҮЛӘТ.
💙Хәйерле иртә! Шаҡайҙың тәүге эш аҙнаһы уңышлы үтһен!
+4
...Оло хистәр, ҡайнар кисерештәр
Ҡуҙғытмай ул дәһшәт даръялай,—
Ер тәнендә тере бер тамырҙай,
Таналығым йәшәй донъяла...
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
(шиғырҙан өҙөк).
📍Фотола: Хәйбулла районы, Таналыҡ йылғаһы.
Хәйерле шаҡай иртәһе! 🩵
2026 йылдың беренсе айы шулай тиҙ арала үтеп тә китте, шаҡай - буранлы февраль айы дилбегәне үҙ ҡулына алды.
Яҡшылыҡтар менән генә килһен яңы ай! 🫶📍 Белорет районы, Абарашбаш тауы. 🗻Абарашбаш - Әүәләк һыртының иң юғары нөктәһе - 1292 метр.
Ҡараңғы булһа ла, күңелдә яҡты был күренештән 🥰Ҡышҡы киске ауыл ❄️ Видео: Салауат Юнысов.
📌 Өфөлә #ӨЙҘӘ (#ДОМА) фестивале үтте.
Унда Башҡортостан студенттары - республикала һәм унан ситтә белем алған йәштәр йыйылды.
Улар белемдәрен камиллаштырҙы, республикала эш биреүселәр менән осрашып һөйләште, бындағы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.
Сарала, йылдағыса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул йәштәр алдында сығыш яһап, киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа булыуына инаныуын белдерҙе.
+4
Матур ял көнө теләйбеҙ! 💟
Лаҡлы мәмерйәһе - Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан. Был атамаһы ошондай уҡ атамалы ауыл эргәһендә булыуына бәйле.
Электән мәмерйәне Ташҡыуыш тип йөрөткәндәр. Ул Сүлмәктауҙа урынлашҡан.🔹Беренсе тапҡыр Ташҡыуыш (Лаҡлы) мәмерйәһе тураһында сәйәхәтсе П.С. Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышёв тасуирлай, ә 1914 йылда С.И. Руденко тикшерә. 🔹Ташҡыуыштың оҙонлоғо 321 м, киңлеге уртаса 19,5 м, бейеклеге - 5 м. 🔹Мәмерйәнең ауыҙы Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 м өҫтә урынлашҡан. Фото: Булат.
+1
🌸Ҡарағыҙ әле, йәмәғәт, сәғәттәре ниндәй матур!
Был сәғәт Белорет ҡалаһындағы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле кабинетында тора.
📍Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова кабинетты биҙәү эшен дауам итеүҙәре тураһында хәбәр иткән.
"Үткәндә бер коллега: «Һеҙгә бында орнаментлы сәғәт етмәй», - тигәйне. Ысынлап та, бахыр ғына булып, хан заманындағы алһыу сәғәт тора ине. Шул хаҡта балаларға һөйләнем микән, әммә мин төрлө юлдарын уйлағансы, әсәйҙәрҙең береһе Өфөләге оҫтанан эшләтеп, ОЗОН аша килтереп еткереү яйын да ҡараған. Бына, элеп тә ҡуйҙыҡ. Матур бит",- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан педагог һәм атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Ысынлап та, фотола бүлмә тотош күренмәһә лә, уның зауыҡ менән биҙәлеүе һиҙелеп тора. Балаларға башҡорт теле аша мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү өсөн бар күңелен һалып эшләгән уҡытыусыға һәм атай-әсәйҙәргә - афарин!🥰
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
