fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
613
مشترکین
+124 ساعت
+17 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
Ауыл мейесендә ҡомалаҡ сүрәһенә баҫылған икмәкте эҫе генә көйө телеп, яңы айыртылған ҡаймаҡ яғып ашағы килеп китте. 😇

📌Шок-контент! Ошо көндәрҙә Бөрйән һунарсыһы бүре алып ҡайтып килеүен видеоға төшөрөп һалдылар. Һунарсының оҫталығына һоҡлана автор. Ысынлап та һоҡланырлыҡ шул, ҡуш йөрәкле булыу кәрәк бит анауындай яуыз хайуанға ҡаршы барыу өсөн. Бына беҙ ҡурҡып ҡарайбыҙ, ә һунарсылар үҙҙәре йыш ҡына бик мәрәкәсел була. Шундай бер батыр йөрәкле кеше тураһында ҡайҙалыр шундайыраҡ хәбәр уҡығайным: унда автор бүрегә бәйле ҡайһы бер хәбәрҙәр шаяртыу-алдау була тип әйтә һәм Әхтәм исемле һунарсы ағай һөйләгәндәрен бәйән итә. Был Әхтәм ағай шулай тип һөйләгән:
"Элек бүрене ат менән ҡыуып етеп, күҫәк менән һуғып алғандар. Былайтып бүрене яланда ғына алып була. Ә урманда бер нисек тә булмай, сөнки бында яландағы һымаҡ иркенлек юҡ. Шуға мин бүрене һуғып алыуҙың икенсе юлын уйлап таптым. Хәҙер мин һунарға барғанда һул ҡулға ярты метрға әҙ генә етмәгән таяҡ тотоп алам. Ышаныслыраҡ булһын өсөн был таяҡтың башына саңғы таяғындағы һымаҡ бау әтмәлләп алдым. Шул бауҙы ҡулға кейҙереп ҡуям. Ә уң ҡулға йәтеш кенә суҡмар алам. Бүре киле сыҡты икән, һул ҡулдағы таяҡты тешләтәм, ә уң ҡулдағы суҡмар менән - шалт тегенең башына! Һуҡҡан ыңғайы ситкә ырғыр кәрәк. Ҡаны сәсрәп, кейемде бысратмаһын өсөн. Бер йылды мин ошолай һуғып (ошо урында ул күҙҙәрен ситкә төбәп, бармаҡтарын бөгә-бөгә шыбырлап ҡына һанай башлай) ете бүре алдым!"
Яңылышмаһам, был Әхтәм һунарсы хәбәрҙәрен шулай уҡ Бөрйән уҙаманы Әғләм Шәрипов яҙып алғайны ул.

Башҡортостан содаһы хәҙер хәләл Башкирская сода стала халяльной. Был турала Рәсәй сифат системаһынан: "БСК" продукт ислам ста
Башҡортостан содаһы хәҙер хәләл Башкирская сода стала халяльной. Был турала Рәсәй сифат системаһынан: "БСК" продукт ислам стандарттарына ярашлы етештерелеүен иҫбатлаған лицензия алды", - тип хәбәр иттеләр. Хәҙер борсолмайса соданы ғәрәп илдәренә һатырға мөмкин. Был илдәр менән компания былтырҙан хеҙмәттәшлек итә.

14 ғинуарҙа күренекле башҡорт шағиры, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, уның тыуған ауылы Әсәндә тантаналы сара үтте. Был турала ДүртөйлөТВ сюжетын ҡарағыҙ.

Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, зарланмай, киләсәккә ҡарап йәшәйек! Көнөгөҙ уңышлы үтһен!
Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, зарланмай, киләсәккә ҡарап йәшәйек! Көнөгөҙ уңышлы үтһен!

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге бинаһын реставрациялау эштәре тамамланыуға табан бара. "Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының
+1
Башҡортостан Яҙыусылар берлеге бинаһын реставрациялау эштәре тамамланыуға табан бара. "Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев объектта эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Ағымдағы эштәрҙе һәм уларҙы тамамлау ваҡытын билдәләнек, башҡарылған эштәрҙең сифатын ҡараныҡ", - тип хәбәр итә сәхифәһендә БР Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

📌Ишембай - "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы"! Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйған. Был маҡтаулы исем т
📌Ишембай - "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы"! Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйған. Был маҡтаулы исем тағы Үрге Пышма, Зеленодольск, Ҡурған, Ленинск-Кузнецкий, Миәсс һәм Салехард ҡалаларына бирелде.

💼 Йәш эшҡыуарҙар форумы Форум Башҡортостанда белем алған һәм унан ситтә уҡыған яҡташ студенттарҙы берләштереүсе майҙансыҡ бу
💼 Йәш эшҡыуарҙар форумы Форум Башҡортостанда белем алған һәм унан ситтә уҡыған яҡташ студенттарҙы берләштереүсе майҙансыҡ буласаҡ. Ул 25 ғинуарҙа Өфө районындағы "Патриот" паркында үтә, сәғәт иртәнге 10-да башлана. Әйткәндәй, был сараға ирекмәндәр талап ителә. Ойоштороусыларға ярҙам итергә теләүселәр 14 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш.

📌БР Милли музейында һаҡланған ҡомартҡылар араһында Салауат Юлаевтың эйәре бар, был риүәйәттәргә таянып фараз ителә. Эйәрҙе Мәсәғүт кантоны Нәсибаш олоҫо Ҡалмаҡлар ауылы (хәҙерге БР Салауат районы) аҡһаҡалдары тапшырған. Был ҡомартҡы тураһында бар донъяға билдәле: 2023 йылда ул "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивалендә күргәҙмәгә ҡуйылды, ә 2024 йылда Салауат Юлаев эйәренең тарихи күсермәһе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үткән Һунар һәм ат спорты халыҡ-ара күргәҙмәһендә күрһәтелде.

📌Ярты сәғәттән башлана: Өфөлә Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан "Китап" магазинында бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағи
📌Ярты сәғәттән башлана: Өфөлә Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан "Китап" магазинында бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың хәтер кисәһе үтә.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл!" тигән рәсми телеграм-канал асылған. Унда фронтта һәм тылда Еңеүҙе нисек яҡынлаштырыуҙары тураһында, һуғыш һәм геройҙар тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр, фронттан килгән хаттар, иҫтәлектәр, төрлө тематик саралар тураһында яңылыҡтар сыға. Үҙегеҙҙең ата-олатайҙарығыҙ тураһында белгән тарих менән дә бүлешергә мөмкин. Йәш быуындарға тарихыбыҙҙы дөрөҫ танытыу, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн йәнен аямаған яугирҙарыбыҙҙы тағы бер тапҡыр хәтерләү, тыныслыҡ ҡәҙерен белеү - яңы телеграм-каналға үтегеҙ. #Победа80 #Еңеү80

Тыуған ереңә берегеп йәшә, асылыңды һаҡла һәм донъяны эштәрең менән йәмлә! 🌺
Тыуған ереңә берегеп йәшә, асылыңды һаҡла һәм донъяны эштәрең менән йәмлә! 🌺

Кемдеңдер хәйерле иртәһе ошолай башлана😊 Ә һеҙ көндө нимәнән башлайһығыҙ?

"Әбей менән бабай Ғыр-ғыр йоҡлай, Яндарында бер бәпес Һикереп төшөп уйнай. Арандағы биш кәзә Мырт-мырт көйшәй, Һарайҙағы сыбар тай Сыр-сыр кешнәй. Соландағы ялбыр көсөк Ләүек-ләүек өрә. Биш кәзәнең береһен Ашарға ине миңә!.." - тип Архангел районы Тирәкле ауылына бүре килгән. Төшөрөп алғандар, социаль селтәргә һалғандар 😱 "Инйәр" гәзите сайтынан был хәбәр.

Премьера 🎶 «Иҫкә төшөрмә» Юлиә Хәйбуллина ft. Ян Лира

Татьяна Львовна Сухотина-Толстая (1864-1950) бөйөк урыҫ яҙыусыһының өлкән ҡыҙы. Уның ғаиләләре менән башҡорттарға килеп йәшәүҙәре тураһындағы хәтирәләрен уҡығыҙ. Мәрйәм Бураҡаева тәржемә иткән. https://vk.com/@bashkortdonja-tolstoiy-bashorttara-bulany-bige-oioshtorany

"... Бер аҙашҡан тайға ҡороҡ аттым, Өйрәтмәмме тиеп эйәргә. Йүгәндәрен, бәлки, тотторормон, Табындарҙан биҙрәп, ат ялына Йәш һөрткөһө килгән берәүгә" Тамара ҒӘНИЕВА.

БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев призына "Ҡурай сере" ҡурайсыларҙың II асыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев призына "Ҡурай сере" ҡурайсыларҙың II асыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Конкурс билдәле ҡурайсының ижадын танытыу, йәш быуынды башҡорт милли музыка ҡоралына ылыҡтырыу, һәләтле балаларҙы табыу һәм дәртләндереү маҡсаттарында ойошторола. Уны Белорет районы мәҙәниәт идаралығы һәм райондың Мәҙәниәт йорто үткәрә. Яңғыҙ башҡарыусылар ике төркөмгә бүленеп үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк: 7-12 йәшлек һәм 13-17 йәшлектәр араһында. Был ҡурайсылар ансамблдәренә ҡағылмай. "Ҡурай сере"нең Гала-концерты 31 ғинуарҙа Шығай ауылы клубы сәхнәһендә үтә.

Тағы берҙе тәҙрәгеҙҙе сиртәбеҙ 😁 Видео: Иҙел Хәкимов.

Яңы көнгә йылмайығыҙ 😊 Һүрәткә баҫ 👉🌞