617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
Хикмәтле башҡорт теле менән билдәле актер Рәмзил Сәлмәнов таныштыра.🔥
Ә һеҙ тағы ниндәй оҡшаш яңғыраған һүҙҙәр беләһегеҙ?
❓КҮБӘЛӘК ЫРЫУЫ БАРЛЫҒЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
✅ Эйе, башҡорттарҙа быға шундай матур атамалы ырыу ҙа бар.Күбәләк ырыуының килеп сығышы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, әммә тарихсы Рәил Кузеев боронғо башҡорт риүәйәте тураһында яҙа: был риүәйәттә Күбәләк һәм Тиләү исемле бер туғандар булыуы тураһында әйтелә. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, Тиләү олоҫонан Бабиш Аслаевтың 1680 йылда яҙған үтенесендә уның нуғай сығышлы булған Күбәләк исемле бабаһының XVI быуат аҙағы - XVII быуат башында Табын олоҫонан припущенник булыуы асыҡлана. Улар аҫабалыҡ алыуға өлгәшә һәм Күбәләк олоҫонан нигеҙ һалына, ти. 🔥 Шуныһы ҡыҙыҡ, күбәләктәрҙең этногенетик маркерҙары төрлө: 🔹 N1c1-M178 - түңгәүерҙәрҙеке кеүек 🔹G2a1-P303 - Кавказда йәшәүсе осетин-дигор һәм ирондарҙа ла шулай 🔹R1a-M198 - табындарҙың төп төркөмө кеүек. ❓ КҮБӘЛӘКТӘР ҠАЙҘА ЙӘШӘЙ? 🔸Әбйәлил районының Аһылай, Байым, Иҫке Балапан, Яңы Балапан, Оло Ғабдин, Йәнекәй, Мораҡай, Рәхмәт, Туйыш, Яйҡар ауылдарында; 🔸Белорет районының Абҙаҡ ауылында; 🔸Учалы районының Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа (хәҙер юҡ), Ҡобағош, Оҙонкүл ауылдарында. 📸Фотола Күбәләк ырыуының данлыҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Абдулла Солтанов тормош иптәше Нәҙибә Ҡотоева менән.
+5
📌Өфөлә Аксаков шыршыһы үтте.
Бөгөн 253 үҙенсәлекле һәм МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһенән 79 бала Башҡорт опера һәм балет театрында йыйылды.Байрамға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә һәм Өфө райондарынан кескәйҙәр килде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бындай күркәм Яңы йыл сараһы 2019 йылдан алып ойошторола.
"Учалинский бит" төркөмө бына шундай, йәштәр әйтмешләй, "һелкетә" торған яңы композиция ижад иткән.🔥
Һеҙгә нисек?
❗Торатау - тюбингта шыуыу өсөн түгел!
Тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә "Торатау" геопаркы хеҙмәткәрҙәре.
🔹Беренсенән, махсус әҙерләнмәгән урында тюбингта шыуыу йәрәхәттәргә килтереүе ихтимал.
🔹Икенсенән, был тауҙы донъя кимәлендә һаҡларға кәрәк, тигән маҡсатыбыҙ бар бит! Башҡа миҙгелдәрҙә баҫҡыс буйлап ҡына йөрөгәс, ҡыш нишләп тапарға тейешбеҙ?
Ә бит эргәлә генә рәсми эшләгән тюбинг юлы бар - "Ҡуштау" тау-саңғы үҙәге.
Башҡорт хоккейсыһы бер уйында 4 шайба индергән🔥
Донъя яңылыҡтарынан: Милли хоккей лигаһының даими чемпионатында "Бостон" командаһы составында уйнаған Марат Хөснөтдинов бер матч барышында "Нью-Йорк Рейнджерс" ҡапҡаһына 4 шайба индергән.
Уның командаһы 10:2 иҫәбе менән еңгән.
📍 Марат Хөснөтдинов - Рәсәйҙән сыҡҡан хоккейсылар араһында шундай уңышҡа өлгәшкән 14-се спортсы.Бер уйында 4 тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлауы еңел түгел, тип билдәләй белгестәр. Донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт уҙаманына - афарин! 👏
+1
📌 Иғтибар! Ҡатайҙарға барабыҙ!
17 ғинуарҙа Белорет районы Манышты ауылында "Башҡорт биатлоны" күпбәйге буйынса республика турниры үтә.🔥
Сара дүртенсе тапҡыр ойошторола. Унда уҡ сойорғотоп, пневматик мылтыҡтан атып, һөңгө ташлап һәм 1800 метрға ҡалтағайҙа (башҡорттоң һунар саңғыһы) үтеп, көсөңдө һәм таһыллығыңды һынарға була.
✅ Ваҡыты: сәғәт 10-дан 11-гә тиклем ҡатнашыусыларҙы теркәү, сәғәт 11-ҙә ярыштар башлана.
💯Бөтә ғаилә менән ҡатнашырға була!Сөнки ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнә. ☎️Ҡатнашырға йәки бағымсы булырға теләүселәргә шылтыратып, йә яҙып теркәлергә кәрәк: 89273526747. Үҙенсәлекле саранан ятып ҡалмағыҙ! 🔥🔥🔥
Был видеоның авторы кемдер, әммә күптәр өсөн таныш күренештер ул бөгөн😁Күтәренке кәйефтәр, йәмәғәт!
📌Яңы йылдың рәсми эш аҙнаһын яҡшы хәбәрҙән башлайыҡ - Өфө районының Шмидт ауылында яңы мәктәп асылды.
Ул Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк.
"Яҡын арала республикала бер нисә ҙур объектты ҡулланыуға индерәсәкбеҙ. Оҙайлы каникулдар тамам, алда эштәр күп. Яңы көс менән 2026 йылға ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итергә тотонабыҙ",- тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә. 📍 Шмидт ауылындағы иҫке мәктәп ябылып, яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар Шамониноға йөрөп уҡыны. Унда иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләгән педагогтар зарланмаһа ла, ике сменала уҡыуы балаларға ла еңел булманы. Шмидт ауылындағы яңы заманса мәктәп асылыуы - көтөлгән ваҡиға. Бындай яҡшы ваҡиғанан башланған яңы йыл ҡыуаныстарға бай булһын!
❓Яңы үрҙәр яуларға әҙерһегеҙме, дуҫтар?
✅ Яңы йылдың тәүге эш һәм уҡыу көнө уңышлы үтһен!
💯Әйткәндәй, Алиса кәңәш итә:
🔹Беренсе аҙнаға план төҙөргә - бер юлы барыһын да эшләргә тырышмаҫҡа, төп 3-5 мәсьәләгә туҡталырға.
🔹Эш урынын тәртипкә килтерергә - был стресты кәметә.
🔹Ябайҙан башларға - ҙур яуаплылыҡ талап итмәгән эштәрҙән башлау яҡшы.
🔹Тәнәфескә туҡталырға - һәр 1-1,5 сәғәт һайын 5-10 минутҡа эштән ял итеп алыу арымаҫҡа ярҙам итер.
🔹Һыу эсергә һәм дөрөҫ туҡланырға - оҙайлы ялдарҙа һуң организмға был мөһим.
🔹Үҙеңде башҡалар менән сағыштырмаҫҡа - башҡалар ат кеүек эшләй тип, һеҙ ҙә егелмәгеҙ. Яйлап һәүетемсә эшләгеҙ, бер нисә көндән күнегеп китерһегеҙ.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
"Бик күп минең быуын кешеләре - етәкселәр - ул нисек етәкселек итеүен, эшенә ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күреп үҫте. Йыш ҡына тышта әле ҡараңғы, ә уның уты яна. Кис ҡараңғы төшкән, ә уның уты һаман яна. Ул эше менән йәшәне тиерлек - йәкшәмбелә лә, дүшәмбелә лә, байрам көндәрендә лә.
Мин унда хакимиәт етәксеһе булып эшләгән саҡта бер яңы йыл осоронда 31 декабрь бер-беребеҙҙе ҡотлап, хушлаштыҡ. Мин әйтәм: "Мин киттем?" Ул: "Ярай, иртәгә төшкә күрешербеҙ". 1 ғинуар! Бына шундай кеше ине ул.
Шул уҡ ваҡытта уҡырға ла ваҡыт таба ине, интеллектуаль йәһәттән үҫешкән кеше ине. Шуға ул беҙҙең өсөн - унан күп нәмәгә өйрәнгән уҡытыусы, өлкән иптәшебеҙ. Шул уҡ ваҡытта - бик яҡын, туған кешебеҙ", - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
📍 Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың баҡыйлыҡҡа күскән көнө. Рухына доға ҡылайыҡ.
Бәйләнештә социаль селтәрендә" Ил ағаһы Мортаза Рәхимов" төркөмөнән.
Эх, һағындыра инде күптәрҙе хәҙер...❓Ауылға ҡайтып ял итә алдығыҙмы? Видео: Нурзилә Усманова.
+4
📌МХО яугирҙарына ярҙам итеүсе турахында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яҙған
Сибай ҡалаһынан Фәхретдин Моратов 11170 квадрат метрҙан ашыу 110 маскировка селтәренә нигеҙ, 7200 квадрат метрлыҡ 72 дронға ҡаршы селтәр үргән. Уға 74 йәш, ғүмер буйы ҡаланың төрлө ойошмаларында водитель-машинист булып эшләгән кеше.Тәүҙә Фәрхетдин Зыяитдин улы үҙе йәшәгән ҡатлы йорттоң подвалында дрондарға ҡаршы юрағандар һәм маскировка селтәрҙәренә нигеҙҙәр эшләй башлай. Был урынды һыу баҫҡас, Сибай крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан "Ватан" өлкән йәштәге ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла. Бөтә эшләгән әйберҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреп торалар, Фәрхетдин Моратов башҡаларҙы ла был эшкә өйрәтә, тип яҙған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм ирекмәнгә исемле сәғәт бүләк итеүе тураһында белдергән.
БАЛАЛАР КИТКӘС…
Ҡапыл ҡойон үтеп киткән кеүек,
Ҡолаҡтарҙы киҫкән шикелле,
Тып-тын ҡалды донъя.
Тынлыҡ, бушлыҡ…
Шатлыҡмы был һиллек? Икеле…
Орсоҡ кеүек бер туҡтауһыҙ зырлап
Әйләнергә түгел. Ял итәм.
Арығанмын икән. Тынлыҡ кәрәк.
Ҡуҙғалырлыҡ хәл дә юҡ бүтән.
Әле генә гөрләп торған өйҙә
Шомло тынлыҡ. Ҡалдым бер үҙем.
Өндәшергә ҡурҡам. Шаңдау булып,
Ҡайтауазын бирер һәр һүҙем.
Балаларым бөтәһе бер юлы
Һыпырылып сығып киттеләр,
Киттеләр ҙә минең күңелемде
Көтмәгәндә етем иттеләр.
Ни эшләйһең? Беҙҙең яҙмыш шундай,
Әсәйҙәр беҙ. Көтөп йәшәйбеҙ.
Берсә ямғыр булып бысҡылдайбыҙ,
Берсә йәшен булып йәшнәйбеҙ.
Тындар менән тартып еткерерҙәй,
Балаларҙы көтөп алабыҙ,
Эй шатланып көтөп алабыҙ ҙа,
Хәлдән тайып тороп ҡалабыҙ.
…Беҙҙе лә бит әсәй көтә ине,
Бына яҙмыш ниҙәр эшләтә…
Ҡайтыр кешең булыу – үҙе бәхет,
Көтөр кешең булыу - бишләтә!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Ишек алды боҙлауыҡ,
Коньки шыуа бер тауыҡ
Ҡолаһа ла иламай -
Тора ла тағы шыуа!
Өйрәнеү еңел түгел ,
Тырыша тауыҡ шуға!
Видео: Ш. Бабич премияһы лауреаты, йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит шиғыр һөйләй-һөйләй конькиҙа йөрөргә өйрәнә.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
