fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
🌸 Сара, Мәрйәм һәм Йәннәт - "Тамыр" каналы йондоҙҙары концертҡа әҙерләнә икән. Әхирәттәр Салауат Юлаев һәйкәле янында ла репетиция уҙғарып алған.
🔥Баҡтиһәң, 16 апрель сәғәт киске 7-лә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында "Тамыр" балалары "Еңеү рухы йөрәктә" тип аталған концерт ҡуя икән!
🎫 Билеттар: https://ufakoncert.ru/event/ezhegodnyj-koncert-telekanala-tamyr/ Видеояҙма авторы - Мәрйәмдең әсәһе Фатима Янбаева. Ә беҙ "Тамыр" телеканалы төркөмөнән алдыҡ. 💯Матур концертҡа мотлаҡ барығыҙ!

🎬РӘСӘЙ АНИМАЦИЯҺЫ КӨНӨ 💯Бөгөн бына шундай көн билдәләнә икән. Баҡтиһәң, 1912 йылдың нәҡ 8 апрелендә беренсе Рәсәй мультипли
+5
🎬РӘСӘЙ АНИМАЦИЯҺЫ КӨНӨ 💯Бөгөн бына шундай көн билдәләнә икән.
Баҡтиһәң, 1912 йылдың нәҡ 8 апрелендә беренсе Рәсәй мультипликацион фильмының премьераһы булған.
✅Ул - "Прекрасная Люканида, или Война рогачей с усачами» тип аталған. Һәм хатта сит ил тамашасыларын да хайран итә. Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға Миядзаки стилендәге һүрәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ. ❓Кемдәр төшөрөлгән, таныйһығыҙмы?

Әбйәлил районы Амангилде ауылынан эшҡыуар Рамаҙан Шаһыбалов МХО-лағы яугирҙарға мобиль мунса эшләгән. Ул шулай уҡ улдары ил сиген һаҡлаған ололарға бушлай утын да алып биргән. Бына шулай, һоҡланыр шәхестәр арабыҙҙа! 🤩

🏵КӘКҮК ЕМЕШЕ 💯Тиҙҙән ялан-ҡырҙар, тау битләүҙәре йәшелләнер ҙә, шул йәшеллеккә йәм өҫтәп кәкүк емеше (примула крупночашечна
🏵КӘКҮК ЕМЕШЕ 💯Тиҙҙән ялан-ҡырҙар, тау битләүҙәре йәшелләнер ҙә, шул йәшеллеккә йәм өҫтәп кәкүк емеше (примула крупночашечная) һары сәскә атыр. 🏵Уны яратып кәкүк сәрмәге, кәкүк ситеге, кәзә һаҡалы тип тә йөрөтәләр. Беҙ инде бала саҡтан уның сәскәһен, һабағын ашап үҫкәнбеҙ. ❗Бына ошо "һөттөкәй"ҙең организмға файҙаһы тураһында биология фәндәре докторы Сәфәрғәли ЙӘНТУРИНДЫҢ яҙмаһынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. 🏵Кәкүк емешенең сәскәләре лә, һабағы ла, япраҡтары ла С витаминына бик бай. Ике-өс бөртөк япраҡ ашайһың һәм организм бөтә тәүлек буйына С витамины менән туйынған була. 🏵Бынан тыш, кәкүк емешендә Е витамины, каротин күп тупланған. Улар шулай уҡ организмға бик кәрәк. Англияла, Голландияла унан салат әҙерләйҙәр. Ә әнис еҫе сығып торған тамырын төрлө аштар өсөн тәмләткес сифатында файҙаланалар. Был маҡсатта уны айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтерәләр. 🔍Билдәле булыуынса, кәкүк емеше үҫемлектәрҙең классификацияһы буйынса примулалар семьяһына ҡарай. Кәкүк емеше киң таралған үҫемлектәр семьяһы. 🔍Ботаниктар уларҙың биш йөҙгә яҡын төрөн билдәләй. Арктика әлкәһендә ҡыҫынҡы примуланы (примула сжатая) осратырға булһа, Антарктидала ошо уҡ үҫемлектең тәпәш буйлы һәм аҡ сәскәлеһен - Магеллан примулаһын осратабыҙ. Ләкин уның иң күп үҫкән урыны Көнсығыш Азия илдәре, бигерәк тә Япония, Ҡытай. Хәҙерге бүлмә гөлдәренең киң таралғаны һәм иң матурҙары XVII быуатта Европаға ошо яҡтан килтерелгән. Уларҙы примулярия тип атап йөрөтөлгән махсус плантацияларҙа үҫтерәләр. 🏵Кәкүк емешенең япраҡтары оҙонса, йомортҡа кеүек, бер төптән розетка яһап урынлашҡан. Таж япраҡсалары һары төҫтә. Каса япраҡсалары, ҡыңғырау рәүешендә булып, сәскә һаптары аша бер быуынға йыйылған һәм тәү ҡарауҙа суҡты хәтерләтә. 📍Кәкүк емеше Башҡортостандың Бөрйән, Белорет, Ишембай, Ҡариҙел, Ғафури райондарында күп үҫә. Дауалау маҡсатында уның сәскәһен, япраҡтарын үҫемлек сәскә атҡан осорҙа йыялар. Тамырын көҙ көнө ҡаҙып алалар. 💥КӘКҮК ЕМЕШЕНӘН САЛАТ. 100 г кәкүк емеше япрағы, 80 г йәшел һуған һәм сөгөлдөр, 20 г ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ алына. Япраҡтарҙы, һуғанды һалҡын һыуҙа йыуып турайҙар һәм сөгөлдөр киҫәктәре өҫтөнә һалалар. Аҙаҡ тоҙ, ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Өҫтәлгә ултыртыр алдынан 10 минут һыуытҡыста тотоп алалар. 💥КӘКҮК ЕМЕШЕНӘН АШ. 160 г кәкүк емеше япрағы, 40 г тары ярмаһы, 20 г кишер, 30 г башлы һуған, 20 г май алына. Тәүҙә тары ярмаһын бешереп алалар, һуңынан ваҡлап туралған йәшел япраҡтарҙы, һуған, кишер һалалар. Аш бешеп етәрәк тәмләткес үләндәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнаталар.Ә ҺЕҘ БЫЛ СӘСКӘНЕ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ҮҪӘМЕ?

☀️Медитация өсөн һинд көйҙәрен тыңлап та тормағыҙ! Үҙебеҙҙең "көйләгес"те тәҡдим итәбеҙ:
Йылҡы өйөрө, дөңгөр сыңы, һары ҡылған, алыҫта тауҙар теҙеме...
📍 Баймаҡ районы, Ҡыңғырташ тауы буйҙары.

Эш көнө моң менән тамамланһын әле, ғаиләгеҙгә күтәренке кәйеф алып ҡайтығыҙ 🥰 Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.

Ҡарағыҙ әле, ну ҡаҙаҡ туғандар! 😎🤭 Башҡорт йыры, Голливуд йондоҙҙары, ҡаҙаҡ кейемдәре 🔥 ❓Бындай ҡатыш ижад оҡшаймы?

Кисә. Йәйғор. Өфө. 🌈 Фото: Әлиә Дашкина
+4
Кисә. Йәйғор. Өфө. 🌈 Фото: Әлиә Дашкина

Иң беренсе булып ауылда себендәр терелешеп сыҡты инде ул🤭. Бөгөн бына иңкеште күреп ҡалдыҡ.

📝 26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ! Йылдағыса, апрель айында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була. Бары
📝 26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ! Йылдағыса, апрель айында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була. Барығыҙҙы ла унда дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ. Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар. Онлайн яҙыусылар диктантты 28 апрелгә тиклем яҙа ала. Улар өсөн bashdictant.ru сайтында тура эфирҙың яҙмаһы урынлаштырыла. 💎 Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant2024@mail.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Хәйерле дүшәмбе иртәһе! 🌼
Хәйерле дүшәмбе иртәһе! 🌼

Мораҙым тарлауығын барып күргәнегеҙ бармы?
🟡 Яҙғыһын унда нисек? Ришат Әбсәләмов инспекторҙар менән бергә төпкөлдә иректә йәшәгән зубрҙарҙың хәлен барып белгән. Был осорҙа юлды һыбай ғына үтергә мөмкин. Видеоһын ҡарағыҙ.

📍Егәлге һырты, Йүрүҙән һәм Береҙек йылғалары Фото: Владимир Тимкин.
+7
📍Егәлге һырты, Йүрүҙән һәм Береҙек йылғалары Фото: Владимир Тимкин.

Шайморатов генерал ❤️‍🔥 📍Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны Видео: Наил Юлгилдин.

📌СалауатЮлаев тоҡомдары кемдәр ул һәм улар ниндәй? Был турала батырҙың тыуған төйәгендәге музейҙар һөйләй – Вәлитов-TV сығарылышын ҡарағыҙ. https://vk.com/video-229671171_456239019

Ҡайһы саҡ интернетта берәй яҙма күреп ҡалаһың: күрмәгән-белмәгән кешеләр тураһында булһа ла, шул тиклем күңелгә үтеп инә. Бын
+2
Ҡайһы саҡ интернетта берәй яҙма күреп ҡалаһың: күрмәгән-белмәгән кешеләр тураһында булһа ла, шул тиклем күңелгә үтеп инә.
Бына шундай яҙмаларҙың береһен Нәркәс Алсынбаева сәхифәһендә осраттыҡ. Автор менән бергә матур бала саҡ осорона ҡайтып әйләнегеҙ. ⭕Өлкәнәйә барған һайын, хәтирәләргә нығыраҡ биреләһең икән. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына ҡарт өләсәйемде иҫкә алам. Мин уны әсәйем ыңғайына “өләс” тип кенә йөрөттөм. Ул атайымдың өләсәһе булһа ла, әсәйем дә уны яратып “өләсәй” ти торған ине. Мин тыуғандан һуң ах та ух килеп икмәген, май-ҡоротон тейәп, епкә кәнфиттәрен тағып алып: “Суҡлыҡасҡа суҡлы кәнфиттәр,” - тип балҡып килеп ингән тиҙәр. Иҫ белә башлағас, ныҡ яраттым үҙен. “Өләскә барайыҡ,” - тип әсәйемдең теңкәһен ҡорота инем. Ул замандарҙа әле алыҫтағы ҡоҙоҡтан һыу ташыйбыҙ. Ҡоҙоҡ өләстәрҙең артында урынлашҡан. Әсәйем көйәнтәһен аҫып, мин исем өсөн уйынсыҡ бәләкәй биҙрәмде тотоп китәбеҙ һыу алырға. “Өләстәргә лә инеп сығайыҡ,” - тип тағы мыжыйым. Унда инһәк - инәбеҙ, инмәһәк - юҡ. Һәр хәлдә лә ҡайтып еткәнсе мин: “Уф, арыным!” - тип исем өсөн тултыртып алған биҙрәләге һыуымды яйлап түгеп бөтәм дә буш көйө болғап ҡайтып инәм. Йә ҡапҡа төбөнә етәрәк әсәйҙән һыу ҡойҙороп алам. Эшлекле ҡиәфәттә өйгә барып инергә кәрәк тәһаң. Өләскә барыр булһаҡ, мин алдан йүгерәм. Йән-фарман барып инәм дә, итәгенә ятып алып ҡулдарынан һыйпайым. Уным кеткелдәп көлгән була. Уның ана шул йыйырсыҡланып, тамырланып бөткән ҡулдарын ярата инем. Шул наҙлы, йылы, йомшаҡ ҡулдарҙы һыйпар өсөн генә барғанмындыр ул кеүек булып китә ҡай саҡта. Ул ҡулдар бешергән картуф телеңде йоторлоҡ. Өләстең табала бешергән картуфы нисектер үҙенә күрә ҡабатланмаҫ бер ризыҡ ине. Тәме әле лә тел төбөндә тора. Әммә ундайҙы бер ҡайҙа ашаған юҡ. Сөнки улай итеп өләс кенә бешерә белә. Өләсем намаҙҙа булды, зикерҙәрен, Ҡөрьәнде ҡалдырманы. Минең бәләкәй саҡтан Аллаһҡа ынтылыуым, бәлки, шунан да киләлер. Әлбиттә, дин тураһында һөйләп ултырғаны булманы миңә. Ул саҡта артыҡ бәләкәй инем. Шулай ҙа йөрәгемә иман орлоғон сәсеп ҡалдырғандыр тием. Ғәмәлдәре, йомшаҡ холҡо, тәрбиәһе, өлгөһө менән. Өләс сирләп киткәс, Йүкәләге ҡыҙы Хәҙисә инәйем тәрбиәһендә булды. Унда ла уны һағынып: “Барайыҡ!” - тип ата-әсәйемде ҡаҡшата инем. Барып инеү менән, балалығыма бирелеп, сисенеп тә тормаҫтан түшәгенә барып менәм. Сөнки һағыныуым сиктән ашҡан. Нишләп өләстең һаман ауылға ҡайтмауын, ни өсөн түшәктә генә ятып тороуын йүнләп аңларлыҡ йәштә лә түгелмен. Өләс үтеп киткәс тә, оҙаҡ ваҡыт уны юҡһындым. Әле лә һағынып иҫкә алам... Өләстәргә атлығып тороуымдың тағы бер сәбәбе: унда яратҡан Айбулат ағайым була. Бөҙрә генә башлы, йомро ғына ихлас ағайым. Ул минән байтаҡҡа өлкән. Шулай ҙа бәпәй итеп һәр ваҡыт мине уйната. Уны нимәшләтһәм дә, эшләтәм. Ат итһәм - ат итәм, врач булғым килһә - “лечить” итәм. Ни тиһәм дә, ыңғайыма йөрөй. Беҙгә килһә, төн уртаһына тиклем ҡайтармай йонсотам. Ҡайтырға йыйынһа, ишек төбөндә аяҡтарына йәбешеп алып тажылдап илайым. “Ярай инде. Иртәгә тағы киләмдәйе,” - тип кеткелдәп көлгән була тегенем. Ауыр яҙмышлы ағайым тураһында хәтирәләр ана шул бала саҡ менән өҙөлөп ҡала. Ныҡ күптән күргәнем дә юҡ. Күрмәйәсәкмен дә. Йәл... Айбулат ағайымдың әсәһе - Зифа инәйемдең тәмле-татлы хәбәрҙәрен дә ауыҙымды асып сәғәттәр буйы тыңларға әҙер инем мин. Кистәрен оҙон ҡышҡы төндәрҙе үткәреү өсөн, бәйләмен тотоп беҙгә килеп инә. Уныһын бәйләһә -бәйләй, бәйләмәһә - юҡ. Әммә һәр кемебеҙҙе һүҙе менән арбай. Уны тыңлағанда әкиәти бер донъяға инеп киткән кеүек. Тормош шундай сағыу төҫтәргә буяла. Йәшәйеше артыҡ йәйғорҙай сағыу булмаһа ла, Зифа инәйем уны матур итеп күрһәтә белә. Ҡап-ҡараһын да сағыу төҫкә мансый ҙа, беҙҙе лә тормоштоң шулай гүзәл икәненә ышандыра... Ҡайһы бер яҡын кешеләр беҙгә шулай хәтирәләр генә булып әйләнеп ҡайта. Яҡты, йылы иҫтәлектәр булып. Ғәмһеҙ бала сағым кеүек улар ҙа минең менән мәңгегә хушлашҡан...

Парлы ғүмер кисерергә яҙһын!
📍Яҡтыкүл. Әбйәлил районы.

📸 "Милли стилдә уҡыйбыҙ" фотоконкурсы ойошторола. ❇️З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана яраткан китабыңды тотоп, милли кейе
📸 "Милли стилдә уҡыйбыҙ" фотоконкурсы ойошторола. ❇️З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана яраткан китабыңды тотоп, милли кейем кейеп фото төшөргә һәм конкурста ҡатнашырға саҡыра. ❇️Конкурс 17 апрелгә тиклем үтә. ❇️Шарттар: 1. Һылтанма буйынса үтеп, ғаризаны тултырырға: https://forms.yandex.ru/u/67e39626505690059396016f/ 2. Сәхифәгеҙгә фотоғыҙҙы #читаемвнацстиле #конкурс_НБРБ тигән хештег һәм "Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы фотоконкурсында ҡатнашам" ("Участвую в фотоконкурсе от Национальной библиотеки Республики Башкортостан") тип яҙып урынлаштырырға. 3. Фотола милли кейемдә, йәки берәй элементын кейгән һәм ҡулына яратҡан китабын тотҡан килеш күрһәтелергә тейеш. Фото үҙенсәлекле һәм быға тиклем баҫылмаған булыуы шарт. 📍14 апрелдән БР Милли китапхананың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә иң яҡшы 3 фото өсөн тауыш биреү башланып, 17 апрелдә сәғәт 16.00-дә тамамлана. 📎 Бөтә эштәр ҙә түбәндәге һылтанма буйынса китапхана сайтында ҡуйыласаҡ: https://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=2364 🌸Иң яҡшы өс фото авторы 18 апрелдә Милли кейем көнө айҡанлы китапханала үткән сарала бүләкләнәсәк.

Умырзая – зәңгәр келәм, Бер мәле генә көләң. Шул мәлдәрҙең кирәмәтен Күреп ҡалырға киләм. Умырзая – зәңгәр келәм, Үҙәк кенәмде теләң. Һин яҙҙар һайын ҡалҡырһың, Мин атмаҫымды беләм... Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Япон йәнһүрәтсеһе Миядзаки Өфөнө төшөрһә, нисегерәк итеп һынландырыр ине?
Был һорауға фоторәссам Тимур Шәрипҡолов яуап табып ҡараған: үҙенең фотоларын яһалма интеллект ярҙамында үҙгәртеп, тәҡдим итә.