613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
+4
БЫЙМА КЕЙЕП...
сәкән һуҡҡандар!
📌Ауырғазы районы Исмәғил ауылында шундай үҙенсәлекле ярыш ойошторолған: быйма кейеп хоккей уйнағандар. Сара "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткән.
- Элек һәр урамда тиерлек, малайҙар быйма кейеп сәкән һуға торғайны. Бөгөн ошо уйынға йән өрөргә булдыҡ. Традицион хоккейҙан был уйындың ҡағиҙәләре әллә ни айырылмай. Иң төп айырмаһы шунда - шайба урынына бәләкәйерәк туп, ә коньки урынына уйынсылар быйма кейә, -тип һөйләй ауыл халҡы. Был күңелле уйында 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша алған һәм клуб алдындағы майҙанда 4 команда ярышҡан. Уйын аҙағында ҡатнашыусылар бүләктәр алып ҡыуанған, ә көйәрмәндәр эҫе сәй менән һыйланған.
Айтуған Фәттәховтан видео-релакс.
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, ял минуттарығыҙ матур үтһен.
ЕТЕ ҠЫҘҘЫҢ МИН БЕРЕҺЕ ИНЕМ
Ҡатындарыбыҙға мәҙхиә
Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,
Һөйгәнемде яуға оҙаттым.
Үҙем әҙерләнем ризығын да,
Үҙем әҙерләнем юл атын.
Айырым - айырым төрөп һалдым уға
Кипкән ҡорот, күмәс һәм үлән.
Тыштан ныҡмын.
Илап ҡуймайым тип,
Йөрәгемә һыҡтап түгеләм.
Был әйтмәне, тимәҫ өсөн түгел,
Аяғына ятып һораным.
Мин аңламай тиһегеҙме әллә
Ил ҡәҙерен?
Ватан оранын?
- Кемгә ҡалдыраһың балаларҙы?
Кемгә ҡалдыраһың һин мине?
Һинең менән бергә аҡтарылыр
Донъябыҙҙың ныҡлы күгәне.
Мин барыһын бына тойоп торам!
Мин барыһын күптән аңланым.
Тик яуҙарҙың ғүмер ҡырыуҙарын
Ҡабул итә алмай был аңым...
Ә ул тыныс.
Бына шундай тыныс,
Әйтерһең дә, ялға йыйына.
- Көйәләнмә! - тиеп бер йылмая,
Ишек яңағына һыйына.
- Нисек шулай тыныс булып була?
Донъябыҙға беҙҙең ут ҡапҡан!
- Мулла саҡыртып бер Ҡөрьән сығар...
Төшкә инде бөгөн олатам...
... Бына шулай.
Үҙенекен һөйләп,
Ил ниәтен ҡуйып алдына,
- Ҡайтам! - тиеп китте һөйгән йәрем,
Балаларым илап ҡалдылар...
Шулай көткән икән өләсәйҙәр....
Әй, көтәләр ине яҙ һайын.
Бына мин дә көтәм.
Булһын ҡулһыҙ!
Булһын аяҡһыҙ ул!
Ҡайтып ҡына төшөр, моғайын.
Берәй ерҙә һис ни хәтерләмәй
Яраланған килеш яталыр.
"Хәбәрһеҙ..." ул тигәндәре хатта
Төптө буштыр,
Хәрби хаталыр...
Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,
Яуға китте минең батырым!
Тойоп торам.
Күп тә ҡалмағандыр...
Еңеү булып уның ҡайтырын!
Лариса АБДУЛЛИНА.
+8
Көнөгөҙ уңышлы үтһен!
Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығын Анатолий Ермоленко төшөрөп алған.
📌 Әбйәлил районы Гусев ауылынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәфис Хөсәйенов ялға ҡайтҡан.
Ул ҡасандыр үҙе белем алған мәктәбенә ярҙам итә - тиҙҙән ул биргән аҡсаға мәктәптең спорт залында тәҙрәләр яңыртыласаҡ.
Рәфис Риф улы үҙе лә спорт яратҡан, бөгөн уның өс улы Данис, Денис, Руслан да көрәш менән шөғөлләнә, еңеүҙәре лә бар.
Көндө ҡоймаҡ бешереүҙә башлайыҡ бөгөн😋
💯Селтәрле ҡоймаҡ өсөн:
• Йомортҡа 2 дана
• Шәкәр 4 аш ҡалағы
• Он 200 гр.
• Кефир 500 мл.
• Үҫемлек майы 30 мл.
• Тоҙ 0.5 балғалаҡ.
• Сода 1 балғалаҡ.
• Ҡайнар һыу 200 мл.
✅ Ҡамыр өсөн кефирға йомортҡаларҙы, шәкәр, тоҙ, өн, үҫемлек майын ҡушырға. Болғатырға.
✅ Айырым һауытта ҡайнар һыуға соданы ҡушып, ҡамырға ҡойорға.
✅ Шунан шыйыҡ ҡамырҙы мотлаҡ 5-7 минутҡа ҡуйып торорға.
✅ Ҡоймаҡты уртаса утта ҡойорға.
Аштарығыҙ тәмле булһын! ❤
📌 Бөгөн Ҡаҙмаш ауылында "Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә "Йәшәһен ауылым - көслө рухлы Ҡаҙмашым" сараһы үтә.
Сәләмәт тормошто һәм айыҡлыҡты пропагандалаған сара Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышланған. Тантаналы өлөш бүләкләүҙәргә бай булды.
Артабан ҡунаҡтар репрессия ҡорбандарына, Бөйөк Ватан, төрлө локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр, венок һалды. Махсус хәрби операцияһында батырҙарса һәләк булған Рәхимйән Мөхөтдинов иҫтәлегенә белем усағында гер күтәреү, уҡыусылар араһында төбәк-ара саңғы ярышы, шулай уҡ "Лыжня России -2025" спорт ярыштары үтә. Мәктәптә "Боевое братство" ағзалары Батырлыҡ дәресе үткәрҙе.
Матур саранан күренештәр менән ҡаҙмаштар бүлешкән.
+5
📌 Бөгөн Иглиндә "Атайсал. Ватан көсө" муниципаль форумы үтә.
💯Унда Башҡортостандың 9 төбәгенән: Архангел, Бөрө, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко, Нуриман, Шишмә, Өфө райондарынан ҡатнашыусылар йыйылған.
"Атайсал" - ул тыуған төйәге өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләргә теләгән кешеләрҙе берләштергән проект. Төрлө кешеләр бер маҡсатта бергә тупланып, хәленән килгәнсе ярҙам итә.
"Проект башланғандан алып Иглин районынан 700-ҙән ашыу яҡташ кесе Ватаны мәнфәғәтенә 50 миллион һум тирәһе аҡса күсерҙе. "Атайсал" сиктәрендә кешеләр мәсеттәр төҙөй, шишмәләр һәм социаль әһәмиәтле объекттарҙың тирә-яғын тәртипкә килтерә, мәктәп һәм мәҙәниәт йорттарына ярҙам күрһәтә, МХО яугирҙарына кейем тегә, маскировка селтәрҙәре үрә һәм ярҙам итә",- ти был хаҡта Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. 💯Бына шундай изге башланғыстарҙы бойомға ашырырға ярҙам иткән форум һөҙөмтәле үтһен.
🕌 "Әр-Рахим" мәсетен 2027 йылға төҙөлөп бөтөргә тейеш
Әммә төҙөлөш һуҙылыуы ихтимал. Был турала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты аппараты етәксеһе Тимур Зәйнуллин хәбәр итте.
"Проектты тормошҡа ашырыу тиҙлегенә йоғонто яһаған тышҡы сәйәсәт, ил эсендәге төрлө факторҙар бар. Шуға, тәбиғи. Әлбиттә, беҙ ағымдағы хәлдәр мөмкинлек бирһә, проектыбыҙҙы 2027 йылда тамамларға теләйбеҙ. Алла бирһә, беҙ булдырырбыҙ һәм атҡарып сыға алырбыҙ",- ти Тимур Зәйнуллин UTV каналына интервьюһында. 💯Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсеттә төҙөлөш эштәре 2024 йылда йәнләндерелде. Яңыраҡ ҡына уның дүрт манараһын көпләү буйынса эштәр тамамланыуы тураһында республика Башлығы үҙе хәбәр итте.
Данлыҡлы ауыл
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы Ленин орденына лайыҡ булған «Йылайыр» совхозы менән дан тота. Унда йәшәгән халыҡ өсөн яҡшы шарттар булдырылырға тейеш, ти Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Хәләф Ишморатов.
Тапшырыуҙы тулыһынса һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: vk.com/wall-226019445_3266
+1
ҒАИЛӘ ҠОРОУҘАРЫНА - 70 ЙЫЛ! 🌸
💯Иҫке Собханғол ауылында ғүмер итеүсе Ғәлиулла Абдулла улы һәм Хөснә Мортаза ҡыҙы Яубаҫаровтарҙың бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулған, тип хәбәр итә “Таң” гәзите.
Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен күреп үҫкән Яубаҫаровтар бөгөн тормоштарына шөкөр итеп, балаларының изгелеген күреп, матур донъя көтә. Ғәлиулла Абдулла улына 95 йәш, ул район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләп, ә 90 йәшен тултырған Хөснә Мортаза ҡыҙы дауаханала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар.
“Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән матур ғаиләләр менән һоҡланам. Юбилярҙарыбыҙҙы ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларының, яҡындарының изгелеген күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын”,-тип яҙған сәхифәһендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
Барыһына ла билдәле мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов - "Башбармаҡ-шоу"ҙа! Ҡарайбыҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239484
📌“Беренсе тирмә” проекты буйынса республика ҡатын-ҡыҙҙары ике аҙнаға Махсус хәрби операция һыҙығына йүнәлеп, Луганскиҙағы хәрби госпиталдәге яралыларға ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
💯Ғинуар айында йүнәлгән ете ирекмән араһында Белорет районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Лариса ӘХМӘТШИНА ла була.
⚡Ул Республика Хәрби комиссариатында бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Гөлфирә Абдуллина менән “Спутник” хирургия бүлегенә эләккән.
⚡Яугирҙарға ярҙам итергә тырышыуҙары һәм күргәндәре тураһында һөйләп, ирекмән иң тетрәндергәне – емереклектәр аҫтында бер нисә көн ятҡан һәм аяҡ-ҡулын өшөткән Архангел өлкәһенән 18 йәшлек Егорҙы күреү, ти. Егет МХО-ла һәләк булған атаһы өсөн үс алырға теләп, балиғ йәшкә еткәс тә бында юллана.
“Штурмлаусы яугир госпиталдә яраланған командиры менән дә осрашты. Уларҙың осрашыуын күрһәң ине... Әле лә уларҙы иҫләгән һайын күҙҙәргә йәш төйөлә. “Миңә һинең йөҙөң шул тиклем таныш. Беҙ һинең менән ҡайҙалыр осраштыҡ бит”, - тине тәмәке тартып торғандарында штурмлаусылар ротаһы командиры Егорға иғтибар итеп. “Мин һеҙҙе яу яланынан алып сыҡтым бит”, - тигәс кенә командиры танып, егетте ҡосаҡлап, ҡотҡарыусыһына рәхмәтен әйтте”,- тип һөйләй Лариса Әхмәтшина. ⚡Госпиталдә улар Дыуан, Ҡыйғы, Нефтекама, Нуриман райондарынан яугирҙарҙы осратҡан, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәткән.
“Мөмкинлек булыу менән тағы ла алыҫ юлға сығырмын тим, хәлдән килгәнсә ил именлеген һаҡлаған һалдаттарыбыҙға ярҙам итермен, тип һүҙ бирҙем. Был - күңел талабы, йөрәк ҡушҡан ғәмәл”,- ти ирекмән. ⚡Лариса Әхмәтшина “Беренсе тирмә”нең кәрәкле проект булыуын билдәләй. Ирекмән менән тулыраҡ әңгәмәне “Урал” гәзите сайтына үтеп уҡый алаһығыҙ.
📌 Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына - 91 йыл, ә уның хөрмәтенә Өфөләге Ленин паркында һәйкәл асылыуға - 1 йыл да тулып киткән.
Ваҡыт шулай үтә, әммә халыҡ хәтерендә һүҙе менән генә түгел, эше, хеҙмәте менән дә йәшәүен дауам итә арҙаҡлы милләттәшебеҙ. Тағы бер тапҡыр уның иҫтәлеген һаҡлаған тарихи урынға күҙ һалайыҡ.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
