613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
+17 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
+8
"Урал гүзәле" гүзәллек һәм традициялар конкурсында ҡатнашыусы Силәбе өлкәһенән һылыуҡайҙарыбыҙ. ❤
Фото: Олеся Алексеева.
Рәсәй Банкының рәсми сайтында 1000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаға төшөрөләсәк символды һайлау дауам итә.
Әлеге ваҡытта:
✅1 урында “Метеор” тиҙ йөрөшлө пассажирҙар теплоходы ( 108 299 тауыш)
✅2 урында Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле (88 719 тауыш)
✅3 урында Волга йылғаһы аша Һарытау күпере (31 172 тауыш)
Үҙегеҙ теләгән символ өсөн тауыш биреүҙең иң ҡулай ысулы – электрон почтаны файҙаланыу.
📌Тауыш биреү тамамланырға 2 көн генә бар, өлгөрөп ҡалығыҙ!
ЯТА ЛА ЯТА
Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә
Һүҙ өҫтәргә ярата.
Кеше атлап барһа, әйтә,
Ул атлап бара ята.
Ауырыған ҡайһы берәү
Балнисҡа инеп ята.
Күрер өсөн ауылдашы
Алдан уҡ килеп ята.
Телевизор ҡарап ятам,
Бесәй эргәлә ята.
Тәҙрәгә күҙемде һалһам –
Балалар йөрөп ята.
Беҙҙең сыбар тауыҡ көн дә
Күкәй һалырға ята.
Ә күршенең өлкән улы
Кәләш алырға ята.
Күрше инде әйтеп һалды,
Балам ауырып ята,
Әлегә уҡыуға бармай,
Тик өйҙә йөрөп ята.
Танышым осрап, һораны:
Йә, дуҫ, ни хәлдә ятаң?
Мин әйттем: Хоҙайға шөкөр,
Әлегә һәйбәт ятам.
Килә ята, бара ята,
Ятмаһа ла гел ята.
Бындай һүҙҙәр әйтелә бит
Баймаҡтарға ҡарата.
“Ята”, тигән һүҙ, күрәһең,
Берәй шөғөл аңлата.
Баймаҡ халҡы тора-ята
Шулай көн итеп ята.
Борис ХӘЙРЕТДИНОВ.
Һүрәт: интернеттан, ҡыҙыҡ өсөн үҙгәртелде😉
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезы алдынан таралған имеш-мимештәр, ҡомарлы уйындарға ҡушылырға саҡырған блогерҙар - "Вәлитов TV"ның сираттағы сығарылышын күрегеҙ.
https://vk.com/video70810928_456239086
Яңы йыл кәйефегеҙ юҡмы? Башҡорт дәүләт филармонияһына барығыҙ! Ә әлегә коллектив төшөргән видеоны ҡарай тороғоҙ 😉🎄🎄🎄
📌"Befree" магазиндарында Башҡортостан символдары төшөрөлгән футболкалар һатыуға сығарылған.
✨Был - "КОД:Мәҙәни" конкурсы һөҙөмтәһе. Унда илдең төрлө төбәктәренән дизайнерҙар ҡатнашҡан һәм тыуған төйәктәренән илһам алып ижад иткән эштәрен ебәргән.
✨Еңеүсе 12 ҡала араһында Өфө лә бар: дизайнер Мария Чинёнованың эшен юғары баһаланған.
Ул футболкаға ҡурай тажы, Торатау, һыуһар, сулпылар һәм орнамент төшөргән.
🌐"Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!"
Махсус хәрби операция яугиры, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уңайынан халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғри оранын еткерә.
📌Бөгөн кискеһен "Киләсәккә ҡарап" документаль фильмын ҡарағыҙ!
🎬Уны VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БСТ каналы төшөргән.
🎬Фильмда республиканың билдәле шәхестәре ҡоролтайҙың башҡорт халҡының артабанғы үҫеш юлында, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа тотҡан роле тураһында фекер алыша.
🎬Экран әҫәрендә БСТ телеканалы архивында тупланған бай видеоматериал файҙаланылған.
🎬Фильмдың сценарий авторы - Гөлдәриә Йосопова, ҡуйыусы режиссеры - Светлана Громова, операторы - Илшат Дәүләтбирҙин.
ДОНАТ, ИНФЛЮЕНСЕР - ЫСЫНБАРЛЫҒЫБЫҘ...
📌РФА “Рус теленең орфография һүҙлеге” 350-гә яҡын яңы һүҙ менән тулыландырылған.
“2024 йылда өҫтәлгән һүҙҙәр араһында бөгөнгөбөҙҙө сағылдырған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында алдан индерелмәгән һәм төрлө атамаларҙың дөрөҫ яҙылышын күрһәткәндәре бар”, - тип хәбәр ителә.
📌Яңы һүҙҙәр араһында шундайҙары бар:
✴️глэмпинг;
✴️фудшеринг;
✴️богато одаренный;
✴️йоготерапевт;
✴️бирковать;
✴️брендбук;
✴️дрон-камикадзе,
✴️донат;
✴️дипфейк;
✴️аватарка;
✴️инфлюенсер;
✴️антидронный һ.б.
❓Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы, ҡулланаһығыҙмы һәм башҡортсаға нисегерәк тәржемә итергә булыр ине?+5
Инде лә һөйкөмлө ҡул эштәре инде😊
Ә һеҙ ошондай матурлыҡ өсөн генә тәғәйенләнгән әйберҙәр эшләйһегеҙме?
Йомшаҡ скульптуралар авторы: MANOONI.
📌Башҡорт АССР-ның һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаеваның исеме мәңгеләштерелде.
📍Актрисаның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, драматург та булараҡ танылған ул. "Өҙөлгән туй" драмаһын хәтерләүселәр барҙыр әле.
✴️Зинира Ҡасим ҡыҙы хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың бер туған һеңлеһе.
Көндәрегеҙ нисек үтә?
"Ауылдың бер көнө", - тип яҙған Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.
📌Еҙем — Башҡортостандағы йылға, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.
Елмерҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя.
Оҙонлоғо 215 км. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.
Был йылға буйында Ғафури районы биләмәһенә ҡараған Уҡлығая, Мәмбәт, Аҡташ ҡаялары урынлашҡан. Киндерле мәмерйәһе киң билдәле.
Тормошто яратығыҙ, ниндәй генә хәлдәрҙә лә тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм айыҡ аҡыл менән хәл итегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, һау-сәләмәт йәшәгеҙ!
Repost from Яҡты-media
17 быуатта барлыҡҡа килгән башҡорт аты тураһында беренсе мультфильм сыҡты.
Балаларҙы экрандарға саҡырығыҙ, төп батыр - бәләкәй Салауат, ул ҡанатлы ат Аҡбуҙат тураһында легенда һәм ни өсөн уны башҡорт тоҡомло аттарҙың башлап ебәреүсеһе тип әйтәләр. Ролик урындағы тоҡомдо өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында эшләнгән, унда "Ҡанатлы аттар" - белем биреүсе мультсериалдың беренсе өлөшө генә, тип вәғәҙә итәләр.
⭐️ Яҡты-mediaға яҙыл
+6
📌 Белорет ҡалаһында "Башҡорт йорто" шәхси музейы асылған.
Уны эшҡыуар Резеда Сәйҙәрова асҡан.
🏛️Музей башҡорт ауыл өйөндәге көнкүреште сағылдыра. Унда башҡорт милли кейеме, бишек, фотоһүрәттәр, китап, балаҫ, һауыт-һаба һәм бик күп башҡа әйберҙәр тупланған. Ҡомартҡыларҙың ҡайһыныһы өләсәйҙәрҙән ҡалған, туғандар биргән, ҡайһыларын Белорет районы һәм Резеда Рифғәт ҡыҙының тыуған ауылы Ҡобағоштан (Учалы районы) йыйылған.
🏛️Коллекция даими тулыландырылып тора, теген машиналары күргәҙмәһе лә буласаҡ тиҙҙән.
Әле бер нисәүһен музейға тапшырғандар.
🏛️Музейҙы барыһына ла бушлай килеп ҡарарға мөмкин. Бында мәктәп уҡыусыларын экскурсияға йөрөтөргә һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйҙәр.
"Резеда Рифғәт ҡыҙына ҡала һәм районда тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, шәфҡәтле проекттары һәм милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауы өсөн рәхмәтемде белдерәм. Илһам, уңыштар, бөтә ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙың теләйем",- тип яҙа сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. 📍Музей адресы: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 23, 3-сө ҡат. ☎️Ҡомартҡылар тапшырыу йәки экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: 89063763187, 89033511817.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
