fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
612
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
🪽Иглиндә ҡауҙылар оя ҡорған. Был турала Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова хәбәр итә. "Яҡшылыҡҡа һәм тыныслыҡҡа булһын", -
+2
🪽Иглиндә ҡауҙылар оя ҡорған. Был турала Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова хәбәр итә.
"Яҡшылыҡҡа һәм тыныслыҡҡа булһын",
- тип яҙған ул.

Был видеоны ҡараған күптәр:
"Өләсәйем (йә әсәйем) шулай эшләй торғайны",
- ти икән. Ә кем үҙе эшләй әле лә? 📍 Әйткәндәй, бында бер кәрәкле ҡоралды атамағандар - веретено башҡортса нисек яңғырай? Видео: Лилиә Ханова.

📌 Иртәгә, 28 майҙа, "Самауырлы ритайым" үтә. Быйылғы йылда беренсеһенә ямғыр тип сыҡмай ҡалғанһығыҙ икән, иртәгә көн ҡояшлы
📌 Иртәгә, 28 майҙа, "Самауырлы ритайым" үтә. Быйылғы йылда беренсеһенә ямғыр тип сыҡмай ҡалғанһығыҙ икән, иртәгә көн ҡояшлы буласаҡ тип вәғәҙәләйҙәр.  ⏰ 28 май, сәғәт 20:00 📍 Ағиҙел яры буйында (Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырында, аҫта)
Йыйылып, үҙебеҙҙең йыр-моңға күңел асып, аралашып, тәмле башҡорт сәйҙәре эсеп ҡайтығыҙ!

Яңы көндө ошо дәртле Видео менән башларға булдыҡ әле. Бәлки, күргәнһегеҙҙер ҙә әле. Әбйәлил районы Т. Кусимов исемендәге гимназияның сығарылыш уҡыусылары һәм директоры флэшмоб бейегән ти. Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰

Әбйәлил районындағы һуңғы ваҡиғалар тураһында Вәлитов-TV ла төшөргән. https://vk.com/video-229671171_456239021

📌 Башҡорт ҡыҙына Лука Крымский миҙалы тапшырылған Республика кардиология үҙәге табибы Юлиә Рәхмәтуллинаны Махсус хәрби опера
📌 Башҡорт ҡыҙына Лука Крымский миҙалы тапшырылған
Республика кардиология үҙәге табибы Юлиә Рәхмәтуллинаны Махсус хәрби операцияла кешеләрҙе ҡотҡарған өсөн юғары награда менән бүләкләнгәндәр.🌸
 Ул ғинуар айында Башҡортостан табиптары бригадаһы составында Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына юллана. Ярты йыл дауамында урындағы халыҡҡа һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. ✅ Юлиә Рәхмәтуллина Көйөргәҙе районы Ҡансыра ауылы ҡыҙы. Бала саҡтан табип булырға хыялланған.

Донъя хиты - думбырала ❤️‍🔥 Видео: Айрат Нәзиров.

📚Китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ыңғай яуап бирһәгеҙ - был һеҙҙең байрам! 📍 30 май - 1 июнь көндәрендә Өфөләге Совет майҙанында
📚Китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ыңғай яуап бирһәгеҙ - был һеҙҙең байрам! 📍 30 май - 1 июнь көндәрендә Өфөләге Совет майҙанында "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә. Уның сиктәрендә күңелеңә ятҡан китап һатып алырға, төрлө авторҙар менән танышырға, балалар менән бергә төрлө уйын һәм байрам сараларында ҡатнашырға, спектаклдәр һәм күркәм концерттар ҡарарға, билдәле авторҙар менән аралашырға мөмкин буласаҡ. 📚Китап байрамының саралар теҙмәһе менән ошонда танышырға мөмкин: kitap-bayram.ru/programma-...

Бындай рухлы сығыш ҡайһы районда тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, Бөрйәндән!

❤️

Хәйерле көн, уңышлы эш аҙнаһы! Ә кемдәргәлер быйылғы уҡыу йылының һуңғы аҙнаһы һәм тиҙҙән каникулдар - "бишле"ләр күберәк бул
Хәйерле көн, уңышлы эш аҙнаһы!
Ә кемдәргәлер быйылғы уҡыу йылының һуңғы аҙнаһы һәм тиҙҙән каникулдар - "бишле"ләр күберәк булһын, имтихандар еңел бирелһен! 😇 Һеҙҙең өсөн йыр⬇️

Донъя иҫ киткес матур! 💝 📍 Белорет районы, Баштүр тауы Фото: Илнур Байегетов
+4
Донъя иҫ киткес матур! 💝 📍 Белорет районы, Баштүр тауы Фото: Илнур Байегетов

"Мин башҡорт" тип әйтмәйенсә башҡортлоғоңдо белдер 🫶 Видео: интернеттан.

📌 Башҡортостандан 150-сн гуманитар ылау ҡуҙғалған! Махсус хәрби операцияға барлығы 17 мең тонна йөк ебәрелгән. "Был ғәжәйеп
+2
📌 Башҡортостандан 150-сн гуманитар ылау ҡуҙғалған! Махсус хәрби операцияға барлығы 17 мең тонна йөк ебәрелгән.
"Был ғәжәйеп һандар - республикабыҙҙың барлыҡ халҡының ҡаҙанышы. Яугирҙар һәр ваҡыт үҙҙәренә ярҙам итеүселәргә рәхмәттәрен еткерә. Беҙҙең хәрбиҙәргә ирекмәндәр бик ныҡ ярҙам итә, улар көсөн дә, аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй. Рәхмәт уларға - был ысынлап та баһалап бөткөһөҙ. Водителдәргә һәм йөктәрҙе оҙата барыусыларға айырыуса рәхмәт. Улар фронттағы ир-егеттәребеҙ мохтажлыҡ кисермәһен өсөн ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостандан ебәрелгән яңы гуманитар ылауҙа 18 автомобиль, шул иҫәптән 4 бронялы" Урал", ағас-таш, мотоцикл, генератор, рация, маскселтәр, оргтехника, запас частар, дарыуҙар һәм медицина ҡоралдары, яҡындары ебәргән посылкалар һәм бик күп башҡа нәмәләр йыйылған. Яугирҙарыбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

Эх, Өфө ҡалаһы ❤️ Видео: Алина Ғәйнуллина.

Рәүилә_Мәсәлимова_—_Ваҡыт_Булат_Йәнекәев_музыкаһы,Х_Мөҙәрисова_һүҙҙәре.mp38.33 MB

Алмағастар сәскә атҡан мәл дә үтеп бара. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты шул... Фото: Зиннур Боҫҡонов.
Алмағастар сәскә атҡан мәл дә үтеп бара. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты шул... Фото: Зиннур Боҫҡонов.

🌸Сулпан Юлай исемле блогерҙы йыш ҡына осратабыҙ Интернет киңлектәрендә. Бик хисле һәм туған телен яратҡан рухлы ҡыҙыҡай ул.

📌 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, медицина фәндәре докторы, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева быйылғы "Айыҡ ауыл" һөҙөмтәләре тураһында һөйләгән. Видео: интернет киңдектәренән.

Һуңғы ҡыңғырау менән! 🔔 Бөгөн Башҡортостандың 15 926 ун беренсе класс уҡыусыһы һәм 50 815 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һу
Һуңғы ҡыңғырау менән! 🔔 Бөгөн Башҡортостандың 15 926 ун беренсе класс уҡыусыһы һәм 50 815 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Оло тормош юлына аяҡ баҫырға торған йәштәребеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә! ❤️