612
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
📍Еләкташ тауы. Белорет районы.
Тауҙы русса Малиновая тип йөрөтәләр. Туристар яратҡан тауҙарҙың береһе.
Тауға менгән юлда саф һыулы шишмәләр йыш осраһа ла, ҡоролоҡ осоронда Белорет ҡалаһында уҡ кәрәкле күләмдә һыуҙы үҙегеҙ менән алығыҙ. Сөнки тауға үрләгән юлда ауылдар осратмаҫһығыҙ.Видео: lesya_belaya
Өфө йукәләре беҙҙең хаҡта ла әле япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...Видео: Лилиә Йылҡыбаева.
+2
📌2 май – Ҡыҙыл Армия фашистик Германияның баш ҡалаһы Берлинды алған көн (1945 йыл)
🔰Ошо уңайҙан Гитлерҙың бункерын алған башҡорт командиры, подполковник Исхаҡ Ғүмәров тураһында хәтерҙе яңыртып китеү мөһим.
⭐Теүәл 80 йыл элек Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуған Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән.
🔹5-се армия составындағы подполковник Исхаҡ Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се уҡсы полкы 1945 йылдың апрель аҙаҡтарында Берлин ҡалаһында ҡаты һуғыштар алып бара.
🔹Ғүмәровтың полкы Трептов-парк, артиллеристар һәм танкистар ярҙамында Анхальт тимер юл вокзалын, үҙәк универмаг һәм "Европа" ҡунаҡханаһын ала.
🔹Бынан тыш, 1050-се полк авиация министрлығын, почтамт, гестапоны һәм Гитлерҙың бункерын һәм рейхсканцелярияһын ала.
🔸Подполковник Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се полктың 2-се батальоны һалдаттары беренсе булып Рейхсканцелярияға бәреп инә, икенсе яҡтан 1-се батальон яугирҙары һөжүм итә.
🔸Артабан Ғүмәров полкының яугирҙары Гитлерҙың бетон бункера ташлана, бында ҡаты һуғыш була. Әммә 2-се батальон һалдаттары немецтарҙың ҡаршылығын һындырып, тағын да беренсе булып Гитлерҙың бункерын баҫып ала.
🎉2 майҙың 15 сәғәтенә совет ғәскәрҙәре фашистарҙың ояһын тулыһынса яулай.🔰Берлинды фашистарҙан азат итеү тураһында яҙғанда тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙҙы хәтергә алырға кәрәк – Башҡортостандың Мишкә районы Янағош ауылында тыуған яугир Ғазый Заһитов 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙай. Уның иҫтәлегенә 2024 йылда Өфөләге Еңеү паркында һәйкәл ҡуйылды. 📍Фото: 1-2-се фотола Исхаҡ Ғүмәров. 3-сө фотола - Ғазый Заһитовҡа һәйкәл.
+4
📌 Бөгөн Башҡортостанда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алдылар.
"Ике ҡалабыҙ "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем йөрөтә - Өфө һәм Ишембай. Һуғыш йылдарында республикала нефть сығарғандар һәм эшкәрткәндәр, хәрби самолеттар өсөн двигателдәр йыйғандар, бронепоездар эшләгәндәр - бөтә сәнәғәтебеҙ фронтҡа ярҙам итеү өсөн эшләгән. Беҙ һәр саҡ ошо турала хәтерҙә тоторға тейеш",- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 🔹Ул шулай уҡ Өфөләге "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы тирәләй барлыҡҡа килгән матур скверҙы артабан да үҫтереүҙе дауам итергә вәғәҙә биргән, балаларыбыҙға республикабыҙ Еңеүгә ниндәй өлөш индереүен күрһәтеү мөһимлеген билдәләгән. 📍Әйткәндәй, быйыл Ишембай ҡалаһында ла стела төҙөлә башлай. Беҙ ҙә тағы берҙе байрам менән ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! 🌷🌷🌷
Бөгөн кем ҡырға йомортҡа тәгәрәтергә сыҡты?
📍 Видеола: Әбйәлил районы, Үтәгән ауылы.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! ☀️
1 май - яҙҙы ҡаршылау тантанаһы һәм хеҙмәткә дан көнө.
Наҙлы яҙғы ҡояш күңелдәрегеҙҙе йылыһын, яҡты киләсәккә өмөт сатҡылары ҡабыҙһын, ә тырышлығығыҙ емештәре ҡыуаныс һәм үҫеш бүләк итһен.
Айыҡ аҡыл, рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс менән ҡарағыҙ! Хеҙмәтегеҙ ҡәнәғәтлек килтерһен, уңыштарығыҙ артһын, май ҡояшындай балҡып, йылмайып йәшәгеҙ! 🌷🌞
Был моңло видеолар оҡшап ҡалды әле беҙгә. Тағы береһе менән бүлешәбеҙ шуға 💟
Видео: Ильяс Әлбәков һәм Артур Кәбиров.
+2
📌 Башҡортостанлың Милли музейы май байрамдарында ла эшләй.
🔸Унда 2 майҙа тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.
🔸3-сө майҙа бетеү билбау тураһында ҡыҙыҡ дәрес була.
🔸6-сы майҙан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар теҙмәһе башлана.
🔹Бынан тыш, төрлө күргәҙмәләр эшләй.
Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән файҙалы үткәрегеҙ!📍Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.
❓Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә?
Был һорау оҙайлы май байрамдарында бигерәк тә актуаль.
Беҙ һеҙгә 285 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тауҙарҙың береһен - Торатауҙы барып күрергә кәңәш итәбеҙ.Уның бейеклеге 280 метр. 📍 Координаттары: 53.554763 56.096763 Видео: salo_watt
+4
Туҡта мәл! Бер минутҡа ғына ошо постҡа "йөрәк" ҡуйырға туҡталып, хозур Учалы тәбиғәтенә ҡарап, ял итеп алығыҙ! 🥰
☕Өфө ҡалаһының юбилейына махсус булдырылған "Уфачино" ҡәһүә эсемлегенең төп ингредиенты Өфө лимонарийында үҫеүен белә инегеҙме?
Ә ҡәһүә - ул кофе булыуын беләһегеҙҙер?Беҙҙең видеоны ҡарағыҙ. 😉
📌 Өфөгә Еңеү паровозы килде
Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.
Видео: БСТ каналы сюжеты.
+2
🔰Биберштейн ләләһенең башҡортса атамаһын беләһеңме?
🔻"Башҡортостан" милли тәбиғәт паркында Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән "Биберштейн ләләһе"н ҡарарға экскурсияларға саҡыралар. Күргәнегеҙҙер.
Был ҡыр ләләһе (тюльпан) хәҙер һирәк осрай икән.
Уның атамаһы Рәсәй ғалимы, биолог, сәйәхәтсе Фёдор Биберштейн хөрмәтенә ҡушылған. Тап ошо ғалим был сәскә үрнәктәрен Төньяҡ Кавказдан алып килгән икән.🔺Ә беҙ бала саҡта был сәскәне "Ҡарға йыуаһы" тип атай торғайныҡ. Ул дымлы урындарҙа үҫә ине. Беҙҙең яҡта һарыһы күберәк булһа, һирәкләп аҡ төҫтә сәскә атҡанын да осрата торғайныҡ.
Ә иң ҡыҙығы шунда - сәскәнең тамыры һуған рәүешендә, ярайһы уҡ тәрәндә була, шуны ҡаҙып ашай инек. Тәме шәрбәтерәк була.❗Әлбиттә, хәҙер ҡыр ләләһенең был һирәк осраған төрөн ҡаҙып ашау түгел, бармаҡ менән дә теймәү мөһим. Шуға ғилми атамаһы менән бергә үҙебеҙсәһе лә хәтерҙә йәшәһен, тип кенә яҙабыҙ был мәғлүмәтте.
Бына шундай таланттарыбыҙ бар🥰
Белорет районының "Үткәл" башҡорт халыҡ фольклор коллективының сығышынан өҙөк.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
