612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Афариндар! 👏👏👏
🇷🇺 Йошкар-Ола ҡалаһында үткән панкратион буйынса Волга федераль округы беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһына етеүсе булмаған.
Беҙҙең спортсылар 79 миҙал яулаған!
🥇39 🥈16 🥉24
🤼 Хәҙер уларҙы Новосибирскиҙа үтәсәк Рәсәй беренселеге көтә. Уңыштар! ✊
❗Ҡайғылы хәбәр.
Белорет районы Бирҙеғол ауылының йөҙйәшәре Мәфтүхә Хажина баҡыйлыҡҡа күскән.
Уға быйыл 2 февралдә 100 йәш тулғайны.
Мәрхүмәнең барлыҡ яҡындарының, ауылдаштарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Изге Рамаҙан айында ысын донъяға күскән инәйҙең йәне Йәннәттә булһын.
📍Абҙан шарлауығы (Асы шарлауығы тип тә атайҙар) Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан.
✅ 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.
✅ Бейеклеге - 8 метр.
✅ Ул Илаҡташ (Һейгәкташ та тиҙәр) ҡаяһынан ағып сыға.
💯Шуныһы ҡыҙыҡ: 1960 йылдар уртаһына тиклем бында шарлауыҡ булмаған, ә бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына ағып торған. Шуға урыҫ теленә "Ирҙәрҙең күҙ йәше" тигэн атама менән дә инеп киткән.
💯"Беҙҙекеләр арымай, ашағаны - һары май!"
Сейәле май йәки муйыл ҡушылғаны телде йоторлоҡ инде ул.
❓Ә һеҙ һары майҙың ниндәйен яратаһығыҙ?
Видео: Лилиә Мөхәмәтова.
✳️Бөгөн Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүгеләрҙән булып ҡулына ҡәләм алған һынмаҫ рухлы шәхес Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына - 120 йыл.
(яңыса 5 март, иҫкесә 21 февраль 1905 йыл).
Ошо айҡанлы 6 мартта сәғәт 12-лә М. Ғафуриҙың йорт-музейында күргәҙмә асыла.✳️Бында яҙыусының китаптары, фотолары, тормошона бәйле үҙенсәлекле ҡомартҡылар урынлашасаҡ. ✳️Күргәҙмәне асыу сараһында яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова ҡатнаша.
Бөгөн Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүгеләрҙән булып ҡулына ҡәләм алған һынмаҫ рухлы шәхес Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына - 120 йыл.
(яңыса 5 март, иҫкесә 21 февраль 1905 йыл).
Ошо айҡанлы 6 мартта сәғәт 12-лә М. Ғафуриҙың йорт-музейында күргәҙмә асыла.
Бында яҙыусының китаптары, фотолары, тормошона
бәйле үҙенсәлекле ҡомартҡылар урынлашасаҡ.
Күргәҙмәне асыу сараһында яҙыусы МөкәрәмәСадиҡова һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова ҡатнаша.
+2
11 марттаКремль Һарайында Гөлназ Ғәлимуллинаның күргәҙмәһе ҡуйыла.
Дәүләт Кремль Һарайының гербтар фойеһында үҙенсәлекле 10 фото урын аласаҡ.
Былфотоларҙа Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Өс
таған”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Зарифа”, “Заһиҙә”, “Ете ҡыҙ”, “Еҙ үксә”, “Бөркөткәһунар” башҡорт бейеүҙәренән күренештәр сағылыш тапҡан.
Сабып сығып сал быуаттар аша... 🤩
Аҙна уртаһы ла етте, көндәр шулай етеҙ елеп үтә лә китә.Видео: Вилдан Яманғолов.
+4
Һөҙөмтәле эш көнө теләйбеҙ, ә кемгәлер - уңышлы һунар! 😍📍 Ҡуштауҙың төньяҡ-көнбайыш битләүендә. Фото: Альбина Исмәғилева.
Бынау матур көндә "Утанма"йыҡ әле, дуҫтар!
Бына Ғафури районы Мәмбәт ҡаяһына менгән һинд егете лә шулай ти.
+6
❓БАШҠОРТ МАТРЕШКАҺЫ
ниндәй булған
🪆Кисәге ҡуйған башҡорт матрёшкалары видеоһын бик ҡыҙыҡһынып ҡарағасһығыҙ, уның тарихы бер аҙ байҡау яһарға булдыҡ.
1960 йылдар башында Өфө ҡалаһындағы “Ағиҙел” предприятиеһында рәссам В.М. Шутова беренсе башҡорт матрешкаһын эшләй.🪆Был уйынсыҡ ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән айырылып тора һәм шуға ла “башҡорт матрешкаһы” тип йөрөтөлә башлай. 🪆Ағастан яһалған бәләкәй генә башҡорт матрешкаларын шунда уҡ танып булған – улар оҙонса түңәрәк формала булып, түбәһе тигеҙ итеп эшләнә, был милли баш кейемен хәтерләтә. 🪆Ул башҡорт орнаменттары төшөрөлгән традицион милли кейем “кейгән”. Күҙҙәре урыҫ матрешкаларынан айырмалы рәүештә, ҡыҫыҡ итеп эшләнгән. Ә ауыҙы асыҡ, гүйә, йырлай. 🪆Башҡорт матрешкаһының төп төҫтәре - ҡыҙыл, күк, ҡара, һары, йәшел. Әҙер булғас, ялтыр лак менән ҡаплағандар. 💯Бөгөн башҡорт матрешкаһы классик формаһында эшләнмәй, әммә матурлығы һаҡланған: башҡорт милли кейеме төп нөсхәһенә яҡынайтып төшөрөлә. 📍 Фотоларҙа төрлө йылдарҙа эшләнгән башҡорт матрёшкаларын күрергә була: ✅ 1-се фотола - 1960 йылдарҙағы тәүге матрёшка, ✅4-се фотола - 1982 йылғы уйынсыҡ, ✅ 5-се фотола тотош башҡорт ғаиләһен сағылдырған матрёшка, ✅ 6-сы фотола 2020-2021 йылғы Фольклориадаға эшләнгән матрёшкалар күрһәтелгән.
📌Бөгөн Өфөләге "Торатау" Конгресс-холы бинаһында ҡурайсыларҙың беренсе семинары уҙа.
Сарала мөһим мәсьәләләр күтәрелде һәм БР Ҡурайсылар берлегенә яңы ағзалар ҡабул ителде.
😱Өфө урамында һирәк трактор!
Быйыл баш ҡалабыҙҙы таҙартыуҙа бына ошондай сағыу ҡыҙыл трактор ҙа ҡатнашҡан, вәт!
Ә беҙ яҙ етте тип ҡыуанһаҡ та, тиҙҙән ошондай ҡарлы көндәрҙе һағынырбыҙ әле! 🤭
+4
Көнөгөҙ уңышлы үтһен, төркөмдәштәр!☀️
📍 Башҡортостандың Благовар районы күренештәре Зөһрә Зөлҡәрнәева фотоларында.
Яҙҙың иң шәп концерттарының береһенән: сәхнәнән тамашасыға ҡараш🔥🔥🔥
Кем булды?
Видео: Baby Ti
+1
📚Беларусь Республикаһында Башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күргән.
📚Минск ҡалаһында баҫылған "Ляцi, мая страла!" ("Лети, моя стрела!") йыйынтығы Салауат Юлаев шиғырҙарынан башлана.
"Хәҙерге заман башҡорт прозаһын беларусь телендә антология итеп баҫтырырға әҙерлек башларға йыйынабыҙ. Бынан тыш, һис шикһеҙ, икенсе проекттар ҙа бойомға ашырыласаҡ, улар халыҡтар дуҫлығын нығытасаҡ ҡына",- тип яҙа баш һүҙҙә Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич. 📚Йыйынтыҡта шиғырҙар беларусь телендә беларусь шағирҙары һәм тәржемәселәре тарафынан тәржемә ителеп баҫылған. 🎉Әйткәндәй, бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө билдәләнә.
🌸Хәҙер уйынсыҡтарға һаҡлы ҡараш юҡ инде, ә беҙҙең бала саҡта бөтәһенең дә һирәк кенә алып уйнай торған бер ҡәҙерле уйынсығы була торғайны бит.
🌸Ул уйынсыҡты серванттың өҫкө кәштәһенә, йәки шифоньер башына ҡуйырҙар ине.
Һеҙҙең йәки балаларығыҙҙың ҡәҙерләп тотҡан уйынсығы бар инеме?Видео: сервантта ғына һаҡларлыҡ матур башҡорт матрёшкалары.
Спорт менән шөғөлләнеү кәрәкме?
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе-мөфтөй Айнур Бирғәлин яуап бирә.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
