613
مشترکین
+124 ساعت
+17 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
Т Е Л Ә К ✨ ✨
Ай күрҙем аман менән, күңелем тулды иман менән,
Фәрештәләр аты менән, шаһиттарҙың ҡото менән.
Айҙың серле уты менән, ай һауаның һуты менән,
Оҙон ғүмер насип булһын, илгә иман нуры тулһын!
Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.
Атам йорто тыныс торһон, туғандарым татыу булһын,
Шатлыҡтары ташып торһон, иман нуры менән тулһын.
Айҙай нурлы саф мөхәббәт, бәхетемә яҙған булһын,
Миңә яҙған миңә булһын, тик минең менән уңһын!
Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.
Ай күрҙем аман менән, күңелем тулы иман менән,
Кәртәм тулы малың менән, йән һөйгән йәрем менән.
Тағы ла бер теләгемде ҡабул итсе тулған ай,
Әсә булыу бәхетен бир, имен үҫһен ул да.
Ай, ай, ай яңы тыуған ай,
Теләктәр ҡабул булһын,
Ҡыҙ балаң һорай.
(Зөһрә Фәйзуллина һүҙе һәм көйө.)
БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы
Бөгөн 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға.
Күрмәй ҡалмағыҙ!
❄Хәйерле көн, дуҫтар! Һеҙҙе яңы йылдың беренсе көнө менән! ❄
Быйылғы йылға маҡсаттар билдәләнегеҙме үҙегеҙгә? Юҡ икән, яҙып ҡуйырға кәңәш итәбеҙ.
✅Йыл дауамында бойомға ашыуын теләгән теләк-эштәр исемлеген төҙөү тәү сиратта кешегә уға тормоштан нимә кәрәк булыуын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, тиҙәр.
✅Шуға маҡсаттар һеҙҙең өсөн мөһим, бойомға ашырырлыҡ, ысынбарлҡҡа тап килгән һәм конкрет булырға тейеш.
✅Быйыл ғына ирешерлек булмаған юғары маҡсатығыҙ булһа (ә ул мотлаҡ булырға тейеш, сөнки кешенең йәшәү мәғәнәһен тәшкил итә), шуға табан илткән аҙымдарығыҙҙы яҙығыҙ.
✅Тамсы тама-тама, таш тишә, тигәндәр бит. Кеше яйлап үҙ маҡсаттарына табан барғанда уларға ирешмәй ҡалмай.
🎄Барлыҡ изге ниәттәрегеҙ бойомға ашыуын теләп ҡалабыҙ!🎄
Бынауындайын эшләп ҡарағыҙ әле, тәмле булдымы, яҙырһығыҙ!
Ингредиенттар:
☑Бешерелгән тауыҡ ите 250 грамм
☑Кишер 🥕- 2
☑Картуф - 2
☑ Сыр 🧀- 100 гр
☑Майонез
☑Йомортҡа - 3
☑Аҙ ғына ҡара борос
☑Маринадланған ҡыяр - 3
☑Зәйтүн (маслины)
"Ҡурайҙы яңылыш тотһаң тауышы сыҡмай икән", - тип яҙа йырсы Дамир Тайыпов, улының иртәлегендә булған мәҙәк хәл тураһында һөйләп. Ундай ғына була инде, уның ҡарауы ниндәй шәп егеттәр теҙелешеп кәнсирт күрһәтергә сыҡҡан, шулаймы?
🌟Киләһе 2025 йылдың символы - Йәшел Ағас Йылан йылы.🌟
🐍"Йылан йылындә аҡыл менән эш итеү хуплана. Йылан йылын ҡаршылағанда шау-шыулы компанияларҙан ҡасырға һәм был кисте өйөгөҙҙә, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән булырға тырышығыҙ"- ти йондоҙнамә белгестәре.
🐍Яңы йыл кисендә йәшелдең бөтә төрҙәрендәге, көрән, аҡһыл көрән, аҡ, һары, көмөш, алтын төҫөндәге кейем кейеү яҡшы.
🐍Яңы йыл ниҙәр вәғәҙә итә?
🐭СЫСҠАН ЙЫЛЫНДА тыуғандар өсөн йыл тотороҡлолоҡ вәғәҙә итә. Йондоҙҙар карьера һәм финанс өлкәһендә уңыш юрай. Тырыш хеҙмәт бушҡа китмәҫ: Сысҡандар түрәләр һәм йоғонтоло кешеләр хуплауына лайыҡ булыр. Финанс өлкәһендә уңыш ҡаҙаныу өсөн шулай ҙа һаҡ һәм уяу булыу мотлаҡ. Йыл яңы танышлыҡтар һәм мөнәсәбәттәр өсөн яҡшы.
🐮ҺЫЙЫР өсөн был йыл күп мөмкинлектәр асыр. Эш буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек яңы эш һәм проекттарға юл ярыр, мул килем килтерер. Карьера һәм бизнесығыҙ сәскә атыр, тик бының өсөн баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, уңай мөмкинлектән файҙалана белеүегеҙ шарт.
🐅БАРЫҪ өсөн һәйбәт мөмкинлектәрҙең ҡыйынлыҡтар менән аралашып килеү ихтималлығы бар. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар менән осрашыуҙары ихтимал, ә бына карьера һәм финанс өлкәһендә уңыштар вәғәҙәләнә. Бәхәс һәм конфликттарҙан ситтә ҡалырға тырышығыҙ, шул саҡ бөтәһе лә һеҙҙең файҙаға булыр.
🐇ҠУЯНдарҙы ыңғай үҙгәрештәр һәм яңырыу көтә. Айырыуса эштә әүҙемлек һәм тырышлыҡты түрәләрегеҙ лайыҡлы баһалар. Шулай ҙа донъяғыҙҙы онотоп, иркенләп китеү ҙә килешмәҫ, сығымдарығыҙҙы иҫәптә тотоғоҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрегеҙ нығыныр.
🐲АЖДАҺАларҙы тотороҡлолоҡ һөйөндөрөр. Шулай ҙа сәләмәтлеккә ҡағылышлы һорауҙарҙа ваҡытында сара күреүегеҙ хәйерлерәк. Эштә күп көс һалып, теләгегеҙгә ирешә алаһығыҙ. Мөхәббәттә һәм ғаиләлә барыһы ла яҡшы булыр.
🐍ЙЫЛАНдарҙың үҙ йылдарында, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаһалар, карьераһы үҫер, финансы артыр. Әлеге ҡатмарлыҡтар, тигәндән, уларҙы һағыраҡ ҡыланыу һәм оҙайлы маҡсаттарға йөҙ тотоуығыҙ менән йомшарта алырһығыҙ. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
🐴ЙЫЛҠЫларҙы тотороҡлолоҡ һәм тормоштарының сәскә атыуы көтә. Йыл карьерала уңыштар вәғәҙәләй, был бигерәк тә ижад менән бәйле һөнәр эйәләрен ҡыуандырыр. Ләкин карьерала уңышҡа өлгәшер өсөн өҫтәмә белем алыу, камиллашыу кәрәк. Тотош алғанда, йыл һеҙҙең өсөн ыңғай, тик шәхси тормошоғоҙға ла иғтибар итегеҙ.
🐏ҠУЙҙарҙы тыныс йыл көтә. Ләкин тормош бит бер кем өсөн дә шыма ғына бармай. Һеҙҙең дә эш йә һаулыҡ буйынса проблемалар тыуып алыуы бар. Яңы йылда килемегеҙ артыр. Шәхси мөнәсәбәттәрегеҙҙә бөтәһе лә һәйбәт булыр; яңғыҙаҡтарҙы яңы романтик мөнәсәбәттәр көтә.
🐒МАЙМЫЛдар өсөн йыл бер төрлө генә булып тормаҫ: һөнәри үҫеш ҡыуаныстары эштә килеп тыуасак күңелһеҙлектәр менән аралашып алыуы бар, ләкин принциптарығыҙға тоғро ҡалыуығыҙ яҡшы булыр. Уйлап эш итеү килемегеҙҙе арттырыр.
🐔ӘТӘСтәргә йыл тик яҡшылыҡтар килтерер, уңай мөмкинлектәргә һәм яҡшы үҙгәрештәрәгә юл асылыр. Хеҙмәт баҫҡысынан ғына түгел, шәхси йәһәттән дә үҫерһегеҙ, проект һәм ниәттәрегеҙ хуплап ҡабул ителер. Яңғыҙаҡтар үҙ ишен табыр.
🐕ЭТтәр өсөн дә 2025 йыл тотороҡло килә, киләсәккә ыңғай перспектива асыла. Һөнәри һәләттәрегеҙ үҫер, карьера мөмкинлеге бар. Шулай ҙа финанс һәм мөхәббәт өлкәләрендә һаҡ булыуығыҙ кәрәк. Яңғыҙаҡтар үҙ ишен табыр.
🐗ҠАБАНдарға бары тик эштә, бизнес һәм һөнәри өлкәләрҙә йыйнаҡлыҡ, әүҙемлек, һиҙгерлек кәрәк. Айырыуса финанс өлкәһендә һаҡлыҡ талап ителә. Һөҙөмтәлә һеҙҙе уңыш, килем көтөр.
Фараздар ниндәй генә булһа ла, һаулыҡ һәм именлек насип итһен барыбыҙға ла!
Яңы йыл байрамдарында ҡайҙа барырға була, ниндәй дөйөм саралар ойошторолоуы тураһында "Культурный мир Башкортостана" сайтынан ҡарап белергә була.
Бында Республиканың һәр район-ҡалаһы, мәғәни учреждениеларының һылтанмалары күрһәтелгән.
Күңелегеҙгә теләгән сараны һайлай алаһығыҙ. https://kulturarb.ru/ru/ng-2025
Байрам менән!
Етеп килгән байрам менән, дуҫтар!
"ВК"-лағы төркөмөбөҙҙә һеҙҙең өсөн Яңы йылға арналған башҡортса йырҙарҙы бергә тупланыҡ😉
Ҡыш бабайға ышанаһығыҙмы?
🔹«Тел биҫтәһе» - балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорған видеояҙмалар. Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грантына тормошҡа ашырыла.
Быйылғы йыл уңыштары менән башҡорт халыҡ милли биҙәүестәре, кейеме оҫтаһы Гөлнара Вәхитова уртаҡлаша.
#аҡыл
ДОНЪЯ - КӨҘГӨ
Борон заманда бер батша оло һарай һалдырған. Унда миллион көҙгө эленеп торған. Бөтә диуарҙары, иҙәне, түбәһе - барыһы ла тик көҙгөнән булған.
Бер саҡ һарайға бер эт йүгереп барып ингән. Әйләнә-тирәһендә үҙе һымаҡ уҡ эттәрҙе күреп, ҡаушап ҡалған. Тәүҙә эт үҙен яҡлау һәм башҡа эттәрҙе ҡурҡытыу өсөн, тештәрен ыржайтып, ырылдап ҡына торған. Уға яуап итеп баша "эттәр" ҙә ырылдаған. Эт өрөп ҡуйған икән, башҡалар ҙа өргән. Хәҙер инде эт ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуын ныҡлап тойған һәм ярһып өрөргә тотонған. Уның ыңғайына башҡа эттәр ҙә ярһыған...
Иртән был этте үле килеш тапҡандар. Һарайҙа ул берҙән-бер эт булған: көҙгөләрҙә миллион үле эт һыны сағылған. Шулай итеп, был эт үҙ күләгәһе, үҙенең көҙгөләге сағылышы менән көрәшеп һәләк булған.
Әгәр ҙә үҙебеҙҙең күңелдә ҡаршылыҡ юҡ икән, ул ҡаршылыҡ тормошта ла булмай.
Әгәр ҙә һин үҙ-үҙеңә ҡамасауламайһың икән, тимәк, тормошта ла һиңә ҡамасаулаусы бер ни ҙә юҡ. Тормош ҡануны шундай.
Донъя - оло бер көҙгө, донъя - көҙгөләге бер сағылыш ҡына...
"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
Моңло тауышлы
Айгүзәл Ибраһимова тураһындағы һорауҙарығыҙға яуап итеп, бына уның тағы бер клибын һалабыҙ.
Ҡыҙ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, үҙе республикабыҙҙың Баймаҡ районы Сосновка ауылынан.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
