fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
618
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
اطلاعاتی وجود ندارد7 روز
-230 روز
آرشیو پست ها
Атайҙар һәм улдар 🥰 Видео: Ләйсән Йәнекәйева.

ИНЙӘР Дамир Шәрәфетдинов һүҙҙәре Мира Шарди көйө Инйәр, Инйәр, Һин, гүйә, һөйгән йәр — Әллә ниндәй ҡылтым холоҡло: Тынысланды
ИНЙӘР Дамир Шәрәфетдинов һүҙҙәре Мира Шарди көйө Инйәр, Инйәр, Һин, гүйә, һөйгән йәр — Әллә ниндәй ҡылтым холоҡло: Тынысландың, ҡайттың ғына тиһәң, Ҡуяһың бит ҡылып ҡылыҡты. Инйәр, Инйәр, Һин бит — ғәзиз әсәм, Һиңә бәйле йәшәү рәүешем, Тубыҡланып һинән илһам эсәм, Шелтәләй йә наҙлай тауышың. Инйәр, Инйәр, Һин, гүйә, шуҡ бала — Шаярыуҙан сыҡмай башҡайың. Нисә тапҡыр күреп һине, һаман Тыныс саҡтарыңды тапмайым. Яратаһың ниңә мине, тимә, Һорамаҫ та инең, аңлаһаң — Ни өсөн һуң кеше өҙөлөп һөйә Әсәһен, йәрен һәм балаһын... Фото: Илнур Байғазин.

🎼25 майҙа Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Рим Хәсәнов исемендәге Төбәк-ара йырсылар һәм музыкаль ҡоралдарҙа уй
🎼25 майҙа Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Рим Хәсәнов исемендәге Төбәк-ара йырсылар һәм музыкаль ҡоралдарҙа уйнаусыларҙың “Ҡышҡы романс” фестивале үтә. 🎶Сарала Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан, Силәбе өлкәһенән йырсы һәм музыканттар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. ❗️Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!

📌 Миңлеғәли Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре "өйлө" булды. Республикала "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәләре нигеҙендә эшләгән 71 штаб бар. Хәҙер улар өсөн Өфөлә ирекмәндәр штабының үҙәк офисы асылды. 💯 "Бында һәр кемде күрергә шатбыҙ - ирекмәндәрҙе, яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен. Саралар үткәрәсәкбеҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларға психологик, юридик һәм башҡа төр ярҙам күрһәтеләсәк. Ошонда уҡ гуманитар ярҙам да килтерергә була - хәрбиҙәр өсөн посылкалар әле үк республиканың төрлө район-ҡалаларынан килә башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бөгөн Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы 20 меңдән ашыу кешене берләштерә. Был төрлө йәштәге, һөнәрле һәм социаль статуслы кешеләр. Улар эш һәм уҡыуҙан һуң бергә маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, гуманитар ылауҙар йыя, һаҡсыларыбыҙҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына ярҙам итә", - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Офистың адресы: Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 55, 105-се бүлмә. 🕰️ Эш ваҡыты: көн һайын сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем. ☎️ Ҡыҙыу линия һандары: 88002018903.

Был ҡалала фельдшерҙары йырлай тиҙәр🔥 Өфө ҡалаһы Киров районының ашығыс ярҙам подстанцияһы хеҙмәткәрҙәре Ислам Бекешев һәм Әлиә Мәмлиева моңло тауыштары менән ҡыуандыра. Видео: интернеттан.

🤖 РОБОҺАБАНТУЙ🤖 Бөрйәндә РобоҺабантуй - роботтар өсөн һабантуй үтәсәк🔥 Робот техникаһы һәм традициялар фестивале 6-7 июндә
+1
🤖 РОБОҺАБАНТУЙ🤖 Бөрйәндә РобоҺабантуй - роботтар өсөн һабантуй үтәсәк🔥 Робот техникаһы һәм традициялар фестивале 6-7 июндә ойошторола. Түбәндәге ярыштар көтә: 🔹 Робофутбол; 🔹 Робокөрәш; 🔹 Роботтар сабышы; 🔹 Арҡан тартыу; 🔹 Көршәк ватыу; 🔹 Ижади конкурс.

📌 Салауат Юлаев һәйкәлен 1950 йылда уҡ бронзанан ҡойорға теләйҙәр. Архивта скульптор Сосланбәк Тавасиев менән төҙөлгән килешеү табылған. Документҡа ярашлы, һәйкәлде нәҡ бронзанан эшләргә һәм 1950-се йылдарҙа уҡ ҡуйырға тейеш булғандар. 📍 Әммә ни өсөн был ниәттәр тормошҡа ашмаған һәм рәсми ҡағыҙҙарҙа ни тиелә - һылтанма буйынса үтеп UFA1.RU мәҡәләһен уҡығыҙ.

Хәйерле көн 🌼 🐝 Ә һеҙ беләһегеҙме, баҡтиһәң, бал ҡорттары ҡыҙыл төҫтө айырмай һәм бейеү ярҙамында аңлаша икән. Сәскәле урын тапҡан бал ҡорттары башҡаларҙы үҙҙәре артынан саҡырыр өсөн һауала түңәрәктәр һәм 8 һаны яһап оса, ти.

Матур ял көндәре теләп ҡалабыҙ ❤️ 📍 Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм тәрбиәселәре үҙҙәре ритайым ойошторған. Балаларҙың хәтерендә мәңге ҡала торған күңелле минуттар... Видео: интернеттан.

📌 Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар бейеүсе Зөлфиә Ҡудашеваның күркәм юбилейы айҡанлы матур кисә ойошторолғайны. Был видео - уға алмашҡа килер йәштәребеҙ ҙә барлығын сағылдырған матур яҙма. "Ғорурланасаҡмын!" - тип яҙған бейеп йөрөгән йәш ҡыҙҙарҙың береһе Таңсулпан Сәғитова. 🔥 Видео: Таңсулпан Сәғитова.

Башҡорт донъяһында ниҙәр бар?Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡорттар" тапшырыуын ҡарағыҙ. Был сығарылышта "БР 1-се башҡорт атлы полкы - "Любизар" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм "Төньяҡ амурҙары" клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов менән әңгәмә, Ырымбурҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ, тамьян ырыуы башҡорттарының кейемдәре тураһында һүҙ бара. Тағы ла ҡыҙыҡлы видеояҙмалар @bashbst (БАШКОРТТАР-БСТ)

📌Миәкә районында яңы музей - тарихи хәтер үҙәге асылған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө алдынан Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Ғөбәй
+6
📌Миәкә районында яңы музей - тарихи хәтер үҙәге асылған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө алдынан Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Ғөбәйҙуллин урамы, 137-се йорт адресы буйынса яңы музей үҙ ишектәрен асҡан. 💯"Әлегә күргәҙмәләр күп түгел, әммә был - эштең башы ғына. Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған ҡомартҡылар ҡуйылған, шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм легендар ат Керчь тарихы ла сағылыш тапҡан", - тип яҙған сәхифәһендә Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров. Хәтерҙә һаҡланасаҡ, тарихыбыҙ онотолмаясаҡ, ти миәкәләр.

💫 29 майҙа Өфөлә, «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә, III Республика «Алтын ашыҡ» чемпионаты үтәсәк. Проект йәштәр араһында спортҡа иғтибарҙы йәлеп итеүгә, милли спорт төрҙәрен популярлаштырыуға, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, йәштәрҙе физик әүҙемлеккә йәлеп итеүгә һәм башҡа илдәрҙә үтәсәк халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн иң яҡшы спортсыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. ✅Чемпионатта ҡатнашыу өсөн спортсылар ике йәш категорияһында саҡырыла: 7 йәштән 16 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәндәр. 💬 Быйыл ярыш «Биш ашыҡ» төрө буйынса үтәсәк. ✅Чемпионат сиктәрендә ашыҡтар ҡулланып уйналған милли уйындарҙың «Биш ашыҡ», «Ямғыр-ашыҡ», «Ашыҡ атыу», «Бәйге» төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ. 📩 Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2026 йылдың 18 майынан 29 майына тиклем «Атайсал» Мәҙәниәт үҙәгенең электрон почтаһына ҡабул ителә - kcataysal@mail.ru ☎Белешмәләр өсөн телефон: 8 (937) 168 64 34, 8 (996) 580 17 22 Үткәреү урыны: Совет майҙаны, Аҡмулла һәйкәле янындағы тирмә. Ойоштороусы: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы; Республика халыҡ ижады үҙәге. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Һеҙ бәүелгән наҙлы бишек - атай йорто ҡайһы тарафтарҙа? Һәләтле думбырасы Эвелина Әминованың бишеге Учалы районы Илтабан ауылында икән. 🥰 Бәхетле көндәр теләйбеҙ 💌 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 КАРСК ДИҢГЕҘЕНДӘГЕ УТРАУҒА ИСЕМ БИРГӘН БАШҠОРТ Бөгөн, 21 май - Рәсәй полярниктары көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙең төньяҡ сиктәрен диңгеҙҙә батырҙарса һаҡлаған яҡташыбыҙҙы хәтергә алайыҡ. ✅ Фәхрулла Хәйрулла улы Хәйруллин 1914 йылдың 24 ғинуарында Өфө губернаһының Шишмә ауылында (хәҙерге Дүртөйлө районындағы йылан ырыуы башҡорттарының ауылы) тыуған. 🔹 1934 йылдарҙа Фәхрулла Хәйруллин Мурманскиға сығып китә һәм балыҡ тотҡан карапҡа эшкә урынлаша, ә атаһы һуңыраҡ репрессияға эләгә һәм бер туғандары балалар йортонда тәрбиәләнә. 🔹 Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Төньяҡ флотҡа алына. 1942 йылдың 27 авгусында фашистарҙың "Адмирал Шеер" крейсер Диксон утрауына десант төшөрөргә тип килә. Ул саҡта Диксон портында "Кара" һәм "Революционер" пароходтары, "Дежнев" боҙватҡысы тора - ул һуғыш йылдарында СКР-19 тип йөрөтөлә. 🔹 Бына ошо СКР-19 бортында яҡташыбыҙ Фәхрулла Хәйруллин да була. Ул матрос, кормщик юлын үтеп, "Дежнев" пароходына хеҙмәткә килә. Бында уны шунда уҡ икенсе статья старшинаһы Александр Ҡарағаев күреп, снаряд биреп тороусы итеп тәғәйенләй. 📍 Диксон утрауын алырға маташҡан фашистарға ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә СКР-19 моряктары. 💯 "Матрос Хәйруллин снаряд трубкаларын тыныс ҡына урынлаштыра һәм зарядлаусыға тапшыра. Өҙөклөктәр булмай торғайны. Фәхрулла баҫалҡы, шым, әммә батыр кеше булды. Унын йондоҙло сәғәте ғүмеренең һуңғы осоро булды. Минән уға медицина ярҙамы кәрәкмәй ине... Үлемесле яраланған старшина Ҡарағаевтың 4-се орудие расчетында булған Хәйруллинға ла беренселәрҙән булып дошман снаряды эләккәйне... " - тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә Юрий Брен. 🔥 Әммә яҡташыбыҙ һуңғы һулышына тиклем көрәшә: иҫен юғалта башлаһа ла "Братцы! Бейте их, гадов!" - тип ҡабатлай. 🔹 Фәхрулла Хәйруллин Диксон утрауында шәһиттәр ҡәберендә ерләнгән. Диксон районы башҡарма комитеты ҡарары буйынса уның исеме яҡындағы утрауҙарҙың береһенә бирелгән. 🔹 Карск диңгеҙендә, Диксон утрауына 7 км алыҫта урынлашҡан утрау Хәйруллин тип атала. Был утрауҙың оҙонлоғо 1 км тирәһе, киңлеге - 200 метр. Утрау эргәһенән үткәндә, йола буйынса, моряктар ҡаһарман яҡташыбыҙ хәтеренә салют бирә. 🔥

Китапханасылар ҙа заман менән бергә атлай хәҙер 🤭 Баймаҡ үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Китап байрамы"на саҡыра🔥 Ә үҙегеҙҙең район-ҡалала китап йәрминкәһе буламы-юҡмы, ошонда ҡарағыҙ: https://kitap-bayram.ru/knizhnyj-kalendar/ Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 "III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына тиклем 35 көн" ҡалды һәм быға арналған тантаналы сара ойошторолдо. Кисә "Башҡорто
+5
📌 "III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына тиклем 35 көн" ҡалды һәм быға арналған тантаналы сара ойошторолдо. Кисә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залының 44-се ижад миҙгелен ябыу сиктәрендә бик сағыу байрам үткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23-27 июндә республикабыҙға бөтә илдән балалар ижад коллективтары йыйыласаҡ.