613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы уйынсыһы Алексей Василевский башҡортса аруҡ ҡына һүҙҙәрҙе дөрөҫ белә. 👍💚
❇️Якутияла "Туған тел" шиғырын төрлө телдәрҙә һөйләгәндәр.
🔴Башҡортостан делегацияһы күп мәҙәниле һәм этно-мәҙәни белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Саха Республикаһында эш сәфәрендә.
🔴Делегация составында Р.Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ директоры Илнур Сәлихов та бар.
🔴Ул сарала Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын башҡорт, яҡут, рус һәм инглиз телдәрендә һөйләгән яҡут ҡыҙының видеоһы менән бүлешкән.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешергән.
Баллы ризыҡ Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләгән.
Изге сара журналист Зөһрә Арсаева һәм уның әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы башланғысы менән ойошторолған. Акцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар өсөн был үҙенә күрә оҫталыҡ дәресе лә булып торған.
Күңелгә яҡын күренеш.❤️
📍 Белорет районы Ноҡат ауылы.
Күгәрсен районындағы Нуҡай ауылынан күренештәр менән бүлешкәйнек, Белореттағы Ноҡат ауылынан фото килеп төштө.
Юлды саҡ ҡына яңылыш аңлатһаң, бөтөнләй икенсе тарафҡа барып сығыуың да ихтимал 🙃
Фото: Азамат атлы төркөмдәштән.
✳️Милли йәштәр театры махсус хәрби операция геройҙарына арналған спектакль әҙерләй.
🔺“Бер ғүмер етмәй икән” драматик поэмаһының авторы яҙыусы Мөнир Ҡунафин. Ул бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡта булып ҡайтты. Әҫәр яугирҙарҙың сыҙамлығы һәм батырлығына арнала.
🔺Спектакль премьераһы 20 һәм 21 февралдә тәҡдим ителә. Ул 16 йәштән өлкән тамашасыларға тәғәйенләнә.
Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) "Дәрүишхан" төркөмөнөң "Нисек барһың, тик шулай бул" йырын башҡортса һәм татарса башҡарған.
«Нисек барһың» - был йыр ғына түгел, был, бәлки, ошо мәлдә һеҙ ишетергә тейеш булған һүҙҙәрҙер. Үҙеңдең хис-тойғоларыңды бушатырға, үҙең булырға һәм тормоштан барыһын да алып йәшәргә ишаралаһын",- тип яҙған йырсы сәхифәһендә.
+4
Хәйерле көн!☀️
📍 Күгәрсен районы Нуҡай ауылының тирә-яғы.
Фото: "Нуҡай - 2025" төркөмө.
🔔Яңы эш аҙнаһының беренсе көнө нисек үтте?
Күҙҙәрҙе һәм күңелде ял иттереүсе видео ҡарап алығыҙ.Авторы: Салауат Юнысов.
🌐"Башкир" ҡушаматлы яугирға Шайморатов миҙалы тапшырылған
🔴Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.
«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ»,— тине Радий Хәбиров.
+6
🦆Ҡоштар атласы төҙөлә
🦅Өфөлә Ҡоштар атласын төҙөү буйынса эш башланған. Был баҫмала орнитологтар тарафынан 215 ҡош төрө тураһында 8 йыл дауамында тупланған ғилми мәғлүмәт урын аласаҡ.
🐦⬛ Проектты Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау берлеге белгестәре бойомға ашыра.
🦉 Тәҡдим ителгән был матур фотоларҙы Башҡортостанда Илья Бурыкин төшөрөп алған.
📌“Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 95 йәш тула.
Ошо айҡанлы 19 февраль көнө 14.00 сәғәттә баҫманың юбилейына арналған байрам ойошторола.
Гәзит барлыҡ дуҫтарын көтөп ҡала!📍Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана. Программала: * концерт номерҙары * йәш хәбәрселәргә танытмалар тапшырыу * гәзиттең ветерандары менән осрашыу * йыл лауреаттарын ҡотлау * гәзиткә яҙылыу * уйындар, бүләктәр, оҫталыҡ дәресе * күргәҙмә, һатыу-һатып алыу 0+
Әкиәт һымаҡ итеп ҡараныҡ бынау видеоны. Авторы - туған телебеҙҙе Мәскәү башҡорттарына шулай ҡыҙыҡлы итеп өйрәтеүсе Ләйсән Әхмәҙуллина.
Бөгөн сәғәт 16.30-ҙа айыу бал урларға килә, ти:
"Салауат Юлаев"⚡
"Локомотив"
Видеоларға ҡарағанда, ике яҡ та бал өсөн талашҡа етди әҙерләнгән, буғай ❤️🔥
🌐 Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО кафедраһы асыла.
"Парижда ғаризаны хупланылар һәм тиҙҙән беҙҙең вузда геопарктар буйынса халыҡ-ара кимәлдәге белгестәрҙе әҙерләй башлаясаҡтар. Ошо арала был турала килешеү төҙөйбөҙ",- тип хәбәр итте сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 🔴 Яңы кафедра - ӨФТУ һәм "Янғантау" геопаркының проекты. Уны асыуҙы Ҡытай, Вьетнам, Уругвай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гана, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан хуплап сыҡҡан. 🔴 Өфө фән һәм технологиялар университетында беҙҙең уҡытыусылар менән бергә геология, биология, тарих, лингвистика, экологик хәүефһеҙлек буйынса төрлө илдәрҙән белгестәр эшләйәсәк. 🔴 Кадрҙар әҙерләүҙән тыш, кафедра геологик һәм экологик күп төрлөлөктө һаҡлау, тотороҡло туризм һәм этномәҙәни берҙәйлекте һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк. 🔴 Республика етәксеһе геопарктар буйынса белгестәр әҙерләү кафедраһы халыҡ-ара кимәлдә иң яҡшыларҙан булыр, тигән ышанысын белдергән.
🌐 Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған бәйге уҙғарылған.
✳️Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Бөрйән, Учалы, Ғафури, Белорет, Архангел райондарынан һәм Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ҡатнашыусылар йыйылды.
✳️Бәйгелә йөҙҙән ашыу ат сабышҡан, "Ылаҡ" уйыны ла ойошторолған.
✳️ Күркәм сара тураһында Руслан Хәлилов видеоһы.
Эй, кеше! Ошо юлдарҙы уҡыһаң, башыңды күтәреп күккә ҡара🩵 һәм күргәнең менән бүлеш!
Көнөгөҙ шатлыҡҡа тулы булһын!
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
