fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
+17 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
Яраланған яугирҙарҙы ҡотҡарыу өсөн республикабыҙҙа үҙйөрөшлө арбалар эшләп сығарғандар. Был үҙенсәлекле әйберҙе Иглин үлсәү заводында етештергәндәр. Үҙйөрөшлө арбаны кешеләр ҙә, әйбер ташырға ла тотонорға була. Тулыраҡ: Гөлшат Вәлиева сюжетында ҡарағыҙ.

Башҡортостандың Бөрйән районы Ҡотан ауылына һеләүһен килгән. "Башҡортостан" милли паркы биләмәһендә был ауыл. Шулай ҙа һеләүһендәр бында һирәк осрай икән. Хәлһеҙләнгән һеләүҙен бик матур күренә, әммә уның хәүефле йыртҡыс булыуын оноторға ярамай. Белгестәр уяу булырға саҡыра, бигерәк тә ҡараңғы осорҙа һаҡ булырға кәрәк.

Иң ҡурҡыныс әкиәт😱

📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының биш йыллыҡ эшмәкәрлеген нисек баһалайҙар? Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу һәм экологияға хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса БР Башлығы кәңәшсеһе, "Башнедра" фонды президенты, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашты. Ул социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған секцияла сығыш яһаны. Шулай уҡ Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне. 📍Тулыраҡ: видеола.

Турахан кәшәнәһе. Башҡортостан, Шишмә районы. Фото: Maratti
+5
Турахан кәшәнәһе. Башҡортостан, Шишмә районы. Фото: Maratti

Иң беренсе мөғжизә Яҙма: Нәфисә Әббәзова-Смакова.

💯“Зәрҡүм өңөндә” - башҡорт риүәйәттәре буйынса квест! Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһында “Зәрҡүм өңөн
💯“Зәрҡүм өңөндә” - башҡорт риүәйәттәре буйынса квест! Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһында “Зәрҡүм өңөндә” тип аталған Яңы йыл квесы үткәрелә башлаған. Тәүге уйында Өфө медицина колледжы студенттары ҡатнашҡан. 📌Квестың төп маҡсаты – яуыз йылан Зәрҡүмде еңергә ярҙам иткән боронғо артефакт өлөштәрен табып, Яңы йыл байрамын ҡайтанан тергеҙеү. "Йәштәр бик ихлас ҡатнашты, күтәренке кәйеф менән таралыштылар. Квеста класташтар йәки дуҫ-иштәр, хатта ғаилә менән дә килеп ҡатнашырға мөмкин. Яңы йыл байрамдарын ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп үткәрергә теләүселәр өсөн был шәп сара”, - тип хәбәр иттеләр китапхана хеҙмәткәрҙәре. ❓Нисек: Уйында ҡатнашыу өсөн урындарҙы алдан алып ҡуйыу кәрәк, юғиһә, улар һанаулы ғына икән. ✅Билеттарҙы түбәндәге ссылка буйынса алырға була: https://bashnl.ru/uslugi/pushkinskaya-karta/ Пушкин картаһы ҡабул ителә. ❓Ҡасан: Квиз 16 декабрҙән алып 10 ғинуарға тиклем бара. ❓Ҡайҙа: Ә.З. Вәлиди ис. БР Милли китапханаһы, Ленин урамы 4. ❓Нисә кеше: 5 кешенән дә кәм булмаған төркөм менән килергә. Үҙеңә уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була. Яҙылыу өсөн телефон һандары: 8-937-15-04-580

#тел_тере_шишмә 🤯Күптән түгел йәштәр йыйылған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Шунда йәш кешенең аҡҡан һыу һүрәтенә ҡарап:
#тел_тере_шишмә 🤯Күптән түгел йәштәр йыйылған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Шунда йәш кешенең аҡҡан һыу һүрәтенә ҡарап: "Һыу ҡолай", - тип әйтеүен ишетеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ни өсөн һыу аға тимәне инде, тип аптырашта ҡалғандарға сәбәбе тиҙ асыҡланды: уйын шарттары буйынса "шарлауыҡ" һүҙе йәшерелгән булған икән. "Водопад" - һыу ҡолай инде. ✅Ә бит һыу башҡортарҙа "аға", "түгелә", "ҡойола" ала. Күктән - "төшә", "яуа". Һыу шулай уҡ күтәрелә, таша, түгелә, сайпыла, һарҡа һ.б. ❗Әммә ул ҡоламай, йүгермәй, килмәй һ.б. Был рәүешле туған телебеҙҙе "боҙған" осраҡтар күп. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тура тәржемә итә лә ҡуя. 💯"Тел - тере шишмә" тигән яҙмаларыбыҙҙы телмәребеҙҙә йыш осраған хаталарға арнарға булдыҡ. ❗Төркөмдәштәр, һеҙ ҙә үҙегеҙ белгән хаталар тураһындамы, йәки берәй һүҙҙең дөрөҫ ҡулланылышын, яҙылышын, әйтелешен белмәһәгеҙ, беҙгә яҙып ебәрегеҙ! Аноним булып ҡалырға теләүселәрҙең серен һаҡларға вәғәҙә итәбеҙ. Хаттар көтөп ҡалабыҙ! 💥Әйҙәгеҙ, туған телебеҙ - тере шишмәне бергәләп таҙартайыҡ!

Был көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡағылышлы хәтирәләрҙе яңыртыу дауам итә. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ а
+4
Был көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡағылышлы хәтирәләрҙе яңыртыу дауам итә. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев алыҫ 1995 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған йыйын тураһында иҫтәлекле фотолары менән бүлешкән.
"Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтте. Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнашты. Тансулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән икәүләп алып барғайныҡ беренсе Ҡоролтай концертын",
- тип яҙған Хөрмәтулла Ғаззали улы. ❓Ә һеҙҙә шул ваҡиғанан иҫтәлектәр ҡалғанмы? Булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ!

Йәшәйһе лә әле йәшәйһе! Сәғиҙулла Байегеттең дәртле йыры бөгөн көс-ҡеүәт биреп торһон һеҙгә! Уңышлы көн!💃🕺

🍎"Алма алырбыҙ, саҡырып алырбыҙ - Китһен даныбыҙ, китһен даныбыҙ!" - башҡорт халыҡ йыры "Һөйгән йәр". 🍏Быйыл Алматыла үткән "Наурыҙ" халыҡ-ара фестивалендә "Йатаған" этно-төркөмө һәм Зилиә Бәхтиева сығыш яһаған.

Замана Ҡыш бабайҙары🏇🏇🏇

📌"Урал батыр уҡыуҙары" үтә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алыуға к
📌"Урал батыр уҡыуҙары" үтә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алыуға киләһе йылда 115 йыл тула. Ошо айҡанлы быйыл 20 декабрҙә "Урал батыр уҡыуҙары" беренсе ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәле ойошторола. Ҡорҙоң маҡсаты - башҡорт халыҡ эпосын мәңгелләштереү һәм популярлаштырыу буйынса фекер алышыуға булышлыҡ итеү. Бында ғалимдар, тел белгестәре, этнографтар, тарихсылар, фәйләсуфтар, рәссамдар һәм скульпторҙар ҡатнашасаҡ. 📍Сара 20 декабрҙә БР Милли музейы бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.

"Бында килдек, икенсе көн хәҙер, телем яйлап асыла башланы. Атыу ағас телгә әйләнгәйне"
, - ти Тажикстандан килгән яҡташыбыҙ Салауат Ғәбделхәй улы Мостафин. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Йәштәргә туған телде өйрәтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.

V Ҡоролтайҙан VI Ҡоролтайға тиклем үткән юл.

Хәйерле иртә, дуҫтар! Көнөгөҙ уңышлы үтһен! Фотола: Ағиҙел йылғаһы.
Хәйерле иртә, дуҫтар! Көнөгөҙ уңышлы үтһен! Фотола: Ағиҙел йылғаһы.

Өфөләге 48-се Башҡорт лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ниһайәт, белем усағының 25 йыллығына арналған тантаналы сарала был турала рәсми рәүештә белдереү яһалды. Сара сиктәрендә мәктәптә яҙыусыға арналған яңы музей асылды һәм байрам концерты ҡуйылды. Лицейҙың юбилей сараһы тураһында тулыраҡ "Вести. Башҡортостан" сюжетында ҡарағыҙ.

Өфөләге 48-се Башҡорт лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ниһайәт, белем усағының 25 йыллығына арналған тантаналы сарала был турала рәсми рәүештә белдереү яһалды. Инициатором идеи увековечения памяти поэта был наш коллега тележурналист Вильдан Галин. В рамках торжественных мероприятий в школе состоялась презентация нового музея и прошел праздничный концерт. Подробности в материале Александра Колинченко. 👉🏻Полная версия сюжета👈🏻 Подписаться | Сообщить новости

Ә һеҙ сәтләүек ярыуҙың ниндәй ысулдарын беләһегеҙ? 😁

Башҡортостан - заманса медиасәнғәт конкурсы призеры. Өфө командаһының инсталляцияһы Санкт-Петербургта Һарай майҙанында күрһәтелде. Видео: Яҡты-медиа.