612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-330 روز
آرشیو پست ها
+5
📌Бөгөн Өфөлә "Кеше приюты" социаль үҙәге ишектәрен асҡан. Уның эшмәкәрлеге ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем бушлай ҡайнар аш, шәхси гигиена кәрәк-ярағы, медицина ярҙамы һәм эш табыуҙа ярҙам аласаҡ.
"Синоптиктар ҡыш һыуыҡ киләсәк, ти. Шуға был Үҙәктең асылыуын бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ул Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан, Рамаҙан мәсетенә яҡын (Бабушкин урамы, 7-се йорт). Был үҙәк кешеләргә өмөт һәм иртәнге көнгә ышаныс ҡайтара торған урын булһын",- тип хәбәр иткән был турала Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
📌 Тағараҡ конкурсында ҡатнаш!
"Өфө муйынсағының ҡоштар ихатаһы" проекты сиктәрендә тағараҡтар эшләү буйынса ҡала конкурсы иғлан ителгән.
Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү үҙәктәре уҡыусылары ҡатнаша ала.
🏆Еңеүселәрҙе 3 номинацияла билдәләйәсәктәр:
🔹 "экологик тағараҡ" - тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәгән тәбиғи материалдарҙан эшләнгән тағараҡ;
🔹 "креатив тағараҡ" - иң үҙенсәлекле, таң ҡалдырырлыҡ формалағы тағараҡтар;
🔹 "файҙалы тағараҡ" - икенсел материалдар ҡулланып эшләнгән һәм иҫке әйберҙәргә яңы һулыш биргән тағараҡтар.
Тағараҡтар тимерсыбыҡ йәки бау менән нығытылырға, башы ҡаплы һәм ҡоштар иркен инеп-сығып йөрөрлөк булырға тейеш.
✅ Ғаризалар һәм эштәрҙең фотоһүрәттәре 15 декабргә тиклем ҡабул ителә: clck.ru/3QHn42.
📍 Тулыраҡ мәғлүмәт: clck.ru/3QHmLo
Әйткәндәй, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
📌2026 йыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, тип иғлан ителде.
Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин 5 ноябрҙә үткән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса президент ҡарамағындағы Совет ултырышында белдерҙе.Был идеяны эшлекле осрашыуҙа Бөтә Рәсәй казактар йәмғиәте атаманы Виталий Кузнецов тәҡдим иткәйне, ил етәксеһе уны хупланы һәм вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле ҡарарҙар проектын әҙерләргә ҡушты. Күп милләтле илебеҙҙә халыҡтар дуҫлығына һәм берҙәмлегенә бындай иғтибар бирелеүе тәбиғи. 📍 Әйткәндәй, киләһе йылдан 30 апрелдә Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы ерле халыҡтары көнө, 8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә.
+2
📌 Кисә Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Тамара Нечаеваның "Ҡояшҡа ҡаршы" тип аталған бюсын Башҡортостан Милли музейына тапшырҙы.
Скульпторҙың был ижад емешен ҡайсаҡ "Йәш Салауат" тип тә йөрөтәләр.Тамара Нечаева күп тапҡырҙар батырыбыҙ образын һынландырып ҡарай, билдәле артист Арыҫлан Мөбәрәков һәм рәссам Әхмәт Лотфуллинға ҡарап бер нисә этюд яһай.
"Шуға "Ҡояшҡа ҡаршы" бюсында таныш һыҙаттар сағыла",- тип хәбәр итәләр БР Милли музейынан.
РӘХМӘТ
Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.
Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.
…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.
Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.
Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.
Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй, Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
📌 Интернет селтәрҙәрендә бына ошондай үҙенсәлекле видеолар тарала. Беҙҙең өсөн Өфө айырыуса "йомшаҡ" булып тойолдо 🥰
Видео: Айгөл Ғәлина.
+3
📌Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө.
Был иҫтәлекле дата 2020 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы тарафынан булдырылды.⚡Дивизия СССР-ҙың Оборона Дәүләт Комитетының 1941 йылдың 13 ноябрендәге ҡарарына ярашлы Башҡорт АССР-ы иҫәбенә формалаша. Республика хужалығынан 13,3 мең ат, эйәр-өпсөн, һалдаттарға кейем-һалым, фураж тапшырыла. ✅Башта дивизия составында 3823 кеше була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1943 йылдың февраленән – 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип йөрөтөлә башлай, ә сентябрҙән – Чернигов маҡтаулы атамаһы өҫтәлә. Ҡыҙыл Армияның кавалерия соединениялары араһында тик 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ғына 78 яугир Советтар Союзы Геройы исеме алған һәм 5-һе Дан орденының тулы кавалеры булған. Башҡа дивизияларҙа был тиклем күп кеше юғары наградаларға күрһәтелмәгән. 💯Өҫтәүенә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. 📍Фотоларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары.
🍂Һоро һәм күңелһеҙ ноябрҙең дә үҙ матурлығы бар, белгегеҙ килһә. Ул берләштерә, бер-береңә ярҙамлашырға этәрә, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек мәшәҡәттәренән шатлыҡ кисерергә өйрәтә, үәт.
Ҡаҙ өмәһенән күренештәрҙе Розалина Ибраһимова төшөрөп алған.
Өҫтәлдәрегеҙ гел шулай муллыҡтан һығылып торһон, үҙегеҙ имен, йортоғоҙ ҡотло булһын, төркөмдәштәр!
📌 Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтерергә ярҙам итеү маҡсатында республика премияһы тапшырасаҡтар.
Премия йыл һайын биреләсәк. Ул архитектура, дизайн, мода, журналистика, әҙәбиәт һәм нәшриәт, реклама, гастрономия, халыҡ художестволы кәсептәре һәм башҡа креатив иҡтисад өлкәләрендәге проекттар, идеялар өсөн тәғәйенләнгән.
📍 Быйыл премияға дәғүә итеүселәрҙең ғаризалары 13-23 ноябрҙә ҡабул ителә. Ғаризаны түбәндәге һылтанма буйынса үтеп тултырырға мөмкин: forms.yandex.ru/u/6905cf05...
Премия "Креатив проект/продукт", "Мәҙәни код", "Йылдың креатив ваҡиғаһы", "Креатив остаз", "Креатив PR-кампания", "Креатив территория", "Креатив цифрлы продукт", "Креатив медиа", "Креатив команда", "Креатив эшҡыуар" номинациялары буйынса еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Тулыраҡ ошонда: creastan.ru/creapremia
Кесе йома мөбәрәк булһын!
Көндәр болотло тора, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп китмәгәнһегеҙҙер ул? ☁️
Көн яманы үтер, тигән борон ата-бабаларыбыҙ.📍 Белорет районы, Ирәмәл тауы. Фото: Илнур Байегетов.
❗"Стрелка" - иртәгә ти!❗
Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында осрашырға саҡырғандар.
13 ноябрҙә "Өлкән улым" спектакленең премьераһы була!Александр Вампилов пьесаһын режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән. Еңелмәҫ өсөн сәскәләр тотоп барығыҙ! 😉
+2
📌 Бөгөн иртән Башҡортостандың ҡайһы бер урындарында Төньяҡ (поляр) балҡышын күҙәткәндәр.
Өфөгә яҡын урынлашҡан Иглин ауылында күк йөҙө бына шулай алһыуланып торған, ти.Был күренеш Ҡояшта булған процестарға, магнит дауылына бәйле, тип аңлата белгестәр. Был фотолар менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашҡан.
📌 Башҡорт балаҫын донъя кимәлендә танытыу һәм уны һуғыу оҫталығын йәш быуынға өйрәтеү өсөн ниндәй юлдар бар?
Миәкә районының балаҫ һуғыу оҫталары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә сығып, ошо хаҡта ҡыҙыҡһынды һәм тәҡдимдәрен дә еткерҙе.
Улар башҡорт балаҫын һаҡлау һәм быуындан-быуынға күсереү өсөн ниндәйҙер мәғариф проекты эшләргә кәрәк, ти.📍 Республика етәксеһе оҫтабикәләрҙең башланғысын хупланымы - был турала видеола.
Сибайҙан "Тарпан" этно-фольк төркөмөнә ҡарап, төшкө ял минуттарығыҙҙа көс һәм дәрт туплап алығыҙ! ❤️🔥
📌 Балаларҙы нимә борсой?
Өфөнән кескәй Солтанморат Ғиззәтуллин "Ҡасан башҡортса йәнһүрәттәр төшөрөрөләсәк һәм билдәле йәнһүрәттәрҙе тәржемә итәсәктәр?" - тип ҡыҙыҡһынды. Малайҙың саф башҡортса һөйләшеүе, үҙенең шундай етдилеге Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән Тура бәйләнештә ҡатнашҡан һәр кемде һөйөндөрҙө.
Республика етәксеһе нимә тип яуап ҡайтарҙы - видеола ҡарағыҙ.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш. 2025 йылдың 11 ноябре.
МИН БИТ САЯ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!
Ил күргәне -
Ул яҙмышым.
Телгә тоғро
Йән-булмышым.
Тыуған ерҙә
Бар юл башым,
Халҡым йыры,
Моң - юлдашым.
Милләтемдең
Тере ҡуҙы -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!
Ир-егеттә
Көс-батырлыҡ,
Ил тойғоһон
Уятырлыҡ,
Һөйөү тәмен
Татытырлыҡ,
Ярһыу атты
Туҡтатырлыҡ
Тылсымым бар,
Беләм быны -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!
Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА.
Фото: Людмила Камнева.
🥊"Ата-бабаларыбыҙ көсөнән ҡеүәт алам, ғорурланам һәм йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәм",- ти милләттәшебеҙ Зарина Исламова. Сибай ҡыҙы ошо көндәрҙә Японияла муайтай буйынса еңеү яуланы. Ул рингҡа өләсәһе эшләгән селтәрҙә һәм бүрек кейеп сыға.
Зарина үҙен күтәрмәләп торған һәр кемгә рәхмәттәрен белдерҙе.Афарин! Алға, яңы еңеүҙәргә! 💙🤍💚
+5
📌 Ҡаҙ өмәһенә - ваҡыт!
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында ҡаҙ өмәһен бына шулай гөрләтеп үткәреп ебәргәндәр, тип хәбәр итә райондың "Телеграм"дағы төркөмө.
💯Ҡаҙ өмәһе - борондан килгән матур башҡорт йолаларының береһе. Һыуыҡтар төшкән мәлдә ҡаҙ тотҡан хужалар ярҙамға күрше-күләнен, туған-тыумасаһын саҡырып, ҡош-ҡортон эшкәртеп ала.
🔹"Еңел ҡуллы" ир-егет ҡошто бисмиллалап салып бирһә, ҡатын-ҡыҙҙар йөнөн йолҡорға тотона.
🔹Ҡаҙҙың йомшаҡ ҡына мамығы ҡабарынҡы яҫтыҡтар эшләргә шәп була. Ә ҡанаттарын һепертке итеп тотоналар. Ҡаурыйҙарын да ҡалдырмайҙар - ике яҡлап һыҙырып алалар.
🔹Ныҡлап таҙартып алыу өсөн ҡаҙҙы өтөргә кәрәк. Бында хәҙер тағы ир-егеттәр ярҙамға килә: элегерәк паяльник, һуңғы йылдарҙа газ баллондары менән "һә" тигәнсе өтөп тә ҡуялар.
🔥Ә кемдәрҙер, бәлки, хәтерләйҙер, элегерәк ҡаҙҙы өтөү өсөн ут яғырға тура килә ине. Бер мәл газ плитәһе өҫтөндә тотоп эшләнеләр быны. Хатта бер ҡат марля ҡаплап, совет заманының ауыр үтеге ярҙамында өткәндәре хәтерҙә 🤭 Йылдан-йыл йәшәйешебеҙ еңеләйә бара шул, шөкөр.🔹Артабан инде ҡаҙҙың эсен таҙартып, бөрләтәү, йөрәк-маҙарын айырып алып ҡуялар. 🔹Иң аҙаҡта ҡаҙҙы йылғаға алып барып сайҡап алып ҡайталар - ул йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана һәм был уны оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам иткән. 🔹Хужабикә был арала әле генә эшкәртелгән ҡаҙҙы ҡаҙанға һалып, гөрләтеп эшләгән өмәселәргә табын әҙерләй, аш һала. Бына шундай матур йолабыҙ әле лә йәшәй. Көтөп, әҙерләп алған һуғымдарығыҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, имен-һау ашарға һәм ҡыуаныстар менән йәшәргә насип булһын! 🥰
📌 "Кино төнө, Музейҙар төнө, хәҙер диспансеризация төнө лә үтәсәк!"- тип хәбәр иткән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. ✅ Бындай тәүге акция 13 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторола. Ҡала халҡы сәғәт киске 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем тикшеренеү үтә аласаҡ.
"Төп бурысыбыҙ - күберәк пациенттарҙы ҡарау, сөнки ауырыуҙы иртә билдәләү - әүҙем оҙон ғүмер нигеҙе. Акция шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ойошторола",- тип яҙған министр.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
