617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-37 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
Хәйерле эш аҙнаһы! 🌞
Матур ялдарҙан һуң еңел эш һәм уҡыу аҙнаһы теләйбеҙ, кәйефтәрегеҙ күтәренке булһын!
🌷ШУНДАЙ ҠЫҘҘАР БУЛА
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Ҡапыл әсир итә йөрәкте,
Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә,
Наҙы менән өҙә үҙәкте.
Ундай хистәр, йәйге ысыҡ кеүек,
Күҙ һирпкәнсә генә кибә лә,
Тик хәтерҙә балҡып-балҡып китә,
Йондоҙ янған кеүек тирәләп.
Ундай хистәр,елбәҙәк ҡар кеүек,
Тәҙрәнән дә осоп инәләр,
Осҡонланып осоп инәләр ҙә
Күҙ йәштәре кеүек һүнәләр…
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гонаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?..
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
Ожмах—әсәләрҙең аяҡ аҫтында,
Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа.
Әсәйеңдең һөйөнөстән генә
Күҙҙәренә йәше тулыуҙа.
Ғүмер биргән әсәң, наҙлап ҡына
Балам тиеп сәсең һыйпаһа,
Күҙҙәреңә ҡарап, уйҙарыңа
Риза булып ихлас йылмайһа—
Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә
Бар ғаләмдең нурын йыйнаған.
Һеҙгә генә үҙен бағышлаған,
Күңел наҙын һеҙгә төйнәгән.
Һеҙҙең уңыш— уға йәшәү көсө,
Һеҙҙең ҡайғы— йөрәк һағышы.
Йәнәш һулап, йәшәү мәғәнәһен
Һеҙҙә генә уның табышы.
Тыныс булһын әсә күңелдәре,
Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә,
Именлектә уҙһын һәр бер көнө,
Йырҙар тулһын күңел түренә.
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.
Һүрәт: Хатип Фазылов "Башҡорт ҡатыны бала менән".
+1
🌷Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев байрам көндәрендә лә тырышып эшләгән ханымдарҙы ҡотлаған.
Ҡаланың йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартып, тәртип урынлаштырып, тормошобоҙҙо еңеләйтергә тырышҡан гүзәл заттарҙың хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мэр.
🌷Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлаған.
"Республикабыҙҙың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын - әсәйҙәрҙе, кәләштәрҙе, ҡыҙҙарҙы, апай-һеңлеләрҙе, өләсәйҙәрҙе - матур яҙ байрамы менән ҡотлайым. Һеҙ - төрлө: сағыу һәм матур, аҡыллы һәм көслө, батыр һәм ҡыйыу, нәзәкәтле һәм хәстәрлекле. Әммә шуныһы ысын - иң матурҙары һәм иң яратылғандар. 8 Март - ошо хаҡта иҫегеҙгә төшөрөү өсөн яҡшы сәбәп. Һәр берегеҙҙең үҙ юлы бар. Бөтә эштәрегеҙҙә лә һеҙгә уңыш юлдаш булһын. Ә беҙ, ир-егеттәр, һеҙҙе бәхетле итергә тырышырбыҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
🌷Башҡортса 8 Март менән ҡотлап ҡыуандырырға AY YOLA солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич премияһы лауреаты Ринат Рамаҙанов өйрәтә.
Видео: "Башҡортостан бөгөн" каналынан.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!🌺
Ҡышҡы һыуыҡтарҙан һуң туңған Ер ҡыртышын Ҡояш нурҙары йылытып, Яҙ килтергән кеүек, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, һеҙ ҙә туңған күңелдәрҙе иретер, йөрәктәргә ялҡын һалыр наҙға, илаһи көскә эйәһегеҙ.
Бөгөнгө матур байрам менән барығыҙҙы ла ихлас тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ бәхеттәр, йөрәк йылығыҙҙы өләшер яҡындырығыҙ эргәгеҙҙә булыуын теләйбеҙ!
Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле!❤
+5
📌 Салауат районының һәләтле кешеләренең береһе - рәссам Мөнир Әбүбәкеров матур ғүмер байрамын билдәләй, тип хәбәр итә Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре.
🔹 Мөнир Риза улы - үҙ алдына өйрәнгән рәссам. Ул Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Юғары белеме буйынса - табип, Дәүләт Йыйылышы секретариатында, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы аппаратында эшләгән.
🔹 Тыуған яғының тәбиғәтен төшөрөргә ярата, үҙ алды рәссам һөнәрен үҙләштергән һәм хатта районда күргәҙмәләр ҙә ойошторған. Тәүге күргәҙмәһе 2015 йылда Салауат Юлаев музейында асылған. Ә бына былтыр дүртенсе күргәҙмәһен тыуған Арҡауылында ойошторған.
Фотола 2023 йылда күргәҙмәһен асыу күренештәре.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌 Башҡортостанда берәү дингеҙ бөркөтө (орлан) башы рәүешендә өй төҙөгән.
Бөрйән районынан Алмаз Ишкинин үҙен бушкрафт-блогер тип атай.Ул ике йылдан ашыу ҡырағай тәбиғәт шарттарында йәшәргә өйрәнә икән. 🔥Бына урман эсендә диңгеҙ бөркөтө башы рәүешендә бер ай эсендә өй төҙөп ҡуйған - ҡыу ағас, туҙ, мүк, балсыҡ кәрәк булған. Өй эсендә мейес, өҫтәл һәм ял итергә урын бар.
Был ҡыҙыҡ өй Яңы Мөсәт ауылына яҡын урынлашҡан.Уны Шүлгәнташ мәмерйәһенә китеп барышлай барып күрергә мөмкин, тик артыңдан таҙартып китергә, зыян итмәҫкә кәрәк. 📍 Координаттары: 53.192944, 57.372694 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Башҡорт туйы 🔥
Йәштәребеҙҙең боронғо милли йолаларыбыҙға иғтибары артыуы, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә һаҡларға тырышыуы, модалы итеүе - ғорурландыра.Бына бер бик матур пар (күҙ теймәһен!) яҙмыштарын бергә бәйләгән. Ғаилә бәхете, татыулыҡ һәм балаларына ла башҡорт йолаларына, теленә, тарихына һөйөү тәрбиәләп үҫтереүҙәрен теләйек! 😇 Видео: Эльвира Сирусина. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Хәйерле көн 🌷
"Бәхет сере нимә оҡшай, шуны эшләүҙә түгел, ә эшләгән эшең оҡшауында",- тигән яҙыусы, Питер Пэн тураһындағы әкиәттәр ижад итеүсе Джеймс Барри. Һәр тотҡан эшегеҙҙе яратып башҡарырға һәм көн дә бәхетле булырға яҙһын!💯
📌 "Тамырҙар" проекты уҡыу этнокабинетын байытыуҙы дауам итә - проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырыла.
🔹 Был этнокабинет онлайн-экскурсиялар ойоштороу, асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү үҙәге буласаҡ.🔹 Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәтен сағылдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә, үҙенсәлекле көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәр, ҡулдан туҡылған келәмдәр, ағас һауыт-һаба кеүек әйберҙәр алынған. 🔥"Тамырҙар проекты төбәк йәштәре араһында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсаты - 7-15 йәшлек мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса инновацион мультимедиа уҡыу-методик комплекс эшләү. 🔹 Проект сиктәрендә уҡытыу әсбаптары, уҡыу кабинеты, виртуаль күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы дәрестәр, уҡыу материалдары тупланған сайт эшләү ҡаралған. 🔹 Проект етәксеһе - Анастасия Вилданова, координаторы - Ләйсән Сафиуллина. 📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды һәм 2-се "СМАРТ" република полилингваль күп профилле гимназия ярҙамында тормошҡа ашырыла.
📌Башҡортостан Милли музейы "Яҙғы комплимент" бүләк итә.
8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә музей гүзәл заттарға айырым программа әҙерләгән.Байрам унайынан ҡатын-ҡыҙҙарға музейға инеү бушлай буласаҡ! 🌷 Ғаилә менән музейҙы килеп ҡарау һәм балаларға тарихыбыҙға, рухи һәм матди ҡиммәттәребеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү йәһәтенән дә шәп мөмкинлек был, тип билдәләй ойоштороусылар. 📍 Байрамдың төп өлөшө сәғәт көндөҙгө 3-тә башлана - "Яҙғы комплимент" тип аталған музыкаль экскурсия була. Бында тыуған яғыбыҙҙың тарихына арналған экскурсия һәм ҡурай моңдары көтә.
"8 март көнө байрам кәйефе артынан килегеҙ! Көтәбеҙ!"- тип яҙған музей хеҙмәткәрҙәре. Ә бына 9 мартта БР Милли музей ял итә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌 Гимназияла ҡунаҡта
"Йатаған" этно-төркөмө Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары алдында сығыш яһаған. Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнап ойошторолған.
Башҡортостан - йөрәк түрендә ❤️
Видео: "Беләҙек" төркөмөнән.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
