fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
612
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Ир ҡанаты - ат булыр.
Видео: "Мин - Абҙаҡтан" төркөмөнән.

Өс мөғжизә мине әсир алды - Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын ке
+4
Өс мөғжизә мине әсир алды - Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында. Мостай КӘРИМ. 🔹Фото: нейроселтәр ярҙамында Айгөл Шәйәхмәтова эшләгән.

🔰"Төньяҡ амурҙары"на мәңгелек дан!
Ғафури районының Красноусол ауылында бына шундай матур мемориал бар.
🏹Уны 1812-1814 йылғы Ватан һуғышына 205 йыл тулыуға арнап, 2017 йылда асҡандар. 🏹Мемориал проектының авторы - билдәле реконструктор Илдар Шәйәхмәтов. 🏹 Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан башҡорттарҙың мәргәнлегенә хайран ҡалған француздар уларҙы "Төньяҡ амурҙары" тип атаған. 🔹Был һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. 🔰Видеола "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры яңғырай. 🔸Ҡаһым түрә - 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта башҡорт полкы командиры була.

📌 12 майҙа Ленин паркы төҙөкләндереү өсөн тулыһынса ябыласаҡ. 🔹Унда коммуникацияларҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк, шуға өлөшләтә ябып тороу уңайһыҙ. Паркты тиҙ арала төҙөкләндерергә тырышасаҡтар, шулай ҙа эштәр ике йылға һуҙылыуы ихтимал.
"Бында һәйкәлдәр, мемориаль объекттар бик күп. Һыҙыҡ өҫтөнә алам - булған бөтә нәмәне һаҡлап ҡалабыҙ. Тик территорияны тәртипкә килтерәсәкбеҙ, уға яңы һулыш биреп, инженер системаларын, юлдарҙы яңыртабыҙ һәм иң тәү сиратта, ярым емерек хәлдәге фонтандарҙы яңыртасаҡбыҙ", -
тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Парк федераль аҡсаға һәм" Сбербанк" ярҙамында төҙөкләндереләсәк. Халыҡ күреп-белеп торһон өсөн төҙөлөш эштәре менән танышып, контролдә тотоусы махсус төркөм булдырыла. Уның составына әүҙемселәр һәм белгестәр инә.

🔰БАШҠОРТТАРҘА ТУҠЫУСЫЛЫҠ ЭШЕ 🟡Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында туҡыусылыҡта башлыса һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнө, кәзә мамығы, ә төньяҡ, үҙәк һәм көнбайыш райондарында күбеһенсә кесерткән, киндер сүсе, етен, һуңыраҡ кизе-мамыҡ еп ҡулланғандар. 🔸Сүс яһау өсөн үҫемлек һабаҡтарын башта һыуҙа ебеткәндәр йәки ҡар аҫтында тотҡандар, артабан төйгөс һәм талҡы менән эшкәрткәндәр. Сүбәген шырт щётка йәки тәрәш тараҡ менән тигеҙләгәндәр. 🔹Епте тула баҫҡандағы кеүек иләгәндәр. 🔸Туҡыманы ҡайнап торған көл һыуына һалып ағартып,ҡояшта киптергәндәр. 🔰Ептәргә тәбиғи буяуҙар ярҙамында төҫ биргәндәр: 🔴ҡыҙыл төҫ бөрмәкәй (подмаренник) тамыры йәки ерек ҡабығы, 🟡һары — һыйыр теле үләне, 🟢йәшел — көкөрт үләне, арса йәки артыш ботағы төнәтмәләренән алғандар. ✅ XIX быуат уртаһынан анилин буяуҙар менән буяғандар.

Һүҙһеҙ генә 💘 Видео: Людмила Камнева һәм Амалия Хәкимова.

Яңы көн яҡшы кешеләр менән осрашыуҙарға бай булһын! Күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Фото: Людмила Камнева.
Яңы көн яҡшы кешеләр менән осрашыуҙарға бай булһын!
Күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Фото: Людмила Камнева.

💫Ниндәй тауҙарға артылдығыҙ бөгөн?

Башҡорт ир-егеттәренең баш кейеме ниндәй булған?
Был һорауға яуап Дилә Йәһүҙина видеоһында.

Ауылда көндәр күҙ асып йомғансы үтә шул... 💘 Видео: salo_watt

Хәйерле иртә! ☀️
Хәйерле иртә! ☀️

Күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ 🥰 Видео: Алина Усманова.

📌 БР Милли музейында "Урал батыр" эпосы - хазиналар һандығы" тигән квиз уйыны ойошторғандар. Ике команда ҡатнашкан Һәм Бик мауыҡтырғыс һорауҙарға яуап биргәндәр.
Ял минуттарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәргән йәштәргә - афарин!

🔰Талантлы башҡорт йәштәре - Мәскәүҙә.
"Дуҫлыҡ" вокал ансамбле илдең баш ҡалаһында сығыш яһаған.

🔰 Милли кейем көнөндә Өфөләге Совет майҙанынан бер гүзәл күренеш.
"Биҙрә менән бейеү" Боронғо башҡорт халыҡ бейеүен "Селтәр" Халыҡ кейеме студияһы ағзалары башҡарҙы.
Етәксеһе - Фатима Хәйретдинова. Солисы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина.

Ошондайыраҡ берәй егет танышырға уйлаһа, 26 апрель ҡайҙа етәкләп килтерергә беләһегеҙ 😉

Күңелегеҙ менән ял итегеҙ!
Бәхетле минуттарығыҙ күберәк булһын ☀️

https://vk.com/video53787104_456241834 📌Бөгөн алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы һуғышҡан һәм Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаған яугир ир-егеттәребеҙгә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһынан гуманитар ярҙам барып еткән. Еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Был турала журналист Ильяс Батыргәрәев видеоһы.

ҮНДЕГЕҢ МАТУР - ҠАТЫНЫҢ ОҪТА ИКӘН 🔶Ундекте аттың арҡаһын һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалғандар. 🔹Үндек (русса "потник" тип атала) ҡалын кейеҙҙән булған, ғәҙәттә, кәзә йөнөнән баҫҡандар. 🔹Уның өҫтөнән эслеге кейеҙҙән, тышы нағышлы серге япҡандар. Ҡайһы бер сергеләрҙең уң яғы күндән дә булған. 🔰Видеола Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова "үндек" тигән башҡорт ҡаралтыһы тураһында һөйләй.
"Быны минең өләсәйем, күбәләк ырыуы ҡыҙы эшләгән... Ир-егеттәр кемдең үндеге матурыраҡ нағышлы булыуына ҡарап бер-береһе менән ярышҡан да хатта, кемдең ҡатыны оҫтараҡ тип",
- ти Хафиза ханым. Видео авторы: Фәнүзә Аллағолова.

Бөгөнгө байрам афишаһынан.
+1
Бөгөнгө байрам афишаһынан.