618
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
اطلاعاتی وجود ندارد7 روز
-230 روز
آرشیو پست ها
📌 Бөтә кешелектең донъяға ҡарашын үҙгәртә алырлыҡ идеялар менән йәшәгән немец философы һәм сәйәси эшмәкәр Фридрих Энгельстың да бер ҡурҡҡан нәмәһе булған икән.
🔥 Нимә икәнен, ошо видеоны ҡарағас белерһегеҙ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Башҡорттарҙа "ара" тигән төшөнсә бар.
Ара - үҙ-ара зат булған кешеләрҙе үҙ эсенә ала. Ошо затҡа ҡараған кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә, йәки уларға бәйле тарихҡа ҡарап, араға атама бирелгән.
📍 Был видеола Әҡлимә һылыу үҙенең араһы тураһында һөйләй.
Ул Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан икән. Беҙ уның ике видеоһын бергә ҡушырға батырсылыҡ иттек - төркөмдәштәргә аңлайышлыраҡ булһын өсөн. Моғайын, ғәйепкә алмаҫ 🙏
❓ Ә һеҙ ниндәй араға ҡарайһығыҙ?
✅ Әйҙәгеҙ, ошонда комментарийҙарҙа яҙығыҙ әле, ҡарайыҡ, ниндәй башҡорт аралары бар?
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Ағиҙел ҡалаһынан матур яңылыҡ: "Тел - халыҡ хазинаһы" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алған.
🔥 "Тулҡын һыртында" автономиялы коммерция булмаған ойошманың "Тел - халыҡ хазинаһы" проектына 600 мең һумлыҡ ярҙам биреләсәк.
Ул балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең туған телгә ҡарата иғтибарын арттырыу, милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатында бойомға ашырыла.
🔹 Проект сиктәрендә башҡорт милли кейеме үрнәктәрен эшләргә өйрәтеү, тасуири һөйләүселәр көнкурсы һәм этнодефиле, фольклор һәм йола байрамдарын күрһәтеү, халыҡ уйындарын уйнау, башҡаорт балалар яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған.
📍 Грант аҡсаһына түбәндәгеләрҙе һатып алырға ниәтләйҙәр:
📚 башҡорт һәм рус телдәрендә балалар китаптары
🏠 4 метр диаметрҙағы тирмә
🖥 башҡорт телендә уйындар һәм текстар бирелгән интерактив таҡта
🧸 этно-ҡурсаҡтар, өҫтәл уйындары һ.б.
💯 "Беҙҙең проект балаларҙа һәм өлкәндәрҙә башҡорт теленә, милли йолаларға һәм мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип ышанам",
- тине Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нурия Исламова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Хәйерле көн ☀️
Баҡтиһәң, кисә бөтә байрамдарҙы бер көндә билдәләп бөткәнбеҙ икән, бөгөнгөгә ҡалмаған 🤭
Шулай ҙа, мәҫәлән, Италияла Республика көнө, Таиландта Ананас көнө, Болгарияла Христо Ботев - революционерҙар шағир көнө үтә икән.
Ә беҙ йәйҙең икенсе көнөнә һәм Белорет районы Йөйәк ауылында Инйәр йылғаһына төшкән аҡҡоштарға ҡарап һоҡланайыҡ һәм 2 июнде яҡшы кәйефтә үткәрәйек 🥰
Видео: Әлиә Саматова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+2
📌Башҡортостандың баш ҡалаһына Бөрйән башҡорто етәксе итеп тәғәйенләнде.
Рөстәм Шәрипов быға тиклем 5 йыл үҙенең тыуған Бөрйән районында хакимиәт башлығы булды, һуңғы 7 йылда Хәйбулла районында ошо уҡ вазифаны биләне.
🔥Бына бөгөн уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләүҙәре тураһында билдәле булды: был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
"Өфөгә бер аҙ энергия бирергә кәрәк... Ҙур хужалыҡ, уны ҡарарға кәрәк",
- тине Радий Фәрит улы.
Рөстәм Динислам улына яңы эшендә уңыштар теләйбеҙ!👏
Бына шундай ҡыҙыҡлы видео килеп төштө әле. Миәкәнән Гөлнур Сөләймәнова етәкселегендә "үҙйөрөшлө" тирмә, тигәндәр 😍 🤭
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу мәсьәләһе ҡарала, тип хәбәр иткәйнек инде. Күҙәтеү советының кәңәшмәһе һәм белгестәр фекере тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуы сығарылышын ҡарағыҙ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Пластик ҡапҡасты 1000 селбәрәгә алмаштырғандар
"Водорослям крышка" проекты - Башҡортостан халҡы ихлас ҡатнашҡан экологик сараларҙың береһе.
🔥 Акция сиктәрендә ирекмәндәр 2 тоннаға яҡын пластик ҡапҡас йыйып, эшкәртеүгә ебәреп өлгөргән. Һәм ошо аҡсаға Ҡарман балыҡ питомнигынан 1000 уҡбалыҡ селбәрәһе һатып алған.
💯 "Бындай сара күңелдәрҙе йылыта һәм мөһим дәүләт заданиеһын үтәй: һыу биологик сығанаҡтарында тигеҙлекте һаҡлай һәм төбәктә "Экологик именлек" милли проектын бойомға ашырырға ярҙам итә. Бына бөгөн, проекттың һуңғы көнөндә, иң мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға - Ағиҙел йылғаһына селбәрәләр ебәреү ойошторолдо. "Водорослям крышка" проекты тәбиғәт тураһында һүҙҙә генә түгел, ә ысын күңелдән хәстәрлек күреүселәрҙе берләштерҙе. Был кешеләр үҙ миҫалында раҫлай: тирә-яҡ донъяны хәҙер үк үҙгәртергә була, шуның менән башҡаларҙы илһамландыралар",
- тине БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
📍 Ағиҙелгә селбәрә ебәреүҙә 50 ирекмән һәм 6 партнер ҡатнашҡан: 6 йәштән 65 йәшкә тиклемге вайымлы яҡташыбыҙ.
😱 Экологик акцияла ҡатнашыусылар йылғаға селбәрә ебәрерҙән алда яр буйын да таҙалап ҡуйған: еүеш салфеткаларҙан торған һуҡмаҡ, тимер селтәрҙәр, йыртыҡ шиндар, шашлык бешерә торған кәрәк-яраҡ, куртка, сумка һәм хатта башалтай ҙа тапҡандар.
Бына шулай, тәбиғәтебеҙҙе һәм үҙебеҙ эскән һыуҙы, һулар һауаны, ейер ризыҡты үҙ ҡулдарыбыҙ менән бысратыуҙан ҡотҡарыу өсөн тырышҡан кешеләр бар арабыҙҙа. Ҡушылайыҡ!👍
Йәйҙең беренсе көнө менән! 🌺
Бөгөн, 1 июндә, төрлө иҫтәлекле байрамдар билдәләнә.
🔹 Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау, Бөтә донъя һөт, Бөтә донъя ата-әсәләр көндәре, Рәсәйҙең Төньяҡ флоты, Рәсәйҙең хөкүмәт бәйләнеше һәм Хәрби-һауа көстәренең Хәрби-транспорт авиацияһы булдырылған, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асылған көн билдәләнә.
🔹 Бөгөндән сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра башланы - тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса яҙалар.
📍 Ә бына Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Өфөлә төп саралар "Беренсе Май" мәҙәниәт һәм ял паркында сәғәт иртәнге 11-ҙә башланасаҡ.
🔹 Шулай уҡ ҡаланың һәр районында байрам саралары үтә: Дим районында - "Дим" паркында, Киров районында - Р. Бикбаев исемендәге паркта, Ленин районында - "Тулҡын" паркында, Октябрь районында - "Ҡоштар" скверында, Орджоникидзе районында - "Нефть химиктары" паркында, Совет районында - Якутов исемендәге паркта.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ошо көндәрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үткән кәңәшмәһендә тикшерелгән мәсьәләләр тураһында һәм Анита Цой хаҡында Вәлитов-TV сығарылышын ҡарағыҙ:
https://vk.com/valitov_tv?z=video-229671171_456239070%2Fe84e94a91218d63b6e
📌 Һыу фильтрынан арҡан үрергә була
Юлдыбай ауылынан Айҙар Алсынов һыу фильтрынан үргән арҡандарын һабантуйға күргәҙмәгә алып килгән.
Уның таһыллығына һәм оҫталығына, ә иң мөһиме - сабырлығына һоҡланмау мөмкин түгел.👍
Видео: "Атайсал" төбәк гәзите.
+8
📌 Һабантуйҙар башланды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы билдәләнгән сират буйынса республикала район Һабантуйҙары үткәрелә башланы. Мәҫәлән, кисә Йылайыр районында уҙғарылған. Һауа торошона ҡарамай, халыҡ яҙғы мәшәҡәттәр тамамланыуы уңайынан матур сарала ихлас ҡатнашҡан.
Был турала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр иткән. Саранан күренештәр - фотоларҙа.
"Тауҙы тауға оҡшатып,
Тимер менән ҡоршатып" - тигән һүҙҙәре уйландырҙы әле "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының.
Тимер менән ҡоршап тау күсереүҙең ысулын да белгәндәрҙер әле, бәлки...
📍 Видеола: хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районына ҡараған ерҙәрҙә барған ваҡиғалар тураһында бәйән итә "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосы. Уны ошо яҡтың ҡыҙы Гөлөзә Әхмәҙиева башҡара.
📌 "Бәхетленең ҡунағы бер көндә", тиме әле?
Бына Бөрйән районында ла бар ҡунаҡтар бер көндә йыйылған. Видео авторы әйтеүенсә, районда гармунсылар конкурсы, "Китап байрамы" һәм Сик һаҡсылары көнө бер юлы үткән.
Эй шундай матур күренеште төшөрөп алған был ихлас ағайға рәхмәт 🥰
📌 "Музыка өсөн кәртәләр юҡ", - ти AY YOLA солисы Ринат Рамаҙанов.
Ул креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған сарала сығыш яһаған: Анита Цой менән танышҡан һәм үлән ҡурай эшләп, "Урал" башҡорт халыҡ көйөн уйнап күрһәтеп, ҡурайҙы Анитаға бүләк иткән.
💯 "Ҡурай моңо уның күңеленә шул тиклем тәьҫир итте, хатта ул бүләкте корея халҡы йолаһы буйынса - ергә тиклем баш эйеп ҡабул итте. Был күңелгә үтеп инерлек һәм символик мәл булды.
Беҙ урындағы музыканы үҫтереү һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау темаһына сығыш яһаныҡ. Бер мәл Анита корея телендә йыр башҡарырға булды, ә мин башҡорт ҡурайында ҡушылып уйнаным. Иҫ киткес гармониялы килеп сыҡты.
Ошондай ваҡытта аңлайһың: музыканың тел йәһәтенән кәртәләре юҡ. Ул уртаҡ тел табырға ярҙам итеп, мәҙәниәттәрҙе, халыҡтарҙы һәм кешеләрҙе берләштерә",
- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
