БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 019
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-930 días
Archivo de publicaciones
2 019
Өфөлә машина ер аҫтына төшөп киткән
Был хәл Черниковкала Интернациональ урамында булған. 7 йыл элек ошо уҡ ихатала «Лада Калина» машинаһы ер аҫтына төшөп киткәйне, уны таба алманылар.
2 019
Ир-егеттәр менән иңгә-иң: хәрби ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығы
Һуғыш - ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел тиһәләр ҙә, бер генә яуҙы ла гүзәл затһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар яугирҙарҙың ныҡлы тылы, ярҙамсыһы, хатта ҡоралдашы ла. Махсус хәрби операция ла шул иҫәптә. Ирекмәндәр, гуманитар ылау ташыусылар, ашнаҡсылар, шәфҡәт туташтары... Ҡатын -ҡыҙҙарҙы төрлө вазифаларҙа һәм эштә осратырға мөмкин. Әммә улар Һуғышта ла нәфис зат вәкиле булып ҡала белә.
2 019
Баймаҡта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте
Бәләкәй принцессалар өсөн - яҙ байрамы. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә 8 март уңайынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
2 019
Хәйбулла районында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды
«Йәш ғаилә - ауыл киләсәге». Хәйбулла районы Федоровка ауылында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүсе һәм һаҡлаусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 019
«Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Төбәк этабын үткән аҡ халатлылар Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Рәсәйҙә 2000 йылдар башынан тормошҡа ашырылған сара быйыл да лайыҡлы һөнәрмәндәрҙе билдәләр тип көтөлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 019
Миәкә районы Үҙәк мәҙәниәт һарайына яңы автобус
Ижади коллективтарҙы һәм балаларҙы мәҙәни сараларға йөрөтөү өсөн транспортҡа учреждение Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа «Тура бәйләнеш»тә мөрәжәғәт иткәндән һуң эйә булған. «Кесе ватан мәҙәниәте» федераль проекты буйынса һатып алынған автобус урындағы мәҙәниәт йорттары өсөн ҙур ярҙам булып тора.
2 019
Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар бөгөн гөлләмәләр менән бүләкләнде
Байрамда ла улар эш урынында. Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар бөгөн гөлләмәләр менән бүләкләнде. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.
2 019
Башҡортостан хәрбиҙәре халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан видеоҡотлау яҙҙырҙы
Фронт һыҙығынан тәбрикләү сәләме. Башҡортостан хәрбиҙәре халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан видеоҡотлау яҙҙырҙы. Ул Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың телеграм каналына һалынған. «Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, мөхәббәтегеҙ һәм ярҙамсыл булыуығыҙ беҙгә көс һәм киләсәккә ышаныс бирә. Ватан һаҡсылары гүзәл заттарға һәр ваҡыт эргәләрендә булғандары һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышҡандары өсөн рәхмәт әйтә.
2 019
Күркәм байрам уңайынан Башҡортостандың гүзәл заттарын Радий Хәбиров тәбрикләне
Бөгөн яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Беҙҙең илдә был көн 1919 йылдан рәсми байрам булараҡ билдәләнә. Тәүҙә ул Халыҡ-ара эшсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип атала. Ә егерменсе йылдар аҙағында «Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө»нә үҙгәртелә. 1966 йылда 8 март дәүләт кимәлендә рәсми ял көнө тип таныла. Күркәм байрам уңайынан Башҡортостандың гүзәл заттарын Радий Хәбиров тәбрикләне.
2 019
Өфөлә студенттар кампусының Альфа башняһына нигеҙ һалынды
Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Альфа башняһына нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов ҡатнашты. Шулай уҡ кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса эшлекле кәңәшмә уҙҙы.
2 019
Баймаҡ районы Темәс ауылында милли ат сабышы уҙҙы
Баймаҡ районы Темәс ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған милли ат сабышы уҙҙы. Ярыштың бағыусылары, ойоштороусылар, ауыл хакимиәте яугирҙарға аҡсалата ярҙам күсерҙе.
2 019
Миәкә районында Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин иҫтәлегенә хәтер саралары үтте
Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплаған һалдаттың тыуған ауылы Өршәкбаш-Ҡарамалыла ауылдаштар һәм ҡунаҡтар геройҙың һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемен йөрөткән музейҙа экскурсия ойошторолдо . Урындағы мәҙәниәт йортонда тарихи шәхес хөрмәтенә сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтелде.
2 019
Өфөлә яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашыу үтте
Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары, балалары менән осрашыу үтте. Гүзәл заттарҙың барыһы ла юғары уҡыу йортонда эшләй. Вуз тарафынан хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары ла ҡаралған.
2 019
Мобилизация буйынса хеҙмәт иткән ире артынан махсус хәрби операцияға
«Жаворонок» ҡушаматлы фельдшер 2022 йылдың декабренән алып алғы һыҙыҡта. Махсус хәрби операцияға ул мобилизация буйынса алынған тормош иптәше артынан юллана. Тәүҙә ханым Красный Луч ҡалаһындағы дауаханала медицина ярҙамы күрһәтә, аҙаҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тыныс тормошта ул Өфөнөң 5-се ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Ә хәҙер «Башҡортостан» полкының медицина взводы санитар-фельдшеры. Әле ул башлыса алғы һыҙыҡта яраланған һалдаттарҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. «Жаворонок» иҫәбендә йөҙҙән ашыу яугир һәм ҡотҡарылған ғүмер.
2 019
Башҡортостан махсус хәрби операцияның көн тәртибенә йәлеп ителгән алдынғы субъекттар иҫәбенә инде
Был хаҡта Мәскәүҙә махсус операцияға ярҙам итеү темаһына арналған матбуғат конференцияһында Сәйәси мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Алексей Мухин белдерҙе. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан - 2022 йылда Донбассҡа гуманитар конвой ебәргән беренсе субъект булды.
2 019
Быйыл республикала 1 сентябрҙән эттәргә чип ҡуйыу мотлаҡ буласаҡ
Закон проекты өҫтөндә Башҡортостан парламенты эшләй. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 80 миллион һум аҡса бүленгән. 2027 йылға тиклем процедураны бушлай үтергә мөмкин буласаҡ.
2 019
Хәйбулла районы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы белгестәре халыҡҡа күсмә диспансер тикшереү үткәрҙе
Ауыл кешеләренең һаулығы даими табиптар күҙәтеүендә. Хәйбулла районы Федоровка ауылында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы белгестәре халыҡҡа күсмә диспансер тикшереү үткәрҙе. Төпкөлдә йәшәгән ауыл кешеләренә заманса медицинаның яҡынайыуы хаҡында киләһе яҙмала.
2 019
Өфөләге Көрәш һарайы илдәге иң яҡшы спорт комплекстарының береһе
Бөгөн бында тағы ла бер ҙур турнир - грек-рим көрәше буйынса 21 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәсәй беренселеге башланды. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй спорт министрлығы һәм спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвилиға республикабыҙҙы ошондай мөһим сара үткәреү урыны итеп һайлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
2 019
Борай районында «Дуҫлыҡ бейеүҙәре» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте
«Айыҡ ауыл» республика фестивале буйынса тормошҡа ашырылған финалда быйыл Борай районынан Алтай ауылы ҡатнаша. Ошо маҡсатта урында төрлө осрашыуҙар, мәҙәни-спорт саралары ойошторола. Әлеге байрамда Башҡортостан район-ҡалалары фольклор коллективтары менән бергә, күрше Удмурт республикаһы һәм Пермь крайы вәкилдәре лә ҡатнашты.
2 019
Башҡорт академия драма театрында «Ваня ағай» пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакле күрһәтелә
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 13 һәм 14 мартта Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакле күрһәтелә. Уны Санкт-Петербургтан саҡырылған режиссер Степан Пектеев ҡуйған. Режиссер быға тиклем «Ваня ағай»-ҙы марый телендә сәхнәләштергән.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
