es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 975
Suscriptores
-224 horas
-77 días
-2030 días
Archivo de publicaciones
Яңы «Мах» ҡушымтаһы ни өсөн хәүефһеҙ тип һанала? «Мах мессенджерында ҡулланылған барлыҡ мәғлүмәт тик Рәсәй серверҙарында һаҡлана». Өр-яңы ҡушымтаның өҫтөнлөктәре бының менән генә сикләнмәй. Шикләнергә урын бармы? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдиновтан белеште.

Рәсәйҙең социаль өлкә лидерҙары Өфөлә тәжрибә туплауын дауам итә «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты»ның дүртенсе модулендә ҡатнашыусылар Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашты. Ведомство етәксеһе төбәктә социаль өлкә үҫеше, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Шулай уҡ студенттар өсөн тележурналист Әлиә Таһирова йәмәғәт киңлегендә социаль үҙгәрештәрҙең роле тураһында практикум уҙғарҙы. Мәғариф программаһына ярашлы, республиканың төрлө социаль учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар ҙа уҙғарылғайны, уңышлы практикалар өйрәнелә.

Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды. Төбәк етәксеһе «Мәҙинә « мәсетенә, православ диндарҙар өсөн сиркәү биналарына нигеҙ таш һалыуҙа ҡатнашты . Бынан тыш Радий Хәбиров Салауат Юлаев паркы реконструкцияһы , яугирҙарға ярҙам штабы эшмәкәрлеге менән танышты. 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ районында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде . Байрам саралары менән берлектә Халыҡ-ара «Башҡорт аты» фестивале үтте.

Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды. Төбәк етәксеһе «Мәҙинә « мәсетенә, православ диндарҙар өсөн сиркәү биналарына нигеҙ таш һалыуҙа ҡатнашты . Бынан тыш Радий Хәбиров Салауат Юлаев паркы реконструкцияһы , яугирҙарға ярҙам штабы эшмәкәрлеге менән танышты. 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ районында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде . Байрам саралары менән берлектә Халыҡ-ара «Башҡорт аты» фестивале үтте.

«Торатау» геопаркы «Юнеско»ның глобаль селтәренә индерелде Халыҡ-ара комитеттың Чилиҙа үткән ултырышында эксперттар Башҡортостан объекты өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Мәғлүм булыуынса, ғариза 2021 йылда уҡ бирелгәйне. Өс йыл элек «Торатау»ға Ирландия менән Испаниянан эксперттар килеп үҙ баһаһын бирҙе, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды Өфөләге Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинованың «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Рәсем һәм графика техникаларында төшөрөлгән ижади эштәр менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

Башҡортостан яугирҙары алғы һыҙыҡта яраланып ҡалған яуҙаштарын бер ай буйы дрондар ярҙамында дауалай Дошман һөжүменә эләккән һалдатты эвакуациялау мөмкин булмай. Яҡташтарыбыҙ Томск өлкәһе егетенә ҡоштар менән аҙыҡ-түлек, медикаменттар ташый. Яугир бәрелештәр һыҙығынан имен сыға. Хәрби туғанлыҡ һәм йәшәү көсө миҫалы булған мөғжизәле тарих тураһында Айнур Кәбиров яҙмаһы.

"Торатау" ЮНЕСКОның глобаль геопаркы статусын алды Бөгөн Чилиҙа ЮНЕСКО советы ултырышында белгестәр бер тауыштан хуплау белде
"Торатау" ЮНЕСКОның глобаль геопаркы статусын алды Бөгөн Чилиҙа ЮНЕСКО советы ултырышында белгестәр бер тауыштан хуплау белдергән. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Бөтә донъя селтәренә ҡушылыу тураһында документтар 2021 йылда ебәрелде. 2022 йылда "Торатау"ға Ирландия һәм Испания белгестәре килде. Уларҙың тәҡдимдәре үтәлде."Торатау" Башҡортостанда глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда ошондай статусты "Янғантау"алды. Радий Хәбиров ғалимдарға, геопарк, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

Ғафури районының Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пунктары асылды Ауылға сифатлы медицина ярҙамы. Ғафури районының Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында йәшәүселәр бер көндө яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асып инде. Баҡраҡ ауылында яңы медицина учреждениеһы асылыу тантанаһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең көнсығышында ҙур дала янғыны башланған Кисә Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең көнсығышында ҙур дала янғыны башланған. Ҡыҙыл йылан булып һуҙылған ут көслө ел һәм ҡатмарлы рельеф арҡаһында Ҡыуандыҡ районының Ибраһим һәм Иҙелбай ауылдарына хәүеф менән янай. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, төтөн еҫе Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарына ла барып еткән.

Башҡортостан йәш ғалимдары донъя кимәлендәге проекттарҙа үҙ һүҙен әйтә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.

Өфөлә социаль өлкә белгестәре өсөн уҡыуҙар үтте Башҡортостан «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» программаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Ул Халыҡ фронтының «Хәстәрлек төбәге» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 50-гә яҡын белгес Өфөләге төп социаль объекттар буйлап үтте, республика тәжрибәһе менән танышты.

Инвестиция һабантуйы: килешеүҙәр, яңы идеялар һәм халыҡ байрамы 100 млрд һумға килешеүҙәр һәм яңы иҡтисади проекттар. Сибайҙа Инвестиция һабантуйы сиктәрендә сәнәғәт, төҙөлөш, туризм, ауыл хужалығы тармаҡтарында күләмле проекттарға ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы сәләмләп Инвестиция һабантуйының иҡтисади әһәмиәтен билдәләне. Күләмле сара сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршруты презентацияһы ойошторолдо. Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы менән тура килгән форум бай йөкмәткеле мәҙәни программа менән тамамланды.

Башҡортостанға алдынғы студенттар йыйыла Өфөлә 7 сентябрҙә “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты башлана. Унда 40-ҡа яҡын команда к
Башҡортостанға алдынғы студенттар йыйыла Өфөлә 7 сентябрҙә “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты башлана. Унда 40-ҡа яҡын команда көс һынаша. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Алжир һәм тағы ла ундан ашыу илдән ҡатнашыусылар көтөлә. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсия, семинар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 17 сентбярҙә була.

Башҡортостанда үтә хәүефле эттәргә бәйле закон ҡәтғиләшә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә ҡаралды. Спикер Константин То
Башҡортостанда үтә хәүефле эттәргә бәйле закон ҡәтғиләшә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә ҡаралды. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек өсөн борсолоусылар бар. Подъезға инергә ҡурҡалар, ҡайһы берәүҙәр балаларың яңғыҙ йөрөтмәҫкә тырыша. Беҙҙең бурыс - эт хужаларының хоҡуҡтарын һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүҙә уртаҡ фекергә килеү тине ул. Айырым тоҡомло эттәрҙе хәүеф сығанағы тип закон менән нығытырға тәҡдим ителә. Константин Толкачев әйтеүенсә, әле федераль законда 12 тоҡом, мәҫәлән, питбуль һәм алабай күрһәтелмәгән. Һәм иң мөһиме бөтә эттәр мотлаҡ тамғаланырға һәм уларҙың документтары булырға тейеш, тине парламент рәйесе.

Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә Ошо уңайҙан ҡалала ҙур сәк-сәк бешерелгән. Милли ризыҡтың ауырлығы 980 килограмм, оҙонлоғ
Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә Ошо уңайҙан ҡалала ҙур сәк-сәк бешерелгән. Милли ризыҡтың ауырлығы 980 килограмм, оҙонлоғо алты метрҙан ашыу. Сәк-сәкте 22 оҫта 15 көн дуамында әҙерләгән. Кондитерҙар әйтеүенсә, уға 6 мең ярым йомортҡа, 123 килограмм бал, 330 килограмм он киткән. Сибайҙың 70 йыллығы Инвестиция һабантуйы барышында үтә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Тынлы оркестры, танылған йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Тимур Рамазанов, популяр башҡарыусы Заһир Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Азат Биксурин сығыш яһай. Төп ҡунаҡ булараҡ AY YOLA фольклор төркөмө саҡырылған.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» тағы 5 йылға оҙайтылды «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда старт алған проект республикала ҙур ихтяыяж менән файҙалана. Ошо йылдар эсендә унда хаҡлы ялдағы 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Грипп һәм респиратор инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеп Июль аҙағында Башҡортостанға грипҡа һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы 505 мең самаһы доза вакцина алынған. Республикала 2 миллион 438 мең кешегә, шул иҫәптән 667 мең балаға киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана.

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә ҡаҡ ҡойҙо Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш туҡтамай. Был юлы Ишмырҙа ауылы уңғандары яугирҙарға ҡаҡ ҡойҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфө районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән «Рух менән көслөләр-102» командаһы төбәктең Рус йәмғиәте һәм хәрби бәрелештәр ветерандары союзы менән берлектә алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә. Машиналарға дронға ҡаршы япмалар, маскировка халаттары, генератор, кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем, юрғандар тейәлгән.