БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 023
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
2 023
Өфөлә проблемалы юл участкаларында соҡорҙарҙы ремонтлау дауам итә
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, урам-юл селтәренең 28 саҡрымы тәртипкә килтереләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереү 10 юл участкаһында тамамланған. Ә бына ихата эсендәге юлдарҙың торошо идара итеүсе компаниялар яуаплылығында. Ремонт эше Бәләкәй Граждандар урамында ла бара.
2 023
Башҡаланың Коммунистик һәм Крупская урамдары киҫелешендә урынлашҡан Душиндар усадьбаһы йорто ишелеп төштө
Ваҡиға иртә таңдан теркәлгән, шаһиттар билдәләүенсә, йортта шартлау кеүек көслө гөрһөлдәүишетелгән,һөҙөмтәлә, бина емерелеп төтөн һәм саң күтәрелгән.Ваҡиға урынына шунда уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының оператив төркөмө ебәрелә.
2 023
Башҡортостанда мәктәп тауарҙары хәүефһеҙлеге буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды
Шылтыратыуҙар берҙәм консультация үҙәгенең 8-800-77-50-170 телефонына тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Балалар өсөн тауарҙарҙың, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса линия 4 сентябргә тиклем эшләй. Республика халҡының һорауҙарына Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре яуап бирә.
2 023
Ер һөрөү буйынса ил чемпионатында Башҡортостанда ике механизатор ҡатнаша
Мәләүез районынан Илдар Ишекәев һәм Валерий Романов Ленинград өлкәһенә юллана. Чемпионатта 50 төбәктән тракторсылар ҡатнаша. Илдар Ишекәев 2022 йылда ил беренселегендә көмөш миҙал яуланы, 2016 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында сығыш яһаны. Тупраҡ эшкәтеү оҫталары ярышы 8 августан 10-ына тиклем уҙа.
2 023
Өфө Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивален ҡаршы алырға әҙерләнә
Был турала Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының отпускынан һуң тәүге эш көнөндә билдәле булды. Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашыраласаҡ форумда йәмғеһе 11 ҡурсаҡ театры ҡатнашасаҡ. Ижади коллектив шулай уҡ 94-се ижад миҙгелендә көтөләсәк премьералар тураһында фекер алышты.
2 023
Бәләбәйҙә «Новаторҙар бульвары» төҙөкләндерелә
Проект былтыр Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеү яулап, федераль грантҡа эйә булғайны. Йәмәғәт киңлегендә барған төҙөлөш менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
2 023
Беренсе сентябрҙән башлап һунарсылар электрон билет алыу алдынан һынау тоторға тейеш буласаҡ
Һунарсы минимумы тип аталған имтихандар тест формаһында үткәрелә. Уны республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡабул итәсәктәр. Башҡортостанда һунарсылыҡ ресурстары ҙур. Ҡырағай хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулауға тәғәйен биләмәләр майҙаны 13 миллион гектарға етә.
2 023
Ғафури районы Һабаш-Аҡташ юлында 6 бала менән «Лада гранта» автомобиле түңкәрелгән
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, руль артындағы ҡатын балалар менән күрше ауылға һыу инергә юлланған. Водитель идара итеү һәләтен юғалтып автомобиль юлдан төшөп киткән. Аварияла зыян күргән 2, 10 һәм 11 йәшлек балалар Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Өс бала туғандарына ҡайтарылған. Ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла.
2 023
Өфө районы Зубов ауылында урындағы баҙарҙа янғын сыҡҡан
Ваҡиға урынынан фотоларҙы шаһиттар социаль селтәрҙәргә һалған. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән ергә ҡотҡарысуылар юлланған. Улар 20 квадрат метрға таралған утты һүндерә. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.
2 023
Алдағы биш йылда Башҡортостанда 20 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшө күҙаллана
Был маҡсат төбәктә льготалы граждандарҙы торлаҡ менән тьәмин итеү, кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан яңы фатирҙарға күсереү мәсльәһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Дүртенсе йыл рәттән республикала 3 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан төҙөлөш өлкәһе Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә.
2 023
Коммерция булмаған ойошмалар араһында гранттар фонды конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы гранттары фонды ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн 346 ғариза килгән, шуларҙың утыҙы еңеп сыҡҡан. 9 коммерция булмаған ойошма тәүге тапҡыр грант отҡан, ә икәүһе конкурста беренсегә ҡатнаша. Проекттар төрлө. Ғаилә, айырым категория граждандарҙы яҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, тарихи хәтерҙе, тирә-яҡ мөхитте, һаулыҡты һаҡлауға ҡағыла.
2 023
Өфөлә йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйыны буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа
Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән сараға илдең иң көслө спортсылары йыйылған. Улар араһында 9 донъя чемпионы ла бар. Йәмғеһе Рәсәйҙең 14 төбәгенән 80 шашкасы килгән. Ярыштарҙа классик, тиҙ һәм үтә тиҙ программалы буйынса миҙалдар уйнатыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса Төркиәлә үтәсәк донъя чемпионатында ил данын яҡлаясаҡ йыйылма команда туплана.
2 023
Йәйге сәләмәтлекте яҡшыртыу кампанияһы 500 меңдән ашыу баланы йәлеп итәсәк
Был иһә республика балаларының 96 проценты. Башҡортостанда лагерҙар селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе. Әгәр дүрт йыл элек улар һаны мең ярымға аҙ ғына етмәһә, бөгөн иһә 1899 лагер эшләй. Йыл әйләнеһенә эшләүсе ял итеү учреждениелары һаны ла артҡан.
2 023
«Сәләмәтлек поезы» Саҡмағош районында туҡталған
Табиптар унда июль аҙағынан алып 8 авгусҡа тиклем халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала белгестәрен тәүҙә Йомаш ауылы ҡаршыланы.
Саҡмағоштарҙың милли кейемдәрҙә, һый-хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алыуҙарынан табиптар баҙап та ҡалды. Табиптар бындай иғтибарҙы көтмәгән дә. Ә бына урындағы халыҡ баш ҡала табиптарының килеүен күптәнән көткән.
2 023
Башҡортостанда мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынды
Асыҡланыуынса, Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек ҡыҙ мутлашыусылар ҡушыуы буйынса финанс ойошмаларҙа һәм кибеттәрҙә аҡса таларға маташҡан. Ғәйепләнеүсе гранатаға оҡшаған әйбер менән Менделеев һәм Цюрупа урамдарында енәйәт ҡылған. Тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоусы ҡатын мутлашыусылар ҡушыуы буйынса эшләгәне асыҡланған.
2 023
Бәләбәй--Николаевка-Туймазы юл участкаһы ремонты август аҙағында тамамлансаҡ
Әле төҙөкләндереү эштәре Кәлшәле ауылы эргәһенда бара. «Йәшәү инфраструктураһы» милли проекты сиктәрендә 4 ярым километр юл тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндерелгән юл участкаһы Бәләбәй, Туймазы, Шаран райондары өсөн мөһим транспорт объекты. Бында тәүлегенә 3 мең самаһы машина үтә. Ошо уҡ программа буйынса уҙған йылда Бәләбәй һәм Туймазы райондарында 16 километр юл участкаһы ремонтланды.
2 023
Дүшәмбегә республика аграрийҙары 550 мең бойҙай һуғып йыйған
Ауыл хужалығы эшсәндәре уңыш ҡеүәте менән ҡәнәғәт, улар гектарынан 40 центнерға тирәһе бойҙай алған. Аграрийҙар уңышты теүәлләп, киләһе йылға ҡалдырыласаҡ ужым бойҙайын сәсеүгә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә баҫыу эшсәндәре арпа һәм борсаҡ, аҙаҡ ярауай культураларҙы йыйырға төшәсәк. Барлығы төбәк аграрийҙары алдында 2 млн 600 гектар майҙанда уңыш йыйыу маҡсаты тора.
2 023
Быйыл дауаханаларҙа модернизация үткәреү өсөн 400 млн һум аҡса бүленгән
Был суммаға Өфөлә 8 -се дауахана филиалын, ашығыс ярҙам дауаханаһы корпусын, наркология диспансеры станционарын һәм республика клиник инфекция сирҙәре дауаханаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. 2029 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк программаһы буйынса Өфөлә тиҫтәләгән дауахана-поликлиниканы тәртипкә килтереү ҡаралған.
2 023
AY YOLA төркөмө “Интервидение”ла сығыш яһай
Музыканттар халыҡ-ара конкурс илселәре итеп һайланды. Танылған йырсылар Дима Билан һәм Клава Кока улар менән бергә ошо миссияны үтәүҙә ҡатнаша. “Беҙҙең маҡсат – музыка аша дәүер һәм мәҙәниәттәрҙе тоташтырыу. Йыр конкурсы тап ошоноң өсөн булдырылған да инде. Беҙҙең һәр йырыбыҙ “Урал батыр” эпосын тергеҙә. “Интервидение” илселәре булыу хеҙмәттәшлек кенә түгел, йәндәрҙең туғанлығы һәм яҡынлығы”, - тип белдергән социаль селтәрҙә “Әй йола” музыканттары. Халыҡ-ара бәйге 20 сентябрҙә Мәскәүҙә үтә. Унда 20 дәүләт вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурста Рәсәй исеменән популяр йырсы Шаман сығыш яһай.
2 023
Республикала тағы ике ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткән
Белорет районы Туҡан һәм Егәҙе ауылдарында ҡасаба-ара газ үткәргес һәм селтәрҙәр һуҙылған. Хәҙер 800-ҙән ашыу ғаилә экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ менән ҡуллана ала.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
