es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 973
Suscriptores
Sin datos24 horas
-67 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Рәхәттә» халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале менән танышҡандан һуң белдерҙе. «Ҡашҡаҙан» паркындағы сара быйыл дүртенсегә ойошторолдо. Андрей Назаров төбәк шифаханаларының ҡаҙаныштары, оҫта-һөнәрселәрҙең эштәре менән ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм яугирҙарға ярҙам мәсьәләләрен күтәрҙе Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, студенттар төҙөлөш отрядтарының эшен камиллаштырыу. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мөһим темалар ҡаралды. Аҙна дауамындағы эш йүнәлештәре билдәләнде.

Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте Көмөш йәш спорт менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте. Ярышта 20-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар физик әҙерлектәрен ГТО нормативтарын тапшырыуҙа күрһәтте. Бынан тыш, спартакиада программаһына дартс, өҫтәл теннисы, йөҙөү һәм шахмат инде. Пенсионерҙың күбеһе яҡшы физик әҙерлеге менән айырып торҙо һәм алтын билдә алыу хоҡуғына эйә булды.

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте. Туғанлыҡты, тамырҙарҙы нығытҡан, мәҙәни мираҫты һаҡлаған халыҡсан осрашыу илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙе йыйҙы. Беҙҙең киләһе сюжетта.

«Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова тәүге тапҡыр әсәй булды Коллегабыҙ, «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова тәүге тапҡыр әсәй булды. Сабый Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ауырлығы 2 килограм 930 грамм, буйы 49 сантиметр булып тыуған. Ҡыҙға Йәмилә тип исем ҡушҡандар. Хеҙмәттәшебеҙҙе һәм уның тормош иптәшен яңы статустары менән ҡотлайбыҙ, бәпескә ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.

Өфөлә спорт мәктәбе хәрби разведчикҡа «УАЗ» һатып алып тапшырҙы Ысын патриоттың аңлы һайлауы. Өфөнөң 10-сы спорт мәктәбе директоры урынбаҫары быйыл мартта Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ул үҙенә «Башҡорт» ҡушаматы алған. Был тыуған республикаға һөйөүҙе символлаштыра. Әле яугир хәрби разведка подразделениеһы составында хеҙмәт итә.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана. Яугирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа «Өфө» арена боҙ һарайы фойеһында уҙҙы. Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙарҙы республика хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе Альберт Ғилманов тәбрикләне.

Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ байрамы. Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был байрам Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға, диңгеҙ флоты караптарының һәм частарының хәрби әҙерлеген тәьмин итеүселәргә хөрмәт һәи ихтирам билдәһе. Кисәге диңгеҙселәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, ә ветерандар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Диңгеҙселәр тантаналы шарттарҙа штурмлау төркөмдәре өсөн хәрби катер ҙа тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республикала 25 июлдә 525 пар өйләнешкән Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Өфө ЗАГСтарында 119
Республикала 25 июлдә 525 пар өйләнешкән Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Өфө ЗАГСтарында 119 законлы никах теркәлгән. Иң күп ғаиләләр Киров, Совет, Ленин һәм Орджоникидзе райондарында төҙөлгән. Башҡортостан буйынса иң күп өйләнешеүселәр Нефтекамала булған. Матур датала 28 пар законлы никахҡа ингән. Әбйәлил районында 15 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан. Тикшереүҙәр барышында, ҡулға алыныусыларҙың бишәүһе рулгә ҡабаттан ултырыуы асыҡланған. Уларҙың береһе Иҫке Балтас ауылынан 22 йәшлек егет. Ул идара иткән «Лада Гранта» автомобиле инспекторҙар иғтибарын Комсомол урамында йәлеп итә. Йәш кеше экипаж салонында алынған анализ һөҙөмтәһе менән ризалашмау сәбәпле медицина ойошмаһына оҙатыла.

Ҡыйғы районында автобус менән юл фажиғәһендә 26 пассажир зыян күргән Автобус менән юл фажиғәһендә зыян күреүселәр һаны 26-ға еткән, ике кеше ауыр хәлдә, ҡалғандары уртаса ауырлыҡта. Пассажирҙар ташыусы транспорт кисә Ҡыйғы районында аварияға тарый. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 15 кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙың һигеҙе дауаханаға һалынған. Ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә эвакуациялау мәсьәләһе хәл ителә.

Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн сауҙа майҙансыҡтарын насар ойоштороусы етәкселәрҙе тәнҡитләне Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтарын насар кимәлдә ойошторған етәкселәрҙе тәнҡит утына тотто. Хөкүмәттең бөгөнгө ултырышында Башҡортостан башлығы шулай уҡ ҡайһы бер объекттарҙы сит эшҡыуарҙар биләүенә асыуын белдерҙе. «Баҡсасылар үҙ участкаларында продукция үҫтереү менән шөғөлләнә алһын, бушлай сауҙа урындарын асыуҙы беҙ баҡсасыларҙы иҡтисади яҡтан дәртләндереү өсөн эшләйбеҙ», тине республика етәксеһе.

Бөрө районында мотоциклда йөрөгән үҫмерҙәр тотолған Малайҙарға 13, 15 һәм 17 йәш. Уларҙың техникаһы махсус туҡталҡаға оҙатылғ
Бөрө районында мотоциклда йөрөгән үҫмерҙәр тотолған Малайҙарға 13, 15 һәм 17 йәш. Уларҙың техникаһы махсус туҡталҡаға оҙатылған. Ата-әсәләре тураһында материал бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ебәрелгән. Үҫмерҙәргә авто һәм мото транспорт менән идара итеү рөхсәт ителмәй. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән социаль кампания дауам итә.

Ҡыйға районында аварияла туристар зыян күргән Ҡыйғы районының Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы автомобиль юлында Удмурт республикаһынан ту
Ҡыйға районында аварияла туристар зыян күргән Ҡыйғы районының Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы автомобиль юлында Удмурт республикаһынан туристик автобус менән аварияла зыян күреүселәр һаны 26 кешегә тиклем артҡан. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ваҡиға урынына ете ашығыс ярҙам бригадаһы ебәрелгән Ун биш кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Уларҙың һигеҙе дауаханаға ебәрелгән: икеһе — ауыр хәлдә, ҡалғандары — уртаса ауырлыҡта. Ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә алты табип һәм дүрт шәфҡәт туташы йәлеп ителгән. Ауыр пациенттарҙы Өфөгә эвакуациялау мөмкинлеге ҡарала. Тағы ун бер кеше Ҡыйғы үҙәк дауаханаһында тикшерелгән, уларға амбулатор дауалау тәғәйенләнгән. Ҡалған пассажирҙар Үрге Ҡыйғыла ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына килтерелгән. Авария уҙған көн Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы трассаһында теркәлде. 43 турист ултырған Higer автобусы юлдан төшөп түңкәрелде. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Өфө” футболсылары 2-се турҙы уңышһыҙ уҙғарҙы Омари Тетрадзе командаһы Воронежда “Факел”дан минималь иҫәпкә отолоп ҡайтты. Ба
“Өфө” футболсылары 2-се турҙы уңышһыҙ уҙғарҙы Омари Тетрадзе командаһы Воронежда “Факел”дан минималь иҫәпкә отолоп ҡайтты. Баш ҡала клубы киләһе уйынын үҙ майҙанында үткәрә. Өфөгә 2 августа Ярославлдән “Шинник” килә.

Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһына республика, Һарытау, Силәбе өлкәһенән йөҙҙән ашыу спортсы йыйылды. Ярыштарҙа махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашты. Тәүҙә ойоштороусылар яугирҙар өсөн айырым турнир ойоштрорға уйлаған. Ләкин ветерандар башҡалар менән бер рәттән ҡул көрәштереү теләген белдергән.

Ял көнө туры менән Бөрө ҡалаһына Ял көнө туры менән Бөрө ҡалаһына. Өфөнән бер төркөм оло йәштәгеләр «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашып «Тарих тулҡындарында;Бөрө һәм уның сауҙагәрҙәре» туры менән танышты.

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале башланды Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале башланды. Ул ике көнгә иҫәпләнгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала 25 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Мунсалар төрлөлөгөн һәм сабындырыу ысулдарын, спорт турнирҙарын, фитнес-марафондарҙы, эшлекле осрашыуҙарҙы,оҫталыҡ дәрестәрен, гастрономия фестивален берләштергән ҙур байрам хаҡында репортаж.

Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны. 10 вагондан торған составта Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә эшләй. Уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бушлай барып күрә ала. Һәр вагонда һуғыштың төрлө мәлдәрен сағылдырған экспозиция эшләнгән. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге музейҙа 150 экспонат ҡуйылған. Бынан тыш һанлы һәм интерактив панорамалар, онлайн күргәҙмәләр эшләй. «Еңеү поезына» инеү өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү мөһим. Бушлай билет электрон почтаға ебәрелә.

Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде. Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыласаҡ ер участкаларына һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бушлай ер ҡала сиктәрендә генә бирелә. Был ҡаланы үҫтереү, белгестәр йәлеп итеү, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү йәһәтенән дә отошло башланғыс.