es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 024
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-530 días
Archivo de publicaciones
Баш ҡалала Өфө лимонарийының 35 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә Сараға Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән тармаҡ ғалимдары, белгестәр йыйылған. Улар урман хужалығы, үҫемлекселек һәм ландшафт архитектураһы өлкәһендә фекер алыша. Был йәһәттән Өфө лимонарийының эш тәжрибәһе айырым иғтибарға лайыҡ. 1990 йылда Ташкенттан килтерелгән лимондар уңышлы һынау үткән плантацияларҙа хәҙер Башҡортостан сорттары ла сығарыла.

Төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды Башҡортостан граждандар йәмғиәте тормошонда мөһим ваҡиға -төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды. Тантана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тарихи геральдик залында үтте. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы власть менән йәмғиәт араһында хеҙмәтәшлекте нығытыуҙы дауам итә.

Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Балалар менән эшләүҙә тағы ла нигеҙлерәк программалар һәм ысулдар ярҙамында төплө белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумда педагогтар, балалар баҡсалары мөдирҙәре эксперттар менән берлектә патриотик тәрбиә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу һәм балаларҙы мәктәпкә психологик яҡтан әҙерләү буйынса фекер алышты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Бала саҡты ҡайтарып» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә социаль адаптация ойоштороу маҡсатында уҙғарылған форумда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 215 ҡатнашыусы йыйылды. Өфөлә дүрт көн дауам иткән фестивалдә малай-ҡыҙҙар ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында көс һынашты, оҫталыҡ дәрестәрендә белемен камиллаштырҙы, тиҫтерҙәре менән аралашты.

Республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды Уҙған йәкшәмбе, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды. Барлығы 652 кандидат теркәлгәйне, уларҙың 13-ө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Билдәле булыуынса, ветерандарҙың барыһы ла һайлауҙы уңышлы үтеп, халыҡ мәнфәғәтендә эш башлаған.

Башҡортостан инфраструктураны яңыртыу өсөн федераль аҡсаларҙы әүҙем йәлеп итә Был маҡсатта, һис шикһеҙ, бюджет кредиттары мотлаҡ. Республиканың 71,1 миллиард һумлыҡ дәүләт бурысы ошоға бәйле. Рәсәйҙең Финанс министрлығы 2025 йылдың 1 авгусына төбәктәрҙең дәүләт бурысы тураһында мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Республика бурысы структураһының яртыһын Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә бик түбән ставкалар буйынса биргән бюджет кредиттары тәшкил итә. Был аҡса Өфөнөң Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары киҫелешендә транспорт үткәүеле төҙөүгә, аркалы күперҙе капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән дә инде.

Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссияның Банк-ара валюта советы үтте Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина, Беларусь республикаһы Милли банкы идаралығы рәйесе Роман Головченко һәм төбәктәр делегацияһы ағзалары ҡатнашты. Яҡтар иҡтисади үҫеш, хеҙмәттәшлек һорауҙарына туҡталды, һанлы финанс актив әйләнеше, һанлы валюталар майҙансыҡтарын киңәйтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Финанс регулятор етәкселәре Рәсәй-Белоруссия иҡтисад баҙарын контролдә тотоуға йүнәлтелгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Радий Хәбиров етәкселегендә «Креатив индустриялар сәғәте» ойошторолдо Ултырышта республикала кәсепселәргә ярҙам сараларын арттырыу, ҡул оҫталарының юридик хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың рәсми статусын булдырыу, сауҙа майҙансыҡтарын билдәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар өсөн ҡабул ителгән закондар һәм ярҙам саралары сәнәғәт ойошмалары өсөн түгел, ә төпкөл ауылдарҙа, муниципалитеттарҙа эш башлаусы кәсепселәргә, ҡул оҫталарына йүнәлтелергә тейеш тип белдерҙе.

Өфө - Ырымбур трассаһы киңәйтелә "Приуралье" юл идаралығы Стәрлетамаҡ янында капиталь ремонт башланы, тип хәбәр итәләр Респуб
Өфө - Ырымбур трассаһы киңәйтелә "Приуралье" юл идаралығы Стәрлетамаҡ янында капиталь ремонт башланы, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Был көндәрҙә һыу торбалары һәм инженер коммуникациялары урынлаштырыла. Юлға яҡын ауыл һәм ҡалаларҙа 560 мең самаһы кеше йәшәй. Трасса 4 һыҙатлы итеп киңәйтелә. Был - юлда хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Трассаның был өлөшөндә эштәрҙе киләһе йылда тамамлау планлаштырыла.

Башҡортостан халҡы рыбатлонда ҡатнаша ала 20 сентябрҙә Павловка һыуһаҡлығысында балыҡ ҡармаҡлау буйынса турнир уҙғарыла. Унда
Башҡортостан халҡы рыбатлонда ҡатнаша ала 20 сентябрҙә Павловка һыуһаҡлығысында балыҡ ҡармаҡлау буйынса турнир уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ике сәғәт эсендә 2 километрҙы йүгереп үтә. Ике урында туҡтап икешәр балыҡ тоторға кәрәк. Ярышта теләгән һәр кешенең ҡатнашыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Өфөлә санитар таҙартыу айлығы уҙа Экологик сара барышында тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмә ойошторола. Дөйөм ҡала өмәһ
Өфөлә санитар таҙартыу айлығы уҙа Экологик сара барышында тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмә ойошторола. Дөйөм ҡала өмәһе 20 һәм 27 сентябргә планлаштырылған. Ойошма-предприятиелар етәкселәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға, буяу эштәрен башҡарырға бурыслы, ябай кешеләр ҙә урамды сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша ала. 27 сентябрҙә шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә.

Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация сәфәре ваҡ
Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация сәфәре ваҡытында яҡтар даталар тураһында һөйләшеп килеште. Хакимиәт башлығы эшсе төркөмдәр һәм сараға әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.”Был бик яҡшы эш формаһы, унда беҙ предприятиеларыбыҙ менән тыныштыра, хеҙмәттәшлеккә этәргес бирә алабыҙ. Туризмды үҫтереү – беҙҙең өсөн стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ бер-беребеҙҙән бик йыраҡта түгел, күп йәһәттән оҡшашбыҙ, мәҙәниәттәр бик яҡын”, — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев. Өфө менән Минск араһында ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡортостан һәм Белоруссияның баш ҡалалары 2017 йылдан туғандаш ҡалалар булып тора.

Ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы иҫкәртә Көҙөн йылға-күлдәргә балыҡ тоторға йөрөүселәр арта. Әммә көҙгө һыу күпкә һалҡын һәм хәүефл
Ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы иҫкәртә Көҙөн йылға-күлдәргә балыҡ тоторға йөрөүселәр арта. Әммә көҙгө һыу күпкә һалҡын һәм хәүефле, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Быйыл 112- системаһына балыҡсылар менән төрлө хәлдәргә бәйле 85 хәбәр ҡабул ителгән, 11 балыҡсы батып үлгән.

Башҡортостанда халыҡты онлайн ҡабул итеүҙәр тураһында закон проекты әҙерләнгән Ул 25 сентябрҙә парламенттың пленар ултырышынд
Башҡортостанда халыҡты онлайн ҡабул итеүҙәр тураһында закон проекты әҙерләнгән Ул 25 сентябрҙә парламенттың пленар ултырышында ҡарала. Сипкер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай формат ваҡыт һәм аҡсаны экономиялай. Осрашыу өсөн йөҙәрләгән километр үтергә кәрәк булмай. Был ауылдар халҡы өсөн үтә мөһим. Граждандарҙы ғәҙәти тәртиптә ҡабул итеү дауам итә. Осрашыу рәүешен граждан үҙе һайлай, -тине Константин Толкачев.

Ҡыуатов дауаханаһында диабет пациенттары өсөн бушлай процедуралар ойошторола Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында шәкәр диабеты менән ауырусылар өсөн бушлай процедуралар ойошторола. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нигеҙендә бында төбәк эндокринология үҙәге эшләй. Табиптар махсус ҡоролмалар ярҙамында ауырыған пациенттың аяҡ табандарына процедуралар үткәрә.

Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә Йәшел ҡалҡан һағында. Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә. Рейдтар барышында урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып барыла. Инспекторҙарҙың яуаплы эш мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашты Ҡаһарман яугирҙы һуңғы юлға оҙатыу «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Геройҙың туғандары, яҡындары, яуҙаштары ҡатнашты.

Салауатта һауала артыҡ зыянлы матдәләр теркәлмәгән «Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һуң, һауала норма сиктәрендәге коэффициенттың артыуы күҙәтелмәгән. Бөгөн заводҡа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итә. Урынға Башҡортостан башлығы килеп, оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Радий Хәбиров предприятиены һаҡлау хеҙмәте һәм илдең Оборона министрлығы вәкилдәренең һөҙөмтәле яҡлауын һәм һөжүмде кире ҡағыуын билдәләне. Әле заводта һөжүм эҙемтәләре бөтөрөлә. Бер кемдең дә зыян күрмәүе билдәле, сәнәғәт объекты штат режимында эшләүен дауам итә, технологик процестар боҙолмаған.

Баймаҡта Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте Шахматсылар спорт миҙгелен асты. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә журналист, райондың шахмат буйынса күп тапҡыр чемпионы Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте.

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Замандашыбыҙ ун йылдан ашыу боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй. Уның коллекцияһында баш кейемдәренән алып аяҡ кейеменә тиклем әйберҙәр бар.

БСТ | Яңылыҡтар - Estadísticas y analítica del canal de Telegram @bashbst