es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 015
Suscriptores
-224 horas
-57 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
Шишмә районында «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында Артур Ғәлиев менән осрашыу үтте Яугир менән һөйләшеү. Шишмә районында «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев менән осрашыу үтте. Биләмәлә хәрби күнекмәләргә йыйылған 10-сы класс егеттәре яугир менән аралашып, борсоған һорауҙарына яуап алды.

Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ултырышта барлығы иллегә яҡын мәсьәлә ҡаралды, ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән башланғыстар хаҡында киләһе сюжетта.

Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алды Яҡташыбыҙ, талантлы ғалим Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алды. Айҙар Айрат улы Рәсәй фәндәр академияһының Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшләү федераль ғилми үҙәге менән етәкселек итә. Үҙәктең ғилми коллективына Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәтенең 2024 йылғы премияһы тапшырылды. Награда уға полиомиелитҡа ҡаршы беренсе Рәсәй инактивлаштырылған вакцинаһын уйлап тапҡаны һәм сәнәғәттә етештергәне өсөн бирелә.

Өфөлә үткән «Рәсәй - Ҡаҙағстан» форумы ҙур мәҙәни һәм эшлекле сараға әүерелде Рәсми делегациялар менән осрашыуҙар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Рәсәй - Ҡаҙағстан» 20-cе юбилей төбәк-ара форумы ҙур мәҙәни һәм спорт байрамына әүерелде тип яҙҙы.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары ерҙән йөрөүсе роботтар йыя Дрондар һауала ғына түгел, ерҙә лә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары алғы һыҙыҡта тиерлек ерҙән йөрөүсе роботтар йыя. Улар иң ҡатмарлы һәм хәүефле урындарҙа ҡулланыла. Үҙйөрөшлө арбалар һалдаттар үтеп инә алмаҫлыҡ ерҙәргә лә барып етә һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала ала.

Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәренә йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм тормош-көнкүреш кәрәк -яраҡтары тупланған посылкалар алып бара.

Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Рәсәй субъекттары менән Ҡаҙағстан өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһимлеген билдәләне.Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев фекеренсә, форумдың Өфөлә үткәрелеүе символик мәғәнәгә эйә. Был - йылдам үҫешеүсе иҡтисадты һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡала, тине сиn ил етәксеһе.

Рәсәйҙә балаларға газ һатырға ярамай Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Зажигалкаларҙы, туристар өсөн плита заправкал
Рәсәйҙә балаларға газ һатырға ярамай Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Зажигалкаларҙы, туристар өсөн плита заправкалау өсөн бәләкәй газ балондары ҡулланыла. Балаларҙың уны еҫкәп ағыуланыу, үлеү осраҡтары бар. Төп маҡсат кешеләр һаулығын һаҡлау, - тине спикер Вячеслав Володин. Бындай тауар һатыусылар өсөн ҙур штрафтар билдәләнде. 2016 йылдан башлап Рәсәйҙә токсикомания арҡаһында 800-ҙән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән.

Эт хужалары өсөн талаптар ҡәтғиләшә Думала ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ябай кешеләр өсө
Эт хужалары өсөн талаптар ҡәтғиләшә Думала ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ябай кешеләр өсөн штраф суммаһын 5 мең һумға еткерергә тәҡдим ителә. Законды ҡабатлап боҙған осраҡта тейеш сумма икеләтә артыуы мөмкин. Ҙур, кешеләр өсөн хәүефле булған эттәрҙе мороноҡһоҙ, йә бәйһеҙ йөрөтөүселәр иғтибарға алына. Бындай хайуандарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары теркәлеп тора.

Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристик һалым ҡабул ителде 1 ғинуарҙан Бөрө ҡалаһында ҡунаҡханаларҙа йәшәү хаҡының 1 проц
Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристик һалым ҡабул ителде 1 ғинуарҙан Бөрө ҡалаһында ҡунаҡханаларҙа йәшәү хаҡының 1 проценты туристик иғәнә булараҡ алына. 2026 йылда ставка 2 процентҡа етә һәм йыл һайын арта барып 2029 йылдан 5 процент була. Быға тиклем шулай уҡ Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туристик һалым индерелде.

Өфөлә Сәриә Миржанованың 100 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары бөгөн Рәсәй фәндәр акаедмияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән ғилми-ғәмәли конференцияһында күтәрелде. Был юлы сара күренекле төркиәтсе Сәриә Миржанованың 100 йыллығы сиктәрендә үтте. Сәриә Фәзулла ҡыҙы башҡорт тел ғилеменә тос өлөш индергән шәхес. Ғалимәнең эштәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, төрки донъя халыҡтарында ла миҫалға алына.

Күҙәтеү советы ағзалары Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле һорауҙарҙы тикшерҙе Фәнни проект документацияһы менән улар Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта таныштылар. Осрашыу күҙәтеү советы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үтенесенә ярашлы ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек буйынса фәнни проект Мәскәүҙә федераль экспертиза үтә.

Өфөлә МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған фестиваленең финалы үтте Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам. Өфөләге «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған Асыҡ төбәк-ара фестиваленең финалы үтте. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, гала-концертҡа уларҙың 15-е һайлап алынған. Ҡатнашыусылар араһында ижади коллективтар ҙа, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа бар. Сәхнәнән патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, шулай уҡ, үҙешмәкәр артистар музыка ҡоралдарында уйнаны

Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының икенсе көнө үтте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә форум майҙансығында ойошторолған берҙәм проекттар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрен ҡараны. Шулай уҡ ике ил дизайнерҙарының эштәре менән танышты.

Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан Рәсәйҙең ышаныслы партнерҙарының береһе тип белдерҙе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике дәүләт араһында тауар әйләнеше 30 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡаҙағстан иҡтисадына Рәсәйҙән 13 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә етди иғтибар бүленә. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында байтаҡ Ҡаҙағстан студенттары белем ала. Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев Өфөлә ойошторолған 20-се юбилей форумды юғары баһалап оло рәхмәтен белдерҙе. Ҡаҙағстан һәм Рәсәй араһында 49 күләмле проект ғәмәлгә ашырыла һәм дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү маҡсаты ҡуйыла.

«Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып уңышлы бизнес ойошторорға мөмкин» Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүсе эшҡыуар Денис Өмөтбаев - БСТ каналының күсмә студияһында ҡунаҡта. Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең форумы дауам итә. https://vk.com/video-27097047_456285619

Эшлекле бәйләнештәр Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлек нисек үҫешә? Форум ниндәй ҡаҙаныштарға юл аса? https://vk.com/video-27097047_456285632

Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре хәрби госпиталгә эшкә юлланды Алдағы бер нисә аҙнала улар медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк. Ирекмәндәр сафында коллегабыҙ, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова ла бар.

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла Ышаныслы партнерҙар. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дөйөм хаҡы 350 миллион доллар тәшкил иткән дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла. Был турала форумдың предприятиелар кооперацияһына арналған панель сессияһында билдәләнде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Виталий Хоценко менән осрашты Омск өлкәһе губернаторы Өфөгә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына килгән. Ике субъект етәкселәре иҡтисадта һәм социаль өлкәлә үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, нефть химияһы сәнәғәте үҙ-ара мөнәсәбәттәр үҫешенең яҡшы нөктәһе булырға мөмкин. «Беҙ шулай уҡ сауҙа әйләнешен арттырыу менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ, айырым алғанда, ауыл хужалығы продукцияһы сегментында», - тине төбәк башлығы.