БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 964
Suscriptores
Sin datos24 horas
Sin datos7 días
-1030 días
Archivo de publicaciones
1 964
Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ғилми коллективтарын үҙәктең биш йыллығы менән ҡотланы
Евразия фәнни белем биреү үҙәге вуз-ара кампусында үҙәк асылыуға биш йыл тулыуға арналған форум эшләй. Евразия фәнни белем биреү үҙәге 2020 йылда Рәсәй Президенты Указы буйынса «Фән» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды. «Фән һәм индустрия: стратегия-2030» форумында Башҡортостан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша. Кампуста ошо уңайҙан ойошторолған күргәҙмәне Радий Хәбиров ҡараны һәм алдынғы лабораторияларҙа булды.
1 964
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе итеп Айнур Бирғәлин һайланды
Тауыш биреү бөгөн Өфөлә уҙған 9-сы съезда үтте. Пленумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе үҙ сығышында төбәк дини конфесссияларының татыу һәм берҙәм эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттең рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан диниә назаратының эш һөҙөмтәләре һәм алда торған маҡсаттар тураһында репортаж.
1 964
2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы
2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумының пленар ултырышында хәбәр итте. Яҡын арала был туралағы Указға ҡул ҡуйыла. Ҡарарҙы ҡабул иткәндә, яугирҙар һәм генерал-майор Шайморатов ордены кавалерҙары мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынған. Форумға килгәндә, республикала ул 2022 йылдан алып йыл да уҙғарыла.
1 964
Өфөнән 136-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
Башҡортостан хәрбиҙәре һәм Курск өлкәһе халҡы өсөн адреслы ярҙам. Бөгөн Өфөнән 136-сы гуманитар конвой юлға сыҡты. Уның составында - 25 берәмек техника, шулай уҡ ағас материалдар, пилотһыҙ осоу аппараттары, генераторҙар, радиоэлектрон көрәш саралары, янғын һүндереүсе ҡорамалдар, кейем, автомобилдәр өсөн запас частар, рюкзактар, аҙыҡ-түлек һәм яугирҙарҙың туғандарынан посылкалар.
1 964
Радий Хәбиров Анна Цивилева менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы
Радий Хәбиров Рәсәй оборона министры урынбаҫары - статс секретарь, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Унда махсус хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләре һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләре ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йәһәттән эш алып барыу республикала өҫтөнлөклө. Республиканың барлыҡ идара итеү командаһы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә көйләнгән. Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе комплекслы реабилитациялауҙы үҫтереүгә айырыуса етди ҡараш.
1 964
Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә Анна Цивилева килде
Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй оборона министры урынбаҫары - статс-секретарь, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева килде. Ул республикалағы филиал эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән берлектә улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашты, алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе ир-егеттәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
1 964
Башҡортостанда мутлашыуҙың яңы ысулы теркәлгән
Улар граждандар йәшәгән йорттарға килеп үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре тип таныштыра һәм бер-нисә тапҡырға ҡиммәт хаҡҡа автономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын һатып алырға күндерә. Ысынында иһә, янғын осрағын иҫкәртеү ҡоролмаһын электроника магазиндарында һәм интернет селтәрендә яҡынса 500 һумға һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, республикала социаль ярҙам программаһы ла уңышлы эшләй. 15 льготалы категория граждандарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бушлай тапшырыла.
1 964
Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ул бер айға ябылды. Был осорҙа иретеп-йәбештереү һәм монтажлау эштәре башҡарыла. Шулай уҡ күперҙә гидроизоляция эшләнә, ҡойма, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализацияһы һәм элемтә селтәрҙәре булдырыласаҡ, күпергә инеү урындарға асфальт түшәлә. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы водителдәргә альтернатив юл варианттары тәҡдим итте.
1 964
Өфөлә Светлана Чупшева «Салют» балалар реабилитация комплексы менән танышты
«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы сиктәрендә Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева «Салют» балалар реабилитация комплексы менән танышты. Үҙәк ике аҙна элек асылғайны. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Әле комплекс тулы ҡеүәтҡә эшләмәй, шулай ҙа ошо ваҡытта 30 бала реабилитация үтеп өлгөргән. Шунса уҡ бала бөгөн көндөҙгө стационарҙа ята. Светлана Чупшева комплекстың социаль, мәғариф һәм медицина комплекстарында булып, ундағы шарттарҙы юғары баһаланы.
1 964
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе итеп Айнур Бирғәлин һайланды
Тауыш биреү бөгөн Өфөлә уҙған 9-сы съезда үтте. Пленумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе үҙ сығышында Башҡортостандың дини конфесссиялары татыу һәм берҙәм эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттең рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы.
1 964
Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне.
1 964
Радий Хәбиров 2025 йылды МХО яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип иғлан итте
Ошондай тәҡдим менән Өфөлә «Ломая барьеры» форумында Шайморатов ордены кавалерҙары клубы сығыш яһаған. Тиҙҙән Радий Хәбиров указа ҡул ҡуясаҡ.
1 964
Өфөлә «Иғтибар үҙәгендә» ғаилә фестивале уҙҙы
Өфөлә «Иғтибар үҙәгендә» тип исемләнгән ғаилә фестивале уҙҙы. «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала утыҙҙан ашыу ойошма ҡатнашты. Дауаханалар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары фестивалгә килеүселәргә консультациялар үткәрҙе, ошонда уҡ анализ тапшырырға, ҡан баҫымын үлсәтергә лә мөмкин ине.
1 964
Баймаҡта Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе үҙенең филиалын асты
Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе мәктәбендә ижадты үҙ итеүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. Белем усағында Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе үҙенең филиалын асты.
1 964
Хәйбулла районында «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды
Хәйбулла районының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды. Уңышлы балаларға һәм уҡытыусыларға арналған сара барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте
1 964
Өфөгә йәнә «Еңеү поезы» килде
«Еңеү поезы» йәнә Өфөлә. Тимер юл вокзалында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы күсмә күргәҙмә менән танышырға мөмкин. Вагондарҙа һуғыштың тәүге көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклемге ваҡиғалар сағылыш тапҡан.
1 964
Өфөнөң Ленин районы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Алғы һыҙыҡ өсөн маскировка селтәрҙәре, генератор һәм ике тактлы двигатель өсөн майҙар әҙерләнгән. Алена менән Александр Садиҡовтар гуманитар ылауҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Уларҙың улдары бөгөн алғы һыҙыҡта. Яугир һорауы буйынса йылы әйберҙәр, блиндаж төҙөү өсөн кәрәкле материалдар тупланған. Улар алғы һыҙыҡҡа юлланған «УАЗ»-ға тейәлде. Гуманитар ылау йыйыуҙа Ленин районы ойошмалары теләп ҡатнашҡан.
1 964
Бәләбәй районында яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды
Бәләбәй районында Рәсәй Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 400 мең һумға етте. Урындағы район советы депутаттары ҡарарына ярашлы, бындай мөмкинлек менән 21 октябрҙән 1 декабргә тиклем файҙаланырға мөмкин.
1 964
Туймазы районы Ғафур ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар таҙа һыу көтә
Эсер һыуҙы шишмәнән ташып йәки график буйынса таратылғанын көтөп ыҙалаған ауылдаштар мәсьәләне төрлө юлдар менән хәл итергә тырыша. Биш йыл элек республиканан финанс ярҙам юллап, дөйөм көс менән һәр йорттан ун мең һум аҡса йыйып проект та әҙерләгәндәр. Әммә идарасы компания эшен еренә еткереп башҡармау сәбәпле, йыйылған аҡса кире бюджетҡа ҡайтарылған. Ғафур халҡы тағы ла һыуһыҙ ҡалған.
1 964
Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы үҙәктәре яңы системаға тоташтырылды
Бынан ары пациенттарға тиҙ ярҙам күрһәтеү тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ буласаҡ. Эште һанлаштырыу мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеүҙе еңеләйтте.
