es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 015
Suscriptores
-224 horas
-57 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
Саҡмағош районы хакимиәте Өфөлә актив һәм талантлы яҡташтары менән осрашты Осрашыуға студенттар менән йәш белгестәр ҡушылды. Түңәрәк өҫтәл эшендә сығышы менән Саҡмағош районынан булған билдәле кешеләр ҙә ҡатнашты.

Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя Өс тиҫтә противогаз, радиация дозаһын үлсәүсе ҡоролма һәм башҡалар... Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя. Әле уның коллекцияһында төрлө йылдарҙа ҡулланылған тын алыу органдарын һаҡлау саралары бар. Уларҙы үҫмер төрлө күргәҙмәләр буйлап алып йөрөй.

Өфөнөң Карпов ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды Республиканың тағы ла бер ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды. Был юлы ул Өфөнөң Карпов ауылында файҙаланыуға тапшырылды. Яңы амбулаторияла ике меңләп кешегә, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу балаға беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк.

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеләсәк Киләһе йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса социаль заказға өҫтәмә категория - инвалидлыҡ алған махсус хәрби операция ветерандарын индереү планлаштырылған. Был тәҡдим менән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов сыҡты.

Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә ҡушты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса киҫкен мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бынан ары ҡырсынташ түшәү эштәре ҡар яуып, ер туңғандан һуң түгел, ә күпкә алдараҡ башҡарылырға тейеш. Видеоконференция бәйләнеше аша ойошторолған оператив кәңәшмәлә «Башҡорт ихатаһы» һәм «Өфө поликлиникаларын яңыртыу» буйынса төбәк программалары тураһында ла һүҙ барҙы.

Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу иҫерек үҫмер водитель тотолған Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. 7 үҫм
Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу иҫерек үҫмер водитель тотолған Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. 7 үҫмер иҫерек килеш техника йөрөтөп икенсегә туҡтатылған. Улар енәйәт кодексы буйынса яуап бирә. Быйыл республика юлдарында водитель танытмаһы булмаған мең ярымдан ашыу үҫмер тотолған. Ундайҙарҙың ата-әсәләре административ кодекс буйынса яуапҡа тарттырыла, штраф түләй 2024 йылда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 399 авария булған, уларҙа 10 баланың ғүмере өҙөлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ведомствоһы.

Салауат Юлаев һәйкәле торған ҡурған урынынан шылған Уны нисек нығытасаҡтар? БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин яуап бирә. https://vk.com/video-228083963_456239031

Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы барышында баш ҡала халҡын бишбармаҡ менән һыйлайҙар Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан
Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы барышында баш ҡала халҡын бишбармаҡ менән һыйлайҙар Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан ошо турала белдерәләр. Өфөлә аҙыҡ-түлек фестивале ойошторола. Ике ил ашнаҡсылары араһында оҫталыҡ ярышы була. Беренсе көндә балыҡ ашы, икенсе көндә бишбармаҡ әҙерләйҙәр. Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы 26-27 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында үтә. Унда ҡатнашыусылар өсөн ҙур программа - эшлекле һәм мәҙәни саралар ҡаралған.

Республикаға китапханаларҙы яңыртыу өсөн аҡса бүленә Федераль ҡаҙнанан 37 миллион һум бирелә. Киләһе йылда Башҡортостанда яңы
Республикаға китапханаларҙы яңыртыу өсөн аҡса бүленә Федераль ҡаҙнанан 37 миллион һум бирелә. Киләһе йылда Башҡортостанда яңы быуынға ҡараған 3 китапхана булдырыла. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондары үҙәк китапханалары Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста еңеү яулаған. “Беҙ федераль аҡса йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Яңыртылған китапханалар ауылда йәшәүселәр өсөн белем алыу һәм ял итеү үҙәгенә әйләнә бара”, - тип белдерҙе Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова.

Өфөлә хәрби темаға күргәҙмә асылды “АРТ-ХУПЛАУ. Беҙҙекеләр өсөн” тигән экспозиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынд
Өфөлә хәрби темаға күргәҙмә асылды “АРТ-ХУПЛАУ. Беҙҙекеләр өсөн” тигән экспозиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ойошторолған. Унда башҡорт рәссамдарының 60-тан ашыу эше тәҡдим ителә. Шулай уҡ Владислав Пегов һәм Александ Скорняковтың картиналары ҡуйылған. Һүрәттәрҙә алғы һыҙыҡта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән ир-егеттәр төшөрөлгән. “Беҙ сәнғәт аша халыҡҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә тырышабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняков. Республикала тыуып үҫкән 12 ир-егет Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Уларҙың һигеҙе һәләк булғандан һуң юғары наградаға күрһәтелде. Художниктарҙың картиналары менән 15 декабргә тиклем танышырға була. Күргәҙмә киләһе йылда Татарстан халҡына тәҡдим ителә.

Бөрйән районы башлығы киләсәккә пландары менән бүлеште Халыҡ мәнфәғәте өсөн халыҡ менән бергә эшләү мөһим. Бөрйән районы хакимиәтене башлығы үҙенә ошондай бурыс ҡуйған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь аҙағында Бөрйән муниципаль районы хакимиәтендә яңы етәксе һайланды. Рәмил Абдуллин яңы вазифаға тәғәйенләнгә тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Рәмил Миңлеәхмәт улы менән осрашып, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.

Өфөлә «Байыҡ -2024» республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы Республиканың төп сәхнәһе -»Башҡортостан» концерт залында «Байыҡ -2024» телевизион конкурсының иң яҡшы бейеүҙәрҙән тупланған гала-концерты уҙҙы. Өр-яңы постановкалар, сағыу костюмдар, осҡон сәсрәтеп халыҡсан бейеү башҡарыусылар хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостан һәм Алтай республикалары парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Алтай Республикаһы дәүләт Йыйылышы - Эл Ҡоролтай араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа ике республика парламенттары рәйестәре Константин Толкачев һәм Эжер Ялбаков ҡул ҡуйҙы. Парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү төбәктәр араһында сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын әҙерләү планлаштырыла.

Өфөнөң Көрәш һарайында «Zвезда» самбо буйынса Бөтә Рәсәй балалар турнирына старт бирелде Күләмле ярыш Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арнала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, республикала был спорт төрө үҫешенә айырым иғтибар өсөн Бөтә Рәсәй самбо федерацияһына рәхмәтен белдерҙе. «Россия - Za самбо» форумының пленар ултырышында күтәрелгән мөһим мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм турнир барышы тураһында сюжет.

Республиканан 138-се гуманитар ылау оҙатылды Өфөнөң «Көрәш һарайы» алдындағы майҙандан бөгөн 138-се гуманитар ылау оҙатылды. Колоннала 8 берәмек техника. Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, дәүләт органдары, Дүртөйлө, Тәтешле, Шишмә райондары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм вайымһыҙ граждандар тарафынан тупланған.

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе кәңәшмәһе үтте Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай бинаһында уҙған йыйылышта «Берҙәм Рәсәй « партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев ҡатнашты. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бөтә ғәмәлдәр, проекттар, башланғыстар илдең иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, һайлаусыларҙың наказдарын хәл итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.

Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде Башҡортостан менән Алтай республикаһын аваибәйләнеш тоташтырасаҡ. Был төбәктәр араһында туризм һәм башҡа тармаҡтарҙы нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Бөгөн Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде. Делегацияны төбәк башлығы Андрей Турчак етәкләй. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Өфөләге мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарында булды.

Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды Бөгөн Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды. Тантаналы сарала власть органдары, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, мәктәп уҡыусылары, Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ҡатнашты.

Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙамға мотоцикл Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Был юлы яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса тупланған кәрәк-яраҡтар менән бергә, УАЗ машинаһы һәм ике тәгәрмәсле техника оҙатыласаҡ. Гуманитар ярҙам Өфө автотранспорт колледжы һәм Стәрлебаш районының социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды менән берлектә әҙерләгән.

Асҡын районынан ике ғаилә өй туйлаясаҡ Был йорттар «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында төҙөлгән. Бының өсөн 10 миллион һум бүленгән. Торлаҡлы булған ғаиләләр шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.