БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 970
Suscriptores
Sin datos24 horas
-77 días
-1930 días
Archivo de publicaciones
1 970
Республика ашнаҡсылары оҫталыҡта көс һынашты
Беренсе урын алыусыға 50 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы. Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабында иң яҡшы ашнаҡсы билдәләнде. Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында ойошторолған бәйгелә район-ҡалаларҙан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Конкурсанттар технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған эш урыны һәм өҫтәлгә ҡуйылған азыҡ-түлек менән танышҡандан һуң ваҡытҡа өс төрлө ризыҡ әҙерләне.
1 970
Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды
Изгелек марафоны ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү өсөн ойошторола. 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам иткән акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн «Ғаилә» үҙәге бүлексәләренә канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн әйберҙәр тапшырырға кәрәк.
1 970
Асылыкүлдә законһыҙ рәүештә балыҡ тотоу осраҡтарына ҡаршы көрәш алып барыла
Бер ай эсендә генә 8 ау табылған. Асылыкүлдә законһыҙ рәүештә балыҡ тотоу осраҡтарына ҡаршы көрәш алып барыла. Дәүләкән районындағы һыу ятҡылығында тәбиғәт паркы инспекторҙары тарафынан даими рейдтар үтә. Тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған, хеҙмәткәрҙәр барлыҡ тейешле ҡорамалдар, тепловизор һәм төнгө күреү приборҙары менән тәьмин ителгән.
1 970
Башҡортостанда айырыуса янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә
Урман янғындары - иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта төбәктә урман янғындарына бәйле хәл ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, көндәр ямғырлы һәм һалҡынса торғанға, әлегә урман янғындары борсолоу тыуҙырмай, хәл контролдә тотола. Йыл башынан республикала ҡоро үлән янып китеп, 291 тапҡыр янғын сыҡҡан. 18 апрелдән алып Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырыуса режим ғәмәлдә.
1 970
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Евразия фәнни-мәғариф-үҙәге кампусы төҙөлөшө барышы менән таныштырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Евразия фәнни-мәғариф-үҙәге кампусы төҙөлөшө барышы менән таныштырҙы. «Беҙҙең университет кампусын төҙөү дауам итә. Бында 13 берәмек техника йәлеп ителгән - эш ҡайнай. Студенттар яяңы объектты көтә. Минеңсә , беҙ архитектура күҙлегенән һәм объект эстәлеге буйынса ла илдә иң уңышлы кампусты төҙөйбөҙ» тип яҙған Радий Хәбиров.
1 970
Башҡортостан әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға миллиард һумдан ашыу аҡса алды
Бала табыу йорттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, райондарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультация бүлмәләре асыла. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, "Ғаилә" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы әсәләр һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшыра. Быйыл ҡатын-ҡыҙ консультациялары Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаларында асылырға тейеш.
1 970
Өфөлә вандалдарҙан зыян миллиондарса һумға баһалана
Был турала ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Арсен Латыпов белдерҙе. - Бөтә парк һәм скверҙарҙа тәртипһеҙлек осраҡтары теркәлеп тора. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын емерәләр, туҡталыштарҙы йәмһеҙләүселәр бар. Шулай уҡ түтәлдәрҙән сәскә урлап һатыусылар теркәлә, - ти ул.
1 970
Өфөнән бер ир 23 миллион һумға алданған
60 йәшлек кешегә шылтыратыусы үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан, пенсия аҡсаһын яңынан иҫәпләү кәрәклеге тураһында белдергән. Унан һуң тағы шылтыратыуҙар булған. Йыйылған аҡсаһы Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәргә күсерелеү ихтималлығы, енәйәт кодексы буйынса яуап тоторға тура киләсәге менән янағандар. Ошонан һуң ир банктан 23 миллион һум аҡсаһын сығарып алған. Уны өлөшләп курьерҙарға биргән. Ир банк хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалмаған.
1 970
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам акцияһы башланды
Башҡортостанда хәйриә акцияһы башлана. Изгелек марафоны 15-се тапҡыр уҙғарыла. Маҡсат - ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә балаларын мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеү. Акция бөгөн старт ала һәм йәй аҙағына тиклем бара. Унда ҡатнашыу өсөн яҙыу-һыҙыу әйберҙәрен алып ҡала һәм райондарҙа "Ғаилә" үҙәктәренә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ портфель, мәктәп форманы, уҡыу әсбаптары ҡабул ителә. Йәй аҙағында йыйылған ярҙам социаль учреждениеларҙа иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыла.
1 970
Башҡортостанда урман янғындарына әҙерлек юғары
Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, республикала янғын һүндереү көстәрен үҫтереү стратегияһы ғәмәлгә ашырыла. Һуңғы алты йылда 8 бүлексә булдырылған, 6 депо төҙөлгән, 670 мең янғын иҫкәртеү приборы таратылған. - Өфө янында Булгаков һәм Нефтекамала Әмзә ауылдарында деполар төҙөү планлаштырыла, ти Андрей Назаров. Быйыл Башҡортостанда ун урман янғыны теркәлгән.
1 970
Өфө медицина колледжы студенттарына диплом тапшырылды
Һөнәргә юл асылған мәл. Бөгөн Өфө медицина колледжы студенттарына диплом тапшырылды. Тантана баш ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Быйыл уҡыу йортон 522 уҡыусы тамамлай, уларҙың 200-ҙән ашыуы ҡыҙыл дипломға эйә булды.
1 970
Ирек Сәғитов Красный Луч ҡалаһында осрашыу уҙғарҙы
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Луганск халыҡ республикаһына эш сәфәре барышында Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Соловьев менән осрашты.
Билдәле булыуынса, беҙҙең республика 2022 йылда төбәкте шефлыҡҡа алды. Был ҡаланы тергеҙеү генә түгел ине, ә тәү сиратта урындағы халҡтың рухын нығытыуға, уларға киләсәккә ышанысты ҡайтарыуға һәм тотороҡло үҫеш өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелде. Сергей Соловьев Башҡортостанға ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп, артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт белдерҙе.
1 970
Өфөлә рәсми рәүештә Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы проекты старт алды
Өфөлә рәсми рәүештә Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы проекты старт алды. Тәүге этапҡа ярашлы, скульптураны тергеҙеү эштәренә әҙерлек бара. Быға бәйле монумент эргәһендәге майҙанға юл ябылды. Ҡойма менән уратылған биләмәлә төҙөлөш ҡаласығы булдырыу ҡаралған. Сентябрҙә кран ярҙамында һәйкәл постаменттан алынып, баш ҡалалағы махсус йыһазландырылған оҫтаханаға оҙатыла. Проект буйынса барлыҡ эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу бурысы тора.
1 970
Өфөнөң Ленин исемендәге паркында төҙөкләндереү эштәре ҡыҙа
Паркта эш барышы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Төбәк етәксеһе төҙөлөш майҙанын даими күҙәтеп торасағын белдереп, паркты ремонтлау тураһында ҡарарҙың дөрөҫ булыуын билдәләне.
1 970
Башҡортостанда транспорт инфраструктураһын модернизациялау дауам итә
Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙың 740 саҡрым арауығында, йәмғеһе яҡынса 280 участкала ремонт эштәре планлаштырылған. Шулай уҡ 12 күпер төҙөкләндерелә. Был объекттар «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына индерелгән, әле 65 участкала эш башланған да инде. Республика йортонда төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Транспорт сәғәте» ултырышында район-ҡалаларҙа транспорт инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
1 970
Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына ике яҡташыбыҙ лайыҡ булды. Владимир Булавенцев махсус хәрби операция ветераны, ә Динис Тоҡомбәтов гвардияның өлкән лейтенанты, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Шайморатов миҙалы уларға алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелде. Яугирҙар үҙ сиратында Республика етәкселегенә иғтибар, хәстәр өсөн рәхмәт белдерҙе.
1 970
Башҡортостанда әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә
Башҡортостанда әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Был суммаға бала табыу йорттарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм республика райондарында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын төҙөү күҙ уңында тотола. Эш «Ғаилә» милли проекты һәм «Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау» төбәк программаһы буйынса алып барыла. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ ауылдарҙы газификациялау, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ барҙы.
1 970
Өфөлә «Беренселәр саҡырыуы» Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабы үтте
Йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән проектта 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнаша. Этап муниципаль кимәлдә еңеү яулаған иң яҡшы 23 команданы осраштырҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар биш дисциплинала - һыҙыҡ уйнау, гимнастика, резинка аша һиккереү,спорт скакалкаһын ҡуллана белеү кеүек йүнәлештәрҙә көс һынашты.
1 970
Дәүләкән районында «Табын-Фест» йәштәр фестивале үтте
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватан һаҡсылары йылына арналған сара «Бәйге» ярышын да үҙ эсенә алды. Атап әйткәндә, бесән төргәген әйләндереү, төрлө ҙурлыҡтағы бүрәнәләрҙе күсереү, арҡан тартыу кеүек һынауҙар әҙерләнгәйне. Шулай уҡ «Табын батыры» менән «Табын һылыуы» конкурсы ла үтте.
1 970
Баймаҡ районында Исхаҡ Ғүмәровҡа арналған хәтер кисәһе үтте
Батыр иҫтәлегенә. Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия подполковнигы, бихисап ордендар һәм миҙалдар кавалеры Исхаҡ Ғүмәровтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Геройҙың данлы яу юлын уҡыусылар өйрәнгән.
