es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-530 días
Archivo de publicaciones
ҒАИЛӘМ – ҠӘЛҒӘМ Был тормоштоң ялҡынынан, Буранынан, һалҡынынан, Ҡоролоғо, ташҡынынан, Бысрағынан, юшҡынынан, Һаҡлай мине бөйө
ҒАИЛӘМ – ҠӘЛҒӘМ Был тормоштоң ялҡынынан, Буранынан, һалҡынынан, Ҡоролоғо, ташҡынынан, Бысрағынан, юшҡынынан, Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм! Бында мине һәр кем аңлай, Эс серемде һәр кем тыңлай, Көрәштәрҙән арып-талған Хәнйәр-йәнгә ғаиләм — ҡындай, Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм - Яҡындарҙан-яҡын ғаиләм! Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш, Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш, Шатлыҡтарым уртаҡ шатлыҡ, Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ, Яҡлай мине изге ҡәлғәм Ышаныслы, татыу ғаиләм! Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк, Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, Бында ярҙам, изге теләк, Бында һөйөп тибә йөрәк, Имен булһын ғәзиз ғаиләм Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм! Фирүзә АБДУЛЛИНА.
📍Әйткәндәй, бөгөн - 25 февралдә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында шағирә Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһе үтә.
Билеттар: ошонда. Фотола: Азалия һәм Юлай Вәлиевтар ғаиләһе.

📌Темәстә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хәтерен мәңгеләштергәндәр. Баймаҡ районы Темәс ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтарға стела асылған. Был турала район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр иткән.
"Был башланғыс менән яҡташтарыбыҙ - Әсҡәт Йосопов етәкселегендә Темәс яугирҙары сығыуы айырыуса күңелгә яҡын. Уларҙың иптәштәре тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү һәм хеҙмәттәштәрен күтәрмәләү теләге ысын дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм илһөйәрлек тураһында һөйләй. Бөгөн алғы һыҙыҡта булған һәм тыуған яҡтарына ҡайтҡан һәр бер яугир менән ғорурланабыҙ. Был стела һәр кем геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алырлыҡ урын булһын. Һәләк булғандар мәңгелеккә хәтерҙә ҡалһын һәм тереләр алдында ихтирам менән баш эйәбеҙ! Беҙ иҫләйбеҙ, беҙ бергә, беҙ ғорурланабыҙ!"
- тип яҙған Азамат Иҙрисов.

Тыуған республикабыҙҙың матурлығына һоҡланып алайыҡ әле😍
📍 Белорет районы, Асы ауылы. Әйткәндәй, бында билдәле шифахана урынлашҡан. Унда һөйәк-мускул, тире, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалайҙар. Видео: Батыр Ғәлимов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Хәйерле көн! 🩵🤍💚 Бөгөн, 25 февраль, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө. 1992 йылда нәҡ ошо көндә республиканың
Хәйерле көн! 🩵🤍💚 Бөгөн, 25 февраль, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө. 1992 йылда нәҡ ошо көндә республиканың Юғары Советы тарафынан Флаг тураһында положение раҫлана. 💯Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәренә һалынған мәғәнәләргә тоғро ҡалайыҡ: 🩵күк төҫ - асыҡлыҡ, изгелек һәм республика халыҡтарының уй-ниәттәре паклығы; 🤍аҡ төҫ - тыныслыҡ, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге; 💚йәшел төҫ - азатлыҡ, тормоштоң мәңгелеге; 💛ҡурай тажы - дуҫлыҡ символы, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

📌 AY YOLA төркөмө ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов үҙен ҡурай серҙәренә төшөндөргән уҡытыусыһын ҡотлаған. Донъя кимәлендә танылыу тапҡан музыкантҡа башҡорт халҡының милли уйын ҡоралында уйнарға Тәлғәт Нуриев өйрәткән. Ул быйыл үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән.
"Хәлен белеп киттем, бик матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ, килеүемә ныҡ ҡыуанды. Дуҫтар, уҡытыусыларығыҙға, яҡындарығыҙға шылтыратырға ваҡыт табығыҙ. Ғүмер бик тиҙ үтә, ә өлкән йәштәгеләр өсөн иң ҡиммәте - иғтибар",
- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.

📌 ИРӘКТЕ - ҠАЛА ҺАҠСЫҺЫ Башҡорт ырыуҙарының береһе - ирәкте. Был ырыу башҡорттарының тамырҙары Уйшин Майҡы бейгә барып тоташ
📌 ИРӘКТЕ - ҠАЛА ҺАҠСЫҺЫ Башҡорт ырыуҙарының береһе - ирәкте. Был ырыу башҡорттарының тамырҙары Уйшин Майҡы бейгә барып тоташа. 🔹 Ирәкте атамаһы элек этноним булмаған, ул хандарға хеҙмәт итеүсе хәрби башҡорттарға ҡарата ҡулланылған. 💯 "Ирәк" тигән боронғо төрки һүҙенең мәғәнәһе "ҡәлғә", "нығытма", "кремль". Шул һүҙгә -те эйәлек суффиксы ҡушылған.
Ирәкте - ҡәлғә хеҙмәтен үтәүсе, тигәнде аңлатҡан.
🔹 Был үҙенсәлекле төркөмгә төрлө ырыу башҡорттары - табындар, тамъяндар, бөрйәндәр һ.б. була. Ҡара-табындар күпселекте тәшкил итә.
"Ирәкте ырыуы башҡорттары XV быуат аҙаҡтарында, йәиһә XVI быуат баштарында Ҡаҙан ханлығы сиктәренә күсеп килеп, һан хеҙмәтенә ялланған көнсығыш (ҡара-табын) һәм көнбайыш табындарҙың вариҫтары булып тора",
- тип яҙа билдәле тарихсы Р. Ғ. Кузеев. 🔹 Билдәле ирәкте башҡорто, шағир-мәғрифәтсе Мөхәммәтғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейековтың шәжәрәләре ошо мәғлүмәттәрҙе раҫлай. 🔹 Ирәктеләр Ҡаҙан хандарына яугирлыҡ хеҙмәтенә ялланып, Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ыҡ һәм башҡа вағыраҡ йылғалар буйынан ер алып, төпләнеп йәшәй. 📍 Ирәкте башҡорттары хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле һәм Балтас райондарында, Татарстандың Мөслим районында йәшәй. Мөхәммәтғәли һәм Ғарифулла Кейековтарҙан тыш, билдәле ирәктеләр - Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, БАССР-ҙың халыҡ артисы Зинира Атнабаева, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов. Һүрәттә: ирәкте ырыуы башҡорто, шағир-мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой.

📌 Иглин районында 800 баш эре малды һимертеү майҙансығы асылған. Ҡалтыман ауылында яңы инвестицион проекттың тәүге өлөшө асы
+2
📌 Иглин районында 800 баш эре малды һимертеү майҙансығы асылған. Ҡалтыман ауылында яңы инвестицион проекттың тәүге өлөшө асылды, уны ошо ауыл исемен йөрөткән ауыл хужалығы предприятиеһы эшләне. 🔥 Уның майҙаны 21 600 кв.м., 3600 кв.м. лапаҫтың иҙәне таш, 1000 кв.м мал аҙығы һалғыс, йылы һыу. Был хужалыҡтың продукция етештереүсәнлеген 2030 йылға 25 процентҡа арттырыуы ихтимал, тип көтөлә.

Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары ла шулай - Тәбиғәттән үрнәк алалар: Яратмаһа, ҡыштай һалҡын була, Яратһалар - йәйҙәй ҡайнарҙар. Әнғәм АТНАБАЕВ. Видео: Нурсилә исемле һылыуҙан.

Шунан, нимә бүләк иттеләр? 🤨
Anonymous voting

Ҡыҫҡа эш аҙнаһы уңышлы үтһен! 💟 Фото: Елена Перминова.
Ҡыҫҡа эш аҙнаһы уңышлы үтһен! 💟 Фото: Елена Перминова.

Аҡлыҡ сафлыҡ менән балҡып, Килеп етте Рамаҙан. Йыл буйына уны көтөп, Таҙарындыҡ беҙ алдан. Һәр кешегә Рамаҙанда, Аллаһ бирһен дәрт-ҡеүәт. Изге булһын уйҙарыбыҙ, Һәм ҡылған һәр бер ниәт. Күңел тыныслығы менән, Ураҙалар тотайыҡ! Яҡты уйҙар менән генә, Доғаларҙы ҡылайыҡ! Аҡлыҡ -сафлыҡ менән балҡып, Килеп етте Рамаҙан. Ошо ай бит иң изгеһе, Һәм хәйерле мең айҙан. Аллаһ тарафынан төшкән, Ҡөрьән -Ислам динендә. Ошо Рамаҙан айының, Изге Ҡәҙер төнөндә. Рамаҙандың Ҡәҙер төнө, Доғалар ҡабул була. Таҙарына йөрәктәр ҙә, Гонаһтар ҙа юйыла. Ғибәҙәт ҡылыу хәйерле, Ғибәҙҙәттәр ҡылайыҡ! Көнөн- төнөн ошо айҙа, Доғаларҙа булайыҡ! Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)

Ҡыштың үҙ йәме 🩵 Видео: Салауат Юнысов.

⭐ Салауат районы егете - Рәсәй Федерацияһы Геройы! ⭐ Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Рәс
Салауат районы егете - Рәсәй Федерацияһы Геройы! Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған хәрби хеҙмәткәрҙәргә "Алтын Йондоҙ" миҙалдарын тапшырҙы. Улар араһында Башҡортостандың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуып үҫкән Вәсил ЯМАЛЕТДИНОВ та бар🔥 Вәсил Камил улы - Көнсығыш хәрби округының 5-се дөйөм ғәскәр армияһының 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһы батальонының рота командиры. Уның командалығында штурмлаусы рота яугирҙары беренселәрҙән булып Гуляй-поле ҡалаһына үтеп инә. "Катав" позывнойлы яугирҙың атаһы Камл Әлкә ауылынан, әсәһе Зәфирә Башҡорт Илсекәйенән. Вәсил төп белемде тыуған ауылында ала, артабан Ҡытаутамаҡ механика техникумын тамамлай. Алыҫ Көнсығышта әрме хеҙмәтен үткән сағында хәрби юлын һайлай.

📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы исеменән Батырҙар һәйкәленә сәскәләр һалды. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сара сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Унда ветерандар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Гимндар яңғырағандан һуң, батырҙарса һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар⭐

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 🎉 Ир-егеттәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бөгөн беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙға имен-аман еңеү менән әйләнеп ҡайтыу насип булһын.

Хәйерле иртә, Башҡортостан! 🩵 🤍 💚
Хәйерле иртә, Башҡортостан! 🩵 🤍 💚

📌 "Әр-Рахим" йәмиғ мәсетенең төҙөлөшө системалы рәүештә алып барыла һәм рәсми күҙәтеү аҫтында, тип белдергән Башҡортостан мо
📌 "Әр-Рахим" йәмиғ мәсетенең төҙөлөшө системалы рәүештә алып барыла һәм рәсми күҙәтеү аҫтында, тип белдергән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин. Ул был хаҡта мәғлүмәт киңлегендә Өфөлә төҙөлгән "Әр-Рахим" мәсетенә аҡса йыйыу тураһында хәбәрҙәр таралыуға бәйле яҙған. Рәсми аңлатма биреү мөһим, тип билдәләгән Айнур хәҙрәт.
"Әр-Рахим" йәмиғ мәсетенең төҙөлөшө масштаблы һәм яуаплы проект, ул БР мосолмандары Диниә назараты һәм "Иман-Башҡортостан" фонды менән бойомға ашырыла. Барлыҡ ойоштороу, финанс һәм төҙөлөш эштәре үҙәкләштерелгән, асыҡ һәм ғәмәлдәге закон сиктәрендә үтәлә. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Республика етәкселеге, был йүнәлештәге структуралар һәм яуаплы ойошмалар мөһим рухи һәм архитектура бинаһын төҙөп бөтөүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты һәм "Иман-Башҡортостан" фонды тарафынан халыҡтан аҡса йыйыу тураһында бер ниндәй ҙә рәсми иғлан булманы",
- тип яҙған Айнур Бирғәлин. Шулай уҡ Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе халыҡты иғтибарлы булырға, шикле кешеләргә һәм ойошмаларға аҡса күсермәҫкә өндәгән. Уларҙың бындай ҡылығы мөһим йәмәғәт проектына зыян килтереүгә, хәйриә эшмәкәрлегенә ышанысты ҡаҡшатыуға йүнәлтелеүен билдәләгән. 📍 "Әр-Рахим" мәсетенә ҡағылышлы барлыҡ ышаныслы яңылыҡтар Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының рәсми төркөмөндә баҫыла.

Ҡоштар тыуған еребеҙҙе ошолай күрәме икән?
📍 Белорет районы. Видео: Салауат Юнысов.

Сәғиҙулла Байегет яңы йыр әҙерләй 🔥 Уның ниндәй йырҙары оҡшай? Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 БР Хәрби дан музейында "Рәсәй. Донбасс. МХО" күргәҙмәһе эшләй. Унда 280-дән ашыу ҡомартҡы ҡуйылған. Әйткәндәй, 23 февралдә
📌 БР Хәрби дан музейында "Рәсәй. Донбасс. МХО" күргәҙмәһе эшләй. Унда 280-дән ашыу ҡомартҡы ҡуйылған. Әйткәндәй, 23 февралдә Хәрби дан музейында асыҡ ишектәр көнө - бөтәһенә лә инеү бушлай. 🔥 📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7-се йорт (Еңеү паркы).