es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
617
Suscriptores
Sin datos24 horas
Sin datos7 días
-230 días
Archivo de publicaciones
📌"Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының проекты - еңеүсе! "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының "Һуңғы палеолит дәүер
+1
📌"Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының проекты - еңеүсе! "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының "Һуңғы палеолит дәүеренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре" проекты Д.С. Лихачев исемендәге III Милли премия лауреаты🔥 Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Бәләкәй Театр сәхнәһендә үткән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та был хаҡта сәхифәһендә яҙған һәм бөтәһен дә музейҙы килеп күрергә саҡырған. 📍 Тулыраҡ "Беренсе" каналының яңылыҡтарында. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌"Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының проекты - еңеүсе! "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының "Һуңғы палеолит дәүер
+1
📌"Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының проекты - еңеүсе! "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музей-ҡурсаулығының "Һуңғы палеолит дәүеренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре" проекты Д.С. Лихачев исемендәге III Милли премия лауреаты🔥 Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Бәләкәй Театр сәхнәһендә үткән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та был хаҡта сәхифәһендә яҙған һәм бөтәһен дә музейҙы килеп күрергә саҡырған.
📍 Тулыраҡ "Беренсе" каналының яңылыҡтарында. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Дуҫтар! Хәҙер беҙҙең МАХ каналында комментарийҙар яҙырға мөмкин 😊 Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, ихтибарлы булайыҡ һәм әүҙем аралашайыҡ.

📌 "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара фото конкурсында ҡатнашығыҙ! Бөйөк ебәк юлы - бөтә донъя халыҡтарын һәм мәҙәниәттәр
📌 "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара фото конкурсында ҡатнашығыҙ! Бөйөк ебәк юлы - бөтә донъя халыҡтарын һәм мәҙәниәттәрен бәйләгән сауҙа һәм аралашыу юлы булған. Ул ҡасандыр хәҙерге Башҡортостан территорияһы буйлап та үткән.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Ебәк юлының мөмкинлектәре менән файҙаланған: милли кейемдәребеҙҙә ҡулланылған ҡыҙыл мәрйен, ҡортбаштар юҡтан ғына бар булмаған.
🔥 ЮНЕСКО бөтә донъянан 14-25 йәшлек йәштәрҙе "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Ул 8-се тапҡыр ойошторола. 🔹 Быйылғы йыл темаһы - "Ебәк юлының тере мираҫы". Йәш фоторәссамдарға мираҫыбыҙ төрлө мәҙәниәт һәм төбәк кешеләрен берләштереүҙе дауам итеүен сағылдырырға кәрәк. 🔹 Йәшкә ҡарап өс еңеүсе билдәләнә һәм уларға бүләккә фотокамера бирәсәктәр, ә иң яҡшы 60 эш махсус альбомға индереләсәк һәм бөтә донъя буйлап күргәҙмәләргә ҡуйыласаҡ. 📍 Ҡатнашыу өсөн 30 июнгә тиклем ғариза тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Тулыраҡ ошонда. Фото: Людмила Камнева.

📌 "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара фото конкурсында ҡатнашығыҙ! Бөйөк ебәк юлы - бөтә донъя халыҡтарын һәм мәҙәниәттәр
📌 "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара фото конкурсында ҡатнашығыҙ! Бөйөк ебәк юлы - бөтә донъя халыҡтарын һәм мәҙәниәттәрен бәйләгән сауҙа һәм аралашыу юлы булған. Ул ҡасандыр хәҙерге Башҡортостан территорияһы буйлап та үткән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Ебәк юлының мөмкинлектәре менән файҙаланған: милли кейемдәребеҙҙә ҡулланылған ҡыҙыл мәрйен, ҡортбаштар юҡтан ғына бар булмаған. 🔥 ЮНЕСКО бөтә донъянан 14-25 йәшлек йәштәрҙе "Ебәк юлы йәштәр күҙлегенән" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Ул 8-се тапҡыр ойошторола. 🔹 Быйылғы йыл темаһы - "Ебәк юлының тере мираҫы". Йәш фоторәссамдарға мираҫыбыҙ төрлө мәҙәниәт һәм төбәк кешеләрен берләштереүҙе дауам итеүен сағылдырырға кәрәк. 🔹 Йәшкә ҡарап өс еңеүсе билдәләнә һәм уларға бүләккә фотокамера бирәсәктәр, ә иң яҡшы 60 эш махсус альбомға индереләсәк һәм бөтә донъя буйлап күргәҙмәләргә ҡуйыласаҡ. 📍 Ҡатнашыу өсөн 30 июнгә тиклем ғариза тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Тулыраҡ ошонда. Фото: Людмила Камнева.

📌 Башҡорт балының файҙаһын буласаҡ шәфҡәт туташтары ла белә 20 майҙа, Бөтә донъя бал ҡорттары көнөндә БР Милли музейында ҡыҙ
+5
📌 Башҡорт балының файҙаһын буласаҡ шәфҡәт туташтары ла белә 20 майҙа, Бөтә донъя бал ҡорттары көнөндә БР Милли музейында ҡыҙыҡлы лекция үтәсәге тураһында хәбәр иткәйнек бит әле. Башҡорт дәүләт медицина университеты колледжы студенттары барған һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы Марат Ғиниәтуллин һөйләгәндәрҙе тыңлаған. Хәҙер йәштәр ысын башҡорт балын айыра белә - төҫө, тәме, ҡуйылығы буйынса баһаларға өйрәнгәндәр. Ошондай ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сараларға теләп йөрөүселәр күберәк булһа ине🙏 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Тайт!🐴 Хәйерле көн, төркөмдәштәр ☀️ Уңышлы эш көнө теләйбеҙ. Әйткәндәй, был аттар үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәй һәм Мораҙым
Тайт!🐴 Хәйерле көн, төркөмдәштәр ☀️ Уңышлы эш көнө теләйбеҙ. Әйткәндәй, был аттар үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәй һәм Мораҙым тарлауығы буйлап һыбай йөрөтөргә көтөп торалар 😉 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Башҡорт шаршауы заманса йорт йыһазында🔥
Бер осорҙа "иҫкелек ҡалдығы" тип ташлап бөтөлгән әйберҙәрҙе бөгөн йәштәребеҙ шул тиклем оҫта итеп заманса ҡулланылышҡа индереүенә бына нисәнсе тапҡыр һоҡланып ҡарайбыҙ😍
Шаршау борон башҡорт тирмәһендә һәм өйөндә ҡунаҡ һәм хужалыҡ яғын - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһен - айырып ҡуйыр өсөн ҡулланылған ҙур туҡыма булған. Хәҙер был маҡсатта ҡулланылыштан төшөп ҡалһа ла, бына ошо рәүешле замансалаштырып эшләү яҙыҡ түгелдер. Йортҡа йәм һәм ҡот өҫтәп, иғтибарҙы йәлеп итеп торған әйбер бит ул.👍 Видеола Зәлиә исемле башҡорт һалыуының эштәре. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Китап байрамы"на бөтә Башҡортостан ҡушыла "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дүртенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл ул
+2
📌 "Китап байрамы"на бөтә Башҡортостан ҡушыла
"Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дүртенсе тапҡыр ойошторола.
Быйыл ул 28-30 майҙа үткәрелә һәм Өфөлә генә түгел: республиканың башҡа төбәктәре лә ҡушыласаҡ. 🔹 Проект сиктәрендә 360-тан ашыу сара Рәсәйҙә халыҡтар дуҫлығы йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, тарихи хәтерҙе һаҡлау, патриотик тәрбиә һәм "Барыһы ла Еңеү өсөн" девизына арнала. 🔹 Өфөлә Совет майҙанында Мәскәү, Санкт-Петербург, Рәсәй төбәктәренән һәм Беларусь, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан 80-гә яҡын нәшриәт ҡатнашыуы көтөлә. 🔹 Йәрминкәнең мөһим сараларының береһе - Рәсәй яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте етәксеһе, яҙыусы һәм тарихсы Владимир Мединский менән осрашыу. Ул сараны асыуҙа ҡатнаша һәм ойошмалар менән осрашасаҡ, тип көтөлә. 🔹 Шулай уҡ Өфөгә Николай Иванов, Виктория Шеманская, Дарья Попова, Евгения Берёза киләсәк. Билдәле спортсылар, блогерҙар һәм хәрби хәбәрселәр үҙҙәренең китабы тураһында һөйләйәсәк. 🔹 Фестиваль сиктәрендә "Урал батыр ерендәге йыл китабы" халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе билдәләнәсәк. 🔹 Быйыл иң яҡшы студент командалары ҡатнашлығында "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны ойошторола. 📍 "Китап байрамы" бөтә республика буйынса ойоштороласаҡ. Бының өсөн "Башҡортостан Республикаһының китап календаре" төҙөлгән дә инде. Үҙегеҙҙең төбәктә үтәсәк саралар менән ошонда танышырға була. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Учалылар, һөйөнсө! Һеҙҙе был аҙнала бейетәләр 🔥 Ритайым 24 майҙа сәғәт 18:00-дә башлана.

Был видеоны яһалма зиһен ҡыҫҡартҡан🔥 Кисә Башҡортостанда яһалма зиһенде ҡулланылышҡа индереүгә арналған бик мөһим стратегик сессия ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
💯 "Яһалма зиһен - алыҫ киләсәк түгел, ә теләйбеҙме-юҡмы, ысынбарлығыбыҙ. Һәм уны төрлө тармаҡтарҙа ҡулланыу - медицина һәм спорттан алып, ауыл хужалығы һәм сәнәғәткә тиклем тәжрибәһе бар. Хәҙер бурысыбыҙ - был эште системалы итеү", -
тип белдерҙе Радий Хәбиров. 🔹 Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. 🔹 Шулай уҡ Хөкүмәттә яңы эш йүнәлеше барлыҡҡа килде - Башҡортостандың һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен буйынса вице-премьеры вазифаһына федераль белгес Олег Ли тәғәйенләнде.

Бөтә донъя бал ҡорттары көнө менән 🐝 Бал ҡорттары һәм башҡа һеркәләндереүселәр бик күп нәмәгә йоғонто яһай. Тәү сиратта, беҙ ашаған йәшелсә-емешкә: 🔹 Улар булмаһа, ҡәһүә лә, ҡара көртмәле лә, шоколад та, хатта ҡыяр ҙа булмаҫ ине. 🔹 Бынан тыш, дарыу эшләү, биояғыулыҡ, туҡыма һәм төҙөлөш сараларын да һеркәләндереүселәр бар итә. Бөтә донъя бал ҡорттары көнө Словенияның билдәле умартасыһы Антон Янша (1734-1773) хөрмәтенә 20 майҙа билдәләнә. Бал ҡортондай уңған булығыҙ🥰 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

"Ай тирәк-күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?"
Балалар майҙансығында зыу килеп йөрөгәндәр күп, беҙҙең бала саҡ уйындарын уйнаусылар күренгәне юҡ ине әле. Һеҙҙә балалар ошондай уйындарҙы уйнаймы? Әҡлимә һылыуҙың был видеоһы бик матур хәтирәләр уята, шулай бит? 🥰

📌"Йәшәһен башҡорт теле!" - тиҙәр Мәсетле районында. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы "Башаҡҡай" балалар баҡсаһында б
+4
📌"Йәшәһен башҡорт теле!" - тиҙәр Мәсетле районында.
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы "Башаҡҡай" балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылған һәм унда йөрөүсе балалар "Ҡарға бутҡаһы" йолаһын ысын мәғәнәһендә терелтеп ебәргән.
🔥 "Йәшәһен башҡорт теле!" республика проекты сиктәрендә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балалар тәрбиәселәр менән бергә боронғо башҡорт йолаһын үтәгән. Балалар тәүҙә өй беренсә йөрөп ярма, һөт, май, йомортҡа һәм бутҡа бешереү өсөн кәрәк башҡа аҙыҡ-түлекте йыйған. Шуның менән тәбиғәт ҡосағына сығып, аш бешерә белгән оҫта өләсәйҙән бутҡа бешертеп алған. Бутҡаның тәүге ҡалағы - ҡарғаларға, ҡоштарға бирелгән. Ҡалғанын балалар үҙҙәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар тәм иткән. 💯 "Башаҡҡай" балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова башҡорт төркөмөнә экскурсия ла үткәргән. Ҡунаҡтар башҡорт телен өйрәнеү мөхитен баһалай алған: сағыу күргәҙмә материалдар, милли уйынсыҡтар, китаптар һәм биҙәлеш кескәйҙәргә милли мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын һәм туған телде белеп үҫергә булышлыҡ итә. 🔥 Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Асаҙуллин балалар баҡсаһына тирмә бүләк иткән. Башҡа ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән - һәр кем кескәйҙәрҙе ҡыуандырған. 📍 "Йәшәһен башҡорт теле!" проектының күсмә күбогы "Баҙлауыҡ" ("Светлячок") балалар баҡсаһына тапшырылған. Тимәк, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында башҡорт телен популярлаштырыуға арналған саралар дауам итә. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Эх, бына шундай гөлләмә бүләк итһәләр ине 😉🤭
Һеҙҙең яҡта ҡаҡы үҫәме, ашайһығыҙмы?
Русса "свербига" тип атала, кемдәр белмәй. Видео: Гөлназ.

📌 БӨТӘ ПРИЗЛЫ УРЫНДАР БАШҠОРТ УҠСЫЛАРЫНДА! "Калужники" спорт паркында үткән Рәсәй Кубогы һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынд
+5
📌 БӨТӘ ПРИЗЛЫ УРЫНДАР БАШҠОРТ УҠСЫЛАРЫНДА! "Калужники" спорт паркында үткән Рәсәй Кубогы һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына һайлап алыуҙың 2-се этабында Башҡортостан йыйылма командаһы иҫ киткес мәргәнлек күрһәткән. Беҙҙең уҡсылар 70/60 һәм 40 метрлыҡ дистанцияларҙа еңгән. 🏆 Һөҙөмтәләр: 🔥 70 метр алыҫҡа атыуҙа ир-егеттәр араһында бөтә урындар - беҙҙә: 🥇 1 урын — Илфат Мырҙағәлин, Баймаҡ районы 🥈2 урын — Ғәфүр Рахманғолов, Баймаҡ районы 🥉 3 урын — Фәрит Юлдашбаев, Өфө районы 🔥 60 метр алыҫҡа атыуҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға етеүсе юҡ: 🥇 1 урын — Дилара Ярышева, Күмертау ҡалаһы 🥈2 урын - Людмила Курнеева, Ҡалмыҡстан 🥉 3 урын — Миләүшә Хәлилова, Әбйәлил районы 🔥 40 метр алыҫҡа атыуҙа: Ир-егеттәр араһында 1-се урында —Өфөнән Рәсил Килдебаев, 2-се урында Баймаҡ районынан Илфат Мырҙағәлин. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2-се урынды Белорет районынан Айгөл Ғәлиуллина, 3-сө урынды Учалы районынан Динә Вәлиева яулаған. Хәҙер Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары финалына һайлап алыныу ғына ҡалған. Уңыштар! 🔥

📌 Туған телдә аралашыу һәм туған моң - Силәбе башҡорттары ветеранды ҡотлаған. "Был май көндәрендә беҙ икеләтә шатлыҡлы ваҡиғ
+2
📌 Туған телдә аралашыу һәм туған моң - Силәбе башҡорттары ветеранды ҡотлаған.
"Был май көндәрендә беҙ икеләтә шатлыҡлы ваҡиғаны билдәләнек: Бөйөк Еңеү байрамы һәм Копейск ҡалаһының почетлы гражданы, ҡәҙерле ветерандыбыҙ Ғәзиз Бағаповтың тыуған көнө. Ғәзиз Мәхмүтйән улы әлеге ваҡытта Иҫке Ҡамышлы ҡасабаһындағы шифаханала дауалана. Ветеранды нисек һөйөндөрөргә? Әлбиттә, йылы аралашыу һәм туған телдәге моңло йырҙар менән!"
- тип яҙған әүҙем милләттәштәр. 🔥 Тантаналы сарала «Алтын ҡурай» үҙәге етәксеһе Рушания Нишанова, Копейск башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәмилә Асабаева һәм «Урал башҡорттары фашизмға ҡаршы» волонтерҙар ячейкаһы етәксеһе Марс Йәнбаев ветеранға һәм дауаланыусыларға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Ә бына «Ынйылар» вокаль ансамбле "Катюша" йырын башҡорт телендә башҡарған, «Етегән» бейеү ансамбле матур башҡорт бейеүҙәрен күрһәткән. Өлкән йәштәге тамашасылар был сығыштарҙы ихлас ҡараған, хатта шатлыҡ йәштәрен дә йәшермәгән.
💯 "Беҙ музыкаль сәләмдәр генә түгел, ә милли ризыҡтарыбыҙҙы ла алып килдек. Ғәзиз Мәхмүтйән улының ихлас рәхмәте, һәр ҡатнашыусыны ҡосаҡлап алғыштарын яуҙырыуы йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр",
- ти ветеранға байрам ойоштороусылар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә "Айыҡ ауыл" VII республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.
+8
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә "Айыҡ ауыл" VII республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.
Быйыл конкурста республиканың 52 районынан 845 ауыл ҡатнашҡан.
Шулар араһынан 52-һе финалға үткән һәм тик 12-һе генә еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шәхсән ҡотланы һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеомөрәжәғәт юлланы. Министр "Айыҡ ауыл" конкурсын ил халҡын һаҡлау һәм һанын арттырыу, сәләмәт тормош алып барыу йәһәтенән иң уңышлы проекттарҙың береһе, тип билдәләне.
💯 "Ғәжәйеп конкурс! Һәм ул ысынлап та өмөттәрҙе аҡланы. Халыҡта кешесә йәшәргә ынтылыш тыуа, команда булып туплана һәм яҡшыға ышанысы арта. Проект бик күптәрҙе - олоһон да, кесеһен дә йәлеп итә. Район башлыҡтары бының өсөн нисек борсолоуын беләм. Шуның өсөн дауам итәсәкбеҙ",
- тине Радий Хәбиров. 🏆 Еңеүселәр: ⭕ "Эре тораҡ пункттар" номинацияһында: I урын – Дүртөйлө районы, Иҫке Байыш ауылы; II урын – Өфө районы Николаевка ауылы; III урын – Баймаҡ районы, Мерәҫ ауылы. ⭕ "Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында: I урын – Ейәнсура районы, Өмбәт ауылы; II урын – Краснокама районы, Яңы Бөртөк ауылы; III урын – Кушнаренко районы, Ҡалтай ауылы ⭕ «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Ауырғазы районы, Татар Нуғаҙағы ауылы; II урын – Ҡалтасы районы, Кәкүш ауылы; III урын – Буздәк районы, Ҡаран ауылы. ⭕ «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Гөмбә ауылы; II урын – Борай районы, Яңы Йәлдәк ауылы; III урын – Тәтешле районы, Бәләкәй Бәлзүгә ауылы. Ҡотлайбыҙ! 👏 👏 👏

Хәйерле көн ☀️ Пионерҙар көнө икән бөгөн - 19 май. 1922 йылда бөтә СССР балаларын берләштергән бик мөһим ойошмаға нигеҙ һалын
+2
Хәйерле көн ☀️ Пионерҙар көнө икән бөгөн - 19 май. 1922 йылда бөтә СССР балаларын берләштергән бик мөһим ойошмаға нигеҙ һалына.
Пионер булғандар күберәкме, әллә булмағандармы? Яҙығыҙ, хәтергә төшөрәйек😉
📍 Белорет районы, Ләмәҙ йылғаһы буйы. Фото: Светлана. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!», - тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был би
📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!»,
- тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был билдәле Wordle һүҙ уйындарының башҡортса версияһы. Проект «Хазина» автоном коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан БР Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Маҡсаты — башҡорт телен өйрәнеүҙе заманса, мауыҡтырғыс, һәр кем өсөн уңайлы итеү! ❓ «Вордли Башҡортса» нимә ул?Был һүҙҙәрҙе өйрәнә торған мауыҡтырғыс уйын.
5 хәрефтән торған башҡортса һүҙҙе табыу өсөн 6 мөмкинлек бирелә.
Ҡағиҙәләр бик ябай: 🟢 Йәшел төҫ — хәреф дөрөҫ табылған һәм үҙ урынында тора. 🟡 Һары төҫ — хәреф һүҙҙә бар, ләкин икенсе урында. ⚪ Һоро төҫ — ундай хәреф йәшерен һүҙҙә юҡ.
"Тәүге тест үтеүселәр араһында булығыҙ! Уйын әле тест режимында эшләй, шуға күрә һеҙҙең фекер беҙгә бик мөһим. Интерфейс уңайлымы? Һүҙҙәр аңлашыламы? Уйнауы ҡыҙыҡмы?"
- ти уйынды эшләүселәр. 📍 Һеҙ хәҙер үк һылтанма буйынса инеп, үҙегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ: Ru Store: www.rustore.ru/catalog/ap... Andriod: play.google.com/store/apps... IOS: apps.apple.com/us/app/вор...