617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-530 días
Archivo de publicaciones
+4
📌 ШЕКСПИРҘЫ БАШҠОРТСА ҠУЯЛАР
Инглиз драматургы Уильям Шекспир трагедияһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә.
Спектаклде М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә башҡортса уйнаясаҡтар.
Яңы спектаклдең премьераһы Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабичтың ижади бенефисы буласаҡ, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
🔥«Антоний һәм Клеопатра» спектаклен 24 һәм 25 апрелдә ҡарай аласаҡбыҙ.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Тиҙҙән ошо аҡһыл-күкһел донъя йәшеллеккә күмелер...Байрам һәм өс көн ял алдынан күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🌷 Фото: Шамил Ғәбитов.
🌷Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан гүзәл заттарыбыҙҙы тәбрикләү - матур йола.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл да республикабыҙҙың үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.🔹 Матур саранан күренештәрҙе БСТ хәбәрсеһе Ильяс Батыргәрәев төшөрөп алған. Ҡарайбыҙ.
КӨН АЯҘҒА ТАРТА
Көн тағы яҙға тарта,
Белә инде самаһын.
Ҡыштың хәйләкәйе бөткән,
Саҡ-саҡ һөйрәй санаһын.
Көн тағы яҙға тарта,
Ялтлай йылға-күлдәре.
Әсе елдән ҡыштың да
Теткеләнә күлдәге.
Миҙгел бик ҡырыҫ килде,
Ҡайтарҙы ул ҡондарын.
Хәҙер үҙе, ғыж-ғыж килеп,
Саҡ-саҡ ала тындарын.
Аҡ-аҡ һырттар күкһелләнә,
Көнө яҙға ауыша.
Береһе илай,
Береһе көлә,
Ҡыш менән яҙ ҡауыша.
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡысҡырған
Юл өҫтөндә ҡаҙ микән?
Беребеҙ илай,
Беребеҙ көлә,
Беҙ - ҡыш менән яҙ микән?
Ер асыла - йәш миҙгел
Төртөп киткән миң инде.
Яҙ тигәне - һин булһаң,
Көҙ тигәне - мин инде.
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡысҡырған
Юл өҫтөндә ҡаҙ микән?
Беребеҙ илай,
Беребеҙ көлә,
Беҙ ҡыш менән яҙ микән?
Тимер ЙОСОПОВ.
+2
📌Өфөлә Төбәк туҡланыу операторҙарының III республика форумы үтә.
Сара "Торатау" конгресс-холында ойошторолған, бында мәктәп туҡланыуы өлкәһенә ҡағылышлы бай күргәҙмә эшләй.
🔹 Мәҫәлән, Шишмә районындағы ошо көндәрҙә яңыртылған "ВкусЛайн" балалар һәм диетик туҡланыу заводы вәкилдәре үҙҙәрендә 90 төрҙән ашыу ит һәм балыҡ ярымфабрикаттары, десерт һәм махсус туҡланыу продукттары етештерелеүе тураһында һөйләне.
🔹 Нефтекаманан "Гранд-Питание" компанияһы мәктәп буфкттары өсөн махсус әҙерләнгән коктейлдәрҙе (йәшелсә, емеш-еләктән) тәҡдим итте.
🔹 Күргәҙмәлә йылытып ҡына ашай торған әҙер аҙыҡ-түлек тә күрһәтелгән.
Кәңәшмә барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуының сифатлы булыуы айырыуса мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Күп ваҡыттарын мәктәптә үткәргән балаларыбыҙҙың һаулығының мөһим бер өлөшө - социаль туҡланыу. Был өлкәлә эшләүселәр мөһим дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө мәсьәләһен хәл итә. Мин күп тапҡырҙар ҡайсаҡ балалар өсөн сифатлы ҡайнар аш ашау өсөн мәктәптәге төшкө аш берҙән-бер мөмкинлек, тип ҡабатлағаным бар. Шунлыҡтан был темаға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа компетентлы операторҙарҙы юғары талап ҡуйып, бик ентекле һайланыҡ. Бөгөн дә процестың һәр стадияһын ныҡлы контролдә тотабыҙ",- тине Радий Хәбиров. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһе 3,7 мең балалар баҡсаһы һәм мәктәп эшләй, уларға 700 меңдән ашыу бала йөрөй. 2019 йылдан төбәктә балалар туҡланыуының заманса системаһына күстеләр. Ә 2020 йылдан Башҡортостан беренселәрҙән булып 1-4 синыф уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу ойошторҙо. 2023 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла бушлай туҡлана. Форумда ҡатнашыусылар артабан мәктәп туҡланыуына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты, социаль туҡланыу өлкәһен үҫтерергә кәрәк булыуын билдәләне. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌Яңы китап сыҡҡан.
«АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә Башҡортостан халыҡ яҙыусыһы Лариса Абдуллинаның "Позывной "Башкир" тип аталған заман документаль прозаһы донъя күргән. Ул 1500 дана итеп баҫылған.
Китап ысын булған хәлдәргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тыныс тормошта йәшәгән халыҡ һәм балаларҙың үҙ күҙҙәре менән күргәндәренә нигеҙләнгән.
"Позывной "Башкир" - был йөрәк һәм ваҡыт үҙе яҙҙырған китап. Уның нигеҙендә - реаль яҙмыштар, тере тауыштар һәм Ватанға һөйөү менән бурысҡа тоғролоҡ - яңғырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше булған замандаштарыбыҙҙың намыҫлы тарихы. Әңгәмәселәремдең интонацияһын - тыйнаҡ, батыр, алсаҡ - һаҡларға тырыштым. Был китап төрлө һынауҙарҙа ярҙам иткән хәтер, йорт, балалар, туған мәҙәниәттең көсө тураһында. Иң элек, был бөгөн тыныслыҡты һәм киләсәкте һаҡлаусыларға рәхмәт китабы",- тигән Лариса Абдуллина. Яҙыусы "Тринадцатый" ҡушаматлы яугирға айырыуса рәхмәтен белдерә, уның ышанысы һәм ярҙамынан тыш был китап сыҡмаҫ ине, ти.
Хәйерле көн! 🌨️
"Йылҡы тибендә",
- тип яҙған видео авторы Денис Өмөтбаев.
Әйткәндәй, ул республикабыҙҙың Баймаҡ районында ҡымыҙ фермаһы тотҡан шәп башҡорт егете. Шулай уҡ уның биләмәһендә ысын тирмәләрҙә йоҡларға, һыбай йөрөп ял итергә лә мөмкин. Бына шундай эшлекле йәштәребеҙ бар 🔥
Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлектәрегеҙ булһын😇
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2026" конкурсында матур сығыштарҙың береһе - Өфө ҡалаһынан Таңсулпан һәм Айҙар Байтимеровтарҙың Ихтияр һәм Ҡаһарман атлы шәп улдары йырлай. 🥰
Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
+1
📌 Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә.
Сара Октябрьский ҡалаһында 15-16 майҙа үтәсәк. Быйыл ул 25-се тапҡыр ойошторола.❓Кемдәр ҡатнаша ала? ✅ Үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ✅Ҡурайсылар ансамблдәре ✅Ғаилә ансамблдәре (беренсе тапҡыр, Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан). Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс Положениеһында бирелгән. 📍 Ғаризаларҙы 10 майға тиклем электрон адрестарға ебәрергә: ontrcnt@bk.ru, oktb-kultura@mail.ru Шулай уҡ түбәндәге телефон һандарына шылтыратып белешергә була: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге, Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы; 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30 – Октябрьский ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге. Байрамды БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хәкимиәте ойоштора.
+4
Эх, һылыу ҡыҙҙар! 😍
"Башҡортостандың этно-һылыуҡайы" конкурсында ҡатнашыусы гүзәлдәр милли кейемдәрҙә фотоларға төшкән.Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында һыбай йөрөүҙе ойоштороусы Асҡар Ишбирҙиндың аттары ла бик матур ғына баҫып торғандар☺️ 🔹 Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс финалында 11 ҡыҙ ҡатнаша. Улар араһында төрлө милләт һылыуҙары бар. 📍 Сараның гала-финалы 5 мартта Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә киске 7-лә үтәсәк. Фото: Айбулат Аҡбутин.
📌 Муай-тай буйынса беренселекте бирмәгән Сибай ҡыҙы тураһында күберәк белгегеҙ киләме?
Улайһа, донъя кимәлендә танылыу яулаған милләттәшебеҙ Зарина Исламова тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡорттар" тапшырыуына әҙерләнгән яҙманы ҡарағыҙ🔥
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+1
📌 ҠАЛА УРАМДАРЫН БИҘӘ!
3 марттан "ФормАРТ" урам сәнғәте фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә.
Быйыл конкурстың төп темаһы - Рәсәй халыҡтары берлеге, милләт-ара татыулыҡ, тыныслыҡ һәм бер-береңә хөрмәт.💯Рәссамдар түбәндәге йүнәлештәр буйынса ижад өлгөләрен тәҡдим итә ала: 🔹Рәсәй халыҡтары тормошо берҙәм ритмда - төрлө милләт, төрлө йәштәге, һөнәрле кешеләрҙең көндәлек тормошо; 🔹 Йолалар берләштерә - Рәсәй халыҡтарының милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, милли кейеме, аш-һыуы, кәсептәре, хәҙерге заманда йолаларҙы һаҡлау; 🔹Дөйөм миссия - берҙәм хеҙмәт, ижад һәм ил тураһында хәстәрлек аша кешеләрҙең берлеге; 🔹 Быуындар бәйләнеше - халыҡтар дуҫлығы һәм илдең тотороҡло үҫеш нигеҙе булараҡ ҡиммәттәр, хәтер һәм тәжрибә күсәгилешлеге. Үткәндәр, бөгөнгө һәм киләсәк диалогы; 🔹 Рәсәй - уртаҡ йортобоҙ - төрлө мәҙәниәт һәм яҙмыш кешеләренең уртаҡ йорто булған Рәсәй образы. Быға шундай мөһим темаларға ижад итеүгә 18-35 йәшлек профессиональ стрит-арт-рәссамдар һәм үҙешмәкәр рәссамдар саҡырыла. 💯Проект сайтында 3 майға тиклем ғариза бирергә һәм буласаҡ эшеңдең эскизын урынлаштырырға кәрәк. Бер кеше 3 төрлө эш тәҡдим итә ала: formartpfo.ru
🔥Еңеүсе тип табылыусылар Волга буйы федераль округының 14 төбәгендә урынлашҡан биналарға һүрәтен төшөрә аласаҡ.Еңеүселәр исемлеге август айында билдәле була, уларға 200, 150 һәм 100 мең һумлыҡ грант аҡсалары ла биреләсәк. 📍 Һүрәттә 2025 йылда Башҡортостандан ҡатнашыусы Кирилл Ильиндың "Һыбайлылар" эше күрһәтелгән. Ул 3-сө урын алды һәм Ағиҙел ҡалаһындағы биналарҙың береһенә һүрәтен төшөрҙө. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
🤩🤩🤩🤩🤩🤩🤩🤩🤩 тикшерелә📢
🔹 Бөгөн, 4 мартта сәғәт иртәнге 10-дан 11-гә тиклем Башҡортостанда сиреналарҙың төҙөклөгөн тикшерәләр.
"Сиреналарҙы 3 минутҡа тиклем тоҡандыралар, унан" Барыһына ла иғтибар!" тигән радиосигнал яңғыраясаҡ",- тип аңлата Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты начальнигы Кирилл Первов. 📍 Шулай уҡ был көндә Өфөлә беренсе тапҡыр белдереүҙәр өсөн "аҡыллы домофон"дарҙы ҡулланып ҡарарға ниәтләйҙәр. Панелдәрҙә тап килгән хәбәр яҙыласаҡ һәм 12 мең ишек бер уююдв асыласаҡ.
Бәхетле шаршамбы теләйбеҙ! 🥰
Силәбе һылыуҙарының күтәренке кәйефе һеҙгә лә күсһен.
Фото: Айгөл Моратова.
+6
🌸Матур байрам алдынан гүзәл заттарға арналған башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп алырға ниәт иттек әле.
❓Уларҙа әйтелгән фекерҙәр менән килешәһегеҙме?Яҙығыҙ һәм үҙегеҙ белгәндәрҙе лә өҫтәгеҙ😉
+4
📌Өфөлә педагогтарҙың һөнәри конкурстары бара.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2026" һәм "Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2026" конкурстары 25 февралдән башланды. Ул төрлө этаптан тора, был көндәргә педагогтар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр үткәрә.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2026" төбәк-ара конкурсында быйыл 41 уҡытыусы, ә туған телдәр уҡытыусылары араһындағы ярышта 20 педагог ҡатнаша,тип хәбәр итә БР Мәғариф министрлығы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📣Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
"Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналы һалған был видеоны, Кушнаренко - Өфө юлында бөгөн иртәндән ошолай буранлап тора.
Шулай уҡ Өфө - Бөрө - Яңауыл, Өфө - Инйәр - Архангел, Дүртөйлө - Нефтекама юлдарында автобус һәм йөк машиналары өсөн сикләүҙәр индерелгән.
Тиҙҙән матур байрам, яҡындарығыҙ янына тиҙерәк ҡайтырға теләп, үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмере өсөн яуаплы булыуығыҙҙы хәтерҙән сығармағыҙ, ашыҡмағыҙ, зинһар 🙏😇Хәйерле юлдар, бәхетле минуттар теләп ҡалабыҙ❤️
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
