es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
612
Suscriptores
-124 horas
-57 días
-830 días
Archivo de publicaciones
Рәссам Вера Фролованың ижад емеше. "Аҡ еп" - "Белая нить" тип атала.

Башҡорт телен дә яҡшы белеүсе ҡырғыҙ егете Туратбәк.

🔥Кисә Мәскәүҙә үткән Тайга концертында брейкинг буйынса олимпия чемпионы BUMBLEBEE һәм AY YOLA төркөмө.

Хәйерле көн! 🌿 📍 Белорет районы Әрүәкрәз тауы. Ул Уралтау һыртының иң бейек түбәһе - 1068 м. Фото: Инна Дмитриева.
+5
Хәйерле көн! 🌿 📍 Белорет районы Әрүәкрәз тауы. Ул Уралтау һыртының иң бейек түбәһе - 1068 м. Фото: Инна Дмитриева.

Бөгөнгө ямғырҙың тауышын да тыңлағыҙ 🌦️

Шифалы ямғырын бирһен 😇 Һыҙғырғанһығыҙ шикелле, Өфөлә ямғыр ☺️
Шифалы ямғырын бирһен 😇 Һыҙғырғанһығыҙ шикелле, Өфөлә ямғыр ☺️

Бушлай концерт ҡарап рәхәтләнә инде балалары үҫеп килгән атай-әсәйҙәр, шулаймы? ❤️

📌 8 июнь Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша
📌 8 июнь Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың 1910 йылда Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алып, машинкала баҫҡан “Урал батыр” эпосы тексының күсермәһен Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейына тапшырасаҡтар. ✅ Был документтың төп нөсхәһе, ҡулъяҙма иҫкәрмәләр менән РФА Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана. 📍 “Урал батыр” эпосы көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 30 майҙағы указына ярашлы үткәрелә.

Өфөлә 30 июндән Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция эштәре башланыуға бәйле уның тирәләй майҙан ябыла. Был турала бөгөн оператив кәңәшмә барышында хәбәр ителде.
“60 йыл үткәндән һәң беренсе тапҡыр һәйкәлде күрмәй торасаҡбыҙ. Уны һүтеп алалар. Был бик етди эш. Кисектермәҫтән тотонорға кәрәк. Башлайбыҙ. Графикты ҡабул итәбеҙ.Финанслау сығанаҡтары бар, подрядсы ойошмалар бар”,
- тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 30 июнгә тиклем Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырындағы майҙан тотош ҡамап алына һәм реконструкция тамамланғансы ябыҡ була. Эштәр 3 этаптан торасаҡ һәм 2027 йылдың көҙөнә тиклем һуҙыласаҡ. Барыһын да Күҙәтеү советы һәм Рәсәй Художество академияһы контролдә тотасаҡ. Милли геройыбыҙҙың яңыртылған һәйкәлен постамент ҡуйылыуҙың 60 йыллығына арнап урынына ҡуйырға ниәт итәләр.

Ямғыр саҡырығыҙ әле! 🌦️ Ҡыҙҙыра бит ☺️ Видео: Наил Юлгилдин.

Хәйерле көн! ☀️ Каникулдар матур үтһен, эштәр уң булһын! 🥰 Әйткәндәй, был аҙна - ҡыҫҡа эш аҙнаһы, 6 июнь республикабыҙ Ҡорба
Хәйерле көн! ☀️ Каникулдар матур үтһен, эштәр уң булһын! 🥰
Әйткәндәй, был аҙна - ҡыҫҡа эш аҙнаһы, 6 июнь республикабыҙ Ҡорбан байрамын билдәләй.

Бөгөн бала сағығыҙҙы хәтергә төшөрөп алдығыҙмы? Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бергә сараларҙа ҡатнашығыҙмы? Яҙығыҙ әле ☺️ Видео: Айтуған Фәттәхов.

Заятүләк менән Һыуһылыу тарихын хәтерләгән күл. 📍 Дәүләкән районы, Асылыкүл. Фото: lisiapostnova.
+2
Заятүләк менән Һыуһылыу тарихын хәтерләгән күл. 📍 Дәүләкән районы, Асылыкүл. Фото: lisiapostnova.

📌 Аҡһаҡал Салауат Килдин халыҡҡа үҙ фекерен еткергән.

Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп, Үҫһен әле илдә балалар. Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр − Байрам булып иҫтә ҡалалар. Әсәй һөйһөн
Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп, Үҫһен әле илдә балалар. Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр − Байрам булып иҫтә ҡалалар. Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн, Тик йылмайып уға бағайыҡ. Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул, Иң бәхетле осор – балалыҡ. Үҫһен бала, улым, ҡыҙым үҫһен, Ғаилә бәхете – сабый тауышы. Иң моңло йыр бишек йыры булыр, Бәпес тауышы ҡыуа һағышты. Тик бала саҡ – мәңгелек тә түгел, Һағынып та ҡайтып булмай шул. Бөгөн – сабый, иртәгә һин − өлкән, Ваҡыт аға, елеп туймай ул. Ғәмһеҙ саҡтар, уйнап туймаҫ саҡтар Онотолмаҫ булып ҡалалар. Әсәй һөйөп баҡһын, атай һөйһөн − Бик бәхетле булһын балалар. А. ИШЕМҒОЛОВА.

❓Һеҙ шулай белә алыр инегеҙме? Һиҙеү һәләтегеҙ нисек?

Елмерҙәк бөгөлө 😍

❗️Башҡортостанда «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башланы «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” (ч. 2 ст. 16 Закона РФ от 25.10.1991 № 1807-1) һәм “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау” (ч. 2 ст. 8 Закона РФ от 07.02.1992 № 2300-1) ҡанундарының сиктәрендә рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемәләр өсөн тәғәйенләнелгән. ✏️Платформа ярҙамында: - документтарҙы (бланк, мисәт, штамп, штемпель) һәм урам алтаҡталарын, - етештереүсе тураһында (башҡарыусы, һатыусы), эш режимы, тауар, башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәтте башҡортсаға тәржемә итергә мөмкин. Заказ биреүсе тәржемә менән электрон-цифрлы ҡултамға ҡуйылған квалификациялы тәржемә тураһында сертификат та ала. 📜Сертификат - тәржемәнең “Баштәржемә” автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһының аккредатициялы белгесе тарафынан эшләнеүе һәм тәүтексҡа тап килеүен раҫлай, - тәржемәләнгән документ текстарын, алтаҡталарҙы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” ҡанунын тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыуға яраҡлы булыуын иҫбатлай, - “Баштәржемә” тарафынан эшләнгән тәржемәнең терминологик хеҙмәт һәм терминологик комиссиялар тарафынан ҡабул ителеүен күрһәтә. Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡтар өсөн тәржемә бушлай эшләнелә. Бының өсөн форма буйынса рәсми хат ебәреү мотлаҡ. Коммерция секторы өсөн тәржемәләр түләүле башҡарыла. Платформаға һылтанма: aispp.ru/ Сығанаҡ: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.

📌 Әбйәлилдә баҡыр ятҡылығын эшкәртеү йәмәғәт контроленә алынды. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советының беренсе ултырышы үтте. Тулыраҡ БСТ каналы сюжетында.