es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
612
Suscriptores
Sin datos24 horas
-57 días
-830 días
Archivo de publicaciones
Изге йома мөбәрәк булһын! Йортоғоҙға ҡот, бәрәкәт һәм ырыҫ килһен. 🤲
Изге йома мөбәрәк булһын! Йортоғоҙға ҡот, бәрәкәт һәм ырыҫ килһен. 🤲

❓"Димсе кеүек тағы һөнәр", "тауыҡтың ире", "һыуытҡыста һаҡлаған, тәме тәмле генә" - яуапты беләһегеҙме? 🟡 Бөгөн "Таланттар ҡалаһы" үҙәгендә "Әлләсе" уйыны буйынса ярыш үтте. Бөтәһе 6 команда ҡатнашты. 🟡Сара барышында шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан башҡа өҫтәл уйындары - "Зирәк", "Бишбармаҡ", "Бесәй, сәй, айыу, бал, май"ҙың презентацияһы уҙҙы.. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ойошторҙо. Еңеүселәр: 💫"Таланттар ҡалаһы" - 1 урын, 💫"Ырыҫбикәләр" - 2 урын, 💫"Зирәктәр вә телдәрҙәр" - 3 урын.

Й
әмғиәтте тарҡатырға, эстән ҡаҡшатырға тырышҡан көстәргә нисек ҡаршы торорға һәм башҡорт халҡының үҫеш юлдары ҡайҙа?
Был һорауҙарға яуапты алдынғы фекерле милләттәштәребеҙ менән бергә "Телеүҙәк" тапшырыуында эҙләп ҡарайыҡ. https://vk.com/video-47563172_456239671

📌 Учалыла көн менән төн тиңләшеүе уңайынан "Наурыз" байрамын үткәргәндәр. Уңған учалы ҡатын-ҡыҙҙарының башҡорт милли кейемдә
+6
📌 Учалыла көн менән төн тиңләшеүе уңайынан "Наурыз" байрамын үткәргәндәр. Уңған учалы ҡатын-ҡыҙҙарының башҡорт милли кейемдәренә, ялтлап торған самауырҙарына, тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәренә иғтибар итегеҙ - шөкөр, етеш тормошта йәшәйбеҙ!
Быйыл ер һыуға туйынып, ашлыҡтар уңһын, уңыштар мул булһын! 😇
Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге.

Яҙғы күренештәр 😍 📍 Белорет районы Үрге Әүжән ауылы. Видео: dom_ureki.

🕌 Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ураҙа байрам хөрмәтенән 31 мартта Өфөлә матур сара ойошторасаҡ. 🌙Байрамда: 🔹Ижа
🕌 Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ураҙа байрам хөрмәтенән 31 мартта Өфөлә матур сара ойошторасаҡ. 🌙Байрамда: 🔹Ижади сығыштар; 🔹Балалар өсөн уйындар, оҫталыҡ дәрестәре; 🔹Татлы бүләктәр; 🔹Хәләл йәрминкә; 🔹Былау менән һыйлау көтөлә. 📍 Урыны: "Башҡортостан" лайфстайл үҙәге алдындағы майҙан (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205 А). ⏰Ваҡыты: 12:00-15:00 ✅ Ҡатнашыу бушлай. 0+

Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай, Ҡайһы берҙә уның сере юҡ: Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк? Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ. Рауил БИКБАЕВ
Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай, Ҡайһы берҙә уның сере юҡ: Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк? Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ. Рауил БИКБАЕВ.
Йәмле яҙ көнө уң булһын! 🥰

AY YOLA төркөмөнөң өсөнсө йырын көтәһегеҙме?
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы Үгеҙ тураһындағы мәғлүмәт һалынған.

⭐Ысынлап та, йондоҙҙар шул! Видео: Регина Агилова.

🕌Бөгөн мосолмандар Ҡәҙер кисен ҡаршылай. Был кис Ислам динендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһе. Ҡәҙер төнөндә Күк йөҙө яҡтырып, ас
🕌Бөгөн мосолмандар Ҡәҙер кисен ҡаршылай.
Был кис Ислам динендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһе.
Ҡәҙер төнөндә Күк йөҙө яҡтырып, асылып китер, тиелә. ❓"Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк?" - тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. ✅Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға: "Аллаһүммә иннәкә ғәфү'үн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни" тигән доғаны өйрәтә. Мәғәнәһе: "Эй, Аллам! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү ит".

📌 Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни мираҫының Берҙәм реестрына яңы объекттарҙы индереү буйынса Эксперттар советы ҡоро уҙа.
🔷19-сы тапҡыр уҙғарылған сарала быйыл башҡорт халыҡ уйындары, байрамдары, бейеүҙәре, ҡул эштәре, биҙәүестәре, шулай уҡмордва, сыуыш, урыҫ йолалары тәҡдим ителде.
🔷Улар араһында Ырымбур башҡорттарында һаҡланып ҡалған “Бала алғыс”, “Кәкүк” тигәнхалыҡ уйындары, Ҡыйғы районынан “Быҡрау” йола байрамы, Мәсетле районындағы таҫтамалдарҙағы сигеү, башҡорттарҙың йән һаҡлаусы исемдәре һ.б. бар ине. 🔷Башҡортостандың мордва-эрзя һәм мордва-мокша халҡы традицион кейемен, Федоровка районы мордвалары йырҙарын һәм аш-һыуҙарын күрһәтте. 🔷Ауырғазы районының Вязовка ауылынан Алексей Спиридонов сыуаш халҡының тал үреү йолалары тураһында һөйләне. 🔷Шулай уҡ Башҡортостандың тау-завод тирәһендәге ауылдарындағы туй йолалары, шуларға бәйле фольклор ҙа эксперттар иғтибарына тәҡдим ителде. 📍 Видеола: Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Ебегән” һәм “Ҡайыш” башҡорт халыҡ уйындарын күрһәтә.

📌 Башҡортостан кәзәһе - рекордсы Шишмә районындағы Феня ҡушаматлы кәзә бер юлы 7 бәрәс тапҡан. Ғәҙәттә, кәзәнең 2-3 бәрәсе була. Ә Феня герой-әсә булып сыҡҡан. 📍 Был донъяла икенсе осраҡ - беренсеһе Америкала булған. 😉Вәт шундай көтөлмәгән яңылыҡ, бөгөнгө көндә.

📌 Быларҙы сығарып теҙгәндәр. Һағынып өлгөргән инегеҙме?) Яйлап самокаттарҙы баш ҡала урамдарына сығара башлағандар. Быйылдан
📌 Быларҙы сығарып теҙгәндәр. Һағынып өлгөргән инегеҙме?) Яйлап самокаттарҙы баш ҡала урамдарына сығара башлағандар. Быйылдан самокатта юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн ҡатыраҡ яза биреләсәк. 🛴Эскән килеш йөрөткәндә йәки һаулыҡҡа, милеккә зыян килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған өсөн 100-150 мең һум штраф һаласаҡтар. Аҡсаны юл ҡағиҙәһен боҙоусының картаһынан сисәләр. 🛴Өлкәндәр самокаты үҙ исеменә алып, балаларға йөрөргә бирә икән - 10 мең һум штраф сәпәйҙәр. 🛴Икәүләп бер самокатта йөрөһәң - 5 мең һум түләргә тура киләсәк. 🛴Юлды аша сыҡҡанда "зебра" буйынса самокаттан төшмәй үтәһен икән - 1 мең һум штраф. 🛴Самокатты ҡайҙа етте, шунда ҡалдырып китһәң - 500 һум түләргә тура киләсәк. 🛴Шулай ҙа тротуар буйлап самокатта йөрөү рөхсәт ителә. Әммә уның ауырлығы 35 кг-нан еңелерәк тартырға һәм тиҙлеге 25 км/с булырға тейеш. 🛴Өфөнөң 127 юл сатында тиҙлекте 5 км/с тиклем сикләгәндәр. Ҡайһы бер парктарҙа самокат менән үтеүҙе тыйған тамғалар ҡуйылған.

💔 Видео: Айгөл Йәмилева.

Ағиҙелкәй, һин бит башҡорт өсөн Ысын-ысынында йән-әсә. Сал тарихтан килгән булмышыбыҙ Һинең менән бара йәнәшә. Рәшит ШӘКҮР. Х
+4
Ағиҙелкәй, һин бит башҡорт өсөн Ысын-ысынында йән-әсә. Сал тарихтан килгән булмышыбыҙ Һинең менән бара йәнәшә. Рәшит ШӘКҮР.
Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️
📍 Фотола: Ағиҙел йылғаһы. Күсәрен районы.

Киске сәйҙәрегеҙ тәмле, тормошоғоҙ балдай татлы булһын! 🥰 Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.

📌 Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында балалар менән көн менән төн тигеҙләшеүен билдәләгәндәр. Ололар балала
+3
📌 Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында балалар менән көн менән төн тигеҙләшеүен билдәләгәндәр. Ололар балалар менән йыл имен килһен, иген уңһын, һаулыҡ булһын тип ҡурмас, талҡандан ауыҙ итеп, матур урындыҡта ултырып сәй эсеп, әңгәмәләшеп алғандар.
"Балалар шатланып ҡыуанып ҡайттылар. Донъялар ғына имен торһон!"
- ти вәзәмдәр. Ә беҙҙең был фотоларҙы ҡарап, ҡурмас ашағы килде. ❓Ә һеҙҙең? 😍Ашағы килде 🫣Ҡурмас нимә ул? Ҡ

🎖️"Башҡортостан геройҙары" программаһына ГероиБашкортостана.рф сайтында теркәлеү тамамланырға бер аҙна тирәһе генә ҡалды - 2025 йылдың 31 мартына тиклем. ⭐25 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, программала ҡатнашыу өсөн 1630 кеше ғариза биргән. Теркәлеүселәрҙең 71проценты, был 1158 кеше - әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар. ⭐Был программа дәүләт органдарына кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

📌 Белорет районында һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларын ҡулланыуға индергәндәр. 🔸 Уларҙы Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамында тө
📌 Белорет районында һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларын ҡулланыуға индергәндәр. 🔸 Уларҙы Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамында төҙөгәндәр. 🔸Шулай уҡ 15 километрҙан ашыуға һуҙылған канализация коллекторы һалғандар. 🔸Был 65 меңдән ашыу кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын арттырған. 💧Объектта Белорет ҡалаһындағы ағынты һыуҙарҙы тулыһынса биологик таҙартыу үткәреү, шулай уҡ таҙартып бөтөү һәм зарарһыҙландырыу ҡаралған. 🔸Программа операторы - Территорияларҙы үҫтереү фонды.

Сулпан Юлай ҡарамағынса, башҡортса 5 матур һүҙ ❤️ Ә һеҙ ниндәй матур һүҙҙәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!