612
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
❓Кемдәр әле ошолай салғы менән ҡолас ташлап бесән саба?
Әллә заманса "триммер" менән генә эшләйһегеҙме, йә сапҡыс менән трактор эшләгәнен (хатта төктәргә йыйып биргәнен) ситтән ҡарап ҡына тораһығыҙмы?
Хәйерле көн, барығыҙға ла! 🍀Видео: Розалия Ҡыҙрасова.
📌Иртәгә, 25 июндә, Өфө ҡалаһындағы “Китап” магазинында баҫма матбуғатҡа яҙылырға мөмкин!
🔹Сарала һәр кем үҙенә һәм яҡындарына “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла ала.
🔹Шулай уҡ “Изге подписка” хәйриә акцияһында ҡатнашырға була. Уға ярашлы һәр кем МХО яугирҙәренең яҡындарына һәм мохтаж ғаиләләргә гәзит-журналдарҙы бүләк итеп яҙҙырыу мөмкинлегенә эйә.
🔸Бөтә квитанциялар “Яҙыл һәм бүләк от” уйынында ҡатнашасаҡ. Еңеүсе 2025 йылдың июлендә Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа билдәләнәсәк.
📍 Сара Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса “Китап” магазинында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем үтә.
Рәхим итегеҙ!
📌Төҙөүселәр Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙең аркаһын урынына кире ҡуйҙы.
Күптән Өфө ҡалаһының символына әүерелгән был Ағиҙел аша күперҙең аркаһы.
"Өфөләргә вәғәҙә иткәнемсә, Ағиҙел күперенең аркаһын урынына кире ҡайтарҙыҡ. Реконструкция үҙ яйы менән бара. Эштең күп өлөшө тамамланған, әлегә әҙерлек 85%. Күп ҡалманы инде",- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. ✅ Яңыртылған күперҙә хәрәкәт быйыл көҙҙән рөхсәт ителергә тейеш.
Һыйырҙы көтөүҙән алып ҡайтҡас та эш бөтәме?Юҡ шул. Был хаҡта йәш фермерыбыҙ Нурсолтан Хөсәйеновтың бик шәп видеоһын ҡарағыҙ. 😉 Уңған егеткә лә, һөт алып ҡайтҡан малҡайына күҙ тейә күрмәһен берүк 😇
⭕ Һарауыс - өлкән йәштәге башҡорт ҡатындары кейгән баш кейеме элементы.
Уны малайҙы ҡаплап, ҡушъяулыҡ аҫтынан бәйләгәндәр.
🔸Һарауыс тураһында Әбйәлил районынан Фатима Хәкимова бик ентекле итеп һөйләй.
+3
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә ҡыҙыҡ түгел,
Ниндәй яуҙар уҙған ер йөҙөнән.
Ниндәй бола, ниндәй мәхшәр үткән
Тарихтағы йылдар өйөмөнән.
Һоҡландырмай мине ҡылыс сыңы,
Батырҙарҙың түккән йөрәк ҡаны,
Бөйөк ҡыйралыштар, оло еңеү,
Ҡолдар йәки ҡорбандарҙың һаны.
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Миңә яҡын йәшәү,
һулыш, ҡояш, зәңгәр күк һәм ысыҡ!
Сабыйҙарҙың тәмле йоҡолары
Тыуған йортта. Унда ниндәй ышыҡ!
Үтмәй унда ҡыштың бурандары,
Инә унда бары тик яҡындар,
Әсә наҙы һеңгән шул тыуған йорт
Бала саҡта һаҡлай бар һалҡындан!
Йүләр уйын кеүек илдәр баҫыу,
Сит ерҙәрҙән ташыу байлыҡ, алтын.
Миңә ғәзиз бала тыуған тупраҡ,
Унда үҫкән икмәк кенә татлы!
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Хәсрәттәрем ябай:
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Донъяға мин бирәм тик изгелек,
Донъяға мин тик яратып бағам.
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.
🍀Фото: Людмила Камнева.
📌Зәкирйән Әминев, ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлеге хеҙмәткәре, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса комплекс проектын эшләүгә арналған кәңәшмәлә сығыш яһағайны.
Ғалим "Урал батыр" эпосын Иран донъяһы, скиф-сармат мифологияһы аша өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә.📍 Шулай уҡ ул 7️⃣ һанына бәйле бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт килтерә - ҡарайбыҙ!
📍Тағы бер үҙенә саҡырып торған урын - Белорет районындағы Еләкташ тауы.
🔷Уның өс түбәһе бар. Был видеола 3-сө түбәһенән асылған гүзәллекте күрәһегеҙ. Был түбә иң бейеге һәм Белорет ҡалаһынан иң арғыһы.
Еләкташтың 🔸беренсе түбәһе 914 М, 🔸икенсе түбәһе 994 М, 🔸өсөнсө түбәһе 1152 М бейеклектә.
✅ Әйткәндәй, Еләкташта "Вечный зов" сериалы төшөрөлгән. Тауҙы фильмдың 5-се серияһында күрергә була.
📍Ғафури көрәшселәрҙең ямғыр ҡамасауламай, тип яҙған Рәис Юлбарисов. Был ошо көндәрҙә үткән район һабантуйынан йәнле күренеш.
+1
Хәйерле көн! ☀️
Баҡтиһәң, йәйҙең беренсе айының һуңғы аҙнаһы ла килеп еткән😱
Йәй йәмен тойоп өлгөрҙөгөҙмө?
Үәт, шундай "хулиган" малай үҫеп килә икән Стәрлетамаҡтағы И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар ғаиләһендә 🥰
🕯️Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында "Хәтер шәме" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы.
Колледж студенттары, ирекмәндәр һәм әүҙемселәр йыйылып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай һуғышҡан яугирҙар хәтеренә шәмдәр ҡабыҙҙы.
🕊️"Хәтер шәме" акцияһы йыл да үткәрелә, ул Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарҙы хәтергә алыу маҡсатында ойошторола.
📌22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар.
Теүәл 84 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайса илебеҙгә һөжүм башлай.
🔥Был - бөтә ил халҡының яҙмышындағы һынылышлы көн.
🔷Ул - илебеҙ сиктәрен һаҡлау, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө яулау, бөтә Европаны фашизмдан азат итеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙар тыуҙырған көн.
🔷Ул - төн йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай барыһын да фронт өсөн эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәрен - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көн.
🔷Ул - тыныслыҡ ҡәҙерен аңлатҡан көн.
Оноторға хаҡыбыҙ булмаған көн. 🕊️
📌22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар.
Теүәл 84 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайса илебеҙгә һөжүм башлай.🔥Был - бөтә ил халҡының яҙмышындағы һынылышлы көн. 🔷Ул - илебеҙ сиктәрен һаҡлау, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙө яулау, бөтә Европаны фашизмдан азат итеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙар тыуҙырған көн. 🔷Ул - төн йоҡоларын йоҡламай, үҙен аямай барыһын да фронт өсөн эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәрен - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көн. 🔷Ул - тыныслыҡ ҡәҙерен аңлатҡан көн. Оноторға хаҡыбыҙ булмаған көн. 🕊️
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
