ch
Feedback
Башҡорт юлы

Башҡорт юлы

前往频道在 Telegram
418
订阅者
无数据24 小时
+27
+230
帖子存档
лсе Ғайса ирекле фекер клубы. 63-сө ултырыш Тыраждар аҙна һайын Башҡортостанға ла төшөп тора, был хәҙер әллә ни яңылыҡ та түгел кеүек, ниндәйҙер ысынбарлыҡ. Ошо көндәрҙә генә Благовещенскиҙағы Озонға, Стәрлетамаҡ менән Өфө ҡалаларындағы промзоналарға төштө. Урыҫ доньяһы башҡорттарҙы төрлө яҡлап һөжүмгә тота. Руслан Ғаббасов интернетта үҙен башҡорт тип таныштырып, башҡорттар исеменән хәбәр һөйләүсе Мостафаның ысын йөҙөн асып, ҙур видео әҙерләгәйне. Кемдәр ҡарамаған, эҙләп табып, ҡарарға саҡырабыҙ. Урыҫ имперсылары башҡа милләттәрҙе кешегә лә һанамай, улар өсөн беҙ икенсе сорт. Яҡшы урыҫтар төркөмөнән Михаил Светов та үҙен шулай күрһәтте. Денацификацияһыҙ был милләт халҡын башҡаса дауалап булмаясаҡ. Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙа яңы фекерҙәш - Марат ағай Шәкүрев ҡатнашты.

Ҡаралы-аҡлы фотография, Эрнст Фридрихтың «Krieg dem Kriege» («Һуғышҡа — һуғыш») китабынан, 1924 йыл. Рәсәй пропагандаһы һуғышҡа ниндәйҙер квест кеүек саҡыра — шутер эстетикаһында төшөрөлгән контракт рекламаһы, бәреп төшөрөлгән техника өсөн мәрәйҙәр, контрактҡа ҡул ҡуйған өсөн премия, төрлө кимәлдәрҙе үткән өсөн наградалар. Әйҙәгеҙ, ошо «уйын» метафораһы менән эшләп ҡарайыҡ. Квесты төрлө кимәлдәрҙә үтергә мөмкин. Иң еңеле — депутат кимәлендә. Фронт һыҙығы йүнәлешендә барып, штабта бер-ике аҙна араҡы эсеп ултыраһың, ҡулыңа автомат тотоп фотоға төшәһең дә орден һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһы менән ҡайтып китәһең. Урта кимәлде үтеп ҡарарға мөмкин. Мәскәүҙә тыуғанһың, ата-әсәңдең аҡсаһы һәм бәйләнештәре бар, улар һине хәүефһеҙ урынға урынлаштыра ала. Ә квесты хардкор режимында ла үтергә мөмкин. Бүрәтияла, ике төп эш биреүсеһе — төрмә менән хәрби комиссариат булған депрессив моноҡалала тыуғанһың. Ғаилә беренсе өс кредиттың проценттарын булһа ла түләргә тырышып, дүртенсе кредит ала. Штурмовиктар сафына рәхим ит, улым. Русияның ир-аттары өсөн башҡа квесты — бер тапҡыр уйнай торған уйын түгел, ул ғүмер буйына һуҙылған сылбыр. Һәм уның утлы тамуғына теләһә ҡайһы этапта эләгергә мөмкин. Ике төп тоҙаҡ — яҙғы һәм көҙгө хәрби саҡырылыш. Уларҙан ҡотолоу өсөн төрлө «һандыҡтар» һәм «аптечкалар» бар — юғары уҡыу йортонда уҡыу, медицина белешмәһен һатып алыу йәки радарҙан юғалыу — бер ерҙә лә күренмәү, кеше аяғы баҫмаған ерҙә йәшәү. Ә мобилизация ла бар — уны бер кем дә юҡҡа сығармаған. Был майҙанда «ҡара» зоналар ҙа бар, уларҙан уйынсы бик ҙур ихтималлыҡ менән ит турағысҡа эләгә: төрмәгә ултырырға, хәрби комиссариатҡа инергә («мәғлүмәттәреңде генә аныҡлап кил, улым»), кредиттар алырға ҡәтғи кәңәш ителмәй. Патриот уҡытыусыларҙы, «һуғыш геройҙарын», рекрутерҙарҙы, телевизор менән баштары эшкәртелгән туғандарығыҙҙы тыңларға ла кәңәш ителмәй — «араҡы менән һыуыҡ тейеүҙән яҡшыраҡ» тигән кеүек һүҙҙәр һөйләйҙәр. Улар һеҙгә ниндәй генә аҡылһыҙлыҡтарҙы әйтмәһен: «Ватан һаҡлау тигән шундай һөнәр бар», «һин бит ир-ат, тимәк — һаҡлаусы», «ҡасырға оят» йәки «бар — унда яҡшы аҡса бирәләр». Ә ысынбарлыҡта был бөтөнләй уйын түгел. Бында «һаҡланып ҡалыу» һәм «кимәлде башынан башлау» мөмкинлеге юҡ. Сөнки һеҙгә уңышһыҙлыҡ килеп, һеҙҙе шунда уҡ үлтермәҫкә лә мөмкиндәр. Һәм һеҙ ямғыр һыуҙары баҫҡан ниндәйҙер окопта оҙаҡ һәм ғазаплы рәүештә үлерһегеҙ. Сөнки һеҙгә тиклем бер кемдең дә эше юҡ, хатта туғандарығыҙ ҙа бер ниндәй аҡса алмаҫҡа мөмкин — һеҙҙе ябай ғына итеп дезертир тип иғлан итәсәктәр. Йәки һеҙ өйгә ҡулһыҙ йәки аяҡһыҙ ҡайтырһығыҙ, ә тылда ла һеҙгә бер кемдең дә эше булмаҫ. Был — Русия, улым. Был уйын түгел. Был — интеллектҡа тест. Әгәр һеҙҙә әҙерәк кенә аҡыл булһа, ҡәҙерле Русия халҡы, бер ниндәй шарттарҙа ла фронтҡа бармағыҙ. Нимә теләйһегеҙ, шуны эшләгеҙ — илдән сығып китегеҙ, йәшеренеп ятығыҙ, ләкин был ит турағысҡа эләкмәгеҙ. Был — Украина үҙ балалары һәм үҙенең киләсәге өсөн һуғыша, ә Рәсәйгә бер кем дә һөжүм итмәне, уға бер нәмә лә янамай һәм һеҙ фронтта хуйло өсөн генә үлеп ҡаласаҡһығыҙ Дмитрий Чернышев

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 62-се ултырыш Уҙған аҙна ваҡиғаларға бай булды. Россия суды "Яблоко" партияһын һайлау исемлегенән сығарҙы. Ғөмүмән, алдағы һайлауҙа ҡатнашыу кәрәкме ул? Башҡортостандың Шишмә районына һәм Салауат ҡалаһына украин тыраждары төштө. Көслө янғындар сыҡты. Тыраждарҙы хәҙер мәскәү ПВОһы ла уҙҙырып ебәрә. Ошо көндәрҙә Каледино ҡалаһында WB янды. Хәҙер Өфөлә ике мэр идара итә. Ишморат хәҙрәт "Аспекты. Башҡортостан" каналына интервью бирҙе. Яңы уҡыу йылы башлана, әҙерләнәһеҙме? Ошолар һәм башҡа бик күп яңылыҡтар тураһында фекер алыштыҡ.

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 61-се сығарылыш Халыҡта Башҡортостанға Ырымбур өлкәһен ҡушып, региондарҙы ҙурайтыу тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бының ниндәй тиҫкәре йәки уңай яҡтары була ала? Мобилизацияның буласағына хәҙер бер ниндәй ҙә шик ҡалманы. Яңы йылға тиклем 800 мең яңы һалдат булырға тейеш. Төп көс региондар елкәһенә төшәсәк, бигрәк тә милли республикаларға. Һаҡ булығыҙ, ирҙәрегеҙҙе, улдарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Был сығарылышҡа ла лайыҡ ҡуйырға, комментар яҙырға, башҡалар менән бүлешергә онотмағыҙ. Ихтирам менән Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион.

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 60-сы ултырыш Өфө яна. Кисә лә янды, бөгөн дә яна. Хәбиров "зыян юҡ" тиһә лә, НПЗнан күтәрелгән төтөн Европаға ла, Канада менән Америкаға ла "күренә". Мобилизацияның буласағына шик ҡалмай. Мәскәү менән Питерҙа әллә ни булмаһа ла, милли региондарҙа, айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡурҡыныс янай, тип сираттағы тапҡыр киҫәтәбеҙ. Мөмкинселегегеҙ булһа, ир балаларығыҙҙы илдән сығарып тороғоҙ. Варшавала асылған күргәҙмә хаҡында һөйләгән инек. Тағын бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт сәйәси тотҡондары тураһында махсус сәхифә: https://bashcourt.org/ Беҙҙең сәйәси тотҡондарҙы яҡлау өсөн петиция: https://www.change.org/p/free-the-bashkortostan-political-prisoners-eu-sanctions-on-those-responsible Таратығыҙ, бүлешегеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һәм ғүмерегеҙгә ҡурҡыныс тыуҙырмаһа, үҙегеҙ ҙә ҡул ҡуйығыҙ.

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 59-сы сығарылыш Башҡортостанға бер шалтыратып, күпме хәбәр беләһең. Һәм уларға күпме хәбәр еткерәһең. Күптәр республикала барған бәлә-ҡаза тураһында хәбәрҙәр түгел. Әбйәлилдәр Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү башланды, тиҙәр. Райондарҙа ла бензинға ҡытлыҡ. Ҡаты яуған ямғырҙар арҡаһында Асҡын районындағы ауылдарҙы һыу баҫа. Баймаҡ эше буйынса "ойоштороусы" тип билдәләнеүселәргә прокуратура 14-15-әр йыл төрмә һораны. Ошолар һәм башҡа яңылыҡтар тураһында Айгөл Лион, Ишморат Хәйбулла һәм Руслан Сөләймән фекер алышты. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.

Әлеге ауылдарҙан тыңлаусыларыбыҙ булһа, әлеге кешеләрҙең яҙмыштары тураһында яҙығыҙ әле миңә. Чат-ботҡа исемһеҙ генә лә яҙырға мөмкин

Ә Көйөргәҙе районы Бахмут ауылынан Хәлил Йәмлихиндың һуғышы ҡайсан бөттө икән? 2024 йылдың октябрендә һуғыш бөтә тигән уның күрәҙәсеһе https://youtu.be/ZfNWWwu3Lng?is=sRwQvTzTP5dOvKMP

Дүртөйле егете Шамил хәрби әсирлектән ҡайтып, хыялдарын тормошҡа ашыра алдымы икән? Ғөмүмән, иҫән-һаумы икән? Юри һорамайым, ысынлап борсолоп ҡыҙыҡһынам. Күпме һорашһам да, интервью алған әсирҙәр тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәне. https://youtu.be/XBpjp7XC3aY?is=RE6l2q5mv0Kl4tvX

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 58-се ултырыш Уҙған аҙнала Варшава ҡалаһында башҡорт сәйәси тотҡондары тураһындағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡайтҡан Айгөл ошо хаҡта һөйләне. Салауат янды. Wildberries янды. Бәләкәй бизнес хужаларының күҙ йәштәрен күреп, бик йәлләтә әлбиттә. Әммә, русияның Украинаға ҡаршы башлаған ҡанҡойошо менән НПЗ һәм складтарҙың яныуы араһындағы бәйләнеште күрмәгән бәндәләрҙе беҙ йәлләргә тейешме? русия мобилизацияға әҙерләнә. Быйыл көҙгә ил сиктәре бөтөнләй ябылып ҡуйыуы ла бар - Мәскәү халҡына сит ил паспорттарын биреүҙе ҡыҫалар. Ошолар һәм башҡа темаларға Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион фекер алышты.

Уҙған аҙнала Варшава ҡалаһында башҡорт сәйәси тотҡондары тураһындағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡайтҡан Айгөл ошо хаҡта һөйләне. Салауат янды. Wildberries янды. Бәләкәй бизнес хужаларының күҙ йәштәрен күреп, бик йәлләтә әлбиттә. Әммә, русияның Украинаға ҡаршы башлаған ҡанҡойошо менән НПЗ һәм складтарҙың яныуы араһындағы бәйләнеште күрмәгән бәндәләрҙе беҙ йәлләргә тейешме? русия мобилизацияға әҙерләнә. Быйыл көҙгә ил сиктәре бөтөнләй ябылып ҡуйыуы ла бар - Мәскәү халҡына сит ил паспорттарын биреүҙе ҡыҫалар. Ошолар һәм башҡа темаларға Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион фекер алышты. https://youtu.be/wJ1yVhDaf28?is=8vB47iCiQuTGQbPc

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 57-се ултырыш Башҡорттар һәм Ислам дине. Әлбиттә, был бик сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Нимә ул "традицион Ислам"? Русия дәүләте риза булһын өсөн, Ислам һәм мосолмандар ниндәй булырға тейеш? Киләсәктә бойондороҡһоҙ Башҡорт илендә мөфти, мөфтиәттәр, мосолман ойошмалары тураһында ниндәй уйҙар бар? Ҡоролтайҙа мосолман фракцияһы мөмкинме икән? Уның ағзаларын нисек йыйырға? Бөгөнгө көндә мосолмандар тауышы ниндәй урында? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Руслан менән Ишморат фекер алышты.

Көн язмасы: Варшауда башкорт сәяси тоткыннарны искә алдылар Польшаның башкаласы Варшауда башкорт сәяси тоткыннарга багышланган фотокүргәзмә ачылды. Биредә Баймак эше нигезендә төрмәдә утыручылар да, аңа кадәр дә фикерләре өчен кулга алынып зинданга утыртылган шәхесләрнең рәсемнәре, алар турында мәгълүмат бар. Башкортлар Русиядәге асаба халыкларыннан Путин режимының басымын үз җилкәсендә ныклап татыган милләт булып санала. Бу хакта Варшауда ачылган фотокүргәзмә вакытында да әйтелде. Аны оештыручылар - Азат милләтләр Лигасы.  Фотокүргәзмә шәһәрнең үзәгендә, Krakowskie Przedmieście дигән җирдә эшли. Анда берничә стенд куелган. Һәрберсендә бүген төрмәдә утыручы сәяси тоткыннарның фотолары урнаштырылган, алар турында мәгълүмат язылган. Араларында Фаил Алсынов, Айрат Дилмөхәммәтов, Баймак эше нигезендә хөкем ителүче Әлфинур Рәхмәтуллина, Сания һәм Данис Үзәнбаевлар һәм башкалар бар. Мәгълүмат поляк телендә язылган. Күргәзмә "Башкортстан: сезнең һәм безнең азатлык өчен" дигән шигар астында уза.    “Бу күргәзмә шәһәрдән шәһәргә күчеп йөри алса, моңа ирешә алсак, әйбәт булыр иде”, ди чарада катнашкан Башкорт комитеты әгъзасы, АКШта яшәүче активист Айгөл Лайон. Аның фикерләре турында күбрәк👉 монда укыгыз. @azatliqradiosi

Үҙебеҙҙең башҡорт һылыуына, үҙебеҙҙең башҡорт ҡымыҙы. Зарина Исламова❤️

Һуғыша торған ҡыҙ булғас, беҙҙең егеттәр ҙә ебәк кеүек😆

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 56-сы сығарылыш Уҙған аҙнала Өфө нефть эшкәртеү заводына сираттағы тапҡыр тыраж төштө. Төбәктәге бензин кризисы барлыҡ өлкәләрҙә лә һиҙелә торғандыр. Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Руслан Ғаббасовтың каналында күренекле журналист Руслан Вәлиев менән әңгәмәһе сыҡҡан ине, кемдәр ҡарамаған, бик тә кәңәш итәбеҙ. Унда журналисттың доньяға ҡарашы үҙгәреүен күрергә була: путин һайлаусыһынан, Беренсе республика байрағын һатып алыуға тиклем күпме йылдар үткән. Руслан Вәлиевтың әлеге һүҙҙәрен үҙенә ҡаршы ҡуйып, Өфө урыҫтары уға һөжүм итә башланы. Башҡорт доньяһының дошманына әүерелгән һатлыҡ лингвист Айнур Хужәхмәтовты һөйәктәре һынғансы туҡмап киткәндәр. Ошолар һәм башҡа темалар тураһында бөгөн тулы составта - Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион фекерләште.

Repost from N/a
«Башкиры — это сила. Москва видит эту силу и боится» В центре Варшавы открылась выставка, посвященная башкирским политзаключённым. Сегодня действия Москвы против этого тюркского народа всё больше напоминают откровенный государственный террор:  дело о стихийных протестах в городке Баймак насчитывает более 80 фигурантов, двое из которых погибли при подозрительных обстоятельствах после задержания полицией; успевшего эмигрировать лидера башкирских националистов Руслана Габбасова пытались ликвидировать киллеры, нанятые ГРУ; а сводного брата Руслана российские силовики по сути взяли в заложники, объявив, что он «будет сидеть за брата». В такой обстановке Комитет башкирского национального движения за рубежом и Лига Свободных Наций открыли 10 июля в столице Польши выставку, посвященную башкирам — народу, о котором, как сетовали сами организаторы, в Европе не знают практически ничего. 🌻 Поддержите Всходы. С вами мы будем расти быстрее

Выставка «Башкортостан: за вашу и нашу свободу!» — первые итоги За первые дни работы в самом центре Варшавы, на Krakowskie Pr
+9
Выставка «Башкортостан: за вашу и нашу свободу!» — первые итоги За первые дни работы в самом центре Варшавы, на Krakowskie Przedmieście, выставку посетили более 4 500 человек. Пик пришёлся на вечер субботы — около 2 500 гостей за один вечер. Напомним: выставку подготовили Комитет башкирского национального движения за рубежом и Лига Свободных Наций. Она рассказывает о борьбе башкирского народа за свободу и независимость, о политзаключённых «Баймакского дела» и других политических процессов. Сотни посетителей заинтересовались башкирским национальным движением и взяли буклеты Комитета. А только с 10 по 13 июля польскоязычную версию сайта выставки открыли 442 уникальных пользователя — и это лишь одна из трёх языковых версий. Каждый стенд — это судьба человека, которого преследуют за то, что он защищал свой народ. Айгуль Лион, представительница Комитета башкирского национального движения за рубежом (правозащитное направление) прилетевшая специально для участия в выставке из США сказала следующее: «Народ вышел в защиту человека, который олицетворял собой сразу всё — защиту башкирского языка, защиту природы, сопротивление репрессиям. Для башкир все, кто подвергся преследованию, — герои. В Башкортостане знают: осуждённые невиновны, и никто не поверил пропаганде о „зарубежных кураторах"». Узнать больше можно на сайте выставки (QR-коды на стендах) — на башкирском, польском и английском.

Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 55-се сығарылыш Төньяҡ Америкала беренсе Башҡорт Йыйыны уҙҙы. Пенсильвания штатында йәшәүсе башҡорт ғәиләһе башлығы Рәфис ағай идеяһы менән башланып, уның тырышлығы менән башҡарылды. Уҙған аҙнала шулай уҡ, украин тыраждары Өфөләге нефть эшкәртеү заводына төштө. Был хаҡта мәғлүмәт йомола, хатта Өфөлә йәшәүсе ҡайберәүҙәр был хаҡта ишетмәгән. Ишетмәүселәр ҙә, ҡалаларҙа бензинға ҡытлыҡ икәнен, бензин станцияларындағы сираттарҙы күрмәй ҡалмағандыр. Мобилизация 2022 йылдың көҙөнән бер ҙә туҡтатылманы, һәр ваҡыт һуғышҡа һалдаттарҙы йыйып ҡына торҙолар. Хәҙер көс ҡулланып, туҡмап, һуғышҡа алып китеүҙәрҙе лә күрергә мөмкин. Һаҡ булығыҙ!