ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 025
订阅者
-124 小时
-37
-430
帖子存档
Уҙған төндә Бишбүләк районында ҡот осҡос авария теркәлде «Лада Приора» автомобиленә идара иткән 24 йәшлек водитель юл буйында торған атҡа бәрелә. машина юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Салонда 17-шәр йәшлек ҡыҙ менән егет ултырған була Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең өсөһө лә фажиғә урынында һәләк була. Тикшереү барышында транспорт хужаһының водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана. Әлеге ваҡытта прокуратура ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын билдәләй.

Ҡалтасы районындағы «Восход» кооперативы «тоҡомсолоҡ хужалығы» статусын алған Ауыл хужалығы компанияһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә эшләй. Унда етештерелгән продукция эске баҙарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә һатыла.

Тажикстан эшҡыуарҙары Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән танышты Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Үҙәк Азия дәүләтенә эш сәфәре барышында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төбәк мөмкинлектәрен тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Ишембай, Бөрйән, Белорет аша үтәсәк юл төҙөлөшө менән танышты Был йүнәлеш Өфө-Инйәр-Белорет трассаһына альтернатива буласаҡ, тигән төбәк башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында. Әле юл Ишембай районының Ҡолғона ауылына тиклем һалына. Артабан Ҡағы менән тоташтырыласаҡ. Төҙөлөш эштәре бер нисә йылға иҫәпләнгән.

Рәсәй футбол союзының контроль-дисциплина комитеты «Фанком» клубына техник еңелеү яҙҙы Кировтың һәүәҫкәрҙәр командаһы сентябрҙә Рәсәй Кубогының дүртенсе этабында «Өфө» клубы менән осрашҡайны. Дәғүәселәр пенальти серияһында еңеү яуланы. Уйындан һуң яҡташтарыбыҙ Артем Федчуктың майҙанға сығыуына дәғүә белдерҙе. Сөнки футболсы Рәсәй футбол союзы эгидаһы аҫтында уҙған бөтә ярыштарҙан да бер йылға дисквалификацияланған булған. Һөҙөмтәлә контроль-дисциплина комитеты ағзалары дәғүәне ҡәнәғәтләндереп, Киров клубына 0-3 иҫәбе менән техник еңелеү яҙҙы. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ Рәсәй Кубогының бишенсе раундында Красноярскиҙың»Енисей«командаһы менән уйнаясаҡ.

Башҡортостанда өй шарттарында уҡыусылар һаны арта Башҡортостанда 1128 бала мәктәпкә йөрөп уҡыу урынына ғаилә шарттарында белем алыу формаһын һайлаған. Өйҙә белем алған уҡыусылар теләһә ниндәй аккредитацияланған мәктәптә йомғаҡлау аттестацияһын үтә ала. Ғаилә белеме уҡытыу форматын һайлауҙа иреклек бирә.Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын үҙҙәре уҡыта, әммә күпселек быны профессионалдарға тапшыра. Әммә сифатлы һәм ваҡытында белем алыу өсөн яуаплылыҡ ата әсә иңендә ҡала. Ғаиләлә белем алыу үҙенсәлектәре хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә ветерандар һәм һуғыш балалары өсөн тантаналы төшкө аш ойошторолдо Өфө ресторандарының береһендә тыл һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш балалары өсөн тантаналы төшкө аш ойошторолдо. Өлкәндәр үҙ-ара аралашып, тарихи ваҡиғалар, хеҙмәт йылдарына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала билдәле артистар ҙа сығыш яһаны, концерт барышында улар ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе. Төрлө өлкәләрҙә эшләп, республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешендә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ табынға бағыусылар саҡырыуы буйынса йыйылды.

Башҡортостан командаһы дрон ярышында Волга буйы чемпионатында өсөнсө урын алды Башҡортостан командаһы дрон буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатының төбәк-ара ярышында өсөнсө урын яуланы. Бөгөн улар Сочи ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатына әҙерләнә.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу әүҙем алып барыла Көн һайын тиҫтәләгән кеше»Черемушки«шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. Унда берҙәм тәҙрә режимында медицина комиссияһы үтергә, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Контрактҡа ҡул ҡуйғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм айлыҡ эш хаҡы ҡаралған. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар күрһәтелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.

Әбйәлил районы хакимиәтендә ярты миллиард һумдан ашыу ҡаҙна аҡсаһы маҡсатҡа ярашһыҙ тотонолған Һуңғы өс йыл эсендә Әбйәлил районы хакимиәте бюджет кодексы һәм норматив акттарҙы боҙоп ярты миллиард һумдан ашыу ҡаҙна аҡсаларын үҙләштергән. Милек өлкәһен иҫәпкә алғанда хоҡуҡ боҙоуҙар күләме 720 миллион һумдан ашып китә. Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Әбйәлил районында уҙғарылған аудит эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Ҡалтасы районында эшләүсе предприятие ярымфабрикаттар әҙерләй Өйҙәгесә тәмле. Ҡалтасы районында эшләүсе предприятие ярымфабрикаттар әҙерләй, ҡамыр ризыҡтары бешерә. Бынан тыш, магазин һәм төрлө учреждениеларҙы таҙартылған йәшелсә менән тәьмин итә. Компанияның барлыҡ йүнәлештәрендә дөйөм алғанда 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Яңыраҡ ойошма Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы субсидияһы ярҙамында заманса ҡорамалдар һатып алған.

Радий Хәбиров республика вуздарының студенттар үҙидараһы лидерҙары менән осрашты Ике йөҙҙән ашыу йәш кеше»Патриот«паркында идара итеү күнекмәләрен үҙләштерҙе, квалификацияһын күтәрҙе, яңы белем алды. Аралашыу барышында республика етәксеһе ғорурлана алырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Беҙҙең юғары уҡыу йорттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында әүҙем ҡатнаша.

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Байрам уңайынан төбәк етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, һөҙөмтәләр барланды.

Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Төбәктең көс структуралары, министрлыҡтары һәм ведомстволары, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре нефть эшкәртеү объекттарын һөжүмдәрҙән һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерҙе.

Өфөлә Чайковский әҫәрҙәренә арналған ҙур концерт үтте Республиканың төп концерт залында Дмитрий Крюков етәкселегендәге оркестр Петр Чайковский әҫәрҙәренән төҙөлгән программа менән сығыш яһаны. Скрипка концертында Корея республикаһынан Чайковский исемендәге 17-се Халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе Ге Хи Ким сығыш яһаны.

Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылында яңы спорт майҙансығы асылды Объект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса сафҡа индерелде. Заманса спорт майҙансығын төҙөүгә ауыл халҡы әүҙем ҡушылған. Меценат, «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе лә төҙөлөшкә 1 миллион һум аҡса йүнәлткән.

Таулыҡайҙа «Тыуған яҡ өлгөләре» концерты үтте Тыуған яҡ өлгөләре. Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы мәҙәниәте йортонда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектына ярашлы концерт-презентация үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иглин районында көмөш ирекмәндәр хөрмәтләнде Көмөш ирекмәндәргә иғтибар һәм ихтирам билдәһе. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы ағзалары урындағы хакимиәттең Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары, «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Берләшмә көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙар туплана, өлкәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй.

Өфөлә Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам сараһы үтте Унда абруйлы ҡунаҡтар, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты. Сығыш яһаусылар уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, баш ҡала мәктәптәрендә йылдан-йыл белем сифаты үҫеүен билдәләне. Быға йәш быуындың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында даими еңеүҙәре асыҡ дәлил, уҡыусылар шулай уҡ донъя кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай.

Өфөлә һөнәри белем биреү юбилейына арналған тантана үтте Һөнәри белем биреүгә-85 йыл. Ошо уңайҙан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар Өфө ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылды. Байрамдың тарихы 1940 йылға барып тоташа, 2 октябрҙә СССР Юғары Советы Президиумы «СССР-ҙың дәүләт хеҙмәт резервтары тураһында» Указ ҡабул итә. Тап ошо дата илдә һөнәри-техник белем биреү системаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.