ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 013
订阅者
-124 小时
-57
-1430
帖子存档
Баймаҡ ирекмәндәре яугирҙарға тиҙ бешә торған аш әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе Һалдаттарға еңел әҙерләнгән һурпа. Баймаҡ ирекмәндәр үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға тиҙ бешә торған аш әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфө ҡала хакимиәте контракт төҙөгән хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе арттырҙы Өфө ҡала хакимиәте Оборона министрлығы менән Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен арттырҙы. Бығаса ул 300 мең һум тәшкил итһә, хәҙер - 400 мең һум. Был туралағы ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

Өфөлә газ шартлаған йортта йәшәүселәр ғәйепләнеүсе ир тураһында һөйләне Ыҙғыш-талаш, эскелек. Өфөлә газ шартлаған йортта йәшәүселәр бәхетһеҙ осраҡҡа аптырамай ҙа. Фатир хужаһы асоциаль тормош алып бара. Күршеләре уға бер нисә тапҡыр ялыу яҙып ҡарай. Был ваҡиғанан һуң ир ҡулға алынған, ул кеше үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр менән нимә булыр һәм уларға властар ниндәй ярҙам вәғәҙә итә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Киләһе йыл Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә 8 километрҙан ашыу трамвай юлы яңыртыла башлай Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә трамвай инфраструктураһын яңыртыу проектын тәҡдим итте. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына Мәскәүҙән 69 трамвай бушлай тапшырыласаҡ. Тәүге өс состав Өфөгә килтерелгән дә инде. Ә ноябрь аҙағына тиклем паркты тағы 19 вагон тулыландырасаҡ. Трамвай - Өфө өсөн баһаланмаған йәмәғәт транспорты төрө. Шуға күрә трамвайҙарҙың сифатына ла, юлдарҙың торошона ла һорауҙар бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет составына индерелде Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет составына индерелде. Был туралаға указға Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Хәйбулла районында гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүселәрҙе ҡотланылар Ғаилә ҡиммәттәрен данлап. Ғаилә йылы сиктәрендә бәхетле парҙар Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа никах теркәү йортона гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләү тантанаһына йыйылды.

Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды Ошо маҡсатта 31 фатир бүленгән. Быға тиклем төҙөүсе компания республиканың Төҙөлөш министрлығы менән күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, инвестор проблемалы ике йортто сафҡа индереп, дөйөм майҙаны 810 квадрат метрлыҡ фатирҙарҙы етем балаларға бирә. Бының өсөн ҡала үҙәгендә сауҙаһыҙ ер участкаһы ала.

Радий Хәбиров тәбиғәтте һәм солоҡсолоҡто һаҡлауҙы ойоштороусы менән таныштырған Бөгөн - Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан республика башлығы Радий Хәбиров «Күренекле кешеләр тормошо» рубрикаһында тәбиғәтте һәм солоҡсолоҡто һаҡлауҙы ойоштороусы Михаил Николаевич Косарев менән таныштырған.

Башҡортостанда «Кесе Ватан - оло ил» этнографик уйыны үтә Рәсәйҙең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла «Кесе Ватан- оло ил» тип исемләнгән этнографик уйын үтә. Баш ҡалаға республиканың төрлө төбәктәренән 55 команда йыйылды. Үҫмерҙәр ике көн буйы аң-белем кимәле буйынса көс һынаша, эскурсияларға йөрөй, оҫталыҡ дәрестәре ала, төрлө билдәле шәхестәр менән осраша.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец тыуған ауылына ерләнде Яҡташыбыҙ, совет һалдаты Муса Садиҡов тыуған ауылынан мең 400 саҡрым алыҫлыҡта, Ростов өлкәһендә барған эҙәрмәнлек эштәре барышында санитар ҡәберлектә табыла. Яугир 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта яралана. Оҙаҡ йылдар хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә була. Әле ул тыуған ере - Бишбүләк районына ҡайтарылды. Кавалерист менән хушлашыуға уның ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды.

Өфөлә ябыҡ аудиторияла махсус хәрби операция геройҙарына арналған фильмдар күрһәтелде Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында «Йоҡабаш» йәнһүрәтен, бейеүсе Илнар Хәтмуллин тураһында - документаль һәм тылда хеҙмәт иткән ирекмәндәр хеҙмәтен сағылдырған «Бетеү» нәфис кинокартина тәҡдим итте. Премьераға геройҙарҙың туғандары ла килгәйне.

Республика көнөндә «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне Еңеү һуҡмағы. Республика көнөндә «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне. Ватан һаҡсыларына наградалар тапшырҙы, ут һыҙығындағы командирҙар менән кәңәшмә үткәрҙе. Махсус хәрби операция биләмәһенең Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге урманда, еңеү һуҡмағы буйлап БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин үтте.

Республика байрамына Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында йәшәүсе балалар майҙансыҡлы булды Был «Айыҡ ауыл - 2024» конкурсында еңеү яулау һөҙөмтәһе. Яңы асылған балалар биләмәһе малай-ҡыҙҙарҙы әүҙем уйындарға, спорт сараларына йәлеп итеү үҙәге буласаҡ. Әбеш ауылындағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау тапшырылды Яугирҙарҙың заявкалары буйынса ярҙам йыйыу Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге тарафынан ойошторолғайны. Алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙға хәрби тәғәйенләнештәге махсус ҡорамалдар, тепловизорҙар, электр генераторҙары, йылытыу пушкалары, төҙөлөш материалдары тапшырылды.

Өфөнән Илдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде Өфөнән Илдар Суфияровҡа ил Президенты Указы менән үҙе һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был турала социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙҙы.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Республика көнө уңайынан күсмә кубокка футбол буйынса ярыш уҙҙы «Атайҙар ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы үткәргән спорт сараһы икенсе йыл рәттән ойошторола. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Архангел районы Максим Горький ауылы халҡы дәүләт ярҙамында спорт майҙансығы төҙөгән «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында төҙөкләндереү сараларына дәүләттән бер нисә тапҡыр финанс ярҙам йәлеп иткән. Йәмғеһе республикала быйылғы программа сиктәрендә 600-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған.

Махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде. Парламент депутаттары махсус хәрби операция өсөн кәрәкле ярҙамды даими ойоштора. Республика көнөндә хәрби биләмәлә элемтә булдырыусы заманса яңы ҡорамалдар оҙатыла. Элемтә саралары дошман менән көрәштә иң кәрәкле сараның береһе, ул яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә мөһим.

Өфөнө йәшелләндереү акцияһы сиктәрендә бөгөн Кольская урамында экологик өмә үтте Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йүкә ағастарын ултыртыуҙа ҡатнашты. Ошо рәүешле тағы бер аллеяға нигеҙ һалынды.

Республикала йыл һайын 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай Был туралағы Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы байрам булдырылыуын ул Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле концертында иғлан иткәйне. Ете ай эсендә ойошторолған ижади коллективтың тәүге ҙур мәҙәни сараһынан репортаж.