ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 983
订阅者
-124 小时
无数据7 天
-1430 天
帖子存档
170-се гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Был уҙып барған йылда Башҡортостан хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән 28-се адреслы ярҙам. Гуманитар конвой төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса власть органдары, муниципалитеттар һәм ирекмәндәр көсө менән ойошторолған. Йөк составына бронялы автомобилдәр, мунсалар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм гигиена әйберҙәре ингән.

«Башҡортостан телдәре тураһында закон»дың үтәлеше тикшерелде Бөгөн «Торатау» конгресс холында «Башҡортостан телдәре тураһында закон»дың үтәлеше буйынса Башҡортостан Хөкүмәте янындағы комиссия ултырышы уҙҙы. Йыйылышта йыл дауамында башҡарылған эштәр тикшерелде. Быйыл «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башлаған. «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты ойошторолған.

Илдар Абдразаҡов «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды Ҡайҙа ғына булһаң да, ҡайҙа эшләһәң дә тыуған илең-Рәсәй, һин Башҡортостандан икәненеңде онотма. Танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов атаһының васыятын Кремлдә уҙған бүләкләү тантанаһында иҫкә төшөрҙө. Владимир Путин яҡташыбыҙға һәм тағы ла бер нисә мәҙәниәт хеҙмәткәренә «Рәсәйҙең халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.

Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы 600-гә яҡын ҡануни документ, йөҙҙәрсә мөрәжәғәт. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Осрашыуҙа Республика нәшриәт йорто, матбуғат саралары етәкселәре, журналистарҙан тыш, министрлыҡ, ведомстволар белгестәре лә ҡатнашты. Һуҙ депуттатың ҡануни эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән яңы закондар тураһында барҙы.

Красный Луч биләмәһендәге мәктәптә капиталь ремонт тамамланды Ел- ямғырҙар хәҙер ҡурҡыныс түгел, тырышып уҡырға ғына ҡала. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһы биләмәһендәге Софиевский ҡасабаһы мәктәбендә ҡыйыҡты яңыртыу эштәре тамамланды. 1938 йылда төҙөлгән белем усағы нигеҙенән алып таушала башлаған. Тәҙрәнән елдәр өрһә, ҡыйыҡтан ямғыр үтәнән үтә яуып торған. Республика ярҙамы менән мәктәп ниһәйәт төҙөкләндерелде.

Аҡъярҙа махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына ордендар тапшырылды Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының йәштәр йортонда махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындарына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Батырлыҡ Ордены хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә. Юғары дәүләт наградаһына туғыҙ герой лайыҡ булды. Орден уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм яҡындарына тапшырылды.

Республика малсылары йыл һөҙөмтәләрен барланы 2025 йылда тармаҡтың тулайым продукцияһы 144 миллиард һум тәшкил итеп, етештереү индексы былтырғы менән сағыштырғанда 102 проценттан ашҡан. 2030 йылға төбәктә индустриаль һөт фермалары һаны 50-гә, ә тауар һөттөң күләме йылына миллион тоннаға етергә тейеш. Табыш менән эшләүсе индустриаль фермаларҙы төҙөргә теләүселәр федераль ярҙам ала ала, әммә рәсми документтарҙы әҙерләп тапшырыуҙы мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк.

Башҡортостан туристарҙы йәлеп итеү индексында ТОП-10 төбәк иҫәбенә инде Башҡортостан бөтә Рәсәй туристарҙы йәлеп итеү индексында 9-сы урынға сығып, илдең ТОП-10 төбәге исемлегенә ингән. 11-се позициянан алға күсеү этнографиянан алып әүҙем ял итеүгә тиклем төрлө планлы туристик продукт булдырыу буйынса системалы эштең уңышлы булыуын иҫбатлай. Был йәһәттән фәнни-популяр туризм айырым стратегик йүнәлеш булып тора: республикала милли проект сиктәрендә 9 дисциплина-ара маршрут булдырылған.

Салауат Юлаев батальоны яугирҙары Донецк халыҡ республикаһындағы дислокация урынында сиркәү төҙөнө Ғибәҙәтхананы Башҡортостан яугирҙарының рухи остазы Отец Виктор изгеләндерҙе. Күптән түгел генә яҡташтарыбыҙ ошо уҡ урында мәсет һалғайны. Иман йорто һәм сиркәүҙең йәнәш урынлашыуы тотош илдәге конфессия- ара татыулыҡ, толерантлыҡ өлгөһө. Тап ошо дуҫлыҡҡа шына ҡағыу ниәте коллектив көнбайышҡа тынғылыҡ бирмәй, ти диндарҙар.

Республикала көндәрҙең кинәт һыуытыуы, һауа температураһының 30 градустан түбән төшөүе көтөлә Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы төндә термометр бағаналарының аяҙайтҡанда 32-36 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе һөҙөмтәһендә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ошоға бәйле водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Белгестәр һыуыҡтан һаҡланыу саралары тураһында онотмаҫҡа саҡыра.

Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде Тантана Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте. 2023, 2024 йылдарҙағы ижады өсөн бер төркөм йәштәргә абруйлы премия тапшырылды.

Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан кескәйҙәргә яңы йыл бүләге Яңы йыл алды мөғжизәләргә бай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 200-ҙән ашыу баланы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырҙы. Кескәй тамашасылар араһында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа, етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҙә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары ла бар.

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы «Бөгөн, 24 декабрҙә Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә. Конституция-республиканың төбәккә үҫеш мөмкинлеге биргән ҡануни нигеҙе. Булған ҡиммәттәребеҙгә таянып алға барырға кәрәк. Быуаттар дауамында Башҡортостан бөйөк Рәсәйҙең мөһим өлөшө булып ҡала һәм беҙҙең Конституция ошо берҙәмлекте нығыта. Барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!» тип белдергән Радий Хәбиров.

Муай-тай буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе Зарина Исламова Башҡортостанға ҡайтты Уҙған айҙа Сибай ҡыҙы Японияла чемпион исемен яуланы. Ул Камбоджа вәкилен нокаутта еңеп, алышты ваҡытынан алда тамамланы. Шулай уҡ Зарина быйыл кикбоксинг ҡағиҙәләре буйынса үҙенең беренсе профессиональ алышын үткәргән, унда тәжрибәле дәғүәсеһен еңгән.

Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы вафат булды Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙының 81-се йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Улар алтмыш йылға яҡын бергә йәшәй. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Бөрө районында күлгә батып һәләк булған һарыҡтарҙың хужаһы ҙур юғалтыуҙар кисерә Күрелгән зыян күләме 20 миллион һумға етеүе мөмкин. Бөрө районында күлгә батып һәләк булған һарыҡтарҙың хужаһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, меңдән ашыу ваҡ мал боҙ аҫтына киткән. Ваҡиғаға сәбәпсе тип боҙҙоң йоҡа булыуы һәм һәләкәт көндө ҡыш миҙгеленә хас булмаған һауа торошо ҡарала. Фермерға ҡотҡарыусылар күрһәткән хеҙмәткә түләргә, һәләк булған хайуандарҙы Алабуға ҡалаһындағы мал ҡәберлегенә оҙатырға ла тура киләсәк.

Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты тергеҙеү буйынса уникаль операция яһалды Ҡолағын эт тешләп өҙгән пациент Белорет ҡалаһындағы травмпунктта беренсе медицина ярҙамы алғандан һуң баш ҡалалағы шәхси клиникаға мөрәжәғәт итә. Клиника директоры Артур Гасаев бер нисә этапта яһала торған операцияны бер юлы эшләп пациенттың ҡолағының эстетик матурлығын да ҡайтара. Пациент әле реабилитация үтә.

Өфөлә «Ағиҙел майҙаны» тип аталған биләмә барлыҡҡа килеүе ихтимал Баш ҡала советы депутаттары иртәгә үтәсәк ултырышта ошо туралағы ҡарар проектын ҡараясаҡ. Биләмә «Дуҫлыҡ монументы» ҡаршыһында урынлашҡан. Майҙансыҡта башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын күҙәләндергән колоннада урынлашҡан.

Өфөлә балалар өсөн изгелекле шыршы байрамы ойошторолдо Өфөлә адмирал Бакаев исемендәге диңгеҙселәр үҙәгендә 3-сө мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе утыҙ балаға шыршы байрамы ойошторолдо. Малай -ҡыҙҙар башлыса махсус хәрби операция яугирҙары һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Улар өсөн хаҡлы ялдағы Юрий Иванов махсус рәүештә шыршы һатып алып биҙәгән, тәмлекәстәр әҙерләгән.

Октябрьскийҙан 10 йәшлек Әминә Шәңгәрәева Башҡортостан башлығының эш кабинетында ҡунаҡта булды Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4-се класс уҡыусыһы ноябрҙә Радий Хәбировҡа Республика көнөнә арналған һүрәтен бүләк итеү теләге менән тура бәйләнешкә сыҡҡайны. Осрашыуҙа төбәк етәксеһе үҙенең эше хаҡында һөйләне һәм уҡыусыға яңы йыл бүләге тапшырҙы. Аралашыу барышында ҡыҙ дизайнер булырға хыялланыуы, икенсе йыл балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыуы хаҡында әйтте.