БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 014
订阅者
-124 小时
-57 天
-1430 天
帖子存档
2 014
Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтып үҙ эшен асҡан
Миңлеғәле Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яраланғандан һуң тыуған яғы Нуриман районына ҡайтып үҙ эшен асҡан. «Мамад» ҡушаматлы яугир хәҙер ауыл хужалығы ойошмаһын етәкләй. Илдар Мәмәтрәхимов дорпер һәм романовка тоҡомло һарыҡтар, бройлер тауыҡтар үрсетә. Эш өсөн дәүләт ярҙамы- федераль грант алыуға ирешкән.
2 014
Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылында бер-нисә социаль объект файҙаланыуға тапшырылды
Халыҡ өсөн мөһим учреждениеларҙы төҙөү республика башлығы Радий Хәбиров ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һатлыҡтарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
2 014
Өфөлә 5-се балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында
Күләмле ремонттан һуң медицина учреждениеһында сменаһы 150 пациентты хеҙмәтләндереү өсөн шарттар тыуҙырыла. Аҡ халатлыларға сифатлы диагностика ойоштороу өсөн УЗИ, рентген, эндоскопия кабинеттары йыһазландырылған.
2 014
Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштары үтә
Яңы сафҡа индерелгән Көрәш һарайында тәүге күләмле спорт сараһы 16-сы ноябрҙә үтә. Был турала Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарында белдерҙе. Башҡоротостан башлығы призына ойошторолған турнир Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.
2 014
Башҡортостан ауыл хужалыҡтары быйыл 204 мең тонна минераль ашлама алған
Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ашламаһыҙ яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел. - Йыл ҡатмарлы булды. Яҡшы һөҙөмтәләр минераль ашламаны дөрөҫ ҡулланыуға ла бәйле, - тине ул. Быйыл һәр гектарға 30 килограмға яҡын ашлама тура килгән. Игендең гектарына уртаса 22 центнер уңыш алынған, шәкәр сөгөлдөрө уңышы - 465 центнер. Ашлама алыу өсөн бюджеттан субсидия ҡаралған.
2 014
Балаларға "зажигалка" һатырға ярамай
Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарға составында шыйыҡ газ булған тауар һатыу тыйыла. Ойошмалар өсөн штраф суммаһы 600 мең һумға тиклем етәсәк. Закон әле ҡабул ителмәгән, проект өйрәнеү үтә.
2 014
Өфөлә аш-һыу әҙерләү буйынса уҡыу-күнекмә залы асылды
Яңы биләмә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә урынлашҡан. Заманса аш-һыу бүлмәһе «Тәмле тарих» проекты буйынса «Балалар һәм донъя» хәйриә фонды тарафынан асылған. Был проект 2023 йылда Президент гранттары фондының еңеүсеһе тип табылған. Ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
2 014
Баймаҡ студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә
Студенттар-бергә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары хәрби операция башланғандан алып яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итә.
2 014
Башҡортостан парламентында алдағы йылдарға бюджет проекты ҡарала
Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, 1 ноябрҙә документтар президиум ултырышына сығарыла. Ошонан һуң эш комитеттарҙа дауам итә. Закон проекты ноябрь аҙағында пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала. Киләһе йылда Башҡортостан бюджетының табыш өлөшө 324 миллиард һум булыр тип фаразлана. Сығымдар 4 миллиардҡа күберәк була. Ҡаҙнаның ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә.
2 014
Башҡортостанда браконьер 430 мең һумлыҡ ҡыҫала аулаған
Дүртөйлө район-ара прокуратураһы енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы. Уға ярашлы, 2023 йылда бер ир 4 меңдән ашыу ҡыҫала тотҡан. Уны тәртип һаҡсылары ҡулға алған. Браконьер ғәйебен таныған. Хәҙер был хәл буйынса суд ҡарары көтөлә.
2 014
Башҡортостанда "Орлан" поезы миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был состав 133 кешегә иҫәпләнгән. Ул Өфө-Күмертау-Ырымбур маршруты буйлап йөрөй. Тәүге тапҡыр 2021 йылдың сентябрендә юлға сыҡты. Поезд вагондары заманса йыһазландырылған, бында интернетҡа тоташыу мөминлеге бар.
2 014
Башҡортостан ветерандары самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа миҙалдар яуланы
Турнир Тажикстанда үтте. Спортсылар 8 йәш категорияһында көс һынашты. 55-59 йәшлектәр араһында Башҡортостандан Илдар Ҡотлоғужин еңеп сыҡты. 45-49 йәш категорияһында Илгиз Шәһиев көмөш миҙалға лайыҡ булды. 60-64 йәшлектәр араһында Илшат Дусҡаев шулай уҡ икенсе урын алды.
2 014
Өфөнөң «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында «Етегән» тип исемләнгән полилингваль слет башланды
Проект Республика башлығы грантына, Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында өсөнсө тапҡыр үтә. Быйыл сара республиканың 9 полилингваль мәктәп һәм 2 полилингваль кабинеттары ҡатнашлығында ойошторолған.
2 014
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәт структураһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы
Төбәк етәксеһе Хөкүмәт эшмәкәрлеге һәм Хөкүмәт ағзалары менән идара итәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Хөкүмәттең эш йүнәлештәрен бойомға ашырыуҙы ойоштора. Был органдың составында туғыҙ премьер-министр урынбаҫары, шул иҫәптән ике беренсе урынбаҫар буласаҡ.
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә тиҙҙән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға кадрҙар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк, тип билдәләне.
2 014
Башҡортостандың тәүге президенты исемен йөрөткән гимназия 65 йыллыҡ юбилейын билдәләнде
антана айҡанлы Күмертау ҡалаһында урынлашҡан 3-сө башҡорт гимназия- интернатына ветерандар уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
2 014
Иглин районында махсус операцияла ҡатнашыусы яугир «ТвориДобро» хәрәкәте ирекмәндәре менән осрашты
Улар Советтар Союзы Геройы Виктор Бесценный исемендәге беренсе Иглин мәктәбе активистары. Осрашыу тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында дуҫтарса йылы шарттарҙа үтте. «Рэд» ҡушаматлы яугир хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре, яуҙағы берҙәмлек хаҡында һөйләне. Үҫмерҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәктәп уҡыусыларынан тыш осрашыуҙа ҡатнашҡан өлкәндәр ҙә яугир менән патриотик тәрбиә темаһына әңгәмәләште.
2 014
Өфөлә этноруризм форумы үтә
Башҡортостанға быйыл 900 мең турист килгән. Был хаҡта бөгөн «Торатау» конгресс- холында барған дүртенсе халыҡ- ара этноруризм форумында әйтелде. Сарала Йыл маршруты -2024 11-се турист премияһы билдәләнә. Форумда Радий Хәбиров ҡатнашып туриндустрия вәкилдәре менән аралашты.
2 014
Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә күперҙе ябыу менән бәйле проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты
Шаҡша күпере, госпиталдәргә ирекмәндәр, яңы башлыҡтар. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһе яңылыҡтарға, бойороҡтарға бай булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, туристик миҙгел, уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙәмтәләренән тыш башҡа мөһим темалар ҙа ҡаралды.
2 014
Башҡортостан ҡышҡы туристик миҙгелгә әҙер
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Уларҙа төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трасса була. Тау саңғыһы үҙәктәрендә техник хеҙмәтләндереү булған, бер нисәүһендә яңы трассалар асылырға тейеш.
2 014
Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән
малай һәм ҡыҙ һәләк булған, имгәнгәнгәндәр - 400-гә яҡын. Башҡортостан юл полицияһы һәм Мәғариф министрлығы бөгөн “Иғтибар, балалар” акцияһын иғлан итте. “Тиҙлекте арттырмағыҙ, юл билдәләренә һәм светофорға иғтибарлы булығыҙ. Автомобилдә балаларҙы креслола йөрөтөгөҙ. Ҡараңғы төшкәс балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс тамғалар беркетергә кәрәк”, - ти автоинспектор Ленар Зиннуров.
“Иғтибар, балалар” акцияһы барышында мәктәп уҡыусылары “Бала саҡтың имен юлы” тигән республика КВН уйынының финалында ҡатнаша ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Бөтә Рәсәй “Йәш инспектор һөнәре”, “Йәш инспектор медиаһы” тигән социаль-мәғариф проекттары ойошторола. Профилактик акция 15 ноябрҙә тамамлана.
