БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 022
订阅者
无数据24 小时
-37 天
-830 天
帖子存档
2 022
Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары- 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде
Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары- 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров еңеүселәрҙе ҡотлап конкурс республиканың юғары стандарттар төбәге икәнлеген билдәләй, тине.
2 022
Башҡортостанда хәрби журналистарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Башҡортостандың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһында закон проекты өҫтөндә эшләй. Унда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби журналистика ветерандарының статусы, улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль гарантиялар билдәләнер, тип күҙаллана. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хәбәрселәргә һәм журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Хәрби журналистика ветерандары шифахана дауалауы тәьмин ителәсәк. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләргә тейеш.
2 022
Әбйәлил районында радиация табылмаған
Тиҫтә йылдар элек Салауат баҡыр мәғдәне участкаһында радиоактив ҡалдыҡтар күмелгән тигән фараз бар. Урындағы халыҡ был ҡалдыҡтар баҡыр мәғдәнен эшкәртеү барышында тышҡа сығып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерер тигән хафа белдерә. Өлкән быуын вәкилдәре уҙған быуаттың 60-сы йылдарында радиацияны иҫкәртеүсе махсус билдәләр булғанлығы хаҡында ла хәтерләй.
2 022
Радий Хәбиров ауыл хужалығы һәм логистика проекттарын хупланы
Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.
2 022
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен юғары баһаланы
Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Рәсәй сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян белдерҙе. Федераль чиновник билдәләүенсә, Башҡортостан әүҙем үҫешкән алдынғы төбәктәрең береһе, халыҡ-ара кимәлдәге партнерҙарҙың киң даирәһе менән хеҙмәттәшлек итә. Һөйләшеү барышында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында Башҡортостандың былтыр сит ил илселәре өсөн ойошторған презентацияһы ла билдәләп үтелде.
2 022
Башҡортостанда иген етештереүгә иғтибар арта
Алдағы йылдарҙа 30 процентҡа күберәк уңыш алыу маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн бер нисә шарт үтәлеше мөһим - минераль ашламаны комплекслы ҡулланыу, элиталы орлоҡ сәсеү һәм уңайлы һауа шарттары. РБК агентлығы Ауыл хужалығы министрлығының доклад проектына һылтанып ошо турала хәбәр итә. Уҙған йылда республикала 3 миллион тонна иген уңышы алынды.
2 022
Өфөлә Рәшит Кәлимуллиндың «Һуңлаған үкенестәр» китабының исем туйы үтте
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит Кәлимуллиндың Һуңлаған үкенестәр» китабының исем туйы үтте. Осрашыуға Рәшит Шәрифулла улының бергә уҡыған һабаҡташтары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Баҫма Мәскәү нәшриәттәренең береһендә рус телендә донъя күргән.
2 022
«Ҡаһармандар юлы»: яңы йыйынтыҡ батырлыҡты данлай
Ҡаһармандар юлы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән сираттағы йыйынтыҡ донъя күрҙе. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған. Китап билдәле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ғиззәтуллинаның баш һүҙенән асыла.
2 022
Өфөлә «Йәш патриот» тип исемләнгән йәйге лагерь эшләй башланы
Тыуған илгә һөйөү балалар баҡсаһынан тәрбиәләнә. Өфөлә «Йәш патриот» тип исемләнгән йәйге лагерь эшләй башланы. Унда 350 сабый ҡатнаша, улар сменала маскировка селтәрҙәре үрергә, окоп шәмдәре эшләргә өйрәнә. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән бөтә әйберҙәр махсус хәрби оперция биләмәһенә оҙатыла. Проект «Беренсе хәрәкәте» грантына ойошторола. Лагерҙа мәктәп уҡыусылары өсөн дә смена ҡаралған.
2 022
Алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсыларына тыл ярҙамы
Ошо маҡсатта Архангел районы халҡы 2022 йылдың сентябренән алып ирекмәндәр штабына берләшкән. Тиҫтәнән ашыу ауылда халыҡ күмәк көс менән маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре етештерә, яу яланындағы хәрбиҙәргә кәрәкле материалдар һатып алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.Әлеге ваҡытта 35-се гуманитар ылау оҙатылған.
2 022
Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды
28 майға тиклем юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары төбәк юлдарының авария хәлендәге участкаларында дежур итәсәк. Баш дәүләт автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, республикала юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр дүртенсе кеше ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле юл фажиғәһендә һәләк була. Тап ошондай ҡағиҙә боҙоу иң ауыр эҙемтәләргә килтерә, уларҙа водителдәр һәм пассажирҙар етди йәрәхәттәр ала. Шуға ла Владимир Севастьянов уйламайынса маневр яһарға ашыҡмаҫҡа, һәр ваҡыт иғтибарлы булырға, водитель тәжрибәһенә өмөт итмәҫкә саҡырҙы.
2 022
Башҡортостандың өс районында яҙғы культуралар сәсеү тамамлана
Ауырғазы, Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалыла 10 проценттан әҙерәк майҙанда эштәрҙе теүәлләргә ҡалған. Республикала 1 миллион 300 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 16 район хужалыҡтары сөгөлдөр сәсә башлаған.
2 022
“Әйҙә уйнарға” фестивалендә 150 компания ҡатнаша
Сара 5 июндә башлана. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы белгесе Ольга Трофимова әйтеүенсә, форумға килергә теләгән ойошмалар былтырғы менән сағыштырғанда артҡан. Быйыл уйынсыҡтар байрамына 200-ҙән ашыу кәсепсе саҡырылған. Улар халыҡҡа ҡул эштәрен тәҡдим итә. Фестиваль Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Бай программа әҙерләнгән. Конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары ойошторола, танылған Рәсәй артистары сығыш яһай. Интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары булдырыла. Быйыл беренсе тапҡыр компьютер уйындары экспозицияһы була.
2 022
Шәхси спорт мәктәптәренең мәғариф лицензияһы булырға тейеш
Юғиһә, уларға спорт мәктәбе тип аталыу тыйыла. Республика парламенты Дума ҡарауына ошо турала закон проекты әҙерләп тапшырған. Документ авторҙары фекеренсә, күп физкультура-спорт ойошмалары лицензияһыҙ эшләй, улар килем алырға тырыша, тәрбиәләнеүселәр менән юғары һөҙөмтәләргә ирешеү маҡсаты ҡуйылмай. Шуға спорт мәктәбенең мотлаҡ мәғариф лицензияһы булырға тейеш.
2 022
Башҡортостанда гастротуризм үҫешә
Беҙҙең республика Стратегик башланғыстар агентлығы программаһында ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһе булыуы мөмкин. Төбәктәр араһында һайлап алыу һөҙөмтәләре июндә иғлан ителә, тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров. Программа гастрономия туризмын үҫтереүгә, урындағы аҙыҡ-түлек брендтарын танытыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең республикала 3 мең ярымдан ашыу дөйөм туҡланыу урыны бар, 1 меңгә яҡын аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы эшләй.
2 022
Дуҫтар!
Һеҙҙе ихлас күңелдән балалар араһында үткән «Байыҡ» бәйгеһенең Гала-концертына саҡырабыҙ!
🕰️1 июнь, 18:00 сәғәттә
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән иң һәләтле, тәүәкәл, батыр кескәй бейеүселәр сәхнәгә сығасаҡ. Бейеү, моң, шатлыҡ һәм милли рух менән һуғарылған иҫтә ҡалырлыҡ кисәгә килегеҙ!
Ғаилә менән рәхим итегеҙ!
2 022
Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында Көрәй батыр иҫтәлегенә «Мәргән уҡсы» ярышы үтте
Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылының һабантуй яланында бишенсе тапҡыр Көрәй батыр иҫтәлегенә «Мәргән уҡсы» ярышы үтте. Майҙанға төрлө район-ҡалалар һәм күрше өлкәләләрҙән «Мәргән уҡсы» ойошмаһына ҡараған 70-тән ашыу уҡсы сыҡты.
2 022
«Быуаттарҙы бәйләүсе еп»: ауыл оҫтаһы милли кәсепкә икенсе ғүмер бирә
Уның ҡулында орсоҡ бейеп тора, теген машинаһы ла ватылмай, көйлө эшләй. Оҫта ханым хатта ҡағыҙҙан торбалар төрөп буяп, мөғжизә тыуҙыра. Һуңғы өйрәнгән шөғөлө -аҫалы балаҫтар һуғыу. Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсе Флүзә Бикташева хаҡында киләһе яҙмала.
2 022
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һәләтле уҡыусылар тәбрикләнде
Тантанала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә республиканың төрлө мөйөштәренән уҡыусылар ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең рәсемдәре һәм иншаларын тәҡдим иткән. Бүләкләү тантанаһына балалар остаздары менән бергә килде.
2 022
Иглин районынан траншея ипотекаһы алып тиҫтәнән ашыу ғаилә алданған
Аҡбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Лесогорье коттедж ҡасабаһындағы йорттар быйыл тапшырылырға тейеш булған. Әммә, төҙөлөш нигеҙҙә килеш туҡтап ҡалған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
