ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 015
订阅者
-224 小时
-57
-1330
帖子存档
Рәссамдар, тарихсылар, әҙиптәрҙең роле мөһим, әммә әлеге мәлдә конструкторҙар, металдың тутығыуы буйынса техник белгестәр мөһимерәк Һәйкәл ваҡытында нисек эшләнгән, шул килеш һаҡланып ҡалырға тейеш, ти скульптор, Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленең авторы Салауат Щербаков. Әйткәндәй, ул Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ағзаһы.

Яугирҙәргә яраланған өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды Рәсәйҙә ил президенты Владимир Путин указы менән махсус х
Яугирҙәргә яраланған өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды Рәсәйҙә ил президенты Владимир Путин указы менән махсус хәрби операция биләмәһендә яраланыу һөҙөмтәһендә инвалидлыҡ алған яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 4 миллион һумға тиклем арттырылды. Рәсми документта билдәләнеүенсә, әгәр хәрби 2022 йылдың 24 февраленән указ көсөнә ингәнгә тиклем имгәнгән булһа, бер тапҡыр түләнергә тейешле аҡса, яраланғанда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе иҫәпкә алып, «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан бирелә.Ъ

"Урманды һаҡлайыҡ" акцияһы барышында 1,5 миллион төп ағас ултыртылған Быйыл көҙ сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. - Б
"Урманды һаҡлайыҡ" акцияһы барышында 1,5 миллион төп ағас ултыртылған Быйыл көҙ сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. - Башлыса ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртылған. Ҡайһы бер райондарҙа йүкә өсөн биләмәләр билдәләнгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.

Башҡортостанда балыҡ үрсетеүселәргә ярҙам күрһәтелә Ауыл хужалығы министрлығында субсидия алырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабу
Башҡортостанда балыҡ үрсетеүселәргә ярҙам күрһәтелә Ауыл хужалығы министрлығында субсидия алырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Тармаҡҡа ярҙам өсөн 30 миллион һум бүленгән. Уға ярашлы, хужалыҡтарҙың аҙыҡ, селбәрә алыу өсөн сығымдарҙың 40 процентына тиклем компенсациялау мөмкинлеге бар. Башҡортостанда 70-ән ашыу балыҡсылыҡ хужалығы бар. Уҙған йылда уларҙа 1 мең 100 тонна балыҡ етештерелгән.

Республикала "Уҡыусы ауыл" тигән проект ғәмәлгә ашырыла Уны Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ойоштора. - Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ғаи
Республикала "Уҡыусы ауыл" тигән проект ғәмәлгә ашырыла Уны Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ойоштора. - Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән китап балаға йоғонто яһаусы, уның шәхесен үҫтереүсе көслө тәрбиә сараһы, тип хәбәр итәләр палатанан. Акция барышында китаптар йыйыла. Улар ауыл китапханаларына тапшырыла.

Өфөлә пассажир транспорты тикшерелә Рейдтар бөгөн, шулай уҡ 21 һәм 28 ноябрҙә уҙғарыла, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан. Тө
Өфөлә пассажир транспорты тикшерелә Рейдтар бөгөн, шулай уҡ 21 һәм 28 ноябрҙә уҙғарыла, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан. Төп маҡсат - пассажир транспорты ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Автобустарҙың төҙөклөгөнә, водителдәрҙең ял һәм эш режимы үтәлешенә айырыуса иғтибар була.

Хеҙмәттәшебеҙгә — яңы вазифа Хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова Рунет яҙыусылары союзы халыҡ-ара
Хеҙмәттәшебеҙгә — яңы вазифа Хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова Рунет яҙыусылары союзы халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәһенең Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп һайланды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды «Рух майҙанында» йәштәр. Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды. Ул декабрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы алдынан ойошторолдо. «Атайсал» мәҙәни үҙәгендәге сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә шәхси күкрәк һөтө банкы асылды Яңы мөмкинлек менән әле үк биш әсә ҡулланған. Күкрәк һөтө банкы һәм имеҙеүгә ярҙам итеү бүлмәһен асыу сараһынан репортаж.

Өфөлә «Арт ярҙам» — «Беҙҙекеләр өсөн» күргәҙмәһе асылды Дим районындағы 112-се Башҡорт каалерия дивизияһы музейында «Арт ярҙам»- «Беҙҙекеләр өсөн» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының махсус хәрби операцияға бағышланған картиналары урын алған. Экспозицияла алтмыштан ашыу ижади эш тупланған.

Башҡортостандың «Иң яҡшы комбайнсы»һы Лада Гранта менән бүләкләнде Ауыл хужалығы алдынғыһына- Лада Гранта. Борай районында ойошторолған «Иң яҡшы комбайнсы» конкурсында Мамаҙы ауылында йәшәүсе Зөлфәт Әхмәтғәлиев еңеп сыҡҡан.

Алдағы өс йылда Башҡортостанда Президент программаһы буйынса тағы ла 88 мәктәп ремонтланасаҡ Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 2025-2027 йылдарға был программаға тағы ла 16 балалар баҡсаһы һәм 7колледж бинаһы индерелә.

Радий Хәбиров бизнес-шерифтар менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн яуаплы муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашты. Бизнес - шерифтар институты 2019 йылда булдырылғайны. Эшҡыуарҙарға урында уҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтеү, уңайлы эш климаты булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Ошо ваҡыт эсендә муниципаль берәмектәрҙә 13 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙғарылып, ауыл хужалығы, туризм, сауҙа һәм башҡа өлкәләргә ҡараған егерме меңдән ашыу проект ҡаралған, күп өлөшө тормошҡа ашырылған.

Ни өсөн Салауат Юлаев һәйкәлен урында реставрациялау мөмкин түгел? Һәйкәлде урында реставрациялау өсөн бөтә кәрәкле производствоны ойошторорға кәрәк, ә был ҙур сығымдарға килтерәсәк, тип билдәләне БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин. Шулай уҡ уның урынбаҫары Айнур Мөслимов һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәле айырыуса һаҡланған биләмәлә урынлашҡан, унда капиталь төҙөлөш алып барыу мөмкин түгел. Тулыраҡ видеояҙмала.👇

Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала. Ҡалала йәмәғәт транспорты
Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала. Ҡалала йәмәғәт транспорты туҡталыштарында QR-кодтар менән плакаттар урынлаштырылды. Улар ярҙамында һәр кешенең һорау биреү, автобустар йөрөшө буйынса тәҡдимдәр яҙыу мөмкинлеге бар. Һәр мөрәжәғәт иғтибарға алына, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Бәләбәй районында ике мәктәп һәм балалар баҡсаһы ремонтлана Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был биналар уҙған быуаттың
Бәләбәй районында ике мәктәп һәм балалар баҡсаһы ремонтлана Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был биналар уҙған быуаттың 60-сы-70-се йылдарында төҙөлгән. Киләһе йылда 8-се мәктәптең төп корпусында капиталь ремонт ҡаралған. Бында 600-ҙән ашыу бала уҡый. 15-се мәктәп 2026-2027-се йылдарҙа төҙөкләндерелә. Балалар баҡсаһында ремонтты 2027 йылда башлау планлаштырыла.

Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары үҙәге булдырыла Ул киләһе йылда эш башларға тейеш. Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт фору
Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары үҙәге булдырыла Ул киләһе йылда эш башларға тейеш. Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында ошо турала белдерелде. "Пилотһыҙ технологиялар" ойошмаһы директоры Марс Әминев әйтеүенсә, технопаркта тейешле ҡорамалдар бар, ул етештереүселәргә яңы технологияларҙы тиҙерәк әҙерләү мөмкинлеге бирә. Бөгөнгә проектта 15 резиденттың ҡатнашыуы көтөлә. Фәнни-сәнәғәт үҙәге пилотһыҙ технологиялар тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәттәшлеген тәьмин итә. Бында шулай уҡ пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса белгестәр әҙерләйҙәр.

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә балалар өсөн спорт клубы асылды Унда грек-рим көрәше һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Спорт майҙанын асыуға бағыусылар булышлыҡ иткән.

Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй» төбәк-ара конкурсы уҙҙы Туймазы ҡалаһында Сәхи Хисмәтуллин исемендәге «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Үлемһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр, яңы таланттар асылды.

Район башлыҡтары менән туранан-тура әңгәмә Өфөлә Дүртөйлә, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондары хакимиәте етәкселәренең ошо райондарҙа йәшәгән йәштәр менән осрашыуы үтте. Сара барышында теләгән һәр кем дәүләт эшмәкәренә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорау бирә алды.